Дипломная работа

«БашҠорт теленеҢ диалектарында туҒан-ҠӘрҘӘшлек терминдары ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ методттары»

  • 85 страниц
Содержание

ИНЕШ 3

I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ УНЫ ӨЙРӘНЕҮ ТАРИХЫ

1.1. Башҡорт диалектологияһы фәне тураһында дөйөм төшөнсә 6

1.2. Башҡорт теленең диалекттар системаһын өйрәнеү этаптары 12

1.2.1. Революцияға тиклемге осорҙа башҡорт теленең диалекттар системаһын өйрәнеү

1.2.2. Революциянан һуңғы осор һәм башҡорт ғалимдарының диалекттарҙы өйрәнеүгә индергән өлөшө 15

1.3. Башҡорт һөйләштәрен һәм диалекттарын монографик планда өйрәнеү

II БҮЛЕК. Башҡорт теленең диалектарында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдары

2.1 .Көнсығыш (төньяҡ- көнсығыш) диалект, унда ҡәрҙәшлек терминдары

2.2 .Көньяҡ диалектта туғанлыҡ мөнәсәбәттәре терминдарының бирелеше

2.3. Төньяҡ-көнбайыш диалектта туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек һүҙҙәре 52

III БҮЛЕК. Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек термендарын мәктәптә өйрәнеү 56

3.1. Башҡорт теле диалекттарын уҡытыуҙың педагогик (методик)-психологик нигеҙҙәре

3.2. Диалект шарттарында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарын өйрәнеү алымдары

ЙОМҒАҠЛАУ 70

ӘҘӘБИӘТ 72

ҠУШЫМТА №1 75

ҠУШЫМТА №2 78

Введение

Һәр бер үҫешкән телдең һөйләштәре, диалекттары, әҙәби формаһы булыуы тәбиғи хәл. Телдең әҙәби формаһы һөйләш һәм диалекттарға нигеҙләнеп яһала. Ул ни тиклем стандартлаштырылған, нормаға һалынған булмаһын, төрлө диалект вәкилдәре өсөн ят булмаҫҡа тейеш, йәғни һәр кеше унда үҙ һөйләшенә, диалектына хас элементтарҙы күрә алырға тейеш.

Башҡорт диалектологияһы тел ғилеменең башҡа бүлектәре менән, айырым алғанда, тарихи фонетика, тарихи грамматика, ғөмүмән тел тарихы, әҙәби тел тарихы, яҙыу тарихы, телдең хәҙерге торошо менән тығыҙ бәйләнештә тора. Бынан тыш, диалектология фәне әҙәбиәт, фольклор, тарих, этнография, милли мәҙәниәт, география кеүек донъяүи фәндәр менән дә турана-тура бәйле.

Диалектология фәне телдең боронғо формаларын, уларҙың һөйләштәрҙә һаҡланып ҡалыу осраҡтарын күрһәтеп, аңлатып ҡына ҡалмай, ә диалекттарҙың әҙәби телгә мөнәсәбәтен асыҡларға, диалект телдең һәм әҙәби телдең артабанғы үҫешен күҙалларға ярҙам итә.

Шуға күрә диплом эшен башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеүгә арнау - халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарының күп яҡлығын күрһәтеү тәү маҡсаттарҙың береһе булып тора. Башҡорт диалектологияһы буйынса үткәрелгән дәрестәр һәм диалектологик практика тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Сөнки анализ өсөн алынған текстар халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған, улар аша ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған аҡылы еткерелә.

Хәҙерге башҡорт теле 3 диалекттан тора: көнсығыш, көньяҡ, төньяҡ-көнбайыш. Диплом эшенең методологик нигеҙе – диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе ошо телдә һөйләшәүсе халыҡтың тарихына бәйләп өйрәнеү. Шуға күрә башҡорт халҡының ырыу-ҡәбилә системаһына, тарихына, мәҙәниәтенә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешенә һәм теге йәки был төбәктә йәшәгән халыҡ теленә йоғонтоһон күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.

Фәнни эш барышында беҙ Дмитриев Н.К, Кейекбаев Ж.Ғ., Ишбулатов Н.Х., Мәҡсүтова Н.Х., Миржанова С.Ф. кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренә нигеҙләндек.

Тикшереү предметы итеп башҡорт теленең диалекттары, уларҙы өйрәнеү тарихы, фәнни экспедициялар һөҙөмтәләре алынды.Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарына өҫтөнлөк бирелде.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

- Башҡорт теле диалекттарының формалашыу сәбәптәрен, уларҙың уларҙың үҫешенә йоғонто яһаусы факторҙарҙы өйрәнеү;

- Мәҡтәптәрҙә диалектик бүленеш, үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү;

- Диалекттарҙы уҡытыу процесына методик анализ яһау.

Диплом эшенең актуаллеге. Телдәге һәр бер һүҙ, һәр бер грамматик форма юҡтан ғына хасил булмай, ул ниндәйҙер законға буйһона, икенсе яҡтан, ул халыҡ тормошонда булған хәл-ваҡиғаларҙы, уның йәшәү рәүешен, бүтән халыҡтар менән бәйләнешен сағылдыра. Диалект һүҙҙәр был йәһәттән әҙәби телде байытыусы, тулыландырыусы булып тора. Шуға ла уҡыу-уҡытыу процесында уларҙы өйрәтеү, әҙәби тел менән сағыштырыу мөһим урын алып тора.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар. Диплом эшен башҡарыу процесында хәҙерге көндә киң ҡулланылған методтар һәм алымдар файҙаланылды. Диалекттарҙағы терминдарҙы өйрәнеү сағыштырыу, тәржемә методтары ярҙамында алып барылды. Башҡорт телендә тел факттарын бер-береһе менән бәйләнештә ҡарауҙа интеграль метод (бөтөнлөктә, берлектә, бәйләнештә ҡарау), күтәрелгән проблеманы асыҡлауҙа һайлап алған материалды күҙәтеү, һығымта яһау методтары ҡулланылды.

Тикшеренеүҙең төп материалын түбәндәге хеҙмәттәр тәшкил итте:

• Башҡорт теле диалекттарына ҡағылышлы һүҙлектәр;

• фәнни һәм методик әҙәбиәт, монографиялар, мәҡәләләр;

• филологик һәм энциклопедик хеҙмәттәр.

Эшебеҙҙең ғилми яңылығы түбәндәгеләр менән билдәләнә:

• теоретик материалды өйрәнеү нигеҙендә туғанлыҡ-ҡәрҙәшлеккә бәйле диалект һүҙҙәренең тәбиғәте асыҡланды, үҙенсәлектәре билдәләнде;

• диалект һүҙҙәренең һүҙлектәрҙәге сағылышы анализланды.

Диплом эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеү һөҙөмтәләре мәктәптәрҙә, педагогия колледждарында, юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы дәрестәрендә ҡулланылырға мөмкин.

Эштең структураһы: диплом эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән, ҡушымтанан тора.

Фәнни яҡтан был тема шуныһы менән иғтибарға лайыҡ: төбәктә диалекттар бүленеше, үҫеше, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Сөнки теге йәки был терминдар һан яғынан да үҙгәреш кисерә, ҡайһы берҙәре ҡулланылыштан төшөп ҡала, ҡайһылары арта төшә. Быға ассимиляция процесының йоғонтоһо бар, шулай уҡ тарихи ваҡиғалар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше лә ҙур роль уйнай. Был даими тәбиғи процесс, ошо процесс барышында айырым бер терминдарҙың (беҙҙең осраҡта туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарының) ҡулланылышын һәм үҫешен өйрәнеү - әлеге хеҙмәттең төп асылы ошоға ҡайтып ҡала.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ УНЫ ӨЙРӘНЕҮ ТАРИХЫ

1.1 Башҡорт диалектологияһы тураһында дөйөм төшөнсә

Башҡорт диалекттарын һәм һөйләштәрен фәнни нигеҙҙә өйрәнеү милли филология өлкәһендә юғары белем биреү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө иҫәпләнә. Фәнни-тикшереү эше буйына башҡорт йәнле һөйләү теленең диалекттарға һәм һөйләштәргә бүленешен дөйөм бер система булараҡ өйрәнеү, һәр бер диалекттың, һөйләштең фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәрен эҙмә-эҙле билдәләү, ерле һөйләштәр телендәге боронғолоҡ (реликт) күренештәренә сағыштырма-тарихи планда аңлатма биреү маҡсат итеп ҡуйыла.

Башҡорт теленең диалектологик системаһы күп баҫҡыслы. Унда түбәндәге диалекталь берәмектәр айырымланып йөрөтөлә:

• диалект, (ҙурыраҡ территорияла таралған һөйләү теле берәмеге),

• һөйләш (кесерәк төбәктәр есөн хас булған берәмек),

• һөйләшсә

Диалект, тимәк, бер нисә һөйләште (һәм улар эсендәге һөйләшсәләрҙе) берләштереүсе иң ҙур берәмек булып һанала. Шуның менән бергә, лингвистик хеҙмәттәрҙә йыш ҡына, һәр ҡайһыһы өсөн дә уртак һыҙаттар булыуына ҡарап, һөйшләштәр төркөмө тигән төшөнсә лә ҡулланыла, (һөйләштәр төркөмө ғәҙәттә бер-береһенә сиктәш булыу арҡаһында үҙ-ара яҡынайыу процесын кисергән ике йәки өс, дүрт һөйләште үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, көнсығыш диалект составындағы Әй, Мейәс, Арғаяш, Салйоғот һөйләштәрен, көнсығыш диалекттың, Ҡыҙыл һәм көньяҡ диалекттың уға сиктәш Эйек-Һаҡмар һөйләштәрен айырым һөйләш төркөмдәренә берләштереп ҡарарға мөмкин.) [30, 12-16]

Диалекттар һәм һөйләштәр, тел нормаларының тап килеү һәм тап килмәүенә ҡарап, дөйөм халыҡ теле һәм әҙәби тел икәнен сағыштырып өйрәнелә. Сөнки әҙәби тел һәм милли әҙәби телдең ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләр өсөн дә уртаҡ булған һөйләү һәм яҙма формалары диалекттарҙағы дөйөм халыҡ теленә хас уртаҡ һыҙаттарҙы берләштереү нигеҙендә билдәләнә. Йәғни башҡорт әҙәби теленең формалашыуы, үҫеүе, нормалар системаһының камиллашыуы, һүҙлек составының байыуы өсөн диалекттар төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Ә әҙәби тел һәм милли әҙәби тел – милләттең тел үҫешендә иң юғары баҫҡыс. Ул үҙенең дөйөм милли характерҙағы ҡулланылышы һәм социаль функциялары менән дә диалекттарҙан өҫтөн тора, уларҙы бер бөтөн итеп туплау, берләштереү ролен үтәй. Шул сәбәпле диалект һәм һөйләштәрҙең әҙәби телдән айырмалы яҡтары аҡрынлап онотола бара.

Хәҙерге ваҡытта башҡорт тел белемендә башҡорт теленең диалекттар системаһын түбәндәгесә классификациялау ҡабул ителгән: көнсығыш йәки төньяҡ-көнсығыш диалект, көньяҡ диалект, көнбайыш йәки төньяҡ-көнбайыш диалект. Милли әҙәби телдең нормаларын билдәләгәндә нигеҙҙә башҡорт теленең фонетик һәм морфологик үҙенсәләктәрен тотороҡлораҡ һаҡлаған көнсығыш һәм көньяҡ диалекттарға таянып эш ителгән. Әммә лексика һәм синтаксис өлкәһендә хәҙерге башҡорт әҙәби телен өс диалекттың да уртаҡ һыҙаттарын иҫәпкә алып үҫтереү иғтибар үҙәгендә тора. [15, 23-26]

Диалекттар һәм һөйләштәр - тарихи категория, шуның өсөн дә улар халыҡ тарихы һәм дөйөм халыҡ теле менән бәйләнештә һәм тарихи үҫештә өйрәнелә. Ф. Энгельстың “Франк диалекты” тигән тарихи-диалектологик хеҙмәтендә билдәләнеүенсә, диалект - ул -ҡәбилә теле һәм диалекттарҙың барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен ҡәбиләләрҙең конкрет тарихынан, ә телдәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен халыҡтарҙың конкрет тарихынан эҙләргә кәрәк. Башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре лә үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе һәм тарихи үҫеше йәһәтенән күп һанлы башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләре, башҡорттарҙың шулар нигеҙендә халыҡ булып ойошоу процесы менән турана-тура бәйле булған.

Диалекттар һәм һөйләштәр -ҡәбилә союздарының бүленеүенә һәм ҡушылыуға булған тенденциялар йоғонтоһонда формалаша. Ырыу-ҡәбиләләр системаһының формалашыуында ла ошо уҡ процестар урын ала. (Хәҙер иһә диалекттар һәм һөйләштәр, дөйөм алғанда, милли әҙәби тел йоғонтоһонда бер береһенә яҡынайыу процесын кисерә).

Ырыу һәм ҡәбиләләрҙең (йәки ҡәүемдәрҙең) тормош-көнкүрешендә, хужалыҡ һәм һөнәр-кәсеп үҙенсәлектерендә борон айырмалыҡтар күберәк булған. Тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө лә был үҙенсәлектәрҙең тотороҡло булыуына булышлыҡ иткән. Тарихи Башҡортостан Көньяҡ һәм өлөшләтә Урта Уралдың, Урал алдының һәм Урал аръяғының иңе-буйы меңәрләгән километрҙарға һуҙылған ғәйәт ҙур киңлектәрен биләп торған. Башҡорттар ошо Көньяҡ Урал регионында XI-ХII быуаттарҙа, йәки монгол-татар яуҙары ябырылыуына тиклем үк, төрлө ырыу һәм ҡәбиләләрҙе берләштереп, халыҡ булып формалашҡан. Был дәүерҙә башҡорттар үҙенә генә хас рухи тормош ҡанундары нигеҙендә ғәйәт көслө бер ил булып йәшәгән, уларҙың ете тиҫтә ҡалаһы булған, Урал тауҙары мәғдәнселек һәм ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән көнсығыш илдәрендә билдәле булған. Башҡорттарҙың халыҡ булыл ойошоуы һөйләү телендә бөтөн ҡәбиләләр өсөн дә уртаҡ һыҙаттарҙың һәм күренештәрҙең нығына барыуына килтергән. Быны урта быуаттар дәүеренән башҡорттар йәшәгән территорияларҙа һаҡланып ҡалған күп һанлы специфик башҡорт топонимдары миҫалында ла ап-асыҡ күрергә мөмкин. Топонимияла, мәҫәлән, сал тамырынан (“таш” мәғәнәһендә) яһалған атамалар, дөйөм алғанда, болғар осорона барып тоташа. Ул атамаларҙҙың билдәле бер өлөшө нәҡ ана шул башҡортса формаһында һаҡ-ланған. (Урта Уралда Салды, Баймаҡ районында Сапсал йылғалары, Дон буйында борон башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә Сал йылғаһы, Сал далаһы һ. б.). Шунан сығып, башҡорт халыҡ теленең фонетикаһында дөйөм төрки телендәге ч өнөнөң с өнөнә тап килеүе болғар дәүерендә ныҡлы урын алған тип иҫәпләргә мөмкин. Топонимикала быға оҡшаш миҫалдар бик күп. Улар лингвогеографик планда ла өйрәнелә башланы. [32, 125-126]

XVI-ХҮII быуаттарҙа башҡорт халыҡ теле йылдамыраҡ үҫеш этабын үткән, диалекттар һәм һөйләштәрҙең айырмалыҡтары кәмеү менән бергә, телдең диалекталь һыҙаттарҙан өҫтөн торған дөйөм үҙенсәлектәре арта барған, тип фараз итергә була. Сөнки был дәүерҙә башҡорт йәмғиәтендә эске бәйләнештәр көсәйгән, ырыу һәм ҡәбиләләр үҙ-ара тығыҙыраҡ аралашҡандар, милли-азатлыҡ хәрәкәттәре һәм шуның менән бәйле, милли консолидация процестары активлашҡан. ХУП- XIX быуаттарҙа тархи Башҡортостан территорияһы тарихи-этнографик йәһәттән, академик Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, нигеҙҙә дүрт тарихи-этнография өлкә формалашыуы менән характерлы. Башҡорттарҙың был тарихи-этнографик зоналары этнография фәнендә төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш өлкәләр тип атап йөрөтөлә. Башҡортостандыд тарихи-географик өлкәләренең (шулай уҡ башҡорттарҙың географик төркөмдәренең) этник һыҙаттары бер үк ваҡытта үҙендә боронғолоҡ элементтарын һәм һуңғы дәүерҙәрҙә ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған төркөмдәрҙең (шул иҫәптән сит халыҡтар төркөмдәренең) территориаль берлек шарт-тарында үҙ-ара йоғонто яһау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күренештәрен берләштерә. Әйтергә кәрәк, бындай синтез диалекттар һәм һөйләштәр өсөн дә характерлы. Башҡорт теле һөйләштәренең ырыу-ҡәбилә сиктәре менән тап килеп бөтмәүе нәҡ ана шуның менән аңлатыла. Шул нигеҙҙә һөйләштәрҙең бер-береһенә яҡынайыу, бәғзеләренең территориаль яҡтан ишәйә барып, бер-береһенә яҡын торған бер нисә ырыу өсөн уртаҡ һөйләү теленә әйләнеү күренеше барлыҡҡа килгән. Был хәл төрки телдәрендәге һөйләштәрҙең һәм диалекттарҙың, күп ваҡыт хатта күрше төрки халыҡтары телдәренең бер-береһенә яҡын булыуы арҡаһында килеп сыға. Шул сәбәпле, әгәр ҙә күсеп килгән төрки этник төркөмдәр һан яғынан күпселеккә әйләнеп китмәһә, урындағы тел үҙенсәлектәрен еңел ҡабул итеүсән була. Башҡорт һөйләштәре араһында көнсығыш диалектта бары тик Салйоғот һөйләше генә ырыу территорияһы сиктәрендә һаҡланып ҡалған. Дим, Өршәк, Асылыкүл буйҙарында меңлеләр менән аралашып ултырған күп кенә бүтән ырыу-ҡәбилә төркөмдәре (бөрйәндәр, ҡаңнылар, ҡыпсаҡтар, тамъяндар һ. б.) Бер нисә быуат эсендә тулыһынса урындағы Дим һөйләшенең төп үҙенсәлектәрен ҡабул иткәндәр, йәғни Дим һөйләшен тарихи һәм террториаль яҡтан мең ҡәбиләһе һөйләше тип ҡараһаҡ та, хәҙерге дәүерҙә был һөйләш вәкилдәренең этник составы төрлө булыуын күрәбеҙ. Тарихи-этнографик процестарҙың һәм диалекттар үҫешенең территориаль йүнәлеш алыу тенденцияһы ҡатай, табын, тамъян ҡәбиләләре ырыуҙарының, бер-береһенән айырымлана барып, ҡайһы берҙәренең көньяҡ, икенселәренең көнсығыш диалект системаһында үҫеүенә килтергән. Әйлеләрҙең, шулай уҡ тамъяндарҙың элегерәк дәүерҙә көнбайышҡа күсеп ултырған төркөмдәренең һөйләү теле хәҙерге төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында үҙгәреш кисергән. Мәҫәлән, Туймазы районының Ҡандра күле тирәһендә ултырған бер төркөм башҡорт ауылдары сығыштары менән әйлеләр. Әйлеләрҙең айырым төркөмдәренең боронғо замандарҙа уҡ, Болғар дәүләте дәүерендә, көнбайышҡа табан күсенеүҙәре билдәле. Мәҫәлән, ХII-ХIII быуаттар араһында йәшәгән атаҡлы шағир Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының быуын-быуынға Болғар дәүләтендә хан булып торғанлығы мәғлүм. Дөйөм алғанда, көньяҡ һәм бигерәк тә көнсығыш диалекттарҙа әүәлге ырыу-ҡәбилә бүленешенә хас һыҙаттар күберәк һаҡланған, төньяҡ-көнбайыш диалекттың үҙенсәлектәре иһә нигеҙҙә территориаль характерҙа булыуы менән айырылып тора. [6, 160-161]

Диалекттарҙағы һәм һөйләштәрҙәге боронғо күренештәр башҡорт теленең тарихын һәм бер үк ваҡытта башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү, тарихи грамматиканың законлыҡтарын һәм үҫеш этаптарын билдәләү өсөн әһәмиәтле сығанаҡ һанала. Был йәһәттән, мәҫәлән, Дим һөйләшенең төп фонетик үҙенсәлеген билдәләгән ҫ өнөнөң һәм, ғөмүмән, башҡорт теленең ҙ, ҫ, һ өндәренең тарихы һәм килеп сығышы мәсьәләһе фән өсөн ғәйәт ҡыҙыҡлы булып ҡала. Билдәле булыуынса, Дим һөйләшендә һүҙ һәм ижек башында әҙәби телдәге һ өнөнә системалы рәүештә ҫ өнө тура килә. Бындай күренеш төрки телдәренән ни бары төрөкмән телендә генә күҙәтелә. Интерденталь ҫ һәм ҙ өндәренең ҡул-ланылышында Дим һөйләше менән төрөкмән теленең яҡынлығын профессор Ж.Ғ. Кейекбаев Х-ХII быуаттарҙа Волга-Каспий далаларында йәшәгән һәм Мәхмүт Ҡашғари һүҙлегендә күрһәтелгән ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең тел үҙенсәлеге менән аңлата. [19, 29-30]Татар-монгол яуҙары ваҡытында, ХIII быуат башында, был ҡәбиләләрҙең бер өлөшө хәҙерге Төрөкмәнстанға, икенсе өлөшө Көньяҡ Уралға күсеп китә һәм Дим, Өршәк, Юшатыр буйҙа-рында урынлаша. Әйткәндәй, С.Ф. Миржанова билдәләүенсә, ҫ өнөнөң Дим һөйләшенә хас позицияһы элек төньяҡ-көнбайыш диалектының һөйләштәре өсөн дә характерлы булған. Ә инде көньяҡ диалекттың Урта һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттың Ҡариҙел һөйләштәрендә лт, нт, мт, мҡ, ңт, мк, нҡ, ңк диссимилятив өн ҡушылмаларының һаҡланыуы (һалты, килте) башҡорт тел белемендә ҮШ быуат Орхон-Йәнәсәй яҙмалары теленә барып тоташыуы менән аңлатыла. [21, 52-60]

Күреп үтеүебеҙсә, диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе дөйөм тел һәм халыҡ тарихы, этнография/топонимика менән бәйләп өйрәнеү һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. Диалектология фәненең шулай уҡ халыҡ ижады, тарихи география менән бәйләнеше бар. Башҡорт диалектологтары телдең фонетика, морфология, лексика кимәлендәге диалекталь күренештәрҙе ҡәрҙәш һәм алыҫ ҡәрҙәш (мәҫәлән, фин-уғыр телдәре) менән сағыштырып өйрәнеү йүнәлешендә лә эшләйҙәр.

Заключение

Был хеҙмәттә башҡорт теле диалекттарын, уларҙа туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарының ҡулланылышы өйрәнелеп, уларҙың үҙенсәлектәре тикшерелде.

Беренсе бүлектә башҡорт теле диалекттары, уларҙы өйрәнеү тарихы тикшерелде. Ә икенсе бүлектә төрлө диалекттарҙағы туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарына анализ яһалды, уларҙы мәктәптә уҡытыу методикаһы тикшерелде. Был бүлектә балалар, ата – әсәләр һәм уҡытыусылар тырышлығы менән әҙәби телде уҡытыу, шул уҡ ваҡытта диалекттан да ситләшмәү проблемаһы күтәрелде, ғөмүмән, диалект һүҙҙәренең ниндәй функциялар үтәүен һанап китеүҙе кәрәк, тип күрҙек.

Фәнни хеҙмәт өҫтөндә эш барышында ошондай һығымталар яһалды: диалект шарттарында әҙәби телгә өйрәтеү – башҡорт теле методикаһының иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Ерле һөйләш һүҙҙәре уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың да телмәрендә ныҡлы урын алған. Беҙ ҡаныбыҙға һеңгән, әсә һөтө менән йәшәйешебеҙгә индерелгән ерле һөйләш һүҙҙәрен бер нисек тә тамырынан йолҡоп ташлай алмайбыҙ.

Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, бала ҡарында саҡта уҡ әсәһенең һөйләшеүен, йәғни үҙ диалектын ишетә, был һөйләш уның аңына һеңә бара, тыуғас, шул диалектта фекерләй башлай. Уны икенсе диалектҡа күсереү баланың фекерләүенә, аң үҫешенә кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға ла сабыйҙарҙы балалар баҡсаһында һәм башланғыс кластарҙа үҙ диалектынан айырмау мөһим. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Диалекттың юғалыуы, үҙ йәһәтендә, ниндәйҙер элекке, төпкөлдән килгән, халыҡты халыҡ итеп тотоусы ғөрөф- ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың да бөтөүенә килтерә. Үҙ диалектыңда һөйләшмәй, әҙәби телгә күсеү – ул икенсе телгә күсеүгә тиң, ә икенсе телгә күскәндә йолалар төшөп ҡалыусан. Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш, әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк. Әҙәби тел фильтр ролен үтәргә тейеш түгел, юҡһа һүҙҙәр генә түгел, халҡыбыҙ тормошоноң ниндәйҙер бер мөһим өлөшө юҡҡа сығасаҡ. Билдәле телсе ғалим М.А. Ҡулаев былай тигән: «.Әсәй теле менән ингән һүҙҙәр күңелдә ныҡ ята, иҫтән сығыусан булмай, төплө килә, тотанаҡлы була. Әсәй телен ташламаған халыҡтар тереклеккә ныҡ торош итә. Шуның өсөн әсәй телен тик кәрәк сағында ғына, кәрәк урындарҙа ғына үҙгәртеп, һәр ҡасан бик һаҡлап, таҙалыҡта тоторға тейеш. Шул ваҡытта ул тел, ана теле булып, башҡорт белемдәренә ныҡ бөтмәҫ ҡаҙна булып ятасаҡ. Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел – әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк – әсәй теле». Бында, әлбиттә, диалект тураһында һүҙ бара, сөнки әсә теле, ана теле – ул диалект. Халыҡтарҙың үҙ теленә, диалекттарына үтә лә һаҡсыл мөнәсә- бәттә, иғтибарлы булыуы милләтте йәшәтә, уларҙы бөйөк итә.

Шулай итеп, диалекттар һәм уларға ҡараған һәйләштәр әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамырҙары улар. Әҙәби тел дөйөм халыҡ һөйләү телендә киң таралған һәм, һөйләштәрҙә булып та, әҙәби телгә әлегә ҡәҙәр алынмаған үҙенсәлекле һүҙҙәр иҫәбенә байый барырға тейеш.

Дөйөм алғанда, милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе, ошо телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү, консолндациялау ролен үтәргә тейеш. Диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе ентекле өйрәнеүҙең, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уларҙың әҙәби тел менән уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын асыҡлауҙың иһә уҡыусыларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уның эске төҙөлөшөн тәрәнерәк белеү, телмәр культураһын үҫтереү йәһәтенән роле айырыуса ҙур.

Список литературы

1 Аҙнағолов Р.F. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаhы. - Өфө, 1991.

2 Ареальные исследования по башкирской диалектологии и ономастике Башкирии.- Уфа, 1988.

3 Баишев Т.Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку.- М., 1955.

4 Башкирская диалектология. Говоры юго-востока Башкирии.- Уфа, 1963.

5 Башкирский диалектологический сборник.- Уфа, 1959.

6 Башкортостан: Краткая энциклопедия.- Уфа, 1996.

7 Башҡорт hөйләштәренең hүҙлеге. т.1. - Өфө, 1967.

8 Башҡорт hөйләштәренең hүҙлеге. т.2. - Өфө, 1970.

9 Башҡорт hөйләштәренең hүҙлеге. т.3. - Өфө, 1987.

10 Башҡорт теле һөйләштәренең һүҙлек составын йыйыу өсөн һораулыҡ. − Өфө, 1959.

11 Башҡорт теленең диалектологик атласы өсөн мәғлүмәт йыйыу программаһы. Төҙөүсеһе: Н.Х.Мәҡсүтова . - Өфө, 1973.

12 Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге.- Өфө, 2002.

13 Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: 1981.

14 Исследования и материалы по башкирской диалектологии.- Уфа, 1981.

15 Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. - Өфө, Китап, 1993, 320 бит

16 Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы.- Өфө, 1979, 1980.

17 Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. - Өфө, Китап, 2000, 212 бит

18 Ишбулатов Н.Х. Сравнительное исследование диалектов башкирского языка / Автореферат докт. диссертации.- Уфа, 1975.

19 Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт диалекттары һәм уларҙың тарихына ҡыҫҡаса инеш. Ғилми яҙмалар, 3-сө сығарылыш.- Өфө, 1958.

20 Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең диалекттары тураһында // Башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙамға.- Өфө, 1960.

21 Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа.- М., 1974.

22 Максютова Н.Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. - Уфа, Китап, 1996, 288 с.

23 Максютова Н.Х. Восточный диалект башкирского языка. - Москва, 1976, москва Наука, 291 с.

24 Миржанова С.Ф. Башҡорт әҙәби теле һәм төньяҡ-көнбайыш һөйләштәре // Башҡортостан уҡытыусыһы.- 1983.- № 2.- 50-53-сө биттәр.

25 Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. - Уфа, 1991.

26 Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка.- М., 1979.

27 Образцы башкирской разговорной речи.- Уфа, 1998.

28 Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре. − Өфө, 2011.

29 Самситова Л.Х. Реалии башкирской культуры. − Уфа,1999.

30 Шәкүр Р.З., Ишбулатов Н.Х.

31 Башҡорт диалектологияһы.− Өфө, 2003.

32 Юлдашбаев Б.Х. История формирования башкирской нации: Дооктябрьский период.- Уфа, 1972.

33 Янғужин Р. Башҡорт ырыуҙары. - Өфө, 1998.

Интернет

34 [электронный ресурс]: Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн махсус сайт. Ҡулланыу режимы h**t://tel.bashqort.com/

35 [электронный ресурс]: Википедия на башкирском языке (элекктронный ресурс) - h**t://ba.wikipedia.org/wiki

36 [электронный ресурс]: сайт газеты “Башкортостан”. Режим доступа: h**t://w*w.bashgazet.r* (дата обращения: 23.05.14)

37 [электронный ресурс]: Туған тел – башҡорт теле буйынса белешмә һәм мәғлүмәт порталы (электрон ресурс) h**t://blang.r*/textbooks.php

Покупка готовой работы
Тема: «БашҠорт теленеҢ диалектарында туҒан-ҠӘрҘӘшлек терминдары ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ методттары»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 85
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика