Дипломная работа

«БашҠорт телендӘ неологизмдарҘыҢ структур-семантик ҮҘенсӘлектӘре ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ уҠытыу»

  • 70 страниц
Содержание

Инеш….….….…3

Беренсе бүлек. Башҡорт тел ғилемендә ҡулланылышы

сикле булған лексиканың өйрәнелеү тарихы….….8

Икенсе бүлек. Хәҙерге башҡорт телендәге

неологизмдарҙың структур семантик үҙенсәлектәре….35

2.1. Тамыр һүҙҙәр.35

2.2. Яһалма һүҙҙәр.39

2.3. Ҡушма һүҙҙәр.41

Өсөнсө бүлек. Неологизмдарҙы мәктәптә

уҡытыу үҙенсәлектәре.48

Йомғаҡлау….….….59

Ҡулланылған әҙәбиәт….63

Введение

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә күп төрлө һүҙҙәр үтеп инә. Улар араһында, мәҫәлән, брокер, импичмент, купон, мараторий һ.б. бар. Шулай уҡ телдә күп кенә неологизмдар барлыҡҡа килә: әүҙем, туңдырма, дарыухана, ҡабымхана, эшҡыуар, әмәлиәт һ.б. Шуның бер йәһәттән, ҡасандыр башҡорт телендә архаизм булып йөрөгән һүҙҙәрҙең күп кенә өлөшө телдең актив һүҙлек составына күсә. Яңы предметтар, күренештәр менән бер йәһәттә телгә яңынан-яңы һүҙҙәр үтеп нығына бара. Был процесс хәҙерге көндә әүҙемләшә. Шундай һүҙҙәрҙе, беренсенән, тел ғилеме күҙлегенән өйрәнеү, яһалыу үҙенсәлектәрен тикшереү мөһим проблема булып тора. Икенсенән, яңы һүҙҙәрҙе мәктәптә өйрәнеүҙең әһәмиәте ҙур. Яңы быуатта яңы уҡытыу алымдары ярҙамында неологизмдарҙың үҙенсәлектәрен уҡыусыларға мөмкин тиклем аңлайышлы үҙләштерергә ярҙам итеү бурысы тора. Шул йәһәттән, диплом эшенең темаһы хәҙерге көндә үҙенең актуаллеге менән айырылып тора.

Диплом эшенең актуаллеге. Хәҙерге неологияла (тел ғилеменең өр-яңы hүҙҙәрҙе өйрәнеүсе тармағы) «яңы hүҙҙәр» hәм «неологизмдар» тигән терминдарҙы бер үк мәғәнәлә ҡулланмайынса, уларҙың hуңғыhын беҙҙең көндәрҙә тыуған, яңылығы күҙгә бәрелеп торған иң яңы hүҙҙәрҙе атау өсөн ҡулланалар. Тимәк, неологизм булып hүҙ оҙаҡ йәшәмәй, «яңы hүҙҙәр» тигән күренеш тарихи-хронологик йәhәттән шартлыландырылған була. Яңы hүҙҙәр (hәм hүҙбәйләнештәр) ижтимағи йәшәйештең, фән hәм техниканың, сәнәғәт hәм мәҙәниәттең h.б.-ларҙың үҫеш hөҙөмтәhе булараҡ барлыҡҡа килгән яңы нәмәләрҙе hәм күренештәрҙе атау ихтыяжынан хасил була. Әйтәйек, фәнни асыштарҙың 90 % самаhы ХХ быуатта яhалған, беҙҙе уратып алған предметтарҙың ундан туғыҙ өлөшө ошо уҡ быуатта уйлап табылған. Ә hәр бер асыш, яңы нәмә, ғәҙәттә, яңы исем (hүҙ) менән ғәмәлләшә.

Башҡорт лингвистикаһында яңы үҙләштерелгән һүҙҙәргә хеҙмәттәр юҡ кимәлдә.

Был хеҙмәтебеҙҙә «Башҡорт телендә неологизмдарҙың структур семантик үҙенсәлектәре һәм уларҙы мәктәптә уҡытыу» темаһын асыуға ынтылыш яһаныҡ. Диплом эшебеҙ башҡорт тел ғилемендә неологиздарҙы өйрәнеүҙә тос өлөш индергән Ж.Ғ. Кейекбаевтың, М.Х. Әхтәмовтың, Ғ.Ғ. Ҡаһармановтың, З.Ғ. Ураҡсиндың һ.б ғалимдарҙың фекерҙәренә таянып яҙылды. Шуны ла әйтеп үтәйек, тикшереү барышында был темаға ҡағылышлы яңы материалдар етерлек кимәлдә түгел.Бигерәк тә башҡорт теле ғилемендә неологизмдарҙың художестволы әҫәрҙәрҙә сағылышын һәм ниндәй маҡсатта бирелешен асыҡлау кеүек темалар үҙенең тикшереүселәрен көтә. Был йүнәлештә лексика өлкәһендә эш артабан да дауам ителергә тейеш тигән фекерҙәбеҙ.

Диплом эшенең маҡсаты: Сығарылыш квалификация эшебеҙҙең маҡсаты булып башҡорт телендә яңы һүҙҙәрҙе табып, уларҙың төҙөлөшөн өйрәнеү, семантик үҙенсәлектәрен билдәләү, шулай уҡ уларҙың ҡулланылыш үҙенсәлектәрен тикшереү. Алда әйтелгәндәрҙән сығып, донъя күргән хеҙмәттәргә таянып,шулай уҡ практик күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп,фәнни-тикшеренеү эшебеҙҙә түбәндәге бурыстар билдәләнде:

– ҡулланылышы сикле булған лексиканың өйрәнеү тарихын байҡау;

– неологизмдар тураһында дөйөм төшөнсә биреү һәм уларҙы тел ғилемендә өйрәнеү;

– яҙыусылар, шағирҙар тарафынан уйлап табылған неологизмдарҙың әҫәрҙә һәм йәмғиәттә тотҡан ролен билдәләү;

- архаизмдарҙың неологизмдар менән бәйләнешен билдәләү;

– башҡорт теле ғилемендә неологизмдарҙың художестволы әҫәрҙәрҙә сағылышын һәм ниндәй маҡсатта бирелешен асыҡлау;

– неологизмдарҙың тематик классификацияһын тикшереү;

– башҡорт телендә ҡулланылған неологизмдарҙың структур-семантик үҙенсәлектәрен өйрәнеү;

– неологизмдарҙы мәктәптә уҡытыу үҙенсәлектәрен биреү;

Диплом эшенең теоретик һәм методик нигеҙҙәрен М.Х. Әхтәмовтың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың, В.Ш. Псәнчиндың, С.В. Вахитовтың, Э.Ф. Ишбирҙиндың, Ғ.Ғ. Ҡаһармановтың, Н.Б. Сәлимовтың һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре тәшкил итә.

Дипом эшенең ғилми яңылығы . Күренекле тел белгестәре В.Ш. Псәнчиндың, М.Х. Әхтәмовтың хеҙмәттәренән башҡа был проблемаға ҡағылышлы махсус яңы тикшеренеүҙәр юҡ кимәлдә һәм шуға күрә лә диплом эше булараҡ, был тема, тәү тапҡыр өйрәнелә. Диплом эшендә XX быуат аҙағы XXI быуат башы осоронда үҙләштерелеп хәҙерге башҡорт телендә актив рәүештә ҡулланылыусы яңы һүҙҙәрҙе комплекслы тикшереү тәжрибәһе бирелә. Тәү сиратта, рус теленән һәм шул тел аша башҡа телдәрҙән яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү ысулдары тикшерелә. Шулай уҡ яңы һүҙҙәрҙең тематик классификацияһы бирелә.

Диплом эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. И.А. Бодуен-де-Куртенэ, Ф. де Соссюр, Л.В. Щерба С.И. Ожегов, О.С. Ахманова, Ю.С. Сорокин, А.А. Брагина, Н.С. Валгин, В.Г. Гак, Ю.Д. Дешериев, Е.А.Земская, В.Г. Костомаров, Н.З. Котелова, Л.П. Крысин, Е.В. Маринова, Г.Н. Скляревская кеүек күренекле ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре һәм фекерҙәре диплом эшенең теоретик нигеҙен тәшкил итә. Диплом эшенең темаһы башҡорт әҙәби теленең материалдарына нигеҙләнгәнгә күрә, Н.К. Дмитриев, Дж.Г. Киекбаев, Р.Н. Тереғолов, З.Г. Ураксин, Э.М. Ахунзянов, Т.М. Ғарипов, М.В. Зәйнуллин, Э.Ф. Ишбердин, М.Х. Әхтәмов, К.З. Закирьянов, Г.Г. Ҡаһарманов кеүек күренекле тюркологтар һәм башҡорт тел ғилеме белгестәренең хеҙмәттәре лә иғтибар үҙәгендә тора. Диплом эшендә яҡтыртылған фекерҙәр, фактик материалдар, башҡорт теле дәрестәрендә, махсус курстар өсөн уҡыу ҡулланмалары, программалар төҙөгәндә фәнни конференцияларҙа ҡулланылырға мөмкин.

Диплом эшенең структураһы:Диплом эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Инештә теманың актуаллеге күрһәтелә, маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла, объектты өйрәнеү методтары билдәләнә, фәнни яңылыҡ булараҡ диплом эшенең әһәмиәте асыла.

Һүҙлектәрҙә һәм матбуғат сараларында сағылыш тапҡан яңы һүҙҙәр тикшеренеүҙең объектын тәшкил итә.

Диплом эшенең тикшеренеү предметы: Диплом эшенең предметы булып ХХ быуат аҙағы ХХ1 быуат башы осоронда төрлө телдәрҙән, башлыса, һинд-европа телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм уларҙың башҡорт лексикаһындағы ҡулланылышы, мәғәнә үҙенсәлектәре инә.

Диплом эшенең тикшереү материалы булып “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Шоңҡар”, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы “ журналдары тора. Башлыса, 1995 – 2015 йылдарҙы үҙ эсенә алған ваҡыт арауығындағы баҫмалар алынды. Билдәле булыуынса, ваҡытлы матбуғаттың стиле хәҙерге көндә телмәр мәҙәниәте, әҙәби тел нормалары күҙлегенән үҙенә күрә бер ориентир булып тора. Ул телде яңы терминдар менән байытыға үҙенең тос өлөшөн индерә.

Фрагмент работы

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘГЕ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ СИКЛЕ БУЛҒАН ЛЕКСИКА

Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Уның тамырҙары бик тәрәндә: тәүге мәғлүмәттәрҙе беҙҙең эраға тиклем V быуатҡа ҡайтарып ҡалдыралар ғалимдар.

Башҡорт әҙәби теле үҙенең грамматик, фонетик, лексик һәм дөрөҫ һөйләү йәһәтенән билдәле бер тәртипкә һалыныуы менән милли телдең иң юғары формаһы һанала. Башҡорт теле үҙенең грамматик төҙөлөшө, һүҙлек составы менән төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай. Ул әзербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, ҡумыҡ, алтай, ҡараим, сыуаш, татар, яҡут, тува, төрөкмән, шор, тофалар, хакас, ғағауз, уйғыр, үзбәк телдәренә ҡәрҙәш һанала. Телдең ҡәрҙәшлеге уларҙың төп һүҙлек фондына ҡараған тамыр һүҙҙәрҙә һәм грамматик төҙөлөшөндә тарихи яҡтан дөйөмлөк булыу менән билдәләнә. Төрки телдәре үҙҙәренең эсендә, үҙ-ара яҡынлыҡтарына ҡарап, төркөмсәләргә бүленәләр.

Башҡорт теле татар, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасай,

балҡар, ҡараим телдәре менән бергә ҡыпсаҡ төрки телдәре төркөмсәһенә ҡарай. Ул телдәрҙә һөйләшеүселәр бер-береһен бик еңел аңлайҙар. Бының сәбәбе шунда: ул халыҡтарҙың боронғо замандарҙан бирле территориаль яҡтан яҡын, эргәләш йәшәүе арҡаһында телдәрендә дөйөмлөк күберәк һаҡланған һәм үҙгәрештәр

ҙә бер йүнәлештәрәк булған. Шулар араһынан башҡорт теленә иң яҡыны – татар теле.

Хәҙерге башҡорт телендә ҡулланылған бөтә һүҙҙәр, төп башҡорт һүҙҙәре һәм төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр, шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәр, йәғни исем – фамилиялар, ауыл, ҡала, ер-һыу, тау, китап, журнал исемдәре, хайуандарға бирелгән исемдәр – бөтәһе лә башҡорт теленең һүҙлек составын тәшкил итә.

Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составын ике ҙур

төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин: төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Төп башҡорт һүҙҙәре эсендә дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙе (атай, инәй, ҡояш, һүҙ һ.б.) һәм башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрен (ағас, аҡыл, ат, баш, сәс һ.б.) ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәр башҡорт теленең тел ҡалыптарына тулыһынса буйһона, тел нормалары буйынса үҙгәрә, мәҫәлән, улар сингармонизм законын эҙмә-эҙ һаҡлай, был һүҙҙәрҙең ижектәре ҡуш тартынҡыларға башланмай һ.б.

Башҡорт теленә башҡа телдәрҙән килеп ингән яңы төшөнсәләр, яңы һүҙҙәр үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе өс төркөмсәгә айырырға мөмкин: ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, рус теленән һәм рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәр. Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр дин, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эше менән бәйле: дин, ваҡиға, ғилем, китап, мәҡәлә, мәктәп. Фарсы теленән сауҙа менән бәйле һүҙҙәр, ҡайһы бер көнкүреш әйберҙәре атамалары килеп ингән: баҙар, таҫтамал, келәм.

Был һүҙҙәрҙең күбеһе боронғо замандарҙа уҡ килеп ингәнлектән башҡорт һүҙенә тулыһынса тиерлек оҡшап киткәндәр, йәғни башҡорт теленең фонетик закондарына тулыһынса буйһонғандар. Рус теленән һәм рус теле аша ингән һүҙҙәр эсендә рус теленән, шулай уҡ грек, инглиз, итальян, латин, немец, француз һ.б. сығанаҡлы һүҙҙәр

тикшерелә. Һуңғылары башҡорт теленә рус теле аша килеп ингәндәр.

Башҡорт теле тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр XI быуатҡа ҡайтып ҡала. М. Ҡашғари XI быуатта башҡорт телен төрки сығанаҡлы айырым бер тел тип һанай.

Башҡорт теленең һүҙлек составын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү буйынса тәүге эштәрҙе күренекле ғалим Н.К. Дмитриев башлап ебәрә. Ул үҙенең “Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе” исемле мәҡәләһендә башҡорт тел ғилеме алдында торған мөһим мәсьәләләр тураһында һүҙ алып бара1.

Башҡорт теленең лексикаһын киң планда өйрәнеү Ж.Ғ. Кейекбаевтың ғилми эшмәкәрлеге менән бәйле. Ғалим “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” исемле хеҙмәтендә башҡорт теленең һүҙлек составын тикшерә2. Башҡорт теленең лексикаһын өйрәнеүгә шулай уҡ Т.Г. Баишев, Н.Х. Мәҡсүтова, С.Ф. Миржанова, Т.М. Ғарипов һ.б. ғалимдар ҙур өлөш индерә.

Э.Ф. Ишбирҙин башҡорт теленең лексикаһын сағыштырма – тарихи планда өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Ошо йәһәттән, уның “Историческое развитие лексики башкирского языка” исемле китабы айырым урынды алып тора1. Был хеҙмәтендә ғалим башҡорт теленең тарихына айырым туҡтала. Төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе тикшереп төркөмләй.

Билдәле булыуынса, һүҙъяһаусы элементтарҙан яңы һүҙҙәр яһалыу телдең лексик составы үҫешендә һәм байыуында ҙур урын тота. «Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек»тә неологизмдарға түбәндәге билдәләмә бирелә: “неологизмдар тип һуңғы осорҙа ғына барлыҡҡа килгән йәки үҙләштерелгән, телдә бик ныҡ таралып өлгөрмәгән һүҙҙәргә әйтәләр”2.

20-се йылдарҙың башынан уҡ башҡорт телендә мәктәптәр эшләй башлай, төрлө фән нигеҙҙәренән дәреслектәр төҙөлә һәм рус теленән тәржемә ителә, шунда уҡ башҡорт теле лә махсус өйрәнеү предметы булып әүерелә. Яңы ғына социаль тигеҙһеҙлектән ҡотолған халыҡта ижтимағи-сәйәси аң тәрбиәләү өсөн совет дәүләтенең һәм коммунистар партияһының политикаһын сағылдырыусы төрлө әҙәбиәттең баҫтырылыуы кеүек күренештәр башҡорт әҙәби яҙма теленә бик күп яңы төшөнсәләр алып килә. Телгә килеп ингән яңы төшөнсәләр үҙҙәренә атамалар ҙа талап итә һәм башҡорт телендәге көндәлек матбуғатта һәм башҡа әҙәбиәттә яңынан-яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеп тора. Шулай итеп неологизмдарҙың һаны башҡорт телендә арта.

Башҡорт телендәге яңы һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын конкрет күрһәтеүсе сығыштар 20-се йылдарҙа күренә башлай1. Х. Ғәбитов яңы һүҙҙәр эшләүҙә түбәндәге юлдарҙы тәҡдим итә: 1) һүҙ яһаусы аффикстар ҡушылып (тимерсе, балтасы,тоҡса, еңсә, ҡыҫма, телсән һ. б.), 2) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлдары менән (сәсҡап, сәсбау, йыланғараҡ, алъяпҡыс, көнбағыш). Һуңғы ике һүҙҙең яһалышын автор исем менән тамыр ҡылымдан яһалған нигеҙгә тағы яһаусы ялғау йәбештереү юлы тип атай.

3) Һүҙбәйләнеш юлы менән (ҡола ялан, күк арҡа, һар арҡа)2. Һүҙбәйләнештәрҙән яһалған яңы һүҙҙәрҙең төрөн бик сикләгән. Ул тик “аныҡлаусы + аныҡлаусы” бәйләнешен (йәнәләшекте) генә тәҡдим иткән. Билдәле булыуынса, хәҙерге башҡорт телендәге яңы һүҙҙәр яһалышында һөйкәлеү (изафет) юлы ла бик актив ҡулланыла: Эшселәр синыфы, ауыл хужалығы, етештереү көстәре һ. б. Шулай ҙа автор яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙҙә дөрөҫ ҡарашта торған.

Яңы һүҙҙәр яһауҙа башҡорт теленең үҙ эске мөмкинлектәрен ныҡ файҙаланыуҙа, бигерәк тә, аффиксация юлын ҡулланыуҙы яҡлаусы тағы һәүәҫкәр телсе Ғ. Вильданов булған. Ул иш тамырына ялғауҙар ҡушып 96 төрлө һүҙ яһап өлгө күрһәткән. Ундайҙарға мәҫәлән, ишкес, ишкер, ишмә, ишеү, ишкәк, ишем, ишел, ишелеш, ишмәләү, ишелсәк, ишкәксе 1һ. б. Был тамырҙаш һүҙҙәрҙе “иш”тән яһаған (“вить”) яһаған. Был тәңгәлдә автор ҡайһы бер хаталар ҙа ебәрә, сөнки бөтә яһалған 96 һүҙҙеңтамырын бер мәғәнәлә торған “иш тамырына ҡайтарып ҡалдыра. Күп кенә тамырҙаш типаталған һүҙҙәрҙең тамыры юғарылағы килтерелгән һүҙҙәрҙең тамырына бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Мәҫәлән, ишан (ғәрәп һүҙе),ишкүсә (берҙән ҡушма һүҙ, икенсенән, иш һүҙе мәғәнә яғынан ишле ғаилә тигән һүҙбәйләнештәге иш һүҙенә барып тоташа).

Ишәк хайуан атамаһы булараҡ та башта килтерелгән һүҙҙәргә тамырҙаш була алмай.

Ғ. Вильдановтың килтерелгән миҫалдарына ҡарағанда, ул яңы һүҙҙәрҙе туған тел ерлегендә мөмкин тиклем күп яһауҙы маҡсат итеп ҡуйған. 20-се йылдарҙа ят телдәрҙән – бигерәк тә башҡа система телдәренән – һүҙҙәр үҙләштереүгә ҡаршылыҡтар шаҡтай күп булған. Быны үҙенә күрә яңылыҡ менән иҫкелектең көрәше тип ҡарарға кәрәк. Тормошта барлыҡҡа килгән яңы төшөнсәләргә атамалар биргәндә, ундай көрәштәр башҡа халыҡтарҙа ла булып торған. Мәҫәлән, 19-сы быуатта рус теле лексикаһының үҫешендә лә шулай булған.

20-се йылдарҙа башҡорт әҙәби яҙма теленең лексик нормаларын һәм терминдарын эшләү буйынса Ғилми йәмғиәт эргәһендәге терминдар комиссияһы эшләгән. Шундай коммисия тарафынан тәҡдим ителгән терминдарҙа ла иҫкелек менән яңылыҡтың көрәшен күрәбеҙ:

1. Ижтимағи-сәйәси терминдар: димләү (агитация), димләүсе (агитатор), өйрәтеүсе (инструктор), өйрәткес (инструкция), эҙ баҫар (кандидат), ҡурғалаусы (комендант), уртаҡлыҡ (коммуна), түңкәрелеш (революция), атҡарма (президиум), ҡоролтай (съезд) һ. б.

2. Төрлө фәнгә, техникаға ҡараған пуризмдәр: әсе тыуҙырғыс (кислород), төрән (трапеция), туғым (окружность), айҡыр (диаметр), ҡатар (параллель), тереклек (тормош), хөжәйрә (клетка).

Башҡорт әҙәби теленең артабанғы үҫеш һәм камиллашыу дәүерендә үрҙә килтерелгән миҫалдар рәүешендә тик саф башҡорт теле ерлегендә яһалған яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр телдән төшөп ҡалғандар, заман рухына, телдең эске үҫеш законлыҡтарына яуап биргән аҡһым, түңәрәк, үҙешмәкәр, йөкләмә, күргәҙмә, күҙәнәк, килеш, хәбәр (тел ғилеме термины), хәбәрсе, юлбашсы, башҡарма кеүек неологизмдар әле лә ҡулланылалар.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең яңы һүҙҙәре, уларҙың яһалыу юлдары һәм мәғәнәләре, мәғәнә биҙәктәре башҡорт тел ғилемендә махсус тикшерелгәне юҡ.

20-се йылдарҙан башлап башҡорт әҙәби теленең һүҙлек составы бигерәк тә яңы һүҙҙәр иҫәбенә тиҙ һәм туҡтауһыҙ үҫә бара. Яңы һүҙҙәрҙең яһалыуы, һәм ҡайһы тип неологизмдар күпселек тәшкил итеүе, ни өсөн бер төр яңы һүҙҙәрҙең телдә оҙаҡ һаҡланыуы, ихтыяжды һәр саҡ ҡәнәғәтләндереп килә алыуы кеүек мәсьәләләр башҡорт тел ғилемендә яҡтыртылмаған әле.

Илдең иҡтисады, мәҙәниәте, эшләп сығарыу ысулдары үҫә. Шуға күрә телдә әленән әле яңы төшөнсәләр, күренештәр барлыҡҡа килә. Һәр яңы төшөнсә, күренеш телдә үҙенең сағылышын алғанға, уларға һүҙ, атама кәрәк. Шул юл менән телдә яңы терминдар, һүҙҙәр барлыҡҡа килеү неологизмдарҙың яһалыу закондарын белеүҙе талап итә. Ул закондарҙы асыу өсөн телдә быға тиклем йәшәп килгән яңы һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын тикшкреү кәрәк. Шунлыҡтан инде уның практик әһәмиәте бик ҙур.

Башҡорт тел ғилемендә яңы һүҙҙәрҙе һәм уларҙың бер ни тиклем яһалыу юлдарын проф. Ж. Ғ. Киекбаев үҙенең “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” тигән хеҙмәтендә тикшергән. Ул –даш (-дәш), -һыҙ (-һеҙ) аффикслы яңы осорҙа яһалған һүҙҙәр тураһында һүҙ алып бара. Был хеҙмәттә матур әҙәбиәттә һәм ижтимағи-сәйәси әҙәбиәттә осраған неологизмдарҙы бер ни тиклем ентекле тикшерә, ләкин яңы һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын ентекләп өйрәнмәгән. Автор ҙур мәсьәләләрҙең һәр береһен тулыһынса тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуймаған .

Яңы һүҙҙәр тураһындағы мәғлүмәтте тағы бер Х. Фәритов менән Ғ. Ғүмәровтарҙың “Башҡорт теле” (педучилищелар өсөн дәреслек) китабында һәм 1968 йылғы педучилищелар өсөн “Башҡорт теле” дәреслегендә табабыҙ2.

Неологизмдар телдең эске закондарына яраҡлы рәүештә барлыҡҡа киләләр. Телдә яңы һүҙҙәрҙең үҫеү, күбәйеү факты телдең эске закондарынан башҡа тышҡы факторҙарға ла бәйләнгән. Шул телдә һөйләшкән тормошонда булып торған әленән-әле экономик, техник һәм культура үҫеше яңы төшөнсәләр, күренештәр алып килә. Ул төшөнсәләргә, күренештәргә шул телдә һүҙҙәр кәрәк була. Телдең эске закондары нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килә.

Аффиксация юлы менән яңы һүҙҙәр яһалыу. Яһаусы ялғауҙар тамыр йәки нигеҙ һүҙгә ҡушылып төрлө һүҙ төркөмөнә ҡараған неологизмдар яһала.

1. Эшмәкәрлекте, һөнәрҙе белдереүсе исемдәр. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң башҡорт халҡының социаль һәм экономик тормошонда ыңғай яҡҡа бик ҙур үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Техника һәм культура йәһәтенән дә халыҡ уға тиклем күрелмәгән кимәлгә күтәрелә. Яңы тормош шарттарында кешеләр әленән-әле яңы һөнәргә эйә була баралар. Тормоштоң шул күренештәре һөҙөмтәһендә башҡорт телендә Октябрь революцияһына тиклем билдәле булмаған һөнәр атамалары барлыҡҡа килә. Һөнәр атамаһын белдергән яңы һүҙ яһауҙа яһауҙа –сы, (-се) ялғауы иң актив ҡулланылғандарҙан һанала. –сы (-се) ялғауы элек-электән төрлө предметтарҙы аңлатҡан һүҙҙәргә ҡушылып, шул предмет менән шөғөлләнеүҙе профессия исеме яһалған: умартасы, ҡортсо, йылҡысы, тимерсе, тирмәнсе һ. б. Яңы осорҙа ла ошо уҡ типтағы яңы һүҙҙәр яһалған. Тракторсы, ҡошсо, малсы, крансы, бульдозерсы, прокатсы, нефтсе.

2. –сы (-се) ялғауы исем ҡылымдарға ҡушылып, яңы һөнәр атамаһы яһап килә. Был осраҡта исем ҡылымдар туранан-тура тамыр ҡылымдан да яһалырға мөмкин. Мәҫәлән: уҡыусы, төҙөүсе, яҙыусы; уҡытыусы, нефть эшкәртеүсе.

Яҙыусы, уҡыусы, уҡытыусы тибындағы һүҙҙәрҙе хәҙерге осорҙа неологизмдар тип әйтеп тә булмайҙыр, сөнки улар дөйөм халыҡ телендә оетаусы, филтрлаусы кеүек һүҙҙәргә ҡарағанда бик күп тапҡырғайыш ҡулланыла һәм аңлайышлы.

3. –сы (-се) ялғауы билдәле бер коллективтың атамаһын аңлатыусы һүҙҙәргә ҡушылып, шул коллективтың ағзаһын белдергән яңы һүҙҙәр яһала: колхозсы.

4. –сы (-се) ялғауы ҡушылып билдәле бер социаль-политик һәм идея йүнәлешен белдереүсе шәхес атамаһы барлыҡҡа килгән: ватансы, мәғрифәтсе, стахановсы, йәмәғәтсе, ленинсы һ. б. Беҙ – йәш ленинсылар.

5. –сы (-се) яһаусы ялғауы ярҙамында ваҡытлыса булған төркөмдө, коллективты белдергән һүҙҙәр яһалып килә: фетнәселәр, тәжрибәселәр. Был төркөм һүҙҙәр күп осраҡта күплектә тора һәм шул арҡала улар ваҡытлы ғына ойошҡан төркөм кешеләрҙе аңлата.

6. –сы (-се) яһаусы ялғауы профессия, һөнәр атамаларынан тыш бик һирәк булһа ла кешенең характерын, ниндәй ҙә булһа берәй эске һыҙатын белдереүсе һүҙ ҙә яһалып килә: Ул энергиялы хужалыҡсы ла, ғалим да.

Башҡорт телендә был төрҙәге сифаттар элек-электән системалы рәүештә яһалып торған булған: алдаҡсы, алдаусы һ.б. Килтерелгән һуңғы миҫалдан күренеүенсә, ундай төп һүҙҙәр (сифаттар) ғәҙәттә ҡылым йәки рәүеш нигеҙенә ҡушылып яһала торған булған. Хәҙерге башҡорт әҙәби яҙма телендә әле тикшерелгән формалағы һүҙҙәрҙең бер яңылығы шунда: -лыҡ (-лек) аффикслы нигеҙ һүҙгә, исемгә ҡушылып абстракт мәғәнәле һүҙ яһалған.

Шулай итеп, -сы (-се) ялғауы ҡушылып яһалған һүҙҙәрҙең мәғәнәһе башҡорт әҙәби теленең үҫешендә киңәйгәндән киңәйә, төрлөләнә бара. Был төр аффикс менән күбеһенсә конкрет мәғәнәле һүҙҙәр яһалғаны асыҡ.

Яңы мәғәнәне аңлатыусы исем яһауҙа –ма (-мә) аффиксы ла ҙур урын алып тора. Был аффикстар башҡорт телендә ҡылым нигеҙенә ҡушылып конкрет һәм абстракт мәғәнәле неологизмдар яһайҙар.

-ма (-мә) аффиксы элек-электән үк яңы һүҙ яһауҙа ҙур урын тотҡан. Мәҫәлән, ул аффикс менән яһалған һүҙҙәр 16 быуатҡа ҡараған юрматы ырыуы башҡорттарының шәжәрәһендә үк осрай. “Энече Ядкар мырза баш булуы, сансыз нуғай берлән кубанғә күчделәр. Әммә туғыз йөздә илле өчдә ирде, Аҡ Иделнең бондә үрге очы Күкүш, шулардин чыҡған таралма сулары, яланлары берлан билаб торалар ирде” (“Башкирские шежере” Өфө, 1960, 29-сы бит.)

Заключение

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә күп төрлө һүҙҙәр үтеп инә. Шулай уҡ телдә күп кенә неологизмдар барлыҡҡа килә: әүҙем, туңдырма, дарыухана, ҡабымхана, эшҡыуар, әмәлиәт һ.б. Шуның бер йәһәттән, ҡасандыр башҡорт телендә архаизм булып йөрөгән һүҙҙәрҙең күп кенә өлөшө телдең актив һүҙлек составына күсә. Яңы предметтар, күренештәр менән бер йәһәттә телгә яңынан-яңы һүҙҙәр үтеп нығына бара. Был процесс хәҙерге көндә әүҙем бара. Шундай һүҙҙәрҙе, беренсенән, тел ғилеме күҙлегенән өйрәнеү, яһалыу үҙенсәлектәрен тикшереү мөһим проблема булып тора. Икенсенән, яңы һүҙҙәрҙе мәктәптә өйрәнеүҙең әһәмиәте ҙур. Яңы быуатта яңы уҡытыу алымдары ярҙамында неологизмдарҙың үҙенсәлектәрен уҡыусыларға мөмкин тиклем аңлайышлы үҙләштерергә ярҙам итеү бурысы тора.

Яңы һүҙ яһауҙа –сы, (-се) ялғауы иң актив ҡулланылғандарҙан һанала. –сы (-се) ялғауы элек-электән төрлө предметтарҙы аңлатҡан һүҙҙәргә ҡушылып, шул предмет менән шөғөлләнеүҙе профессия исеме яһалған: умартасы, ҡортсо, йылҡысы, тимерсе, тирмәнсе һ. б. Яңы осорҙа ла ошо уҡ типтағы яңы һүҙҙәр яһалған.

Яңы мәғәнәне аңлатыусы исем яһауҙа –ма (-мә) аффиксы ла ҙур урын алып тора. Был аффикстар башҡорт телендә ҡылым нигеҙенә ҡушылып конкрет һәм абстракт мәғәнәле неологизмдар яһайҙар.

-ма (-мә) аффиксы элек-электән үк яңы һүҙ яһауҙа ҙур урын тотҡан. Мәҫәлән, ул аффикс менән яһалған һүҙҙәр 16 быуатҡа ҡараған юрматы ырыуы башҡорттарының шәжәрәһендә үк осрай.

Башҡорт телендә дүрт төрлө фонетик вариантта килгән –лыҡ аффиксы бик күп яңы һүҙҙәр яһап килә. Т. М. Ғариповтың күрһәтеүенсә, ул аффикс иң актив ҡулланыусыларҙан һанала. Ул бөтә һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә, шул иҫәптән төрлө һүҙъяһаусы ялғау ҡабул иткән һүҙҙәргә лә ҡушылып килә ала.

Тамыр һәм нигеҙ ҡылымға –ш, -ыш, -еш ялғауҙары ҡушылып бик күп яңы һүҙҙәр яһалған. Улар күберәген исем категорияһына инеп, абстракт мәғәнәлә ҡулланылалар. Был төр ялғауҙар хәҙерге башҡорт әҙәби телендә уртаҡлыҡ йүнәлеше лә яһап килә, ләкин тормошта әленән-әле барлыҡҡа килеп торған яңы күренештәрҙең яңыса аталыуы кәрәклеген килтереп сығарғанлыҡтан, уларҙың исемләшкән варианты йыш йөрөтөлә: һынылыш, әйләнеш, ҡаҙаныш.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә яһалған конкрет һәм абстракт мәғәнәле яңы һүҙҙәрҙең бер өлөшөндә –ҡыс (-кес) аффиксы актив ҡулланыла. Конкрет мәғәнәлә ҡулланылғанда ҡоролма, машина исемдәре яһала: таҙартҡыс, автотейәгес, газүткәргес.

Хәҙерге башҡорт телендәге түбәндәге тамыр неологизмдарҙы миҫал өсөн күрһәтергә мөмкин: Брокер, Дефолт, Евро, Инвестор, Инфляция, Корпорация, Лизинг, Маркетинг, Мониторинг, Тендер, Холдинг, Аренда, Девальвация, Деноминация, Дефицит, Инвестиция, Ипотека, Кредит. Облигация, Пирамида. Портфель, Профицит, Субвенция, Субсидия, Имидж, Импичмент, Инновация, Колледж, Коттедж, Бомж, Ссуда, Зэк, Лох, Мент, Бизнес, Офис, Пиар һ.б.

Хәҙерге башҡорт телендәге яһалма неологизмдар миҫалдар: Боевик, Караоке, Массовка, Мобильник, Перестройка, Программист, Рэкетир (рэкетер), Терроризм, Террорсы, Экипировка, Кидала, Стукач, Учебка, Бабайлыҡ, Ҡапкасы, Ташлама, Шефлыҡ һ.б.

Хәҙерге башҡорт телендәге ҡушма неологизмдарға миҫалдар: Аудиотехника, Видеокамера, Видеоматериал , Видеосюжет, Видеоконтролер, Видеопрограмма, Домофон, Игромания, Игроман, Автосервис, Агрофирма, Башгидрометеорология, Евроремонт, Евросоюз, Иномарка, Роспотребнадзор, Россельхознадзор, «Спецназ», Телеконкурс, Телемарафон, Туриндустрия, Ҙур һигеҙ, Ҡара баҙар, Ҡыҙыу линия, Ҡыҙыу нөктә, Тимер шаршау, «Һары» матбуғат ('Һары" баҫма), Боҙ һарайы, Ер аҫты гаражы.

Мәктәптә неологизмдарҙы өйрәнеү 6-сы кластың уҡыу программаһында ҡаралған. уларҙы өйрәнеү процесында айырым һүҙҙәр менән эш итеү күҙ уңында тотла. Был йәһәттән, һүҙҙе дөрөҫ өйрәнеү мөһим урынды алып тора. Яңы һүҙҙәрҙең телгә килеп инеү сәбәптәрен һәм ваҡытын аңлатмай тороп контекстан, дәреслектәге күнегеүҙәрҙән, һайланма дидактик материалдарҙан теге йәки был неологизмды эҙләүгә ҡоролған эш алымдарын үткәрергә ярамай,сөнки уҡыусылар үҙҙәренә аңлашылмаған йәки таныш булмаған һәр бер лексик төшөнсәне яңы һ-ҙ тип ҡабул итергә мөмкин. Баланың үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү мөһим. Проблемалы һорауҙар менән класты уйландырырға кәрәк. Дәрестә яңы һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә тел материалы фәҡәт лингвистик планда үтелергә тейеш түгел. Уның функциональ аспектын иҫәпкә алырға кәрәк. Туған тел саралары телмәргә мөнәсәбәтле өйрәнелһә, балаға белем алыу ҙа еңелләшә

Список литературы

1. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.- Өфө: БашДУ, 2010.

2. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. – Өфө: Китап, 2011. – 192 бит.

3. Ахунзянов, Э. М. Русские заимствования в татарском языке. - Казань, 1968. - 367с.

4. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма) – Өфө, НМЦ «Педкнига», 2008.

5. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө, 2009.

6. Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.-Өфө: Китап, 1997.-352 б.

7. Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек/ Г.Р. Абдуллина, Г.Д. Вәлиева, К.Ғ. Ишбаев һ.б. - Өфө: Китап, 2012. -616 бит.

8. Башҡорт теленең һүҙлеге. Ике томда. М. : Рус. яз., 1993. - I том. -8616., II том.-814бит.

9. Башҡорт теленең һүҙлеге / Отв. ред. Агишев И.М. - М: Рус. яз., 1993 Т. II. -814бит.

10. Башҡортса – русса һүҙлек. Ураҡсин З.Ғ. редакцияһында.-М.:Диагора, Русский язык, 1989.

11. Брагина, A.A. Неологизмы в русском языке / - М., 1993. I- 224с.

12. Вилданов Ғ. Башҡорт телендә ялғауҙар ҡушылып исем һүҙ яһалыу// Башҡорт аймағы, 1927, № 4.

13. Виноградов, В.В. История слов / - М., 1994.

14. Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка / Отв. ред. З.Г. Ураксин. Уфа, 1983.-128с.

15. Гак В.Г. Новые слова и словари новых слов. — Л., 1983.

16. Гарипов, Т.М. Башкирское именное словообразование. - Уфа, 1959. -224с.

17. Гарипов, Т.М. Краткий русско-башкирский словарь иноязычных заимствований. — Уфа: «Восточный университет», 2005.— 72с.

18. Ғәбитов Х. Маңҙҙар тикшереүҙә тотҡан юлыбыҙ // Башҡорт аймағы, 1926, № 2.

19. Ғәбитов Х., Алпаров Ғ. Башҡорт теленең имләһе. – Өфө, 1925.

20. Дмитриев H.K. Варваризмы в башкирской речи // Записки коллегии востоковедов. 1929. - №4. - С. 73—105.

21. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. - М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1948. - 275с.

22. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – өфө: Китап, 2010. – 74-се бит.

23. Зайнуллин М.В. Развитие башкирского языкознания // Вестник БашГУ. 1997. -№3. - С. 85-88.

24. Закирьянов К.З. Двуязычие и интерференция: Учебное пособие. - Уфа, 1984. - 81с.

25. Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология. - Өфө: Китап, 2005. – 264 бит.

26. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө: БДУ, 2002. -264 бит.

27. Ишбаев F.K. Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. - Өфө, 1994.-285 бит.

28. Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. - М.: «Наука», 1986. - 152с.

29. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: «Китап», 1996. – 320 бит.

30. Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. – Стәрлетамаҡ, 2002. -242 бит.

31. Словарь современных понятий и терминов. — М.: Республика, 2002. -527с.

32. Таһиров Н. Башҡортса эш йөрөтөү өсөн ҡулланма һәм үрнәктәр. – Өфө, 1924.

33. Терегулова Р.И. Русские заимствования в башкирском языке. - Уфа, 1957.-88с.

34. Уразбаева З.Г. Вопросы развития научно-технической терминологии современного литературного башкирского языка // Актуальные проблемы башкирской лексикографии. - Уфа, 1994. — С. 51-53.

35. Уразбаева З.Г. Новые слова в лексике башкирского языка // Тюркология накануне XXI века. Труды Международного Конгресса. - Уфа: Гилем, 2004. - Т.1. - С.151-154.

36. Ураксин З.Г. Новое в терминологии башкирского литературного языка // Развитие терминологии башкирского литературного языка. Исследование и материалы. Уфа, 1981. - С. 106-150.

37. Хайбуллина Д.Д. Калькирование как один из способов обогащения башкирского языка // Башкортостан укытыусыһы, 2000. №4. - С.81-82.

38. Хайруллина М.Г. Заимствования из русского в лексике башкирского языка // Взаимовлияние языков: лингвосоциологический и педагогический аспекты: Межвузовский сб. научных трудов. Чебоксары: Чувашский гос. ун-т, 1984. - С.35-38.

39. Хисаметдинова Ф.Г. Основные этапы развития башкирского языкознания // Урал-Алтай через века в будущее: Материалы Всерос. науч. конф. — Уфа, 2005. С. 22-25.

40. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. - Өфө, 2004. -528 б.

41. Шарапов Ә.И. Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. – Өфө: «Китап”,1995.

42. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология. Фразеология. Лексикография. – Өфө, БДУ, 2002. -208 бит.

43. Юлдашев A.A. Грамматика современного башкирского литературного языка. - М.: Наука, 1981. - 495с.

Покупка готовой работы
Тема: «БашҠорт телендӘ неологизмдарҘыҢ структур-семантик ҮҘенсӘлектӘре ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ уҠытыу»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 70
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика