Дипломная работа

«УҠыусыларҘы башҠорт теле дӘрестӘрендӘ телмӘр компетенцияҺын формалаштырыуҘыҢ уҢышлы юлдары»

  • 48 страниц
Содержание

Инеш….…

I БҮЛЕК. Ғилми-методик әҙәбиәттә проблеманың өйрәнелеү торошо.

1.1. Тел һәм телмәрҙең фәнни сығанаҡтарҙа тикшерелеү кимәленә ҡыҫҡаса күҙәтеү.

1.2.Компетенцияларҙың классификацияһы. Телмәр компетенцияһына характеристика

II БҮЛЕК. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын формалаштырыуҙың уңышлы юлдары.

2.1 Башҡорт теле дәреслегенә өйрәнелгән проблема күҙлегенән анализ.

2.2 Уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр системаһы.

Йомғаҡлау….

Ҡулланылған әҙәбиәт….

Введение

Телдең байлығы, һүҙлек составының үҫеше шул телдә аралашыусы халыҡ иҡтисадының ныҡ үҫкән булыуы, мәҙәниәте, сәнғәте, ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәтенең сәскә атыуы менән билдәләнә. Шуға күрә мәктәптә башҡорт теле һүҙлек составының яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр менән даими байып тороуы менән танышыу уҡыусыларҙың аңында үҙ халҡының рухи донъяһы, рухи байлығының үткәне һәм бөгөнгөһө, уның сәскә атыуы рәүешендә сағылыш таба.

Туған телде өйрәнеү, уның фонетик һәм грамматик законлыҡтарын бөтә нескәлектәренә тиклем белеү, телмәрҙә лексик байлығын урынлы ҡулланыу күнекмәләренә эйә булыу башҡа предметтарҙы ныҡлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра. Ғалимдарҙың һәм яҙыусыларҙың башҡорт теленә биргән баһалары туған телебеҙҙе өйрәнеүҙең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында асыҡ бер дәлил булып тора. Башҡорт шағирҙары туған телдең кешелек тарихында тотҡан урынын, донъяны танып белеүҙәге әһәмиәтен, аралашыуҙағы ролен, тәрбиәүи көсөн күргәндәр.

Башҡорт теле – башҡорт милли мәктәптәренең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. Туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе лә тығыҙ бәйләнештә алып барыу мөһим. Уҡытыусы алдына “уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла” [Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., 1999: 3].

Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле мөһим роль уйнай.

Белем алыу процесында уҡыусы уҡытыусы менән бәйләнештә эшләй. Уҡыу барышында һәр уҡыусы үҙенең шәхси мөмкинлегенән сығып белем ала: кем өсөндөр уҡыу еңел генә бирелә, ҡайһы берәүҙәр бик күп көс сарыф иткәндә генә уңышҡа өлгәшә, ә кемгәлер был предмет бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел һәм ул белем алыуға бөтөнләй “ҡул һелтәп” ҡарарға мөмкин һ.б.

Предметтың йөкмәткеһенә уҡытыусы ла эмоциональ йоғонто яһай, үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып эш итә. Күп осраҡта уҡыусыларға уҡытыусы күпте күргән, бөтә һорауҙарға ла яуаптар белгән кеше булып күренә башлай. Уҡыусылар үҙҙәре эҙләнеп ниндәйҙер асыштар яһау, һығымталар эшләү, ижади фекерләү процесынан ситтә ҡала.

Бөгөн үткәндәребеҙҙе барлап, фәһем, тәжрибә туплап, ҡабат һүнмәҫ өсөн ҡабынып, заман менән бергә атлау, йәшәү кәрәк, сөнки кешемен тигән кеше әүәл-әүәлдән ике заман – үткәндәр һәм хәҙерге көн менән йәшәй. Мәғариф өлкәһе лә күп үҙгәрештәр кисерә. Мәктәптәге уҡыусылар әҙәби китап уҡыуҙан, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныуҙан ситләшәләр. Уларҙы башлыса компьютер, кеҫә телефондары ҡыҙыҡһындыра. Дәрестәрҙәге ялҡытҡыс эш төрҙәрен һәр дәрестә, кластан тыш эштәрҙә ҡат-ҡат башҡарыуға ҡарағанда, ҡыҙыҡлы асыштар булған күнегеүҙәр уҡыусыларҙың күңеленә ыңғай тәьҫир итә, аң даирәһен киңәйтә, фекерләү кимәлен үҫтерә, ижади эҙләнеүгә теләк тыуҙыра. Шуға ла һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүҙә, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә проект технологияларын өйрәнеү һәм дәрестә, кластан тыш сараларҙа ҡулланыу тураһында күп һөйләнелә һәм яҙыла. Бөгөн тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лә проект технологияһын ҡулланыу киң үҫеш алған, тип әйтергә мөмкин. Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә, был элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнәсәбәткә инә, сөнки уҡыусылар бәйләнешле телмәр төҙөү тәжрибәһен үҙләштергәндә ижади эшләргә өйрәнә, бының өсөн улар текст, уның структур элементтары, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, са-раларын белергә, текстың жанр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була. Шуға күрә белем биреүҙә уҡыусыларҙы төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр эшләргә өйрәтеү һәм шуның һөҙөмтәһендә яңы өйрәнелергә тейеш материалды үҙ аллы үҙләштерергә ирешеү маҡсат итеп ҡуйыла.

Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү, алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү кәрәклеге башҡорт телен уҡытҡанда телмәр компетенцияһын үҫтереүгә өҫтөнлөк бирергә мәжбүр итә. Был мәсьәлә сығарылыш квалификация эшебеҙҙең актуаллеге булып тора.

Тикшеренеү объекты: башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу процесы.

Тикшеренеү предметы: башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетенцияһын үҫтереү юлдарын ҡулланыу.

Маҡсаты: дәрестәрҙә уҡыусыларҙың аңын фәнни төшөнсәләр, белемдәр менән байытыу, тел сараларының грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ ҡулланып үҙ фекереңде билдәле ситуацияла тәрән йөкмәткеле итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыуға бағышланған бөтә эштәр тәҡдим итеү.

Бурыстары:

1. Заман белеү биреү технологияларын өйрәнеү;

2. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетенцияһын үҫтереү кимәлен тикшереү;

3. Башҡорт телен дәреслектәрен, уҡытыу программаһын өйрәнелгән проблема күҙлегенән анализлау;

4. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү юлдарын төҙөү алымдарын асыҡлау;

5. Башҡорт теленән

өлгө күнегеүҙәр тәҡдим итеү.

Әгәр ҙә уҡыусыларҙы башҡорт теле дәрестәрендә эҙмә-эҙлекле рәүештә үҙ аллы эшләргә өйрәтһәк, был башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уята, уҡыусыларҙа үҙаллылыҡ, тикшеренеү күнекмәһен үҫтерә, белем алыуҙың сифатын күтәреүгә ярҙам итә.

Тикшеренеүҙең методологик һәм теоретик нигеҙе итеп заман технологияларын, телмәр компетенцияһын өйрәнеү буйынса рус һәм башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре алынды.

Тикшереү барышында Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Таһирова С.А., Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Алсынбаева Р.Р. һ.б. хеҙмәттәре өйрәнелде.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар. Диплом эшен башҡарыу процесында хәҙерге көндә киң ҡулланылған методтар һәм алымдар файҙаланылды. Заман уҡытыу технологияларын, шул иҫәптән телмәр компетенцияһын өйрәнеү тасуирлау методы ярҙамында алып барылды. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетенцияһын үҫтереү эшен ойоштороу юлдарын асыҡлауҙа һайлап алған материалды күҙәтеү, һығымта яһау методтары ҡулланылды.

Диплом эшенең ғилми яңылығы түбәндәгеләр менән билдәләнә:

1. Заман уҡытыу технологияларына байҡау яһалды;

2. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетенцияһын үҫтереү үҙенсәлектәре асыҡланды;

3. Башҡорт теле буйынса өлгө күнегеүҙәр тәҡдим ителде.

Диплом эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Был тикшеренеүҙең һөҙөмтәләрен телмәр компетенцияһын үҫтереүгә арналған хеҙмәттәр, дәреслектәр яҙғанда, башҡорт теле дәрестәрен телмәр үҫтереүгә нигеҙләнеп үткәргәндә ҡулланырға мөмкин. Диплом эше лекциялар, махсус курстар, семинарҙар үткәреү өсөн материал булып хеҙмәт итә ала, шулай уҡ юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттарға, йәш уҡытыусыларға, ошо проблема менән ҡыҙыҡһыныусыларға ярҙамсы булып тора.

Эштең стуктураһы. Сығарылыш квалификация эше инеш өлөштән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм тора.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. Ғилми-методик әҙәбиәттә проблеманың өйрәнелеү торошо

Телмәр үҫтереү, тыңлап анлау менән уҡыу, һөйләү менән яҙыу барышын үҙ эсенә ала.

Һәр формала үҙенә хас үҙенсәлектәр бар. Шул ук ваҡытта улар коммуникация процесында барыла. Бәйләнешле текст, телмәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булараҡ, телмәр эшмәкәрлегенең формаларын комплекслы өйрәтеүҙә булышлыҡ итә.

Тыңлау менән уҡыу, телмәр эшмәкәрлегенең рецептив формаһына ҡарай, сөнки улар яңы текст (информация) барлыҡҡа килтермәйҙәр, ә тапшырылған мәғлүмәтте, һөйләгән йәки яҙылған телмәрҙе ҡабул итеү, аңлау функцияһын үтәйҙәр, аралашыуҙың мөһим формалары булып торалар.

Тыңлау өсөн һайланған дидактик материалдар йөкмәткеһе һәм әҙәби тел нормаларын һаҡлау яғынан һәйбәт булырға тейеш. Әйтергә кәрәк, тыңлай һәм аңлай алыу күнекмәһе үҙ аллы, айырым ғына килмәй. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара. Шуға ла тыңларға өйрәтеү эштәре телмәр эшмәкәрлегенең башҡа төрҙәре менән параллель алып барыла.

Уҡыу кешенең ижтимағи тормошонда һәм эшмәкәрлегендә

мөһим роль уйнай. Уҡыу уҡыусыларҙың һүҙлеген һәм телмәрҙең

грамматик төҙөлөшөн байыта, орфоэпик күнекмәләрҙе

камиллаштыра. Тыңлау, һөйләү, яҙыу кеүек формалар уҡытыуға таянып үҫтерелә.

Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Телмәр төҙөгәндә лә кеше (уҡыусы) нимә тураһында һөйләйәсәген (яҙасағын) планлаштыра (был телмәрҙең йөкмәткеһен тәшкил итә), ниндәй маҡсат менән был турала һөйләйәсәген билдәләй: телмәрҙең кемгә тәғәйенләнеүен асыҡлай. Шуларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, телмәрҙе билдәле стилдә, тейешле тел сараларын ҡулланып, тел законлылыҡтарын һаҡлап һөйләй (яҙа), шул ук ваҡытта ул үҙ телмәренең тыңлаусыға нисек тәьҫир итеүен тикшерә.

Ғәҙәттә, традицион дәрестәрҙә уҡыусылар - тыңлаусы, ә уҡытыусы бөтәмәғлүмәтте биреүсе булһа, яңы стандарттар буйынса уҡытыусы -ойоштороусы, консультант.

Шунлыҡтан дәрестәр түбәндәге моделдәр буйынса уҙғарыла:

- ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә),

- нисек? (уны тормошҡа ашырыу юлдары асыҡлана);

- нимә килеп сығырға тейеш? (һөҙөмтә)

Ошо дәрес этаптарын ҡулланып, телмәр компетентлығын формалаштырыу күнегеүҙәрен башҡарыу - уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡаратаҡыҙыҡһыныу уята.

Шулай итеп, үҙҙәренең телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теорияһы нигеҙҙәрен дә белеүе талап ителә. Телмәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып биреү өсөн улар материалды туплау, уны эшкәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлектең мөһимлеген аңлай, шулай уҡ ҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдәре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була[Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., 1999: 3].

Телмәр үҫтереүҙе беҙ уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеү, уларҙың туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһын белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фе-керен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ойоштора белеү күнекмәләре: менән бәйләйбеҙ. Уҡыусыларға белем биреүҙән тыш, уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙең әһәмиәте тураһындағы фекер дөйөм урта белем биреүсе башҡорт һәм рус мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программаларҙың нигеҙен тәшкил итә. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу укыусыларҙы изложениелар һәм иншалар яҙырға өйрәтеүҙән тыш те-зистар һәм конспекттар төҙөргә, башҡарылған эштәр тураһында төрлө типтағы отчеттар, уҡылған китаптарға ҡарата баһаламалар яҙырға, ҡулъяҙмаларҙы редакторларға өйрәтеү кәрәклегенең дә мөһимлеген күрһәтә. Бындай эштәрҙе тормошҡа ашырыу махсус телмәр үҫтереү дәрестәрендә изложениелар һәм иншалар яҙҙырғанда ғына түгел, ә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә системалы алып барылырға тейеш.

Бөгөн уҡытыусыға уҡыу процесын ойоштороуҙа киң мөмкинселектәр асылған: хәҙерге дәрестәр йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса күп төрлө, ул тик традицион дәрестәр рамкаһында ғына ҡала алмай. Дәрестә уҡыусыларға етди төшөнсәләр тураһында һөйләгәндә материалды үтә ябайлаштырып бирергә лә кәрәкмәй. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлатылырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу, материалды ҡабул итеүгә уҡыусының тәрән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы уңыштың нигеҙен тәшкил итә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә текстарҙы файҙаланыу, уларҙы анализлау процесында уҡыусылар һәр милләттең мәҙәниәте, рухы сағылыуы, телдең һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешле булыуы тураһында белем алалар.

Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә бағышланған дәрестәр формаһы һәм йөкмәткеһе буйынса төрлөсә: лекция, әңгәмә, практик эштәр һ.б. булырға мөмкин, шулай ҙа дәрестә ижади эштәргә өҫтөнлөк биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ, сөнки уларҙы башҡарғанда уҡыусылар үҙ аллы һәм уҡытыусы ярҙамында төрлө типтағы текстарҙы төҙөргә өйрәнә, уларҙың лингвистик анализ яһай белеү күнекмәләре нығына. Тағы ла шуны оноторға ярамай: әгәр ҙә материалды аңлатыу өсөн уҡытыусы лекция методын һайлаһа, уның телмәре уҡыусыларға аңлайышлы, улар ҡабул итерлек һәм, әлбиттә, монологик телмәрҙең өлгөһө булырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусының үҙ телмәрен ойоштороуға, уның төҙөлөшөнә, йөкмәткеһенә үтә лә иғтибарлы булыуы талап ителә.Уҡыусыларҙың был йүнәлештә алған белем-күнекмәләрен ике төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин.

Беренсе төркөмгә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәр төҙөү менән бәйле булған абзац, монолог, китап телмәре стиле, уның стилистик биҙәлеше, текст синтаксисы, стилистика; телмәрҙең темаһы, хикәйәләү, тасуирлау, хөкөмләү кеүек төшөнсәләрҙең йөкмәткеһен белеүе ҡарай.

Икенсе төркөмгә уҡыусыларҙың көнкүрештәге предметтарҙы (әйберҙәрҙе); хайуандарҙы, биналарҙы, билдәле бер урынды һүрәтләй; дискуссион темаларға фекер йөрөтә белеү; теге йәки был күренештәрҙең эстәлеген асып бирә алыу төшөнсәләре инә. Әлбиттә, был төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе билдәләмәләрҙе ятлап түгел, ә практик йүнәлешле итеп үҙләштереүгә ҡайтып ҡала.

Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, белем алыу һәм уны телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәләре уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү процесында барлыҡҡа килә: уҡыусылар текстар төҙөгәндә алған белемдәрен нығыта, был осраҡта шулай уҡ уларҙың интеллектуаль фекерләүе, коммуникатив һәләте, факттарҙы туплай, иң кәрәклеһен һайлай, иң мөһимдәрен билдәләй, дөйөмләштерә, һығымталар яһай белеү күнекмәләре үҫешә [Аҙнағолов Р.F. Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереү // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №7. – 37-38 б].

.

Был күнекмәләр укыусыларҙы текстың планын төҙөү, ҡыҫҡа, ләкин тулы итеп уның йөкмәткеһен һөйләп бирә белеү, уҡылғандарҙан сығып, кәрәкле материалды һайлай белергә өйрәнеү һәм киләсәктә уҡыусыларҙа белемде үҙаллы алыу һәләтен, теләген үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Артабан эш ҡатмарландырыла: өйҙә уҡыусыларҙан стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙырыла, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау буйынса докладтың тезистары, конспекттар төҙөтөлә; этюдтар, һүрәтләмәләр, нәҫерҙәр, күҙәтеүҙәр кеүек ижади эштәр башҡарырға ҡушыла.

Ләкин был маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡытыуҙың традицион методтары, алымдары менән генә эш итеү етмәй. Уҡытыусы заман талаптарынан сығып, яңы технологияларҙы ҡулланып, уҡытыуҙың үҫтереүсе алымдарын, педагогия, психология фәндәренең ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, тел уҡытыу методикаһында барлыҡҡа килгән һуңғы ыңғай тәжрибәләргә таянып, үҙенең барлыҡ һәләтен, белемен эшкә егергә тейеш була,: сөнки һәр дәрес ул — ижади процесс. Бында тағы ла шуны әйтергә кәрәк: дәрестә уҡытыусы үҙ фекерен уҡыусыларға көсләп тағырға тейеш түгел, уның бурысы — балаларҙың хис-тойғоларын, ысынбарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен күрһәтә.

I бүлеккә һығымта. Шулай итеп, әсә теле уҡытыусыларының мөһим бурысы – уҡыусыларҙың, билдәле нормаларға таянып, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. Туған телдең һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш. Уҡыусы телмәрен дөрөҫ һәм аңлайышлы төҙөһөн, тел сараларын урынлы ҡулланһын һәм әйтергә теләгән фекерен тыңлаусыға еткерә алһын өсөн, стилдәрҙе ситуацияға ярашлы ҡуллана белергә өйрәтеүҙең, уларҙың үҙенсәлектәренә төшөндөрөүҙең әһәмиәте ҙур. Туған телде коммуникатив-стилистик принцип менән уҡытыу уҡыусыларға хәҙерге башҡорт әҙәби теленең нормаларын фәнни нигеҙҙә үҙләштереүгә, уларҙы аңлы ҡулланып, телмәр эшмәкәрлеген үҙ аллы башҡарырға өйрәнергә актив ярҙам итә.

Ғилми-тикшеренеү эштәренең теле булараҡ фәнни стилде бөтә нескәлектәренә тиклем белеү, телмәрҙе дөрөҫ төҙөү, тел сараларын урынлы ҡулланыу күнекмәләренә эйә булыу башҡа предметтарҙы ныҡлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра, уҡыусы алданда яңы йүнәлештәр асыуға булышлыҡ итә.

Заключение

Тел- фекерләүҙең туранан –тура ысынбарлығы.Кеше үҙенең фекерен тел ярҙамында белдерә.Телдең төп функцияһы ла шунан сығып асыҡлана,ул кешенең аралашыу,фекер алышыу,анлашыуҙан тора. Мәктәптә һәр йыл һайын компетентлыҡ өҫтөндә системалы, планлы дауамлы эшләр кәрәк. ФДББС – тың маҡсаттары компетентлыҡ үҫтереүгә ҡоролғанлығын аңланыҡ. Компетентлыҡ төшөнсәһен асыҡлап киттек. Компьютер ҡулланып презентациялар, проекттар, ғилми конференциялар үткәреүе бик отошло булыуын асыҡланыҡ. Телмәр компетенлығын компьютер технологиялары ҡулланып үҫтереүгә күнегеүҙәр, эштәр ҡараныҡ. Планда бирелгән эштәрҙе теүәл темаға ярашлы итеп файҙаланһаҡ уҡыусыларыбыҙҙың телмәре байыр ине, аңлы үҫешеп иленә ихтирамы артыр ине.Телмәр компетентлығы үҫеше һәр бер эш төрөнә бәйле. Бөгөнгө көндө дәрестә бала күңеленә ни һалыу һәм нисек һалыу айырыуса мөһим. Икенсенән, бөгөнгө дәресте уҡытыусының һәм уҡыусының эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. «Уҡытыусы һөйләй, бала тыңлай, аңлағанын һөйләп бирә» тигән ҡараш хәҙер иҫкерҙе инде. Дәрестә эшмәкәр мөнәсәбәт, мөхит юҡ икән, ул инде ваҡытты, шуға тәғәйен материалды әрәм итеү тигән һүҙ.

Дәрес — ул һабаҡ, һабаҡ үҙ сиратында тәрән асылға һәм күп мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, һабаҡ алыу, һабаҡ булыу, һабаҡ биреү, арт һабағын уҡытыу кеүек төшөнсәләргә тарҡала. Дәрестә балаға һабаҡ булырлыҡ мәғәнә, асыл биреү кәрәк. Баланы һүҙҙең мәғәнәһенә һәм асылына төшөндөрөү зарур. Тел психологияһында нимәне өйрәнеү мөһим түгел, ә нисек өйрәнеү мөһим. Сер түгел: туған тел күренештәре мәктәптә лингвистика берәмеге йәһәтенән өйрәнелә. Был дөрөҫмө? Телдең моңо, мәғәнәһе, асылы ни тигән һүҙ? Туған тел моңо — тасуирилыҡ сараһы. Башҡорт теленең, телмәренең моңон мин уйлап тапманым. Уны алдынғы ҡарашлы урыҫ мәғрифәтселәре, миссионерҙары (Мәҫәлән, А.Г.Бессонов, В.Катаринский: «Башкирский язык — такой благозвучный язык») әйткән. Шул моңға баланы өйрәтеү мөһим. Ул моң уҡытыусы телмәре аша яңғырарға тейеш. Уның телмәре балаға үрнәк, өлгө булһа ине.

Бала күңеленә нисек юл һалырға? Әлбиттә, һүҙ менән, һүҙҙең эске мәғәнәһе (образы) менән уй бирергә, уйландырырға кәрәктер. Бәлки шул юл менән уның күңеленә үтеп инергә, һәләтен асырға мөмкиндер. Халыҡта уйлағандың уйында ҡала тигән әйтем бар. Тел күренештәрен, һүҙ, төшөнсәләрҙе уйға төрөп биреү кәрәктер — баланың рухи хәлен ҡуҙғытыу мөһим.

Дәрестең төп маҡсаты баланың рухи хәленә тәьҫир итергә, психик һыҙаттарын, рухиәтен, күңел донъяһын ҡуҙғытырға тейеш. Бала күңеленә юл һалыу, ана шул юлдан уның рухи һәләтенә үтеп инеү дәрес материалының сифатына туранан-тура бәйләнгән. Баланы уйландырыу аша уның рухи һәләтен ҡуҙғытып була. Уйға уй үрелә. Уй уйҙы тыуҙыра. Дәрестең сифаты уҡыу эшмәкәрлегенә, баланың үҙ аллы уйлау һәләтенә ҡайтып ҡала.

Шулай итеп, дәрестә башҡарылған күнегеүҙәр, эш алымдары маҡсатлы, ижади характерҙа булғанда, системалы ҡулланылғанда ғына, уҡыусыларҙың башҡортса тыңлап аңларға өйрәтеү һәләттәрен үҫтереү мөмкин.

Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып ошондай һығымта яһарға була:

1. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә, текстарҙа, эш төрөндә улар өсөн яңы мәғлүмәт бирергә тырышыу;

2. Төрлө тел һәм телмәр уйындарын, проблемалы һорауҙарҙы, ярыш элементтарын йыш ҡулланыу;

3. Уҡыусыларға эш төрҙәрен, текстарҙы һайлау мөмкинлеген күберәк биреү – улар башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай.

Был темаға диплом эше яҙғандан һуң,үҙем өсөн бик күп яңы мәғлүмәттәр алдым.Беҙҙең профессор Ж.Ғ.Кейекбаев үҙенең тикшеренеүҙәрендә сағылдыра.Проф.Кейекбаев, И.Г.Галяутдинов, Ишбирҙин бик ентекле тикшереү эштәрен алып барғандар.Тағы ла беҙ Халиҡованың төрлө фекерҙәренә туҡталып киттек. Башҡорт әҙәби теленең тарихын ентеклап ҡарап сыҡтыҡ.

Список литературы

1. АҙнабаеваФ.Ғ. :Гөлбостан. Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү.- Өфө. Китап,2010.-416 бит ,схемалар.

2.Абулатипов Р.А., Камалетдинованың А.В. Русско- башкирский словарь терминов по методики преподования языков. Уфа.Китап, 2009,36 бит. [текст]

3. Аслаев Т.Х. Уйнат, уйлат баланы. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1973. 134 бит.[текст]

4.Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Өфө – 2008, 202 бит. [текст]

5. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Өфө. З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. 2009. 126 бит.[текст]

6. Ғәләүәтдинов.И.Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Беренсе китап.Өфө. Китап.2002.[текст]

7. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.-Өфө.

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. 2009. 126 бит.[текст]

8. Иҫәнғолова Ә.Ф. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр.

Өфө. Эшлекле династия.2008. 27 бит[текст]

9. Полонский В.М.Словарь по образованию и педагогике.-М.: Высшая школа,2004, 46 стр.[текст]

10.Толомбаев Х.А. Бүләк дәреслегенә методик ҡулланма.-Өфө Китап.1997.[текст]

11.Текучев А.В. Методика русского языка в средней школе. -М. Просвещение, 1970, 462 стр.

12. Толомбаев Х.А.Тылсымлы бүләк. Өфө.Китап. 1995.[текст]

13. Сынбулатова Ф.Ш, ДәүләтшинаМ.С., Мәүлийәрова Ә.Т.

Туған тел (1-4) уҡыу программаһы. Өфө-2009. [текст]

14. Сынбулатова Ф.Ш. 2 синыф өсөн Әсә теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө- 2005. 69 бит[текст]Инеш.

15.Абуталипова Р.Ә. Мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. — Стәрлетамаҡ, 2003.

16. Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡорт теленән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. – Өфө, 2000.

17. Аҙнағолов Р. Ғ. 5-9-сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1996.

18. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. – Өфө, 1987.

Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө, 2009.

19.Аҙнағолов Р.F. Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереү // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №7. – 37-38 б.

20.Аҙнабаев Ә.М., Сабитова С.А. 7 синыф өсөн «Әсә теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө, Китап, 2001. – 128 б.

21.Газизова Л. Укучыларның сөйләм телен үстерү алымнары // // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №5. – 35-37 б.

22.Гыймранова Р. Сөйләм үстерү дәресе. // // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №1. – 53-55 б.

23.Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө: Китап, 2010. – 120 бит.

24.Крысин Л.П. Школьный словарь иностранных слов. М.: Дрофа, 2000. 304 с.

25.Ладыженская Т.А. Система работы по развитию речи учащихся. М., Просвещение, 1972. 256 с.

26.Леонтьев А.Н. М., Просвещение, 1969, 268 с.

27.Львов М.Р. Словарь-справочник по методике русского языка. М.: Просвещение, 1988. 234 с.

28.Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма мәҡәләләр. Өфө, Fилем, 2002. 267 б.

29.Тикеев Д.С. Уҡыусыларҙа телмәр культураһы тәрбиәләүҙең әһәмиәте Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №4. – 36-39 б.

Покупка готовой работы
Тема: «УҠыусыларҘы башҠорт теле дӘрестӘрендӘ телмӘр компетенцияҺын формалаштырыуҘыҢ уҢышлы юлдары»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 48
Цена: 1800 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика