Дипломная работа

«Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концепттары һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланыу»

  • 48 страниц
Содержание

Инеш.

I бүлек. Тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.

1.1. Дөйөм тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.

1.2. Башҡорт тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.

II бүлек. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концепттары.

2.1. Намыҫ концепты.

2.2. Гонаһ концепты.

2.3. Оят концепты

III бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалында әҫәп-әхлаҡ концепттарын өйрәнеү.

3.1.Башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә уҡытыу.

3.2. Башҡорт теле дәрестәрендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалында әҙәп-әхлаҡ концептарын ҡулланыу алымдары.

Введение

Тел – кешелек аңының иң ҙур асышы һәм ҡабатланмаҫ ижады. Тел халыҡ менән бергә ярала, уның менән бергә үҫеш кисерә. Шуға ла ул халыҡтың бар булмышын сағылдырыусы факторҙарҙың береһе булып тора. Мәҫәлән, бер ғаиләгә ҡараған телдәрҙең дә араһына ингән берәүһенең ниндәйҙер үҙенсәлекле айырымлылыҡтары бар икән, тимәк, ошо телде йөрөтөүсе халыҡтың көнкүреше лә башҡаларҙыҡынан айырылып торғанлығы хаҡында фараз итергә мөмкин.

Тел – мәҙәниәт көҙгөһө. Мәҙәниәттә барған үҙгәреш-үҙештәр, һис шикһеҙ, телдә лә үҙ эҙен ҡалдырмай ҡалмай. Шуға ла халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын, әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дә иң тәү сиратта уның телен белергә кәрәк. Тел үҙе лә ошо мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул мәҙәниәттә тыуа, унда йәшәй, мәҙәниәт менән бергә үҫә. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарап булмай, шул уҡ ваҡытта тел менән мәҙәниәт икеһе айырым үҙ аллы төшөнсә. Улар араһындағы бәйләнештәр күп яҡлы һәм ҡатмарлы. Тап ошо бәйләнештәрҙе аңлатыу маҡсатында өр-яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килгән.

Лингвокультурология яңы быуатта ғына барлыҡҡа килгән фән. Ул телде аралашыу ҡоралы ғына итеп түгел, ә мәҙәниәт күрһәткесе булараҡ өйрәнә. Мәҙәниәт телдә сағылыш таба, ә тел ошо мәҙәниәтте үҫтереүсе, йәшәтеүсе булараҡ ҡарала. Лингвокультурологияға антропоцентризм характерлы, йәғни төп урында кеше, уның теле һәм мәҙәниәте тора.

Диплом эшебеҙҙең актуаллеге лә ошо күҙлектән сығып билдәләнде. Кешенең теләһә ниндәй эшмәкәрлеген алып ҡарама – ул, һис шикһеҙ, фекерләү процестары менән бәйле. Ә фекерләүҙе телдән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Культура өсөн оло мәғәнәүи көскә эйә булған төшөнсәне концепт тип атайҙар. Концепт – лингвистиканың бер тармағы булған когнитивистиканың нигеҙ төшөнсәләренең береһе. Һуңғы ваҡытта фәндә лингвокультурологияның был төшөнсәһе менән әүҙем эшмәкәрлек бара.

Тикшеренеү эшебеҙҙең өйрәнелеү объекты булып Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы тора.

Ғилми эштең предметы – Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концептары.

Эштең маҡсаты. Мостай Кәрим – башҡорт халҡының әҙәбиәте күгендә үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәрен ҡалдырыусы шәхес. Уның әҫәрҙәренең уҡымлы булыуы, халыҡ тарафынан ихлас ҡабул ителеүе сәбәбе булып, тәү осраҡта тел байлығы, һүҙҙәрҙе ҡуллана белеү оҫталығы тора. Ғилми эшебеҙҙә беҙ яҙыусының әҫәр телен өйрәнеүҙе төп маҡсат итеп алдыҡ һәм уның “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалында ҡарарға ниәтләнек. Ошо маҡсатҡа ярашлы беҙҙең бурыстар:

 Лингвокультурология буйынса теоретик нигеҙҙәрҙе өйрәнеү, ошо өлкәләге хеҙмәттәр менән танышыу, уларҙы анализлау;

 концепт төшөнсәһенә аңлатма биреү;

 Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының телен өйрәнеп, әҫәрҙә әҫәп-әхлаҡ концептары менән танышыу, уларҙы анализлау;

 башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә уҡытыу үҙенсәлектәрен ҡарау;

 Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы;

 лингвокультурология өлкәһенә ҡараған хеҙмәттәр, тикшеренеү эштәре, диссертациялар тәшкил итә.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған метод-алымдар.

Сығарылыш эшен башҡарыу процессында концепттарҙың өйрәнелеү тарихын һүрәтләгәндә – тасуирлау, бирелгән концепт менән эш иткәндә лингвокультурологик анализ методы, әҫәрҙәге тел һәм мәҙәниәт бәйләнешенең әҙәп-әхлаҡ концепттарының сағылышын билдәләүҙә, күтәрелгән проблеманы асыҡлауҙа һайлап алынған материалды күҙәтеү, һығымта яҙһау методтары ҡулланылды.

Сығарылыш эшенең яңылығы.

Тел ғилемендә тәү башлап Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концептары тикшерелеп, анализланды.

Тикшеренеү эшенең теоретик әһәмиәте. Тикшеренеү эше башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йәһәттән өйрәнгәндә мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында ҡулланылырға мөмкин.

Ғилми эштең практик әһәмиәте. Шулай уҡ эш һөҙөмтәһе махсус курстар уҡығанда, студенттарға тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт кеүек фәндәрҙән курс һәм диплом эштәре яҙғанда сығанаҡ, методик ярҙам була ала. Һайлап алынған материалды һүҙлек рәүешендә лә баҫтырырға мөмкин.

Эштең структураһы. Диплом эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлау һәм ҡулланылған әҙәбиәттән тора.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. ТЕЛ ҒИЛЕМЕНДӘ КОНЦЕПТТАРҘЫҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ

Диплом эшебеҙҙең инеш өлөшөндә тел – кешелектең иң ҙур асышы тигәйнек. Телһеҙ халыҡ – илһеҙ халыҡ тиелә башҡорт әйтемендә. Улай ғына ла түгел, халыҡты булдырған да, йәшәткән дә, үҫтергән дә – тел. Тап ошо тел ярҙамында беҙ аралашабыҙ, фекер йөрөтәбеҙ. Тик телде аралашыу сараһы булараҡ ҡына ҡабул итеү оло хата булыр ине. Тәү сиратта аралашыу функцияһын башҡарһа ла, тел – кешелек менән идара итеүсе, үҙенә оло мәғлүмәтте туплаусы һәм ошо мәғлүмәтте үҙ эсендә йөрөтөүсе бер күрһәткес. Л.Х. Сәмситова билдәләүенсә, тел берәмектәре аша донъя тел картинаһы барлыҡҡа килә. Донъя тел картинаһының төп төшөнсәләренең береһе булып концепт һанала. Концепт – тел менән мәҙәниәтте бәйләп йөрөүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы һәм уның концептосфераһы барлыҡҡа килә [ Сәмситова, 2010:3]

Дөйөм тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихын ҡарайыҡ.

1.1. Дөйөм тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы

XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе тел берәмеге итеп кенә түгел, ә мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай. Шуға күрә лә башҡорт телен уҡытыуҙың яңы концепцияһы нигеҙендә тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше урын алырға тейеш. Мәҙәниәт – күп яҡлы, үҙенсәлекле күренеш. Тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, үҫеүе, һаҡланыуы һәм уның төҙөлөшө булып та тора. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лингвокультурология, тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра. [Сәмситова, 2010:3]

Лингвокультурология – лингвистика һәм культурология сигендә барлыҡҡа килгән, телдә сағылыш тапҡан һәм нығынып ҡалған халыҡ мәҙәниәтенең күренештәрен тикшереүсе фән. Был дисциплинар фән өлкәһе, маҡсаты, мәсьәләләре, методтары һәм тикшеренеү объекты булараҡ, үҙ аллы булып үҫешә. [Маслова, 2001:17].

Лингвокультурология уҙған быуаттың 90 йылдарында лингвистиканың үҙ аллы тармағы булараҡ барлыҡҡа килә. Ә “лингвокультурология” термины иһә һуңғы йылдарҙа ғына фәнни телгә килеп инде. Быға сәбәпсе булып Ю.С. Степанов, В.В. Воробьев, В.А. Маслова һ.б. хеҙмәттәре торҙо.

Лингвокультурология ул лингвистика менән культурология фәндәре сиктәрендә барлыҡҡа килгән тип әйтеп үттек. Культурология фәне тәбиғәткә, йәмғиткә, тарихҡа, сәнғәткә, шулай уҡ ижтимағи һәм мәҙәни йәшәйештең башҡа даирәләрендә булған мөнәсәбәте аша кешенең үҙаңын тикшерә, ә лингвистика донъяның менталь моделдәре күренешендә телдә сағылған һәм теркәлгән ҡарашын өйрәнә. Ошо ике фәндең киҫешендә тыуған лингвокультурологияның предметы булып үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә торған тел һәм мәҙәниәт һанала [Воробьев, 1997:13].

Лингвокультурологияның үҙәгендә кеше, уның мәҙәниәте һәм теле тора. Фәндең төп маҡсаты булып кешенең тел аша донъяуи ҡарашына һәм киреһенсә донъяуи ҡараш аша теленә булған мөнәсәбәтен өйрәнеү тора.

Лингвокультурология телде мәҙәниәт феномены булараҡ ҡарай. Тел, үҙ сиратында, мәҙәниәтте менталитет сағылышы булараҡ өйрәнә.

Лингвокультурология социолингвистика һәм этнолингвистика менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. В.Н. Телия уны этнолингвистиканың бер бүлеге тип тә ҡарай [Телия, 1996:48]. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, тап этнолингвистика телде менталитет аша өйрәнә. Ләкин этнолингвистиканың башлыса этностар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүен иҫәпкә алып, лингвокультурология был өлкәлә мәғлүмәтте күберәк бирә тиеү кәрәк. Сөнки лингвокультурология телдәге тарихи факттарҙы рухи мәҙәниәт аша асып биреүгә ҡоролған. Ә менталитетты быуаттар буйына халыҡта нығынған характер тыуҙыра.

Бөгөнгө көндә лингвокультурологияның бер-нисә йүнәләшен айырып ҡарайҙар:

1. Айырым социаль төркөмдөң, этностың лингвокультурологияһын иң сағыу осорҙарының береһендә – конкрет лингвокультурология осраҡтарҙа өйрәнеү;

2. Диахроник лингвокультурология торошоноң күренештәрен билдәле бер ваҡыт арауығында өйрәнеү;

3. Төрлө-төрлө, ләкин бер-береһе менән бәйле булған этностарҙың лингвокультурологик күренештәрен өйрәнгән сағыштырма планда өйрәнеү;

4. Яңы ғына үҫеш ала башлаған сағыштырма лингвокультурология;

5. Һүҙлектәр төҙөү менән шөғөлләнгән лингвокультурологик лексикография;

Лингвокультурология коммуникатив процесстарҙы ла өйрәнә, сөнки уларҙа мәҙәниәттең һәм халыҡ менталитетының, йәғни дөйөм аңының, ғөрөф-ғәҙәттәренең бәйләнеше сағыла. В.А. Маслова лингвокультурологияның нигеҙ төшөнсәләрен айырым билдәләп китә: лингвокультурема, мәҙәниәт тексы, мәҙәниәт контексы, мәҙәниәттең прецедент исемдәре, мәҙәниәт традициялары, мәҙәниәт компетенцияһы һ.б. [Маслова, 2001: 23].

Лингвокультурология яңы фән булһа ла, ул яңы ғына барлыҡҡа килгән тиеп аңларға ярамай. Был фән быуаттар буйы формалашҡан, фәнни күп һынауҙар кисергән. Әлеге көн лингвокультурологияһы хеҙмәттәре нигеҙендә XIX быуат ғалимдары Ф.И. Буслаев, А.А. Потебня, В. Гумбольд һ.б. өйрәнеүе менән бер рәттән, В.Н. Телия, Ю.С. Степанов, Н.Д. Арутюнова, В.В. Воробьев кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре ята.

Тел һәм мәҙәниәттең бәйләнеше хаҡында әйткәйнек инде. XIX быуаттың башында был бәйләнеште немец ғалимдары ағалы-ҡустылы Гриммдар тикшерә. Ә Рәсәйҙә тәү башлап был мәсьәләгә XIX быуаттың 60-70 йылдарында Ф.И. Буслаев, А.А. Потебня, А.Н. Афанасьев тотона.

Тел һәм мәҙәниәтте айырылғыһыҙ итеп ҡарауҙа В. Гумбольд хеҙмәттәре ҙур роль уйнай. Ғалим билдәләүенсә, “тел – халыҡ рухы”, ул – халыҡтың “материаль мәҙәниәте”. Ә мәҙәниәт иң тәүҙә телдә сағылыш таба. Ул – мәҙәниәттең саф ысынбарлығы, кешене мәҙәниәткә индереүсе бер сара. Тел донъяны милли-мәҙәни ҡараш аша билдәләй [Поставалова, 1988:38].

Лингвокультурологияның иң төп төшөнсәләренең береһе булып концепт тора. Концепт төшөнсәһенә һүҙлектә шундай аңлатма бирелә:

Концепт (лат. тел. сonceptus – төшөнсә) – 1) дөйөм төшөнсә, дөйөм күҙаллау [Ушаков, 2000: 43].

“Концепт” менән “төшөнсә”не Ю.С. Степанов эске төҙөлөшө, килеп сығышынан бер үк төрлө тип ҡарай. Тик улар төрлө фән өлкәләренә ҡарай һәм ҡайһы саҡта был ике төшөнсә бер-береһенә синоним булып та килергә мөмкин тип билдәләй [Cтепанов, 2004:10].

Һәр милләтең, халыҡтың үҙенә күрә айырым концептосфераһы була. Милли концептосфера индивидуаль, төркөм, класс, милли һәм универсаль концепттар йыйылмаһынан барлыҡҡа килә. Концептосфера туранан-тура халыҡтың тел байлығы менән бәйле. Бөтә халыҡтарға ла бер үк төрлө аңлашылған концепттар универсаль концепттар тип атала. Уларға “әсә”, “ата”, “Тыуған ил”, “ғаилә”, “мөхәббәт, “дуҫлыҡ”, “туған” концепттары ҡарай. Был концепттар менән эш иткәндә беҙ башҡа халыҡ вәкилдәре менән дә еңел аңлаша алабыҙ. Шул уҡ саҡта бары тик бер милләткә генә аңлашылған концепттар ҙа була. Был концепттар халыҡтың тарихы, көнкүреше, рухи хазинаһы ерлегендә тыуып, бары тик ошо телде йөрөткән халыҡтар өсөн генә ниндәйҙер көскә эйә була. Башҡорт халҡы өсөн, мәҫәлән, “Аҡбуҙат”, “ҡурай”, “Урал” концепттары изге төшөнсәләр кимәленә күтәрелһә, башҡа халыҡ өсөн улар әллә ни әһәмиәтле түгел. Был һәр милләтең донъяны үҙенсә танып белеүе, үҙ ҡиммәттәре барлығы хаҡында һөйләй.

Ю. С. Степанов үҙенең “Константы. Словарь русской культуры” хеҙмәтендә “донъя”, “мөхәббәт”, “йән”, “намыҫ” концепттарын һүрәтләй. Һүҙлектә дөйөм кешелек аңында түгел, ә урыҫ милләте күҙлегенән тикшерелгән концепттар тураһында һүҙ алып барыла. [Степанов, 2004:10].

Үҙенең “Концепты духовности в русской языковой картине мира” исемле хеҙмәтендә Т. И. Кобяков концепттарҙы анализлаған. Концепттарға аңлатма ғына бирелеп ҡалмаған, ә уларҙың фразеологик берәмектәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә, әҫәрҙәрҙә бирелеше сағылған.

Художестволы тексты анализлағанда “концепт”, “концептосфера” кеүегерәк төшөнсәләр менән эш иткәндә беҙ тел һәм фекерләү, мәҙәниәт, этностың объектив ысынбарлыҡты, концептуаль донъяны ҡабул итеү һәм уны телдә сағылдырыу үҙенсәлетәрен өйрәнәбеҙ, милли тел картинаһын асабыҙ. Шулай уҡ айырым берәй яҙыусы-шағирҙың концептосфераһын тикшергәндә лә шул уҡ хәл күҙәтелә. Тик был осраҡта авторҙың донъяны индивидуаль ҡабул итеү ,лингвистик шәхестең фекерләү үҙенсәлеге һәм байлығы асыла.

Башҡорт тел ғилемендә үрҙә әйтелгән йүнәлештәге яңыса тикшеренеүҙәр активлаша бара. Башҡортостан Фәндәр академигы М.В. Зәйнуллин фекеренсә, хәҙерге башҡорт тел ғилеменең мөһим теоретик һәм методологик проблемалары түбәндәгеләр менән билдәләнә: “Телдең когнитив функцияһы кешенең ысынбарлыҡты танып белеүенә бәйле. Когнитивлыҡ – концептуаль донъя картинаһының телдә сағылыу процессы ул. Логик картиналар менән параллель рәүештә донъяның лингвистик картинаһы бар, улар барыһы ла телдә категориялар һәм концепттар аша сағылдырыла. Хәҙерге башҡорт филологияһында шуларға бәйле актуаль проблемалар булып конкрет төрки этностың мәҙәниәт концепттары тора. Мәҫәлән: “йән”, “йөрәк”, “аҡыл”, “шатлыҡ”, “һағыш”. “Милли лингвистик шәхес”, “әҙәбиәт классиктары концептосераһы” мәсьәләләре үҙ тикшеренеүселәрен көтә, алда культуролгик һүҙлектәр төҙөү тора. Башҡорт тел ғилемендә эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ проблемалары бөтөнләй тикшерелмәй” [Зәйнуллин, 2007:11-15].

“Донъя картинаһы” төшөнсәһе тәбиғәтте уның объектив ҡанундары, уның объекттарының үҙ-ара бәйләнеше аша аңлатырға тырышҡан фәндәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. ХХ быуаттың 60 йылдарынан донъя картинаһын семиотика сиктәрендә өйрәнеү башлана. Донъя картинаһы – ул ниндәйҙер кимәлдә тирә-йүндең йыйылма образы. Шәхес ошо образ аша ысынбарлыҡты ҡабул итә һәм уның моделен төҙөй. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, был образ киләһе эшмәкәрлектә тыуа: 1) кешелек эшмәкәрленегең нигеҙҙәрен тыуҙырған донъяуи образдарҙы предметлаштырыу, объектлашытыру, экспликациялау аша; 2) ижадлаштырыу, яңы образдарҙы тыуҙырыу нигеҙендә. Был ике эшмәкәрлек (процедура) үҙенсәлектәре буйынса бер-береһе менән тығыш бәйләнештә тора, ә донъя картинаһы ниндәйҙер концептуаль барлыҡҡа килеү тыуҙыра [Поставалова, 1988: 24]. Донъя картинаһы кеше аңында уның индивидуаль үҙенсәлектәре, социаль тәжрибәһе, халҡы мәҙәниәте, логик фекерләү төҙөләшән иҫәпкә алып донъя сағылышын тыуҙыра. Кешелек аңының үҙенсәлеге шунда: ул аяҙ күк йөҙө тураһында һөйләгәндә күҙ алдына шундай күк йөҙөн барлыҡа килтереп һөйләй, аңында шул картинаны тыуҙыра. Рәссам, шағир, философ булһынмы, һәр береһе ижад иткәндә, фекер йөрөткәндә үҙ аңында ошо картинаны барлыҡҡа килтерә һәм һәр береһе өсөн ул картина үҙенсә төҙөлгән була. Ошо картинаны тыуҙырыу һәм уны формалаштырыу өсөн кеше үҙенең күңел донъяһына баҫым яһай [Эйнштейн, 1976: 136].

Донъя тел картинаһы айырым милләттең байлығы булараҡ, структурлашҡан һәм күп кимәлдәрҙән тора. Ә уның кимәлдәре, үҙ сиратында, кешенең эске һәм тышҡы донъяһын, уның коммуникатив торошон барлыҡҡа килтерәләр. Донъя тел картинаһы кешенең рухи, мәҙәни, милли ҡиммәттәрҙе тыуҙырған һөйләү һәм фекерләү эшмәкәрлегендә сағыла. Лингвистар донъя тел картинаһы фрагменттарын тикшергәндә кешенең тел аша аңына иғтибар бүләләр. XX быуаттың икенсе яртыһында художестволы текст феномены синтаксис һәм грамматикала, лексикология һәм семантикала, стилистика һәм семиотикала, әҙәбиәт ғилеме һәм сәнғәт белемендә, философия һәм логикала теоретик-практик мәсьәләләрҙең береһе була. Лингвтистар текст материалын тикшергәндә уның психологияһына, айырым милләт кешеһенең фекер ҡоролошона, уның был донъяны, йыһанды нисек ҡабул итеүенә иғтибар йүнәлтәләр [Гачев, 1995: 44]. Тел милләт культураһында асыла, донъя күҙалланышын барлыҡҡа килтерә. Тикшеренеүҙәр тел эшмәкәрлеген, телде, текстарҙы өйрәнеү өлкәһендә үткәрелә алалалар. Текст телде өйрәнеү өсөн нигеҙ ташы булып тора, сөнки телде унан башҡа тикшереү мөмкин булмаҫ ине. Текст ул интерпретацияның нигеҙе, ә һөҙөмтәһе түгел. Донъя тел һәм концептуаль картиналар текста бергә үрелеп художестволы картина тыуҙыралар. Донъяның художестволы картинаһы интерпретация эшенең һөҙөмтәһе булып тора. Шуның өсөн дә нәфис донъя картинаһын аңлауға тексты мәғәнә тыуҙырыусы механизмдан сығып, уны мәғәнә системаһы булараҡ ҡарау кәрәк [Миловидов, 2000: 17]. Ю.М. Лотман художестволы тексты донъяның формалашҡан моделе, сәнғәт телендәге хәбәр итеп аңлата [Лотман, 1992: 123]. Художестволы текстың теүәллеге һәм структуралығының юғары кимәлдә ойошторолоуы тел сараларының эстетик системалылығы менән теүәлләнә. Текст уникаль, ҡабатланмаҫ күренеш, сөнки автор үҙенең теленә генә хас тел сараларын ҡуллана [Николина, 2003: 15]. Күп лингвистар тексты, бер яҡтан, тел ижады процессының һөҙөмтәһе итеп ҡараһа, икенсе яҡтан, тәбиғи телдәрҙең рәткә һалынған тамғалар системаһы булараҡ итеп ҡарайҙар. Текстың характерлы үҙенсәлеге семантик, структур һәм функциональ теүәллеге тора.

Донъя тел картинаһын халыҡ тыуҙыра, ә художестволы картинаны бер кеше. Конкрет авторҙың донъяуи картинаһы индивидуаль, уның тыуҙырған текстарында объектив донъя субъектив ҡараштан баһалана, сөнки ул үҙендә ошо картинаны тыуҙырыусы тел шәхесенең характер үҙенсәлектәрен йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта субъектив ҡараш объектив ҡарашһыҙ булмаҫ ине, сөнки “Мин-образ” “Беҙ-йәмғиәт”һеҙ тыуа алмай. Тел шәхесенең индивидуаллеге уның халҡының мәҙәниәте, йолалары, этник үҙенсәлектәре аша формалаша. М. Волошин әйтеүенсә, автор үҙ яҙмаһында ни тиклем субъектив ҡараш бирә, шул тиклем уның “Мин”е тулараҡ асылып ҡына ҡалмай, ә кешелек аңының донъяуи тәүнигеҙе күренә [Волошин, 1988: 62]. Тел шәхесенең художестволы донъяһы уның лексик һәм грамматик системаларының составы һәм төрлөлөгө менән генә түгел, ә уның концептуаль донъяһының күп яҡлылығы менән дә бай. Автор-тыуҙырыусы художестволы донъяны булдырыусы субъект ролендә роль яһай [Павиленис, 1986: 252].

Тимәк, культурология менән лингвистика фәндәренең сиктәрендә барлыҡҡа килгән лингвокультурология фәненең нигеҙендә халыҡ телендә сағылған, үҙ эсендә халыҡтың уй-фекере аша уның аңында үҙенсәлекле образ тыуҙырыусы концепт ята. Концепт тәрән милли текстың мәғәнәһен белдергән бер нисә лексик берәмекте үҙ эсенә ала.

Заключение

Башҡорт телен уҡытыуҙа юғары маҡсаттарға ирешеү өсөн барлыҡ теоретик материал өлөшләтә халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүгә, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тормош-көнкүрешен байҡауға ҡоролған булырға тейеш. Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы-драматургы Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы халҡыбыҙ тарафынан йылы ҡабул ителгән, халҡыбыҙҙың тышҡы донъяһын ғына түгел, ә эске – күңел матурлығын сағылдырыусы әҫәр. Үҙенең халыҡсан теле, кескәй Кендектең эске уйланыуҙарын уның үҙенә хас телдә матур итеп һөйләп биреүе менән әҫәр ҡабатланмаҫ күренеш тип һанала.

Уҡыусы телдең төҙөк функциональ сиcтема булыуын, уның төpлө тел кимәлдәренең, cемантик һәм грамматик категорияларының үҙ-ара ҡатмаpлы бәйләнештә тороуын төшөнә. Л.Ғ. Саяхова билдәләүенсә, һыҙмалы системалылылыҡ булғанда, телдең иң түбәнге берәмектәрен юғарыраҡ кимәлдә тороусы берәмектәргә индерәләр: өн –морфема – һүҙ – һүҙбәйләнеш – һөйләм – текст; һүҙ эсендәге һәм үҙ-ара системалылыҡ, парадигматик һәм синтагматик (һүҙҙәрҙең үҙ-ара бәйләнеү һәләте) системалы бәйләнештәр һ.б. һүҙҙе өйрәнеүгә үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки һүҙ – телдең һәм уны уҡытытуҙың башланғыс берәмеге йәки асҡысы, ул телдең барлыҡ кимәлдәрен бер бөтөн система итеп берләштерә. Һүҙ – телдең төшөнсәләр менән бәйле тамғаһы, шуға күрә лә һүҙ өҫтөндә эшләү процесында уҡыксыларҙың телмәре байый [Саяхова, 1997: 10].

Новикова Л.И. методы буйынса башҡорт теле дәрестәрендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы нигеҙендә әҙәп-әхлаҡ концептарын өйрәнгәндә киләһе күнегеүҙәрҙе үткәрергә мөмкин. Тәүге күнегеү – һүҙҙе тасуирлау, йәғни һүҙгә аңлаған тиклем ҡылыҡһырлама биреү. Был күнегеү уҡыусыны ижади фекерләргә, уйларға, тапҡырлығын һынарға ярҙам итә. Был күнегеүҙе башҡарғанда киләһе этаптар күҙ уңында тотола:

• әҙәп-әхлаҡ концептарын нисек аңлайһығыҙ? Уға ниндәй төшөнсәләр инә?

• был концептарҙы мөмкин тиклем тулыраҡ асып биреү;

• әҙәп-әхлаҡ концептарына преззентация яһау;

Киләһе күнегеү – ассоциатив эксперимент. Был методтың маҡсаты – теге йәки был һүҙгә ҡарата барлыҡҡа килгән ассоциацияларҙы табыу, һөҙөмтәгә аңлатма биреү тора:

o уҡытыусы тарафынан тема аңлатыла, теоретик төшөнсә бирелә;

o әҙәп-әхлаҡ концептары тип әйткәс, ниндәй һүҙҙәр-һүҙбәйләнештәр хәтергә килә?

o алынған яуаптар эшкәртелә.

Өсөнсө күнегеү-фразеологизмдар менән эш. Ғилми эштә алдан әйтеп китеүебеҙсә, телдә булған концепттар фразеологизмдарҙа актив ҡулланыла. Был күнегеү буйынса әҙәп-әхлаҡ концепттары ҡулланылған фразеологизмдарҙы табып, анализлау; һүҙлектәр менән эш итеү ойошторорға мөмкин.

Дүртенсе метод – һүҙҙе мәҙәни яҡтан анализлау. Был эштә уҡытыусы әҙәп-әхлаҡ концепттарын халыҡтың милли ҡарашынан сығып баһаларға, уның үҙенсәлектәрен күрһәтергә бурыслы. Түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итергә мөмкин:

o әҙәп-әхлаҡ концепттарының һүҙлектәрҙә ҡулланылышын ҡарап, анализлау;

o предмет, күренеш, эш-хәрәкәт йә билдә тураһында төшөнсә биреү;

o икенсе телдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалыҡтарын табыу;

o ваҡыт үтеү менән был концепттарҙың мәғәнәләре үҙгәргәнме-юҡмы икәнлеген билдәләү;

o презентация эшләү;

“Морфология” бүлеген үткәндә ошондайыраҡ күнегеүҙәр биреү урынлы буласаҡ:

o әҫәрҙән килтерелгән өҙөктәргә, бүлектәргә таянып, теманы аңлатыу;

o һүҙ төркөмдәрен табыу;

o һүҙҙәргә морфологик анализ яһау;

o килтерелгән миҫалдарҙағы исемдәрҙең килешен билдәләү, һүҙҙе төрлө килешкә ҡуйып һөйләмдәр төҙөтөп ҡарау;

o тамыр, яһалма, ҡушма һүҙҙәрҙе табыу;

o һүҙҙәрҙе яһалышы яғынан тикшереү;

o ҡылым төркөмсәләре, уның һөйкәлештәренә миҫалдар килтереү;

o әҙер һөйләмдәрҙәге ҡылымдарҙың заманын билдәләү;

o уҡытыусы әйткән һүҙ төркөмдәренә текстан миҫалдар эҙләү;

Әҙәп-әхлаҡ концептарын уҡыусыға тәрәнерәк һәм тулыраҡ аңлатыу өсөн ошо юҫыҡтағы темаларға инша яҙҙырыу отошло булыр. Шулай уҡ яҙма рәүештәге инша яҙмаған хәлдә лә, телдән уҡыусы үҙ фекерен әйтһә, был уның телмәрен үҫтереүгә лә уңайлы булыр ине. яҙма йә телдән ошондайыраҡ эштәр тәҡдим итергә була:

o уҡылған тексты үҙ һүҙҙәрең менән аңлатыу;

o әҙәп-әхлаҡ темаһына ҡағылышлы урындарҙы һайлап алып (уҡытыусы йә уҡыусы тарафынан да мөмкин ), берлгән тексты үҙ һүҙҙәрең менән дауам итеү;

o иҫбатлау, инҡар итеү, һығымта яһау кеүегерәк, уҡыусының үҙ фекерен булдырырға ярҙам иткән йүнәлештәге иншалар.

Инша яҙғанда киләһе темалар тәҡдим ителеүе мөмкин: “Әҙәм күрке - әҙәп”, “Әҙәпле булыуҙы мин нисек аңлайым?”, “Әҙәп-әхлаҡ мәктәбе” һ.б.

“Синтаксис” бүлеген үткәндә шундайыраҡ эштәр тәҡдим ителеүе мөмкин:

o тексты һүҙбәйләнештәргә, һүҙбәйләнеште һүҙҙәргә тарҡатыу;

o ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе табып, төрөн билдәләү;

o килтерелгән схемаға миҫалдар табыу;

o һөйләмдәрҙе тарҡатыу йә киреһенсә тарҡау һөйләмдәрҙе йыйнау;

o тектса килтерелгән һөйләмдәрҙең мәғәнәһен ҡалдырып, уларҙы бирелгән бәйләнешкә тап килтереп төҙөү һ.б.

Әҙәп-әхлаҡ концепттары, ғөмүмән, концепттар менән эш итеү лексика бүлегендә ныҡлап тормошҡа аша. “Лексика” бүлеген үткәндә уҡыусыларға бик күп ижади-эҙләнеү эштәре тәҡдим итергә була. Мәҫәлән:

• килтерелгән өҙөктө иғтибар менән уҡып, унан әҙәп-әхлаҡи, дини һүҙҙәрҙе табып билдәләү, был һүҙҙәрҙе нисек аңлауҙары хаҡында һөйләшеү ойоштороу;

Эй, Хоҙайым, - тим мин. – Ҡөҙрәтең дә, рәхимең дә сикһеҙ һинең. Бар өмөтөбөҙ һиндә генә. Изге ихтыярың менән сабыйҙар тағы, тағы, тағы донъяға яралһын, һиңә иман килтерер гонаһһыҙ ейәндәр тыуһын! Теләктәремде ҡабул ит!! Ишетәһеңме мине, Тәңре?! – Сәтләүек япраҡтары берҙәм ҡыштырҙап ҡуя. Быныһы инде минең үтенесем эйәһенә барып етте тигән һүҙ.

Хоҙай вәғәҙәһендә тора. Ике-өс көн үтмәй, ауылдың ҡайһылыр осонда йә бер малай, йә берәй ҡыҙ тыуа. Әлбиттә, мин, әрһеҙләнеп, Алланы артыҡ йыш борсорға тырышмайым. Бая әйткәнемсә, ул минең иң һуңғы сарам.

Лексиканы үткәндә шулай уҡ киләһе күнегеүҙе бирергә була:

• төрки телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе мәғәнәлере буйынса төркөмдәргә бүлеп яҙығыҙ: гонаһ, Тәңре, дәфтәр, мөлкәт, шәхес, зыярат, шөбһә , нәфрәт, мәктәп, дәхел, китап, иман, зиһен, нәғез ,хөкөм, бихисап, хәжәт, шәфҡәт.

Был күнегеүҙе башҡарыр алдынан һүҙлек эше үткәреү мөһим.

“Лексика” бүлеген ҡарарғанда мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәргә лә туҡталыу кәрәк. Уларҙы ҡарағанда түбәндәге эштәр башҡарылыуы мөмкин:

• килтерелгән текстан фразеологик берәмектәрҙе табырға һәм уларҙың нимә аңлатҡанын әйтергә;

• әҙәп-әхлаҡты сағылдырған фразеологизмдарҙы теҙеп яҙып сығырға;

Шулай уҡ ижади күнегеүҙәр уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, зиһенен асырға ярҙам итер:

• төшөрөп ҡалдырылған фразеологик берәмектәрҙе табыу. Мәҫәлән: “. егетмен” тиһәң, һин япа-яңғыҙ саҡта батыр булыр инең. (йөрәкле егет – батыр, ҡыйыу егет);

• фразеологик берәмектәрҙе ҡулланып, күләме ҙур булмаған хикәйә йә әкиәт төҙөп яҙырға;

• бирелгән текстан нығынған һүҙбәйләнештәрҙе табыу һәм уларҙы синонимдары менән алмаштырып яҙыу;

• текстан фразеологик берәмектәрҙе табып, парталаш күршең менән ошо һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, диалог төҙөп яҙыу;

Әҫәр нигеҙендә әҙәп-әхлаҡ концепттарына ҡағылған байтаҡ күнегеүҙәр ойошторорға мөмкин. Шуларҙың бер-нисәүһен ҡарап китәйек:

• әҙәп-әхлаҡ концепттарын файҙаланып, төп геройға (берәй айырым персонажға) характеристика биреү;

• киләһе төшөнсәләрҙе аңлатҡан һүҙҙәр менән фразеологик берәмектәр уйлап яҙығыҙ: оят, гонаһ, намыҫ, хата, ғәйеп, ҡурҡыу;

• килтерелгән текстан фразеологизмдарҙы табып, русса мәғәнәһе тап килгән нығынған һүҙбәйләнештәрен табырға;

Шулай уҡ фразеологизмдарҙы ҡарағанда уларҙың тарихын байҡау, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе төрҙәргә бүлеп ҡарау, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр үткәреү уҡыусыларға лингвокультурология нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итә, халҡыбыҙ, ата-бабабыҙ тарихын, уларҙан ҡалған йолалаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белергә, патриотизм тойғоһо тәрбиәләргә, яҡшы менән насарҙы айырырға, илебеҙгә тоғро, намыҫлы шәхес булып формалашырға ярҙам итәсәк.

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын әҙәбиәт дәресендә генә түгел, ә тел дәрестәрендә лә киң ҡулланып була. Тик дәрес лингвокультурологик күнегеүҙәр башҡарыу ғына түгел, ә тел, фекерләү яғынан да уйланылып башҡарылырға бурыслы. Әгәр ҙә уҡытыусы уҡыусыны нимәгәлер уйландыра алды икән, уның күңелендә яҡты киләсәккә, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйланырға мәжбүр итерлек орлоҡ һалды икән – ул маҡсатына иреште тигән һүҙ.

III бүлеккә һығымта. Шулай итеп, бөгөнгө көндә башҡорт теленең уҡыу планын лингвокультурологик йүнәлештә алып барыу уҡытыу процесында мөһим проблемаларҙың береһе булып тора. Лингвокультурология асылына төшөнөү өсөн тел менән мәҙәниәтте бәйләп ҡарар кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрен ошо йүнәлештә алып барыу дәресте төплө аңлау, үҙләштереү өсөн төп сара булып тора. Яңы концепция нигеҙендә икенсе быуын стандарттары буйынса яңы дәреслектәр сығыр, уҡыу процесында уҡыусылар грамматик белем генә алып ҡалмаҫ, ә милли рухта ла тәрбиәләнер тип ышанабыҙ.

“Башҡортостан Республикаһының телдәр тураһындағы” Законына ярашлы, уҡытыусының уҡытыуҙа төп бурысы һәм маҡсаты булып уҡыусыларҙа тел һәм әҙәбиәт серҙәренә төшөндөрөү менән бер рәттән, уларҙа милли үҙаң, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләү, рух хисен үҫтереү тора. Шуға ла тел менән мәҙәниәтте бәйләнештә уҡытыу үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк.

Список литературы

I. Китаптар, монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары

1. Абаев В.И. Язык и мышление. – М.,1948. – 363 б.

2. Абдуллина Ф.Ф., Усманова М. Ғ. Башҡорт теле: Уҡыусылар, уҡырға инергә теләүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө, 1999. – 200 б.

3. Аверенцев С.С. Попытки объясниться: Беседы о культуре. – М., 1998. – 256 б.

4. Акбашева А.С. Анализ литературного произведения. – Стерлитамак: СГПИ, 1997. – 54 б.

5. Азнабаев А.М., Псянчин В.Ш. Историческая грамматика башкирского языка. – Уфа, 1983. – 6-20-се бб.

6. Арнольдов А.М. Введение в культурологию. – М., 1994. – 13-251-се бб.

7. Арутюнова Н.Д. Типы языковых значений. Оценка. Событие. Факт. – 1988. – 233 б.

8. Арутюнова Н.Д. Язык и мир человека. – М., 1998. – 356 б.

9. Ахмеров К.З. Формирование и развитие башкирского литературного языка. – Уфа, 1952. – 62.

10. Бабушкин А.П. Типы концептов в лексико-фразеологической семантике языка. - Воронеж, 1996. – 189 б.

11. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек. Төҙ. Ж.Ғ. Кейекбаев һ.б. – Өфө, 2004. – 352 б.

12. Воробьев В.В. Лингвокультурология. – М., 1997. – 68-105-се бб.

13. Винокур Г.О. Избранные работы по рускому языку. Сост. и ред. С.Г. Бархударова. – М.: Учпедгиз, 1959. – 46-сы б.

14. Грамматика современного башкирского языка. Отв.ред. Юлдашев А.А. – М.: Наука, 1981. – 495 б.

15. Гужева Ф.К. Трудные вопросы синтаксиса и пунктуации. – Киев: Рад. Школа, 1981. – 25-93-сө бб.

16. Ғәләүетдинов И.Ғ. Башҡорт әҙәби теле тарихы. – Өфө: Китап, 2008. – 5-се б.

17. Дмитриев Н.А. Некоторые вопросы методики изучения синтаксиса на филологическом факультете. – Омск, 1969. – 78-се б.

18. Дридзе Т.М. Язык и социальная психология. – М., 1980. – 283 б.

19. Зайнуллин М.В., Зайнуллина Л.М. Общие проблемы лингвокультурологии. – Уфа: БГУ, 2008. – 206 б.

20. Звегинцев В.А. Предложение и его отношение к языку и речи. – М.: изд-ство Моск. ун-ста, 1976. – с.86.

21. Искужина Ф.С. Текст и средства его организации в современном башкирском языке (на материале произведений художественной литератры): Учебное пособие. – Уфа: БГУ, 2002. – 124 б.

22. Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. Отв. ред. З.Г. Ураксин. М., 1986. – 11-18-се бб.

23. Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. – Стәрлетамаҡ, 2002. – 242 б.

24. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө, 1966. – 363 б.

25. Маслова В.А. Лингвокультурология. – М.: Академия, 2001. – 17-64-се бб.

26. Маслова В.А. Когнитивная лингвистика: Учебное пособие. – М.: ТетраСистемс, 2005. – 256 б.

27. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 2003. – 3-сө б.

28. Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. – Өфө, 1996. – 154-192-се бб.

29. Самситова Л.Х. Лингвокультурологическая концепция обучения башкирскому языку и родным языкам в общеобразовательных учреждениях РБ. – Уфа: Китап, 2010. – 24 б.

30. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө: Китап, 1999. – 352 б.

31. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. – Өфө: Китап, 2002. – 452 б.

32. Тикеев Д.С. Изучение синтаксиса сложного предложения башкирского языка. – Стерлитамак: СГПИ, 1991. – 6-50-се бб.

33. Тикеев Д.С. Хәҙерге башорт теле: лексика. II киҫәк. – Өфө, 1979. – 79 б.

34. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология: Уҡыу ҡуллланмаһы. – Өфө. 1986. – 136-сы б.

35. Әхтәмов М.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө, 1994. – 186 б.

36. Юлдашев А.А. Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: Наука, 1981. – 495 б.

37. Язык и культура:Учебное пособие по спецкурсу. Отв.ред. Л.Г. Саяхова. – Уфа: БГУ. – 42-се б.

II. Авторефераттар, диссертациялар

38. Сагитова А.Г. Концепт “яҙмыш” (“судьба”) в башкирской языковой картине мира: Автореферат дисс. канд. филол. наук. – Уфа, 2012. – 19 б.

39. Поставалова В.И. Лингвистическая гипотеза и е обоснование: дисс. докт. филол. наук. – М., Институт языкознания АН СССР, 1988. – 38 б.

III. Мәҡәләләр

40. Аҙнағолов Р. Тел сараларын синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, № 9. – 41 б.

41. Архипов И.К. Природа концепта и методы его изучения // Концептуальный анализ языка: современные направления исследования: Сб.науч.трудов. – М., 2007. – 33-42-се бб.

42. Богатова И.Ю. Концепт как полевая структура // Международный конгресс по когнитивнойлингвистике: Сб.материалов. 26-28 сентября 2006 г. – Тамбов: ТГУ, 2006. – 445-447-се бб.

43. Буркхарт Ф. Язык, социальное поведение и культура // Образ мира в слове и ритуале. – М., 1992. – 98-135-се бб.

44. Воркачев Г. Лингвоконцептология и межкультурная коммуникация: истоки и цели // Филологические науки, 2005, №4. – 76-3-83-сө бб.

45. Зайнуллин М.В. К вопросу о теоретических проблемах современной башкирской лингвистики // Башкирское фиологическое образование: история, современность, перспективы. – Стерлитамак, 2007. -11-15-се бб.

46. Зәйнуллин М.В.Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. – Өфө, 1998. – 27-29-сы бб.

47. Зәйнуллин М.В. Туған тел һәм милли культура // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, №10. – 36-37-се бб.

48. Иҫәнғолова С.С. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ лингвомәҙәни йүнәлештә өйрәнеү мәсьәләләре // Преподавание родных языков в Башкортостане (в рамках государственной программы “Народы Башкортостана”): Материалы круглого стола. – Уфа: БГПУ ,2007. – 157-159-сы бб.

49. Самситова Л.Х. Семантизация культурных концептов в башкирской языковой картине мира // Проблемы Востоковедения, №3 (45), 2009. – 86-91-се бб.

50. Самситова Л.Х. Лигвокультурологическая концепция обучения башкирскому языку как государственному и родному и другим родным языкам в общеобразовательных учреждениях РБ // Роль классических университетов в формировании инновационной среды регионов: Материалы Международной научно-практической конференции. – Уфа: БГУ, 2009. – 193-197-се бб.

51. Самситова Л.Х. репрезентация культурных концептов в башкирской языковой картине мира (на материале стихотворений Р. Шакура) // Народы и культуры Южной Сибири и сопредельных территорий: история, современное состояние, перспективы. II том: Материалы Международной научной конференции, посвященной 65-летию Хакасского науно-исследовательского института языка, литературы и истории. – Абакан: Хакасское книжное издевательство, 2010. – 124-128-се бб.

52. Сәмситова Л.Х. Башҡортостан республикаһы мәғариф учреждениеларында башҡорт теленә һәм туған телдәргә уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы // Филологические науки: современность и перспективы. II Биишевские чтения. Часть 2. Актуальные проблемы изучения и преподавания языков: Материалы Международной научно-практической конференции. – Стерлитамак, 2010. – 295-298-се бб.

53. Самситова Л.Х. Актуализация культурных концептов в башкирской языковой мира (на материале стихотворений М. Карима) // Сохранение и развитие родных языков в условиях многонационального государства: проблемы и перспективы: Материалы Всероссийской научно-практической конференции. – Уфа: БГУ, 2010. – 242-248-се бб.

Покупка готовой работы
Тема: «Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концепттары һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланыу»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 48
Цена: 1700 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика