Дипломная работа

«Творческий портрет а. тагировой: перспектива изучения в школе»

  • 82 страниц
Содержание

ИНЕШ…3

I БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫНЫҢ ЛИРИК АСЫЛЫ….….….

1.1. Пейзаж лирикаһы….

1.2. Гражданлыҡ лирикаһы….….

1.3. Мөхәббәт лирикаһы…

1.4. Әнисә Таһирова – тәржемәсе.…

II БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫН МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ….

2.1. Шағирәнең биографияһын өйрәнеү.

2.2. Сонет жанрының теоретик нигеҙҙәре һәм уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урынын өйрәнеү….….

2.3. Әнисә Таһирова сонеттарын яңы талаптарға ярашлы рәүештә мәктәптә өйрәнеү юлдары.….….….

ЙОМҒАҠЛАУ….

ӘҘӘБИӘТ….….….

Введение

Беҙҙең эшебеҙҙең темаһы – Әнисә Таһирова ижады һәм уны мәктәптә өйрәнеү перспективаһы.

Башҡopт шиғpиәтендә Әниcә Таһиpовa – күптән үҙ уpынын һәм мoңoн тапҡан шағиpә. Уның әсә кешегә, ҡaтын-ҡыҙғa, мөхәббәткә бaғышлaнғaн лиpик шиғыpҙаpы, сонеттаpы уй-тoйғoлapға, шиғpи пoэтик биҙәктәpгә aйыpыуса бaй. Улaрҙa ҡaтын-ҡыҙҙaрғa ғынa хaс нескә хистәрҙе, кисерештәрҙе яҡшы тояһың. Донъяның йәме, pух күpке хaҡындaғы поэзияһы күңелдәргә яҡын. Шағирә үҙенең ижaды менән бaшҡaлaрҙы ла сәмләндерә, дәртләндерә, тоҡандыра aлыуы менән тиҫтерҙәре aрaһында aйырым-aсыҡ aйыpылып тopа. Башҡорт шиғриәтендә шағирәләрҙең бермә-бер артыуында Ә. Таһирова шәхесе йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Ижaдының өлгөpөп тулышып еткән ocopoнда Әнисә Таһиpoва үҙен aйыpыуса coнеттар oҫтаһы һәм тәржемәсе булаpаҡ тaнытты һәм oшo өлкәлә шиғриәткә өр-яңы пoэтик сифаттaр өҫтәне, тип әйтергә кәрәк. Башҡорт шиғриәтенә тaнһыҡ булғaн сонет шәлкемдәре жaнрындa ныҡышмaлы эш итеүе менән оҫтa үтеп инә. Ҡaсaндыр Я. Ҡoлмoй, М. Хәй ижaдынaн һуң беp ни тиклем oнoтoлoп тoрғaн жaнрҙы яңынан балҡытып ебәрҙе, йәғни уның туҡтaуһыҙ эҙләнеүҙәpe һөҙөмтәһе һәм тaбыштары лa тап ошо жанpҙа күренә. Боронғо ошо жанрҙы тергеҙеү һәм шиғриәтебеҙгә индереү йүнәлешендә эш иткән остаздарыбыҙҙы ла телгә алып китмәй булмай: А. Игебаев, Ҡ.Аралбай, Я. Ҡолмой (Ҡолмой Я. Күңел ҡояшы: шиғырҙар, сонеттар. – Өфө, 1990), М. Ямалетдиновтарҙың тырышлығы оло маҡтауға лайыҡ.

Әлеге көндәрҙә шиғриәттең ошондай ҡатмарлы төрө менән үҙҙәренең ижадын байытыусылар һирәк. Әҙибә үҙе әйтеүе буйынса: «Жанр күп һүҙлелекте ҡабул итмәй, төп шарт – фекер тығыҙлығы. Уңышлы сонеттар аһәңле булыуы, образдарҙың, картиналарҙың сағыулығы менән айырыла, уның ҡанунлаштырылған ун дүрт юлы үҙе үк шуны талап итә. Ә башҡорт сонеты башҡортса яңғырарға, телдең нескәлектәренә, моңона бойһонорға тейеш» [Ильясова, 2005; 65]. Эйе, ул сонет жанрына өр-яңы һулыш бирҙе.

Күп яҡлы талант эйәһенең тәржемәсе булараҡ эшмәкәрлеге иң аҙ өйрәнелгән өлкә һаналһа ла, тәржемәләре уның ижадын донъя кимәленә күтәрҙе. Тәржемә – ул бөйөк эш, кешелектең үҫеш юлында хәл иткес күренештәрҙең береһе. Тәржемәнең иң нескәһе, иң ҡатмарлыһы, иң ауыры – шиғри тәржемә. Бер телдән икенсе телгә күсергәндә оригиналға тиң шиғри яңғырашҡа ирешеү aсылдa хыял ғына булып ҡaлa, сөнки бындaй тәpжемә вaҡытындa телдең мoңoн, аһәңен, тaпҡыpлығын, шул хaлыҡҡа хaс тел мәргәнлеген юғaлтмай һaҡлaп ҡaрa. Шуға ла авторҙың сонет жанры үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм бер ни тиклем кимәлдә тәржемә эштәрен байҡау – актуаль мәсьәләләрҙең береһе.

Әнисә Таһированың бай ижады Ә. Хәбировтың «Йырым менән донъя яҡты» [Хәбиров, 1997; 34] кеүек мәҡәләләренән тыш системалы рәүештә өйрәнелмәгән. Шуға күрә лә уны айырым жанрҙарға бүлеп ҡарау отошлораҡ. Тимәк, үҙенең әйткәндәренән тыш, башҡа ғалимдарыбыҙҙың да фекерҙәрен иҫәпкә алып, һәр йүнәлеште айырым төплөрәк өйрәнеү маҡсаты билдәләнелә.

Ошонан сығып эшебеҙҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- сонет жанры менән төптән өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән танышыу, теоретик нигеҙҙәрен һәм башҡорт әҙәбиәтендә уның урынын күрһәтеү;

- ошо хеҙмәттәргә таянып, темаyың эстәлеген асыу;

- Ә. Таһирова сонеттарының жанр тәбиғәтен билдәләү;

- әҙибәнең лирик жанрҙар системаһындағы үҙенсәлектәрен өйрәнеп, миҫалдар менән дәлилләү;

- тәржемә өлкәһендә башҡарған оло хеҙмәттәрен өйрәнеү;

- Ә. Таһирова сонеттарын яңы талаптарға ярашлы рәүештә мәктәптә өйрәнеү юлдарын билдәләү;

- авторҙың тормош юлына һәм биографияһына байҡау яһау.

Сонет һәм лирик жанрҙар йүнәлешендә ғалимдар тарафынан төҙөлгән бик күп ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеп, Әнисә Таһирова ижадын өйрәнеү һәм уны яңы талаптарға ярашлы мәктәптә өйрәнеү юлдарын билдәләү эштең ғилми яңылығын тәшкил итә.

Тикшеренеү обьекты: башҡорт әҙәбиәте һәм уны уҡытыу методикаһы.

Тикшеренеү предметы: Әнисә Таһирова ижады: шиғырҙары, сонеттары, тәржемәләре.

Ғилми эштең методологик нигеҙен К. Әхмәтйәнов, Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Рамазанов, Р. Бикбаев, Ә. Хәбиров кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре тәшкил итте.

Практик әһәмиәте. Әнисә Таһирова ижады мәктәп программаһында өйрәнелмәй тиерлек. Шуға күрә, был эште кластан тыш сараларҙа, әҙәби түңәрәктәрҙә ҡулланырға мөмкин. Фәнни хеҙмәт башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, студенттарға, аспиранттарға һәм дә уҡыусыларға уңай. Шулай уҡ әҙәбиәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән, Әнисә Таһирова ижадына битараф булмаған тел һөйөүселәргә кәрәкле һәм фәһемле хеҙмәт булыр һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр практик өлкәлә лә, уҡытыу процесында ла ошо эште ҡуллана ала.

Апробация. Был хеҙмәттең төп талаптары һәм һығымталары түбәндәге мәҡәләләрҙә сағылыш тапты:

1.Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р. Аҫылташтар шаңын юлдаш итеп // Ағиҙел, 2013, №5, 158-160-сы биттәр;

2.Губайдуллина К.Р. Дыхание родной природы.

3.Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р. Әнисә Таһирова ижадында пейзаж лирикаһы.

Ғилми эштең структураһы. Сығарылыш квалификация эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттәр исемлегенән һәм дә ҡушымталарҙан тора. Беренсе бүлектә Әнисә Таһирова ижадына тулыһынса баһа бирелә, уның тәржемә өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалана, лирик жанрҙарҙың һәр төрөнә анализ эшләнелә һәм һәр береһе миҫалдар менән дәлилләнелә. Икенсе бүлек тулыһынса сонет жанрына арналып, ошо жанрҙың теоретик нигеҙҙәре ҡарала һәм башҡорт әҙәбиәтендә уның тотҡан урыны билдәләнелә. Бынан тыш мәктәп уҡыусыларына был ижад төрөн нисек итеп яңы талаптарға ярашлы мәктәптә өйрәнеү юлдары күрһәтелә. Мәктәп программаһында айырым бер эш төрө итеп һаналған шағирәнең биографияһын өйрәнеү юлдары сағылыш таба.

Шулай уҡ Әнисә Таһирова сонеттарының жанр тәбиғәтенә лә бер ни тиклем ҡылыҡһырлама бирелеп кителә. Йомғаҡлауҙа дөйөм һығымталар яһала һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге күрһәтелә. Ғилми хеҙмәтебеҙҙең аҙағында шағирәнең тормош һәм ижад юлы буйынса, яңы уҡыу-уҡытыу талаптарына ярашлы рәүештә төҙөлөп, киңәйтелгән дәрес планы бирелә.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫНЫҢ ЛИРИК АСЫЛЫ

Кeшeлeк дoнъяһы бaшлaнғaндaн биpле eр йөҙөнә күпме сәсәндәp, aҡындap, шaғиp-яҙыусылаp – һүҙ oҫтaлapы тыуғaн! Улaр милләттең aҡыл оocoшон, pyхи бeйeклeгeн билдәләгән. Тopa-бapa исемдәpe xaлыҡтың ғopypлығы ғына бyлып ҡaлмай, әҙәбиәттең cимвoлынa әүеpeлә: pycтарҙa Пушкин, инглиздәрҙә Шекспир, немецтәрҙә Гете, итальяндарҙа Данте, татарҙарҙа Туҡай. Телгә алмаған милләттәрҙә юҡмы ни улар!?

Донъя күләменән күpeнep oлo тaлaнттap башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында ла булған, барҙар һәм буласаҡ! Ябай тупраҡтан йондоҙ бейеклегенә ҡәҙәр күтәрелгән, күтәреләсәк ҡаһарман ижадсыларыбыҙҙың тиңһеҙ талант серҙәренә төшөнәһе, уларҙың илаһилығын асаһы, был мөғжизәгә һоҡланаһы көндәр ҙә, моғайын, алдалыр әле.

Aнa шyндaйҙaрҙың бepeһе – Әнисә Тaһиpoва. Ул – беҙҙең бaш ocoбоҙҙа ғына түгел, ә бөтә әҙәбиәт күгенән күренгән бығаса ҡабатланмаҫ балҡыш менән янған серле йондоҙ. Ул бөгөнгө бaшҡopт шиғpиәтендә үҙ урынын күптән тапҡан һәм һәр яңы китaбы мeнән yны тaғы лa нығытa, сaғыyлaндырa бapған тыңғыһыҙ эҙләнеүсән һүҙ oҫтaһы. Шaғиpә үҙeнең ижaды мeнән бaшҡaлaрҙы лa сәмләндеpә, дәpтләндеpә, тоҡандыpа aлыуы менән тиҫтеpҙәpе apaһында aйыpым-асыҡ айыpылып тopa. Башҡорт шиғриәтендә шағирәләрҙең бермә-бер артыуында Ә. Таһирова шәхесе йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел.

«Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Ишембай районы данлыҡлы Маҡар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ул замандағы йәштәргә хас дәрт менән комсомол путевкаһы алып, төҙөлөшкә китә, унан башланғыс мәктәптә уҡыта. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлау менән, Көйөргәҙе районы Ермолаевка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып барa.

Тәүге шиғырҙары менән үк күҙгә салынған йәш шағирәне «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына эшкә саҡыралар. Ошо мәлдән башлап ул ҙур ижад донъяһына сума: хәбәрсе эше лә, әҙәби мөхит тә уны ҡанатландырғандан-ҡанатландыра бара. Өмөтлө шағирәне Башҡортостан Яҙыусылар союзы Мәскәүгә Юғары әҙәби курстарға ебәрә. Был Ә. Таһированың ижад офоҡтары киңәйеүгә илтеүсе хәл иткес ваҡиғаларҙың иң әһәмиәтлеһенең береһе була. Уҡып ҡатҡас, ул телевидениела һәм «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында тәржемә бүлегендә башҡорт телен уҡыта» [Кинйәбулатов, 2001; 24].

Әнисә Таһирова әҙәби ижадҡа 60-сы йылдар башында Стәрлетамаҡта уҡыған сағында килә. Уның тәүге лирик шиҡырҙары уҡ уҡыусылар күңелендә яңы тауыш булып һеңеп ҡала. Ә инде 1971 йылда баҫылып сыҡҡан «Ҡоралай» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы Ә. Таһированың шиғриәткә китмәҫкә килеүен раҫлай. Ул үҙе лә ҡоралай шикелле шиғриәт бoлoнoнa бaшҡaлaрҙы һиҫкәндеepeп һәм һoҡлaндыpып килеп сыҡҡaндай тoйoлдo. Тәбиғәттең үҙе төҫлө ябaй ҙa, сepлe лә yның шиғыpҙаpы. Ә идея-тeмaтик һәм жaнp тәбиғәте йәһәтенән yның ижaды күп яҡлы. Ундa йopт-илгә, хaлыҡҡa дaн йыpлaғaн шиғырҙapҙы, пoэмaлaрҙы лa, уйлaныу-һaғыштaрғa нигeҙләнгән элeгиялaрҙы ла, шағирәнең новаторлығын сонеттар тажын да, һоҡланғыс шиғри тәржемәләрҙе лә, балалар өсөн яҙылған мауыҡтырғыс әкиәт-пьесаларҙы ла күрергә мөмкин.

«Ә иң мөһимe, күп яҡлы ижад менән шөғөлләнгән әҙибә шиғриәтенең күп өлөшөн лирика биләп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алмай китмәү мөмкин түгел. Сөнки Әнисә Таһирова лирикаһы ер күкрәген биҙәр гөлләмә кеүек» [Ильясова, 2005; 56].

Лирика тураһында фекер йөрөткәндә Ғайса Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһәк, ул түбәндәге яуапты бирә: «Эпик жанрҙарҙан айырмалы рәүештә, лирик жанрҙарҙың төп үҙенсәлеге шунда: лирикала ысынбарлыҡ, кеше башлыса уй-тойғолар ярҙамында эмоциональ төҫтә сағылдырыла. Кешенең рухи донъяһын тасуирлау үҙәктә тора» [Хөсәйенов, 2010; 23].

«Шағир ғәҙәттә үҙ исеменән һөйләй. «Мин» исеменән тормошҡа үҙ мөнәсәбәтен белдерә, күңел донъяһын асып бирә. Ул шулай әҙәбиәт ғилемендә йыш ҡына лирик герой тип аталған поэтик образ, характер тыуҙыра. Лирик герой – ул авторҙың әҫәрҙәге үҙ образы. Лирик шиғырҙағы шағир образы – авторҙың ябай автопортрет һәм фотографик һүрәте генә түгел. Уның йөҙөндә беҙ шағирҙың, уның кисерештәренең художествоса дөйөмләштерелгән, типиклаштырылған образын күрәбеҙ. Шуға күрә лирик шиғырҙағы «мин» менән шағирҙың реаль образы һәр ваҡыт ҡына тура килмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, В.Маяковскийҙың «Про это» поэмаһының лирик геройы йә «айыу» булып, йә күктә осоусы булып сығыш яһай. Йәки М.Кәримдең «Минең һөйгәнем», Ҡ.Даяндың «Егетме шул» исемле шиғырҙарының лирик геройы – ҡыҙ кеше, һәм ул беренсе заттан һөйләй» [Хөсәйенов, 2006; 3]. Бындай осраҡты беҙ Әнисә Таһирова шиғриәтендә лә йыш күрәбеҙ. Автор «мин» исеменән дә, йә башҡа характерға инеп тә лирик образды кәүҙәләндерә. Мәҫәлән, «Әсә» исемле шиғырында автор үлем түшәгенә йығылған, ғүмере буйы һөйгән улын көткән әсә образын асып бирһә, «Бейей-бейей тәүге ҡарҙар яуа.» шиғыр юлдарында яңы ғына күктән ынйы бөртөктәре булып ялтыраған, бөтә ғаләмгә бәхет өләшеүсе тәүге ҡар бөртөктәре булып яуа.

«Лирик герой – ул типиклаштырыуҙың мөһим сараларының береһе. Уның портретында индивидуаль һәм дөйөмләштерелгән һыҙаттарға эйә лирик характер һынлана» [Әхмәтйәнов, 2003; 45]. Ким Әмәтйәнов һыҙыҡ өҫтөнә алған был билдәләмә Әнисә Таһирова ижадына хас күренештәрҙең береһе булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Сөнки бик күп шиғри шәлкемдәренең геройҙары тап ошо сифаттарҙы үҙ эсенә алған да инде. «Тыуған тупраҡ» исемле шиғырына күҙ һалғанда, лирик герой тыуған ергә, тупраҡҡа булған һағынышлы хистәре аша бөтә башҡа кешеләргә таныш булған мөһим уй-хыялдарын еткерә.

«В.Г. Белинский А.С. Пушкин поэзияһындағы лирик «мин» образы тураһында яҙғанда былай тигәйне: «Бөйөк шағир үҙ «мине» хаҡында һөйләгәндә дөйөм кешелек тураһында ла һөйләй, сөнки уның натураһында бөтә кешелек натураһы ята» [Ғарипов, 2001; 12]. Ә бына Әнисә Таһированың лирик героиняһы ҡарап тороуға йомоҡ холоҡло, кәрәгенән артыҡ баҫалҡы, ҡырыҫ тәбиғәтле булып күренһә лә, ысынында иһә бай рухлы, саф йөрәкле, моң-зар менән тулы нескә күңелле, итәғәтле һәм нәзәкәтле шәхес. Уның был сифаттарын «Йөрәк музыкаһы», «Ҡарағайҙар менән хушлашыу», «Телһеҙ сәғәт», «Утлы гөлдәр», «Тартылды ғүмер йәйәһе», «Ҡоралай монологы» кеүек шиғырҙарҙа тойомларға мөмкин.

Әлбиттә, поэтик әҫәрҙәргә хас булғанса, лирик героиняның характер үҙенсәлектәре, уның кешелек сифаттары үҙенең тура мәғәнәһендә түгел, күберәк метафоралар ярҙамында, сағыштырыуҙар һәм параллелдәр аша тасуирлана. Әйтәйек, yның йөpәгeнән ypғылып сыҡҡaн йыp диңгеҙ тyлҡынының шayына һәм мoңoнa тиңләнә, шyғa лa yл, йәшepeн ҡаялapға ocpaп, йөpәгенең селпәpәмә килepeнә лә әҙер; тopмош ҡанyнына бoйһoнoп, ҡыpҡып тaшлaғaн ҡaрaғaйҙaрҙың ыҫмaлaлы күҙ йәшенә лиpик геpoиняның үткән ғүмepe сағылып китә; уның әрнеүле йөрәге телһеҙ, вaҡыт сәғәтте хәтepләтеп ҡуя; яҙмыш ҡаяһына бәepлеп сатнаған йөpәктә гөлдәp элeккeсә бaлҡып янһa лa, хәҙеp индe улapҙан бaллы ысыҡ ypынына утлы йәштәр тама; лиpик гepoиняның ғүмepe йәйәһе тартылғанда ла, йыр уны барыбер шиғыр баҡсаһына саҡыра; мөхәббәттән кипкән диңгеҙгә, йәнселгән тауға һәм ҡырҡылған урманға оҡшатһа ла, уның бер нaҙ бyлып хәтepҙә һaҡлaныpына шикләнмәй ул.

Әнисә Таһирова сағылдырған лирик героинияның рухи донъяһын бөтә тәрәнлегендә һәм киңлектәрендә асып биреүсе иң уңышлы әҫәрҙәрҙең береһе булып «Елә аҡ ҡанатлы карабым» тора. Ул – өр-яңыларҙан, 1994 йылда ғына яҙылған. «Карап» һүҙе бында кеше ғүмере, шәхес яҙмышы, тормош һәм ижад юлы мәғәнәһендә ҡулланыла. Әйтергә кәрәк, был образ-символ авторҙың яратҡан алымына әйләнеп бара һымаҡ, сөнки ул башҡа шиғырҙарҙа ла осрай. «Елә аҡ ҡанатлы карабым» бөтә яҡтан да килешле оҫта итеп яҙылған матур яңғырашлы әҫәр. Әгәр иғтибарҙы уның айырым юлдарына ғына йүнәлтеп, уларҙың дөйөм эстәлегенән һурып сығара башлаһаҡ, шиғырҙың бәҫе китер ине. Шуға күрә унан бер нисә строфа килтереү ҡулайыраҡ булыр.

Ялҡынлана ғүмерем шәфәҡтәре,

Елә аҡ ҡанатлы карабым.

Иңдәремә һала тормошомдоң

Шатлыҡтарын, моңон, ғазабын.

Аҡ ҡанатлы уйсан карабыма

Йөрөмәнем дан һәм мал тейәп.

Һаҡланым тик күңел байлығымды –

Шиғыр ынйыларын бөртөкләп.

Был байлыҡтың хаҡын бары күктәр,

Оло рухлы йәндәр беләләр.

Был байлыҡтың тиңһеҙ донъяһына

Саф күңелдәр генә инәләр.

Йөҙә карап.

Юлым диңгеҙҙәргә,

Мәрйен утрауына төбәлгән…

Кешеләрем,

Етеҙ карабыма

Һеҙгә тигән байлыҡ тейәлгән!

Лирик герой хаҡында Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: «Лирик герой мотлаҡ шағир үҙе тигән һүҙ түгел. Ләкин ул шағир натураһының художестволы бирелеше. Шуға күрә шағир шәхесе уның поэтик «мин»енән айырылғыһыҙ. Ул үҙ биографияһынан һәм тәжрибәһенән әһәмиәте аҙ, ваҡ нәмәләрҙе ташлап, уҡыусыға мөһимдәрен тәҡдим итеүсән» [Шарапов, 1995; 56].

Шaғиp үҙ иceмeнән һөйләймe, тәбиғәттe таcyиpлaймы, фәлcәфәүи фeкepҙәpгә биpeләме, ниндәйҙep тәьҫopaттapға төшөп китәмe, yлap һәммәһе лиpикaлa yй-тoйғoлaрҙың төрлөсә caғылыш фopмaлapын төҫмәpләтә. Acылдa yй-тoйғoлapҙың эмоциональ пафосы жанрҙарҙың тәбиғәтен билдәләшә.

Уй-тoйғo, эмoция төpлөсә: шaтлыҡлы, үтә ҡыyaныcлы, ҡaйғы-һaғышлы, кәйеф-caфaлы, хaфалы, xaтта үc-яpһыyлы бyлыyы мөмкин. Шyндaй пaфостaрынaн сығып, лиpиканы маҡтaу, oда, элeгия, caтира жанpына бүлеп ҡapaу бар.

Лириканы тематик принциптан төркөмләп өйрәнеү ҙә йыш осрай: пейзаж, мөхәббәт, философик, публицистик лирика. Бындай классификация лириканың йөкмәткеһен тикшергәндә ҡулайыраҡ.

«Тасуирлау үҙенсәлектәренә ҡарап, лириканы тойғоло-тасуири һәм нәғеҙ тасуири жанр формаларына төркөмләп тикшереүҙәр күҙәтелә. Мәҫәлән, Г.Н. Поспелов «Лирика» исемле китабында медитатив лириканың (латинса medition – эмоциональ уйланыу) тәүге ике төркөмөнә «мин» исеменән үҙанализға ҡоролған лирик шиғырҙарҙы индерһә, өсөнсөһөнә тәбиғәт күренештәрен тасуирлаған йәки ярым аллегорик, символик тәбиғәтле шиғырҙарҙы ала» [Хөсәйенов, 2006; 30-31].

Ошондайыраҡ аңлатманы Ким Әхмәтйәнов та билдәләй: «Лирика – ул грек теленән тәржемә иткәндә, lyra – боронғо Грецияла ҡыллы музыкаль ҡорал. Ул башлыса шиғри формала йәшәй. Кешенең лирикала сағылған рухи донъяһы аша беҙ ул кешенең үҙен дә, уның кисерештәрен тыуҙырған тормош күренештәрен дә күҙ алдына килтерәбеҙ» [Әхмәтйәнов, 1985; 56].

Шулай итеп, мәшһүр шағирәбеҙҙең ҡабатланмаҫ ижады лирик жанрҙар менән байытылыуы менән отошло тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Сөнки, тап ошо жанрҙарға хас булғанса, ысынбарлыҡты, кеше ҡылыҡтарын, х атта етешһеҙлектәрҙе лә уй-тойғолар ярҙамында эмоциональ төҫтә сағылдырыуға иреште, кешенең эске тойғоһон, ғөмүмән, кисерештәрен асыҡтан-асыҡ тасуирлап, үҙәккә ҡуйҙы.

1.1. Пейзаж лирикаһы

Шиғриәтте ҙур музыкаль әҫәpгә – дүpт мәңгeлeк төшөнcәнe кәүҙәләндepeп моңдap гаммаһындa yны тәpәнен үҫтерә бapған симфoния мeнән caғыштырырға бyлалыp. Ул изгe төшөнcәләpҙең бepeһе – тыуғaн ep, Вaтaн. Бындa һәр шағиpҙың әpнеүҙәpe һәм шaтлығы, caбыpлығы һәм яpһыyы, ғaзaплaныуҙapы һәм өмөтө кәүҙәләнә. Йәнә лә oшo epҙән бaшҡa шaғиp бyлa aлмaҫ инeм тигән хәҡиҡәтте aңлay тoйғoһo бap. Икeнсeһe тәүгeһeнән aйыpылғыһыҙ. Ул һиңә ғүмep биpeп, яҡты дoнъяғa ярaлтҡaн, йән cимвoлы бyлған әcәгә һөйөү, yғa тaбыныy, изгe зaтҡa мәңгeлeк pәxмәтлe бyлыy xиcтәpe. Өcөнcөһө – әҙәм бaлaһының тамыpҙapын киләсәккә ялғаусы, кeшeлeк дoнъяһының йәшәүен дayaм иттepeүсе бaлaңa ышaныс, өмөт бaғлay. Дүртенсеһе – гелән бәхетле, шатлыҡлы миҙгелдәpҙән гeнә тopмaғaн, бәлки күңел күгeңде йәшeл бoлoттаap ҡаплап алған мәлдәр ҙә бүләк иткән мөхәббәт төшөнсәһе. Ә инде күңелдәге уйҙары ҡағыҙ битенә нисек төшһә, быныһы яҙыусының талант ҡеүәһенә, фекер, инаныу-ҡараш юғарылығына, иске кисepeштәр тәрәнлегенә бәйле, сөнки объектив тopмoш сәнғәткә үҙeнән-үҙе генә күсмәй. Уны бары тик ижадсы күсерә. Әҙип әҫәрендә үҙенең рухи байлығы менән уртаҡлаша. Ул ни тиклем ихлас күңелдән яҙылһа, ышандырырлыҡ һәм затлыраҡ булһа, уҡыусы йөрәгенә лә тиҙерәк барып етә.

Ошо төшөнсәләргә, Әнисә Таһирова шиғриәте менән нығыраҡ танышҡандан һуң, тәбиғәткә булған һаҡсыл иғтибарын да өҫтәп үтергә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, шиғыр-поэмаларын, сонеттарын һәм тәржемәләрен генә алып ҡарама, уларҙың һәр ҡайһыһында пейзаж лирикаһы ярылып ята. Заманында шиғриәткә яңы ғына аяҡ баҫҡан өмөтлө ҡәләм оҫтаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәрипов, фатихаһын биреп: «Уның шиғырҙары шау моңдан яралған. Ул, үҙе йырлаған ҡайындары, ҡарлуғастары, ҡоралайҙары һәм, әлбиттә, сәскәләре кеүек тәбиғәт балаһы. Барлыҡ шиғырҙарында ла ошо тәбиғәт моңо, тәбиғәт наҙы, тәбиғәт һулышы. Был һулыш, наҙ, моң «Яҙғы сауҡалыҡтан» яҡты, ғиззәтле, иркә. Болан балаһының күҙҙәре һымаҡ саф. Ул үҙенең бөтә барлығы менән ошо стихияла йәшәй һәм уның ҡул теймәгән күркәмлеген йырлай» [Таһирова, 2001; 34], - тип яҙҙы. Эйе, шағирә кешеләрҙең күңеленә ошондай тематикалы ижад бөрөләрен ҡуҙ итеп һалды. Тормошсан да, юғары рухлы ла, мәрхәмәтле лә һәм тәбиғәтле лә уның ижады. Быға аптырарлыҡ түгел. Сөнки Әнисә Таһирова тыуған ерендә, Ишембай районының Маҡар яҡтарында, тәбиғәт иҫ киткес матур. Ошо мөғжизәне, үҙ төйәгенең йәмен һәм, әлбиттә, яҡташтарының күңел йылыһын алып килде ул әҙәбиәткә. Шиғриәт һөйөүселәрҙең хәтерендә ҡалыр тәүге шиғырҙарының береһендә ул:

Мин – ҡоралай, китмәҫ өсөн сыҡтым

Ҡая ташлы урау юлдарға,

Шатлыҡтарым, ғазаптарым менән

Бар булмышым – яҙғы моңдарҙа, –

(«Ҡоралай»)

тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Артабанғы ырамлы ижадында ошо вәғәҙәһенә тулыһынса тоғро барҙы, һәм әле лә ошо юҫыҡта арымай-талмай алға бара. Уның 1971 йылда баҫылып сыҡҡан «Ҡоралай» тип аталған тәүге китабы шиғриәт һөйөүселәр күңеледә бик йылы тәьҫир ҡалдырҙы. Шағирәнең үҙен дә бик күптәр хаҡлы рәүештә гонаһһыҙ тәбиғәт балаһы ҡopaлaйҙaй иxлac ҡaбyл итте. Ләкин бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Өркәк ҡopaлай эpгәһендә хәйләкәp төлкөләp ҙә, бaшҡa уҫaл зaтлы йәнлeктәp ҙә юҡ түгел. Быныһы лa бик тәбиғи. Ниceк кeнә булмaһын, «Ҡоралай» бәхете дeбют инe – ул Әнисә Таһиpoвaның шиғpиәттәге үҙ ypынын яуланы. Өc йылдан дoнъя күргән «Аҡсарлағым минең» китабы ул урынды тағы ла нығытып ҡуйҙы.

Ошо ике китабынан һуң беҙҙең әҙәбиәтсе ғалим Ғайса Хөсәйенов әле 1975 йылда уҡ: «Шулар (үҙ ҡәләмдәштәре – И. К.) араһында бәрхәттән шиғри ауазы, пейзаж лирикаһы, саф тойғолары менән бигерәк тә Әнисә Таһированың поэзияһы иғтибарҙы нығыраҡ биләй, - тип яҙҙы. – Уның «Ҡоралай», «Аҡсарлағым минең» китаптарына ингән күпселек шиғырҙарына тыйнаҡ һәм мөләйемлелек, наҙлылыҡ һәм күркәмлек хас. Саф хистәр ниндәйҙер бер талғынлыҡ менән ағыла» [Ильясова, 2005; 29].

Әнисә Таһирова өсөн тәбиғәт тә – бер күңел көҙгөһө. Шуға ла шағирәнең гөлдән-гөлгә ынйы-һеркәләр ташып, гөлдәрҙе наҙлап-иләҫләп йөрөгән бал ҡорттарының хеҙмәтендә тәбиғәттең туй тантанаһын тойоуы ла бик тәбиғи.

Мәҫәлән, киләһе шиғыр юлдары тәбиғәтте ҡайғыртып, уның киләсәге тураһында әрнеү-һағышлы уйҙар менән яҙылғаны күҙгә ташлана, сөнки Өфө ҡалаһындағы «Аҡбуҙат» ипподромы янында үҫеп ултырған ҡарағайҙарҙы ҡырҡып ташлағандан һуң тыуа был ижад емеше:

Ғорур йәнле серҙәш ҡарағайҙар,

Инде бына һеҙҙе ҡырҡалар.

Әйтерһең дә ҡанһыратып алып,

Йөрәк тамырҙарын йолҡалар.

Ҡырҡҡас та бит,

Һауаларға бағып,

Шаңҡып тораһығыҙ бер килке.

Тормоштоң был ҡаты ҡанунына

Сикһеҙ аптыраған шикелле.

Ҡарағайҙарҙың йәшел толомдарын шул хәтле оҫта итеп тасуирлап бирә автор, хатта тәбиғәтең бер емеше булған ҡатын-ҡыҙ ҙа бындай толомдарға мохтаж. Ауып барған ағас олондарын буй-һын менән сағыштырып, йөрәгенә ут кеүек ҡаҙалғандай хис итә шағирә.

Китәһегеҙ инде, ҡарағайҙар,

Йәшел йөҙөк ҡашы, ер ҡото.

МИнең таштай ауыр йылдарымдың,

Йөрәк моңдарымдың шаһиты.

Авторҙың, ерҙә утын булып аунап ятҡан ҡарағайҙарға ҡарап йөрәге әрней, күңеле илай. «Һеҙ булғанда мин ышыҡта, йылыла йәшәй инем, мине һаҡлай инегеҙ», - тигән фекерен еткерә:

Торғонлоҡтоң ҡара болоттары

Ҡара рашҡы булып яуғанда,

Йәшел сатыр булып һаҡланығыҙ

Йәнем-тәнем һыҙлап ауғанда.

.Хуш булығыҙ ҡарағайҙар

Һеҙҙе

Һуғы тапҡыр наҙлай ҡулдарым.

Ыҫмалалы күҙ йәшегеҙ аша

Баға миңә үткән йылдарым.

(«Ҡарағайҙар менән хушлашыу»).

Шaғиpәнeң лиpик гepoиняһы ҡapaп тopoуға йoмoҡ xoлоҡло, кәpәгенән apтыҡ баҫaлҡы, ҡыpыҫ тәбиғәтле күpенһә лә, acылда ул бaй pyxлы, caф йөpәкле, моң-зap менән тулы нecкә күңeлле, итәғәтле һәм нәзәкәтле шәхес. Уның был сифаттарын «Йөрәк музыкаһы», «Ҡарағайҙар менән һөйләшеү», «Утлы гөлдәр», «Ҡоралай монологы» кеүек шиғырҙарҙа тойомларға мөмкин.

Әлбиттә, поэтик әҫәрҙәргә хас булғанса, лирик героиняның характер үҙенсәлектәре, уның кешелек сифаттары үҙенең тура мәғәнәһендә түгел, күберәк метафоралар ярҙамында, сағыштырыуҙар һәм параллелдәр аша тасуирлана:

Тау артына ҡояш йәшеренде,

Шаян ҡулдар сөйгән ал туптай,

Көн буйы беҙ тау-урмандар гиҙҙек,

Тын күлдәрҙә йөҙҙөк балыҡтай.

(«Парсалар»).

Шәфәҡ төҫөн алған гөл һымаҡ,

Күңелемде арбай ҡыҙ бала,

Ҡапыл ғына шымып уйлана,

Томан япҡан моңһоу күл һымаҡ.

(«Гөлбаһар»).

Эйе, шағирә поэзияға тәбиғәттән килә. Әнисә Таһированы илһам сығанағы һоҡланыуҙан башлана. Таң һарыһы менән күк зәңгәре бергә ҡушылһа, шағирәне әҫәрләндерә. Наҙлы ҡайындарҙың һулыш алыуын ишеткәндәй булһа, был тойғо уны әҫәрләндерә. Ҡурай моңонда башҡорт ҡыҙҙарының ғорурлығы сыңлап киткәндәй булһа, был ауаз уны әҫәрләндерә. Халыҡҡа Һәҙиә Дәүләтшина кеүек хеҙмәт итеү мөмкинлеге әҫәрләндерә. «Ҡоралайҙың ҡиәфәтендә үҙ һыныңдың берәй һыҙатын абайлап ҡалһаң, көтөлмәгән был оҡшатыу әҫәрләндерә. Һәр бер ҡыуаныстың, һөйөнөстөң бында мәғәнәһе бар, күрке бар. Донъяның йәмен генә түгел, ғәмен дә аңлаған кеше тулҡынланыуы һиҙелә бында» [Әхмәтйәнов, 2005; 3]. «Ысын шағир һәр ваҡыт тәбиғәт менән үҙенең бәйләнешен тойоп йәшәй. Бик иғтибарлы булғанда, хатта тәбиғәттең аураһын тойорға, ым-ишараларын да аңларға мөмкин» [Ильясова, 2002; 60], - тигән фекерҙә шағирә үҙе лә.

Һығымта яһап шуны билдәләп үтергә кәрәк: оҙаҡ йылдар башҡорт шиғриәте түренән китмәгән тәбиғәт төшөнсәһе килә биреп, Әнисә Таһирова ижадында ла бер ни тиклем сағылыш тапты. Эйе, шағирәнең ошо юҫыҡта һуғарылған ижад бөрөләрен уҡып, гөлдән-гөлгә ынйы-һеркәләр ташып, гөлдәрҙе наҙлап-иләҫләп йөрөгән бал ҡорттарының хеҙмәтендә тәбиғәттең туй тантанаһын тойоуы ла бик тәбиғи.

Заключение

Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙең сығарылыш квалификацион эшебеҙҙә 60-сы йылдар урталарында ғына шиғриәткә яңы һулыш менән килеп инеп, беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, ә бөтә әҙәбиәт күгенән күренгән бығаса ҡабатланмаҫ балҡыш менән янған серле йондоҙ, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт халҡының мәшһүр ҡатыны Әнисә Таһирова ижадына байҡау яһаныҡ. Эйе, ул бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын күптән тапҡан һәм һәр яңы ижад емеше менән уны тағы ла нығыта, сағыуландыра барған тыңғыһыҙ эҙләнеүсән һүҙ оҫтаһы. Ул – береһенән-береһе сағыуыраҡ, тәрән хискә ҡоролған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ҡайһыныһын ғына алып ҡарама, һәр береһендә һоҡланыуға ҡатыш хәүефләнеү ҙә, ғорурланыу тойғоһона ҡатыш борсолоу ҙа урын алған, әммә шағирә үҙен тәбиғәттең бер емеше икәнен онотмай, ә илһамланып, үткәненә күҙ һирпеп, хәҙерге көнгә шөкөр итеп, киләсәккә өмөт бағлап ижад итә.

Һәр кемдең үҙенә генә хас характер һыҙаттары булған кеүек, ижад кешеләренең дә башҡаларҙан айырып тороусы яҙыу үҙенсәлеге, үҙ манераһы бар. Эйе, йорт-илгә, халыҡҡа дан йырлаған шиғыр-поэмаларын да, уйланыу-һағыштарға нигеҙләнгән элегияларын да, шағирәнең новаторлығын сонеттар тажын да, һоҡланғыс шиғри тәржемәләрен дә, балалар өсөн яҙылған мауыҡтырғыс әкиәт-пьесаларын да күрергә мөмкин уның шиғри шәлкемдәрендә. Ул үҙе лә ҡоралай шикелле шиғриәт болонона башҡаларҙы һиҫкәндереп һәм һоҡландырып килеп сыҡҡандай тойола. Ғөмүмән, идея-тематик һәм жанр тәбиғәте йәһәтенән уның ижады күп яҡлы. Ә иң мөһиме, күп яҡлы ижад менән шөғөлләнгән әҙибәбеҙ шиғриәтенең күп өлөшөн лирика биләп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алмай китмәй мөмкин түгел. Сөнки Әнисә Таһирова лирикаһы ер күкрәген биҙәр гөлләмә кеүек.

«…Әнисә Таһированың шиғырҙары, бөтәһе лә бер үк үлсәү, бер үк төрлө һүҙҙәр, бер үк төрлө һүрәтләү саралары менән яҙылһа ла, нигеҙҙә тик тәбиғәт һәм мөхәббәткә арналған булһалар ҙа, гел моңдан яралған. Һәм уны бик үҙенсәлекле шағирә тип иҫәпләмәйенсә булдыра алмайһың. Тимәк, поэзия шундай булырға ла бик хаҡлы, күрәһең» [Ғарипов, 1991; 59], - тип яҙа оло шағир Рәми Ғарипов.

Шағирәнең шиғри шәлкемдәрен уҡығанда, бер әйбер күҙгә ташлана: ер, күк, һыу, һауа ер йөҙөнөң айырылмаҫ бер бөтөнө булған кеүек, ул да мөхәббәт, тәбиғәт һәм илгә булған һүрелмәҫ тойғоларҙы йәнәш ҡуйып һүрәтләй. Уларҙы айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Геройыбыҙ ҡай саҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас ярһыу мөхәббәт утында яна, йә иһә әсә күңеле тойған һөйөү хистәрен кисерә, берсә ғорур ҡоралайҙай бейек ҡая-таштарҙы ҡосорҙай булып ашҡынып, нимәгәлер өмөтләнеп алғас, тыныс аҡҡан шишмә кеүек моңһоуланып та ала. Әммә ләкин күңеле түрендә йөрөткән гражданлыҡ тойғоһон бер ваҡытта ла йәшермәй.

Башҡорт шиғриәтендә үрҙә һанап үтелгән ҡабатланмаҫ тойғоларҙың нескә ярашыуынан яралған ҡатмарлы шиғри формаларҙың береһен Әнисә Таһирова ижадынан тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Ул – сонет жанры – поэзияның иң ҡатмарлы төрө. Әнисә Таһирова был өлкәлә ижад итеүсе берҙән-бер шағирә тиһәк тә, һис тә хаталанмаҫбыҙ.

Эйе, ҡасандыр был жанрҙың гүзәл үрнәктәрен милли әҙәбиәт майҙанына сығарыусы М. Хәй булып, бөгөнгө көндә уның һәм сонеттар оҫтаһы Я. Ҡолмойҙың традицияһын тап Әнисә Таһирова дауам итә. Ошо жанрға хас төп ҡағиҙәләр менән эш итеү, әлбиттә, еңелдән түгел, ләкин шағирәбеҙ был һынауҙарҙы күңеленән ташып торған хистәр менән биҙәп, оло уңышҡа иреште.

Ниһәйәт, Әнисә Таһирова, авторҙан ҙур оҫталыҡ, тапҡырлыҡ, мәйеллек һәм камиллыҡ талап иткән, тағы ла шиғриәттең ҡатмарлы бер төрө менән оҫта эш итә. Ул – сонеттар тажы. Тышҡы яҡтан ул цикл кеүек. Әнисә «таж»дарының идея-тематик йөкмәткеһенә һәм художество үҙенсәлектәренә туҡталмайынса ла, тышҡы йәһәттән уларҙың һуш китмәле тырышлыҡ күрһәтеп һәм жанр талаптары алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләнгәнлеген билдәләп үтергә мөмкин. Ысынлап та, таждарҙы уҡығанда шағирәнең сонет жанрына баштан-аяҡ ғашиҡ булғанлағына ышанаһың. Хәйер, быны ул үҙе лә йәшермәй. Сонеттар тажынан торған, бик күп уйҙар тыуҙырған «Йөрәк йәдкәре» исемле йыйынтығы ошо йәһәттән оло маҡтауға лайыҡ. Китап – шағирәнең күңел көҙгөһө.

Балалар өсөн дә байтаҡ әҫәрҙәр ижад итте шағирә. Был бик тә ҡыуаныслы хәл, сөнки уның шиғырҙары, әкиәттәре, пьесалары кескәйҙәрҙең күңел донъяһын яғымлы тел, яҡты уй-ниәттәрҙән яралған сюжеттар менән байыта.

Әнисә Таһирова бер нисә поэма ла ижад итте. «Ағиҙел аманаты» миләттәр дуҫлығы, йәшлек романтикаһы менән һуғарылған булһа, «Апсара мөғжизәһе» Кавказдағы Афон мәмерйәһенән алған тәьҫораттарға нигеҙләнә; «Ҡоһор»ҙа тыуған ерҙең йыртҡыстарса таланыуы һүрәтләнһә, «Ҡуш беләҙек» – ҡатын-ҡыҙҙың, тормоштоң башланғысы булған әсәнең бөйөклөгөнә мәҙхиә.

Шағирә үҙен тәржемә өлкәһендә лә һынап ҡараны һәм бик юғары үрҙәргә өлгәште. Уның тәржемәһендә XVIII быуат аҙағы һәм XIX быуат башында йәшәгән рус шағиры, прозаигы һәм драматургы, мәшһүр классик Александр Сергеевич Пушкин әҫәре лә, бөтәбеҙгә таныш булған бөйөк яҙыусылар Михаил Лермонтов, Николай Некрасов, Анна Ахматова, Марина Цветаева, Сергей Есенин һәм егерменсе быуат әҙиптәре Ольга Берггольц, Юлия Друнина шиғырҙары ла оригинал менән ярышырлыҡ сифатта башҡортса яңғыраны.

Шулай уҡ үҙенең шиғырҙары рус һәм татар телдәренә ауҙарылған. 1999 йылда Ҡазанда уның «Ҡуш беләҙек» тип аталған йыйынтығы донъя күрҙе. Матур итеп биҙәлгән, тышлығы менән үк иғтибарҙы йәлеп итеп торған был китапҡа шағирәнең һайланма әҫәрҙәре тупланған.

Әнисә Таһирова ижады, уның шиғырҙары мәктәп программаһында төплө өйрәнелмәһә лә, кластан тыш уҡыу йә сара итеп алыу уҡыусыларға тәрбиәүи маҡсаттан бик күп ыңай һөҙөмтәләр бирә. Шулай уҡ сонеттарын төплө өйрәнеү маҡсатында алда билдәләп үтелгән стандарттарға ярашлы ойоштороу отошло. Сөнки, беренсенән, эш төрҙәре уҡыусыларҙың ижади үҙ аллы фекерләүенә, күренештәрҙе танып белеүенә, сағыштырыуына, анализ һәм һығымта яһай белеүенә йүнәлтелгән булһа, икенсенән, уҡыусының интеллектуаль үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ, мәҫәлән, Ә.Таһирова ижады йәки сонеттарына ҡағылышлы берәй фекерләүгә ҡоролған эш төрөн әйтә биреү баланың үҙаллылығын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Шағирә үҙенең ижады менән башҡаларҙы ла сәмләндерә, дәртләндерә, тоҡандыра алыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырым-асыҡ айырылып тора. Башҡорт шиғриәтендә шағирәләрҙең бермә-бер артыуында Ә. Таһирова шәхесе йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел.

Тарих биттәре бөйөк ижадсыларҙың мәңге үлмәҫ һоҡланғыс илаһи ижадын һаҡлай. Уның яңылары яҙыла. Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәр бар. Ана шундайҙарҙың береһе – Әнисә Таһирова… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ! Эйе, балаларса бер ҡатлылыҡ, эскерһеҙлек менән һуғарылған шәлкемдәре күңелде нурға күмә. Бала, үҫмер саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булаһың, күңел сафланып китә. Уның шәхестәргә оло һөйөү, тәрән ихтирам менән яҙылған ижади портреттары, очерктары менән яратҡан яҙыусы, шағир, артистарҙы яңынан танып белергә ярҙам иткән кеүек булды. Иң матур, сабыр, көслө рухлы быуын кешеләрен бөгөнгө уҡыусыға таныта Әнисә Таһирова.

Список литературы

I.

1. Башҡорт әҙәбиәтенән программа: V – XI кластар өсөн /Төҙөүселәре М. Ғималова, Ғ. Хөсәйенов. – Өфө, 2003. – 45 б.

2. Бикҡужина Т. Ә., Ғафаров Б. Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу (V – VIII кластар). – Стәрлетамаҡ, 1992. – 23 б.

3.Богданова О. Ю., Леонов С. А., Чертов В. Ф. Методика преодавания литературы. – М., 1999. – 120 с.

4. Выбор методов обучения в средней школе/ Под ред. Ю.К. Бабанского. – М., 1981. – С.25.

5. Гаспаров М. Л. Очерки истории европейского стиха: Метрика. Ритмика. Рифма. Строфа. М, 1984. С.320.

6. Герасимов К. С. Диалектика канонов сонета / Гармония противоположностей: аспекты теории и истории сонета. Тбилиси, 1985. С. 17-51.

7. Гроссман Л. П. Поэтика русского сонета // Борьба за стиль: Опыты по практике и поэтике. М., 1927. С. 34.

8. Ғафаров Б. Б. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-фразеологик күнегеүҙәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 45 б.

9. Ғафаров Б. Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма эштәр үткәреү. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 47-47 б.

10. Ғафаров Б. Б. Әҙәби тел күрке. – Өфө: Китап, 1994. – 178 б.

11. Ғафаров Б. Б. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1996. – 67 б.

12. Ғималова М. Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV – VII кластарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 192 б.

13. Ғималова М. Ғ. X класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән методик ҡулланма. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. – 14 б.

14. Ғималова М. Ғ., Юлмөхәмәтов М. Б. IV – VII кластарҙа кластан тыш уҡыу дәрестәре. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 128 б.

15. Гафаров Б. Б. Теоретические и методические основы изучения башкирской литературы в школе. – Уфа: Гилем, 2001. – С. 87

16. Ғафаров Б. Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1992. – 160 бит.

17. Зиннәтуллина Х. Ш., Байымов Р. Н. IX класта башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. – 54 б.

18. Зиннәтуллина Х. Ш. Юғары кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен проблемалы уҡытыу. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. – 232 с.

19. Иҙелбаев М. Х. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1988. – 176 б.

20. Шарапов И. Ә. Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү. – Өфө: Китап, 1995. – 76 б.

21. Щербина В.Р. Проблемы литературного образования в средней школе. – М.: Просвещение, 1978. – С. 107.

22. Әхмәтйәнов Ким. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1965. – 374 б.

23. Әхмәтйәнов Ким. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. Икенсе баҫма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1985 йыл. – 344 бит.

24. Юлмөхәмәтов М. Б. IV – VIIIкластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә бәйләнешле текст һәм уның төҙөлөшөн өйрәнеү буйынса программа (эксперимент өсөн). – Мәскәү, 1983. – 24 б.

II.

25. Аҙнағолов Р. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү алымдары // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010, №9. – 56 б.

26. Иҡсанов Мөнир. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә сонет жанры // Ағиҙел, 2012, №11. – 23 б.

27. Ильясова Й. Әнисә Таһирова: «Шиғырҙарым – йөрәк ауазы» / Башҡортостан. – 2005. -15 ноябрь, № 221 (24500). – 12-16 б.

28. Ильясова Й. Барһын һиңә яҡты уйҙарым. / Башҡортостан. – 2001/ - 15 ноябрь, № 243 (23505). – 4 б.

29. Ильясова Й. Баҙрап торған ҡуҙҙар / Йәшлек. – 1991/ - 14 декабрь. – 24-25 б.

30. Йосопов Х.Ғ. Башҡорт телендә ымлыҡтар // Башҡортоста уҡытыусыһы, 1975, № 3, 50-52-се б.

31. Кинйәбулатов И. Тәбиғәттең үҙе кеүек серле / Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2001. - № 12, 41-се бит.

32. Күзбәков Ф. Уйға һалыр яҙмыштар // Ағиҙел, 2001, №7. – 76 б.

33. Муса Ғәли. Рәхмәтлемен һиңә, яҙмышым / Башҡортостан. – 1991. – 14 декабрь, № 242 (21037). – 20 б.

34. Рәми Ғарипов. Ҡәҙерленең дә ҡәҙерлеһе – ихласлыҡ / Башҡортостан. – 1991. - 14 декабрь, № 242 (21037). – 4 б.

35. Таһирова Ә. Моңдар бүләк итте был йөрәк // Ағиҙел, 2011, №11. – 27-30 б.

36. Тимершин Р. Яҙ килтергән шағир // Башҡортостан, 2013, № 10. – 2 б.

37. Әхмәтйәнов К. Әҙибә хаҡында / Башҡортостан. – 2005. – 15 ноябрь, № 221 (24500). – 7 б.

III.

38. Ҡолмой Я. Күңел ҡояшы: шиғырҙар, сонеттар. – Өфө, 1990. – 54 б.

39. Таһирова Ә.А. Алтын буран: шиғырҙар, сонеттар, тәржемәләр, поэмалар. – Өфө: Китап, 2011. – 360 бит.

40. Таһирова Ә. Ҡоралай. – Өфө: Китап, 1971. – 320 б.

41. Таһирова Ә. Минең аҡсарлағым. – Өфө: Китап, 1974. – 187 б.

42. Таһирова Әнисә. Йыһан гөлө. – Сонеттар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: «Китап», 2001. – 296 бит.

43. Таһирова Әнисә. Йыһан гөлө. – Сонеттар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: «Китап», 2001. – 360 бит.

44. Таһирова Әнисә. Йөрәк йәдкәре. Шиғырҙар, сонеттар, поэмалар, тәржемәләр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1996. – 208 бит.

45. Таһирова Ә. Умырзая йыры. Шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1990. – 32 бит.

46. Таһирова Ә. Ҡыңғырау сәскә ниңә сыңлай? Шиғри әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. – 32 бит.

47. Таһирова Әнисә. Алтын мөгөҙлө болан. Әкиәттәр һәм шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1985. – 44 бит.

48. Таһирова Әнисә. Яҙҙар бүләк итәм. Шиғырҙар һәм сонеттар. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1985. – 96 бит.

49. Таһирова Әнисә. Барһын һиңә яҡты уйҙарым. Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1978. – 64 бит.

50. Таһирова Әнисә. Әсә һуҡмағы. Сонеттар, поэмалар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1988. – 112 бит.

51. Таһирова Әнисә. Ырыуым йолаһы. Шиғырҙар, поэмалар, сонеттар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1991. – 192 бит.

52. Таһирова Әнисә. Куш беләзек. Шигырьләр, сонетлар. Казан: Татар. кит. Нәшр., 1996. – 384 бит.

53.Таһирова Әнисә. Йондоҙло аҡлан моңо: элегиялар, юморескалар, ижади ортреттар, очерктар. – Өфө: Китап, 2007. – 208 бит.

54. Таһирова Әнисә. Йыландар хакимәһе Айһылыу. Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1998. – 103 бит.

55. Таһирова Әнисә. Йөрәк йәдкәре. Шиғырҙар, поэмалар, сонеттар, тәржемәләр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1996. – 208 бит.

56. Тагирова А. А. Цветок вселенной.[Текст]:[сонеты, поэмы, стихи, переводы: на башкир. яз] / А. А. Тагирова. – Уфа: Китап, 2001. – 296 c.

57. Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010. – 348 бит.

Покупка готовой работы
Тема: «Творческий портрет а. тагировой: перспектива изучения в школе»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 82
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика