Дипломная работа

«Художестволы тексты тӘржемӘлӘҮ ҮҘенсӘлектӘре ҺӘм уларҘы уҠыу процессында Ҡулланыу»

  • 78 страниц
Содержание

Инеш.6

I БҮЛЕК. ТЕЛ ШӘХЕСЕ ҺӘМ УНЫҢ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯЛА УРЫНЫ….….7

1.1. Лингвокультурологияның өйрәнелеү тарихы.14

1.2. Тел шәхесе төшөнсәһе һәм өйрәнелеү тарихы.22

II БҮЛЕК. “ТУҒАНДАР ҺӘМ ТАНЫШТАР” РОМАНЫНДА ТЕЛ ШӘХЕСЕ БУЛАРАҠ ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ….23

2.1. Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында тел шәхесе булараҡ анализлауҙа лексик-грамматик саралар…23

2.1.1. Лексик саралар….33

2.1.2. Морфологик саралар….…36

2.1.3. Синтаксик саралар….38

2.2. Тел шәхесе булараҡ Ж.Ғ. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында лингвокогнетив тел картинаһы….….42

III БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК ЙҮНӘЛЕШТӘ УҠЫТЫУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ….43

3.1. Лингвокультурологияның уҡытыу процесында ҡулланылыуы…49

3.2 Башҡорт теле дәрестәрендә Ж. Кейекбаевты тел шәхесе булараҡ өйрәнеү ….63

ЙОМҒАҠЛАУ .66

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ.73

Введение

Теманың актуаллеге. Борон-борондан әсә һөтө, әсә наҙы, әсә хәстәрлеге, әсә телмәре менән туған тел саралары ярҙамында бала күңеленә тормош һабаҡтары бирелеп килгән. Кешене әхлаҡ, әҙәп камиллығына, йәшәү үрнәктәренә туған телмәр өйрәтә. Уның шулай икәнен халыҡ педагогикаһы, халыҡ аңы борон-борондан белгән. Туған телдең белем биреүҙәге ролен ата-бабаларыбыҙ ҙа аңлаған: Кешене кеше иткән дә тел, хур иткән дә тел. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Тел – ҡылыстан үткер. Теле барҙың иле бар. Тел – күңел көҙгөһө. Телле кеше теле менән ҡош тота һ.б.

Кеше уйлана, хыял итә, нимәнелер хәтерендә ҡалдырырға тырыша, фекер йөрөтә, һоҡлана, ғәжәпләнә, ғәрләнә, ҡыуана һ.б. Тимәк, кешенең психикаһы тел саралары ярҙамында бойомға аша. Кешенең күңел донъяһы ихтыяжын, рухи хәлен сағылдыра алырлыҡ тел материалын, тел сараларын тел ғилеме билдәләй.

Һәр халыҡ быуаттар буйы тупланған бай тормош тәжрибәһен үҙ балаларына тапшырырға тырыша. Уларҙың һәр береһенең үҙ педагогикаһы, милли үҙенсәлектәре бар.

Башҡорт халҡының тарихы иҫ киткес бай, тәрбиә зиннәттәре һәр халыҡҡа өлгө булырлыҡ. Шуларға мөрәжәғәт итеү тәрбиә эшенең уңышын күтәрә. Тел дәрестәрендә грамоталы яҙырға, бәйләнешле, матур итеп һөйләргә өйрәнеү генә түгел, ә милләтен, телен яратҡан шәхес тәрбиәләү ҙә хәл ителә. Шуның өсөн дә әсә теле дәрестәрендә яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү уҡыусыларҙа, уларҙың күңел донъяһына үтеп инеп, фәнгә нигеҙләнеп, тәрән һәм сифатлы белем биреү менән бергә рух, ватансылыҡ, үҙенә һәм бер-береһенә талапсанлыҡ, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллек, изге күңеллелек һәм принциплыҡ, характер ныҡлығы һәм ҡаһарманлыҡ кеүек һыҙаттар тәрбиәләй. Был фекеребеҙҙе К.Д. Паустовскийҙың һүҙҙәре менән нығытып ҡуябыҙ: “Туған теленә булған мөнәсәбәтенә ҡарап, һәр кешенең культура кимәле тураһында ғына түгел, ә уның гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла фекер йөрөтөргә мөмкин”.

Тел - милләтте һәм халыҡты, уның йәшәйешен билдәләүсе төп күрһәткес. Телебеҙҙәге һәр һүҙ, телдең һәр берәмеге ынйы бөртөгөнә тиң. Улар төрлө тарихи шарттарҙа бик күптәнән үҫеп һәм формалашып килә. Был хаҡта К.Д. Ушинский түбәндәге фекерҙе яҙып ҡалдырған: “Туған телен өйрәнеүсе бала һүҙҙәрҙе, уларҙың үҙгәрешен һәм ҡушылышын ғына түгел, ә улар аңлатҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ төшөнсәләрҙе лә, предметтарға ҡарата булған ҡарашын да, күп һанлы фекерҙе лә, хис-тойғоларҙы ла, художестволы образдарҙы ла, телдең логикаһын да үҙләштерә. Бына шундай бөйөк халыҡ педагогы ул – туған һүҙ (родное слово)” [Ушинский, 1954, 35] .

Артабан ул, тел - бөгөнгө һәм киләсәк кешеләрҙе быуындары менән тоташтырыусы тере тарихи бәйләнеш кенә түгел, ул – тормоштоң үҙе, тип раҫланы [Ушинский, 1954, 35].

Ә уҡытыусы балаларҙы туған телде үҙләштерергә, тормошта халыҡ тарафынан тыуҙырылған сикһеҙ күп төшөнсәләрҙе, уларға мөнәсәбәттәрҙе аңлатырға, туған тел аша хис-тойғоларын тәрбиәләргә ярҙам итә. Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай. Ә телдәр йәшәү мөхитенә ҡарап формалаша һәм халыҡтың милли тәбиғәтен сағылдыра.

Телде өйрәнеүгә ылыҡтырыусы төрлө педагогик һәм методик алымдарҙы булдырыу, традицион методтарҙы файҙаланып, яңы оригиналь методика, педагогик система булдырыу актуаль проблема булып тора. Башҡа фәндәр кеүек башҡорт теле лә башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу теле булараҡ дөйөм лингвокультурологик аспектта ҡаралырға тейеш, сөнки ул гуманитар белем биреүҙең иң мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө, уҡытыуҙа гуманлаштырыуҙың иң юғары сағылышы булып иҫәпләнә, йәғни тел айырым кешенең һәм тотош йәмғиәттең йәшәүенең һәм эшмәкәрлегенең төп шарты булып тора.

Әлеге ваҡытта лингвокультурология фәне башҡорт тел ғилемендә яңы башланғыс ала, әммә был өлкәлә актив тикшеренеүҙәр алып барыла. Лингвокультурологияның йөкмәткеһен тәшкил иткән “донъя тел картинаһы”, “милли донъя тел картинаһы”, “тел шәхесе” төшөнсәләре “тел һәм мәҙәниәт” проблемаһы нигеҙендә тикшерелә башланы. Хатта хөкүмәт кимәлендә “Башҡортостан Республикаһы белем биреү усаҡтарында башҡорт теленә һәм туған телдәргә өйрәтеүҙең лингвокультурологик концепцияһы” төҙөлдө һәм раҫланды.

Күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Ж.Кейекбаевты “Туғандар һәм таныштар” романы нигеҙендә тел шәхесе булараҡ ҡарау теманың актуаллеген бермә-бер арттыра. Әҙиптең теле лингвокультурологик планда тикшерелә башлаһа ла, тел шәхесе булараҡ бөтөнләй тикшерелмәгән. Яҙыусының шәхес булып формалашыуын уның әҫәрҙәренең телен тикшереп күҙ алдына баҫтырабыҙ.

Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты. Тикшеренеү эшенең маҡсаты булып Жәлил Кейекбаевты “Туғандар һәм таныштар” романы нигеҙендә тел шәхесе булараҡ тикшереү тора. Ошо маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

- ҡуйылған проблема буйынса әҙәбиәт туплау, фәнни хеҙмәттәр менән танышыу, тупланған материалды дөйөмләштереп һығымта яһау;

- телдең мәҙәни феномен, халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ эсенә алған мәҙәни-тарихи мөхит булыуын аңлау, уның материаль һәм рухи хазинаны һаҡлаусы һәм киләсәк быуындарға еткереүсе ролен үтәүсе икәнен төшөнөү һәм тел берәмектәренең, бигерәк тә, лексик системаның милли-мәҙәни компоненттарының мәғәнәһен һүрәтләү;

- Жәлил Кейекбаевты тел шәхесе булараҡ танып-белеү һәм уның мәҙәни ихтыяждарын асыҡлау;

- башҡорт теле дәрестәрендә Жәлил Кейекбаевты тел шәхесе булараҡ өйрәнеү.

Тикшереүҙең объекты һәм предметы. Тикшеренеү эшенең объекты булып Жәлил Кейекбаевтың ижади һәм фәнни хеҙмәттәре, предметы булып ғалимдың ижадында ҡулланылған күп төрлө һүрәтләү саралары тора.

Тикшереүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар. Был тикшеренеүҙә лингвистик анализ, һайлап алған материалды күҙәтеү, өйрәнеү, һығымта яһау методтары ҡулланылды.

Тикшеренеү эшенең яңылығы. Тикшеренеү эшенең яңылығы түбәндәгеләр менән билдәләнә: тел ғилемендә тәү башлап Жәлил Кейекбаев тел шәхесе булараҡ өйрәнелә; лингвокультурологик закондарға ярашлы, Жәлил Кейекбаевтың теле лингвистик һәм лингвокогнитив күҙлектән тикшерелә.

Квалификацион сығарылыш эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеү барышында алынған һығымталар был өлкәлә алып барыласаҡ артабанғы хеҙмәттәрҙә ҡулланыла ала. Урта мәктәптәрҙә, педучилищеларҙа, юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар һәм студенттарға реферат, курс эше, диплом эштәре яҙғанда ғилми сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала. Шулай уҡ башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин.

Диплом эшенең структураһы. Диплом эше инештән, өс бүлектән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Фрагмент работы

БҮЛЕК I. ТЕЛ ШӘХЕСЕ ҺӘМ УНЫҢ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯЛА УРЫНЫ

1.1. Лингвокультурологияның өйрәнелеү тарихы

Лингвокультурология ХХ быуаттың һуңғы сирегендә лингвистикалағы антропологик парадигма продукты булып барлыҡҡа килгән тип һанала. Ләкин В. фон Гумбольд үҙенең “О различии строения человеческих языков и его влияния на духовное развитие человеческого рода” тигән хеҙмәтендә телдең һәм халыҡтың характерының үҙ-ара бәйләнеше тураһындағы положенияны ХIХ быуатта беренселәрҙән булып формулировкалай. “Төрлө телдәр үҙенең асылында, үҙенең тәжрибә һәм тойғо йоғонтоһонда ысынбарлыҡта төрлө донъя күренештәре булып сығалар”, һәм “телдең үҙенсәлеге милләттең асылына йоғонто яһай, шуға ла кешенең эске донъяһын тарих һәм фәлсәфә менән бәйләп телде ентекле өйрәнеү” тип раҫлауҙары киң билдәлелек алғандар [Гумбольд, 1985, 370, 377]. Бындай мөнәсәбәттәрҙең яңылығы шунда: төрлө тел формалары артында ғалим фекерләү ысулдарында һәм ысынбарлыҡты үҙләштереүҙең айырмалыҡтарын күргән һәм мәҙәниәттең үҙенсәлеге телдә тормошҡа ашырыла тигән һығымта яһаған.

ХIХ – ХХ быуаттарҙа В. Гумбольдтың идеялары гумбольдсылыҡ сиктәре эсендә ҡарала. ХIХ быуатта Рәсәйҙә уның мираҫын А.А. Потебня ҡарай һәм “тел - эшмәкәрлек” тураһындағы идеяны үҫтерә. Европа гумбольдсылыҡ вәкилдәре – Л. Вейсгербер, Х. Глинц, Х. Хольц – ХХ быуаттың урталарында телдең структур үҙенсәлектәренән фекерләүҙең йөкмәткеһе һәм фекерҙең логик төҙөлөшөнөң бәйләнгәнлеге тураһындағы һорауҙы тикшергәндәр. Гумбольдсыларҙың тикшеренеүҙәре телдең “йөкмәткеле” яҡтарына ҡыҙыҡһыныуҙары менән айырыла: улар, төрлө телдәр араһындағы оҡшашлыҡтарҙы һәм айырмалыҡтарҙы асыҡлап, семантик сфераларын анализлағандар. Л. Вейсгербер “донъяны тел менән үҙләштереү процесы һәм уны танып белеү объектына әйләндереүҙе аныҡлап” “донъяны вербализациялау” төшөнсәһе индергән һәм телдең йөкмәткеле яғын нығытырға һәм телде “ғәмәлдәге көс” кеүек күҙ алдына килтерергә тейеш булған “яңы грамматиканың” кәрәклеге тураһындағы тезисты сығарған [Гухман, 1961, 129 - 130].

ХIХ быуаттың аҙағынан ХХ быуаттың баштарында АКШ-та В. фон Гумбольдттың ғилемен дауам итеүсе лингвистар У.Д. Уитни, Д.У. Пауэлл, Ф. Боас, шулай уҡ Э. Сепир һәм Б.Л. Уорф. Э. Сепир һәм Б.Л. Уорф ғилем процесында телгә өҫтөнлөк роль бирелә торған телдең сағыштырмалылығы гипотезаһын тәҡдим иткәндәр. Төньяҡ Америка индеецтарының телен тикшереү процесы материалы нигеҙендә, улар тел категорияларының фекерләүгә йоғонтоһо тураһындағы һөҙөмтәгә килгәндәр. Телдең сағыштырмалыҡ гипотезаһына ярашлы рәүештә, төрлө категорияларҙың төрлө телдәрҙә булыуы ошо телдәрҙе йөрөтөүселәр әйләнә-тирә донъяны төрлөсә концептуалләштереүен күрһәтә.

ХХ быуат буйына Сепир – Уорфтарҙың гипотезаһы ҡырҡыу тәнҡит осоро кисергән. Хәҙерге ваҡытта был гипотеза лингвистарҙың иғтибар үҙәгендә тора: 1990 йылдарҙа Д. Льюсиҙың “Language Diversity and Thought” (“Языковое различие и мышление”) һәм П. Лиҙың “Whorf Theory Complex” (“Комплекс теории Уорфа“) хеҙмәттәре доъя күрә. 1998 йылда Германияның Дуйсбург ҡалаһындағы университетта “Humboldt and Whorf Revisited. Universal and Culture – Specific Conceptualizations in Grammar and Lexis” (“Просмотр Гумбольдта и Уорфа. Универсальные культурно-специфические концепции по грамматике и лексике”) исеме аҫтында халыҡ-ара симпозиум үткәрәләр, уның барышында телдең сағыштырмалығы феноменын һәм телдәге кешелеклелек факторын тикшереүгә яңы мөнәсәбәттәр асыҡланған.

Сепир – Уорф гипотезаһы хәҙерге лингвистиканың нигеҙен тәшкил итә: формулировкаларҙың төрлөлөгө уның “көслө” һәм “көсһөҙ” версиялары тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә. Унан башҡа, ХХ быуат лингвистары был гипотезаны икенсе төрлө формулировкалауға ынтылыш яһайҙар. Мәҫәлән, Г. Брутяндың “лингвистик өҫтәлмәлелек гипотезаһы” [Брутян, 1968, 57 – 61] һәм А. Вежбицкаяның “лингвистик универсаллек гипотезаһы” [Вежбицкая, 2001, 45 – 46] билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, был проблемаға ҡыҙыҡһыныу һәм уны тикшереүҙәге мөнәсәбәттәрҙең төрлөлөгө телде мәҙәниәттең специфик йөрөтөүсеһе итеп өйрәнеү йолаларын дауам итеү тураһында әйтергә мөмкинлек бирә.

ХХ быуат урталарында АҠШ-та “кешене тел эсендә” тикшереү йүнәлеше барлыҡҡа килә. Д. Хаймз “Телде һәм телмәрҙе антропология контекстында өйрәнеү” хеҙмәтендә лингвистик антропологияның теоретик һәм методик нигеҙҙәрен тикшерә. Ғалим “лингвистиканың бурысы – тел тураһындағы ғилемде тел күҙлегенән, ә антропологияның бурысы - тел тураһындағы ғилемде кеше күҙлегенән дөйөмләштереү” торошонан сығарған [Хаймз, 1963, 93, 277-се бб.]. Лингвистик антропологияның урыны гуманитар парадигмалар тураһындағы һорауҙы А. Дуранти эшкәртә; уның теорияһына ярашлы рәүештә, “лингвистик антропология бөтә ҡалған телмәр дисциплиналарынан реаль донъяның индивидуаль репрезентацияһына айырыуса иғтибар итеүе менән айырыла” [Дуранти, 1992, 3].

Шулай булғас, лингвокультурологияның барлыҡҡа килеүе - ХIХ – ХХ быуаттарҙағы фәлсәфәүи һәм лингвистик теорияларҙың үҫеүенең законға ярашлы һөҙөмтәһе. Аҙаҡы ун йыллыҡта Рәсәйҙә был дисциплинаға бағышланған бер нисә хеҙмәт сыға. Шулар араһында илебеҙҙең иң популяр фәнни хеҙмәте итеп В.А. Маслованың дәреслеген һанарға була. Унда Рәсәйҙәге лингвокультурологик тикшеренеүҙәрҙең методологик нигеҙҙәре килтерелә, хәҙерге йүнәлештәре яҙылып сыға. Автор лингвокультурологияның дисциплина –ара характерлы булыуына, уны “лингвистика һәм культурологияның ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән лингвистиканың тармағы”, “тере милли телгә ашырылыуҙы өйрәнгән һәм тел процесында матди һәм рухи мәҙәниәтте күрһәткән гуманитар дисциплина”, йәки “культурология һәм тел ғилеменең, этнолингвистика һәм мәҙәни антропологияның тикшеренеү һөҙөмтәләрен үҙ эсенә алған ғилемдең интегратив өлкәһе” итеп билдәләй [Маслова, 2004, 9, 30, 32-се бб.]. Шуға ҡарамаҫтан, лингвокультурология статусы тураһындағы һорау сиселмәгән килеш ҡала. Маҡсат (тел мәҙәниәтте үҙенең берәмектәре аша тормошҡа ашырыу, уны һаҡлау һәм трансляциялау ысулдарын өйрәнеү), бурыстары (тел концептарының барлыҡҡа килеүендә мәҙәниәттең ҡатнашыуын йәки реаль тормошта телде йөрөтөүселәрҙең мәҙәни тел компетенцияһы йәшәүен күрһәтеү), һәм шулай уҡ аппараттың төшөнсәһе бик киң формулировкаланған. Автор “интерпретацион психолингвистик” алым һәм ысулдарҙың төрлөлөгөн файҙаланыу мөмкинлеген раҫлай [Маслова, 2004: 35].

Хәҙерге лингвистикала лингвокультурологияның теоретик-методологик нигеҙҙәрҙе В.В. Воробьевтың “Лингвокультурология: теория һәм методтар” тигән хеҙмәтендә тулыраҡ яҙылған. Тикшеренеү гумбольдсылар йолалары буйынса үтәлгән: тел арҡаһында тормошҡа ашырылған мәҙәниәтте өйрәнеүҙе Сепир – Уорф гипотезаһы нигеҙендә үткәрергә тәҡдим ителә, һәм шулай уҡ Л. Вейсгербер индергән терминология актив ҡулланыла. Лингвокультурология дөйөм тел ғилеменең теоретик нигеҙе итеп ҡарала; ул “системалы ысулдар ярҙамында хәҙерге өҫтөнлөктәргә һәм мәҙәни аныҡлауҙарға (нормаға ярашлы система һәм дөйөм кешелеклелек байлыҡтар) йүнәлеш алып, мәҙәниәт менән телдең эшләп тороуының үҙ-ара бәйләнешен һәм үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән, һәм был процесты тел менән мәҙәни йөкмәткеһенең берҙәмлегендә бер бөтөн структур берәмек итеп сағылдырған комплекслы фәнни дисциплинаның синтетик төрө билдәләнә” [Воробьев, 1997, 36 – 37-се бб.]. Лингвокультурологияның төп нигеҙе итеп автор “мәҙәниәт менән телдең үҙ-ара бәйләнешен һәм үҙ-ара тәьҫирен уның эшләп тороу процесында һәм был үҙ-ара тәьҫирҙе бер бөтөн системала интерпретацион өйрәнеүҙе”, ә әлеге дисциплинаның предметы итеп “тел коммуникацияһы системаһында тергеҙелгән һәм уның мәҙәни байлыҡтарына нигеҙләнгән йәмғиәт йәшәйешенең милли формаларын” – “донъя тел картинаһын” төҙөгән бөтә нәмәне әйтә [Воробьев; 32]. Лингвокультурологик объекттарҙы семантик, сигматик һәм прагматик берләшеүҙе үҙ эсенә алған һәм “улар тураһында тел менән мәҙәниәттең йөкмәткеһе диалектик бәйләнгән берәмектәр кеүек бөтөн итеп күҙ алдына килтерергә” мөмкинлек биргән системалы ысулдар ярҙамында өйрәнеү тәҡдим ителә [Воробьев; 43].

В.В. Воробьев лингвокультурологик анализдың төп берәмеген – лингвокультуреманы, “лингвистик һәм экстралингвистик (төшөнсәле һәм предметлы) йөкмәткеле диалектик берҙәмлек” итеп билдәләп, индерә [Воробьев; 44 - 45]. Һүҙ һәм лингвокультурема араһындағы айырмалыҡтарҙы тасуирлау өсөн А.А. Потебняның “һүҙҙең яҡын / йыраҡ мәғәнәһе” категорияһы ҡулланыла. Лингвокультурема, һүҙҙән айырмалы рәүештә, ҡатмарлыраҡ төҙөлөшкә эйә була: йөкмәткеһенең планы тел мәғәнәһенә һәм мәҙәни аҡылға бүленә. Лингвокультурема коннотатив мәғәнәгә эйә һәм “уны тыуҙырған идеологик контекст йәшәгәнсегә тиклем йәшәй” [Воробьев; 52]. Ул бер һүҙ һәм “байтаҡҡа һуҙылған” текст менән дә белдерелергә мөмкин. Был төшөнсәле аппарат төрлө тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыла ала. Автор үҙенең хеҙмәтендә уның ҡулланылышын “рус милли шәхесен” рус классик әҙәбиәтенән алынған текстар нигеҙендә өйрәнеү миҫалында күрһәтә; килеп сыҡҡан һөҙөмтәләр рус телен сит тел кеүек уҡытыу курсында файҙаланыла.

Оҡшаш мәсьәләләрҙе В.В. Красных та сисә. “Этнопсихолингвистика һәм лингвокультурология” хеҙмәтендә ул лингвокультурологияны “телдә һәм дискурста мәҙәниәттең белдерелеүен, сағылышын һәм тотанаҡлығын өйрәнгән, милли тел картинаһын, телмәр аңын, менталь-лингваль комплекстың үҙенсәлектәрен өйрәнеү менән туранан-тура бәйләнгән дисциплина” тип билдәләй [Красных, 2002, 12]. Лингвокультурологик спецификаны асыҡлау өсөн коммуникацияға лингвокогнитив мөнәсәбәт аша барыу тәҡдим ителгән, сөнки ул уны дөйөм лингвистик аспект һәм шулай уҡ милли-детерминациялы компонент итеп анализларға мөмкинлек бирә [Красных; 20 - 21]. Ләкин автор ике тикшерелеү дисциплиналары араһына асыҡ ҡына сик ҡуймай: уларҙың проблематикаларының дөйөмлөгө раҫлана, уларҙың килеп сығыуында теоретик шарт булып Сепир – Уорф гипотезаһы һанала, тикшеренеү ысулдарында айырмалыҡтар асыҡланмай.

Лингвокультурологияның проблемаһын шулай уҡ Волгоград мәктәбенең ғалимдары В.И. Карасик һәм Е.И. Шейгал тикшерә. В.И. Карасик лингвокультурологияны “тел һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнеш һәм үҙ-ара йоғонтоһо тураһында ғилми белемдең комплекслы өлкәһе” итеп ҡарай һәм уның сағыштырыу характерына баҫым яһай [Карасик, 2002, 103, 108, 121-се бб.]. Мәҙәни концептты ул лингвокультурологияның төп берәмеге тип атай, ә өйрәнеү берәмеге итеп реалийҙар һәм “фонлы мәғәнәләр, йәғни билдәле бер халыҡтың культураһы тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте адекват аңлау өсөн конкрет һәм абстракт атамаларҙың йөкмәткеле характеристикаларын талап итеү” рәүешендә күрһәтә [Карасик, 2002, 127, 129]. Е.И. Шейгал һәм В.А. Буряковская хеҙмәттәрендә лингвокультурология “концептуаль донъя картинаһының айырым объектарын һәм шуларҙың береһе этнос булған йәмғиәт аңы һәм теленең сағылыш объекты ҡарашынан уларҙың мәғәнәләренә төшөнөүҙе” өйрәнеүсе дисциплина кеүек билдәләнә [Шейгал, Буряковская, 2002, 9]. Авторҙар тарафынан нығынған бәйләнештәр составына ингән, һәм шулай уҡ мәҡәлә, хикәйә, көләмәс текстарында этнонимдарҙы специфик функциялаған уларҙың лингвокультурологик потенциалы өйрәнелә.

Башҡорт телендә лингвокультурологик ғилми хеҙмәттәр бик аҙ. Әммә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, тарихын, рухи тәбиғәтен, этник үҙенсәлеген, эстетик хисен сағылдырған М.В. Зәйнуллин, Л.М. Зәйнуллина, Л.Х. Саяхова, Д.С. Тикеев, Р.Х. Хайруллина, Л.Х. Сәмситова, Г.Х. Бохарова, Ф.Б. Санъяров, Р.Р. Йәнмурзина, З.А. Рәхмәтуллина һ.б. хеҙмәттәре бар.

Эквивалентһыҙ лексика - халыҡтың мәҙәниәтен һәм менталитетын сағылдырыусы төп сығанаҡтарҙың береһе, лингвокультурологияның төп берәмеге һәм функциональ категорияһы, тип иҫәпләнә.

Эквивалентһыҙ лексика - теге йәки был халыҡтың мәҙәниәтен сағылдырыусы реалиялар йәки һүҙҙәр, йәғни билдәле бер халыҡтың тормош-көнкүрешен, тарихи үҫешен, мәҙәниәтен характерлаусы һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәр.

Хәҙерге тел ғилемендә эквивалентлы һәм эквивалентһыҙ һүҙҙәр ҡатламын өйрәнеү бик актуаль һанала, сөнки теге йәки был һүҙҙәр йәки реалиялар һүҙмә-һүҙ тәржемә ителмәй һәм конкрет бер халыҡтың тарихын, культураһын, ғөмүмән, йәшәйешен сағылдыра.

Башҡорт телендә эквивалентһыҙ һүҙҙәр прозала ла, поэзияла ла, халыҡ ижады жанрҙарында ла йыш осрай.

М.В. Зәйнуллин, Л.М. Зәйнуллина билдәләүенсә, лингвокультурологияның төп бурысы булып объекты булған һәр милләттең телмәр ҡиммәттәрен билдәләүсе тел һәм мәҙәниәт берҙәмлеген тасуирлау тора [Зәйнуллин, Зәйнуллина, 2008, 7].

Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәрен тәү башлап профессор Д.С. Тикеев аңлатты. Башҡорт телен уҡытыуҙың традицион системаһы нигеҙендә тупланған алдынғы тәжрибәне һәм фәнни ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, психология, педагогика, лингвистика, культура һәм лингводидактиканың һуңғы ҡаҙаныштарына таянып, мәктәптә туған телде уҡытыуҙың яңы йүнәлешен, концепцияһын булдырыу, уны эшләү йәғни был өлкәлә лингвокультурология ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп эш итеү үтә мөһим һәм көнүҙәк проблема булып иҫәпләнә [Тикеев, 1999, 39]. Л.Х. Сәмситова тарафынан “Башҡортостан Республикаһы мәғариф учреждениеларында башҡорт теленә һәм туған телдәргә уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы”н төҙөнө. Был концепция нигеҙендә яңы быуын дәреслектәрен төҙөү күҙ уңында тотола [Сәмситова, 2010, 24].

Башҡорт тел ғилемендә эквивалентһыҙ лексиканы Л.Х. Сәмситова ентекле өйрәнгән. Ул үҙенең “Башҡорт мәҙәниәте реалиялары” [Сәмситова; 1999, 2006] һүҙлегендә башҡорт теленең эквивалентһыҙ лексикаһын 24 төркөмгә бүлеп ҡарай [Сәмситова, 2004, 8 - 9]. Эквивалентһыҙ лексика халыҡтың үҙенә генә хас булған тормош һәм көнкүреш үҙенсәлеген, менталитетын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра һәм билдәле милләт тураһында мәғлүмәт алыуға ярҙам итә.

Шулай итеп, лингвокультурологик проблемаға арналған төп хеҙмәттәр анализы нигеҙендә, хәҙерге ваҡытта был дисциплинаға ҡағылышлы ниндәйҙер һығымталар яһарға була. Бер яҡтан, телдең мәҙәни төҙөлөшөн тикшереү ХIХ – ХХ быуаттарҙа тел ғилеме үҫешенең законға ярашлы һөҙөмтәһе булып сыға. Байтаҡ ғалимдарҙың лингвокультурология менән ҡыҙыҡһыныуы уның перспективалы булыуы тураһында әйтә. Икенсе яҡтан, хәҙерге ваҡытта был дисциплинаның теоретик-методологик базаһы торғонлоҡ осоро кисерә. Ғалимдар араһында лингвокультурологияның статусы (үҙ аллы дисциплина йәки лингвистика тармағы), лингвокультурологик тикшеренеү предметы һәм ысулдары тураһында берҙәм ҡараш юҡ. Дөйөм ҡабул ителгән лингвокультурологик тикшеренеүҙәр билдәләмәһе булып телде мәҙәниәт менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнеү һанала. Телде йөрөтөүселәрҙең донъяға ҡарашы үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе иң билдәле материал булып фразеологизмдар һәм паремиялар тора. Айырым концепттарҙың лингвокультурологик спецификаһын асыҡлауға арналған тикшеренеүҙәр ҙә бар; бындай эштәр матур әҙәбиәт текстарына нигеҙләнә.

1.2. Тел шәхесе төшөнсәһе һәм өйрәнелеү тарихы.

Тел – үҙе бер донъя. Ана шул донъя биҙәктәре төҙөк бер системала өйрәнелергә тейеш. Тел кимәлдәренең үҙ-ара бәйләнешен, бер-береһенә үҙ-ара йоғонтоһон алдан күрә белеү, асыҡлау һәм аңлап үҙләштереү мөһим. Һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнеү барашында уның тышҡы формаһына (фонетик анализ), тамырына, нигеҙенә, ялғауына (морфологик анализ) һәм һөйләмдә башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешенә (синтаксик анализ) иғтибар ителә. Шулай уҡ уның ниндәй мәғәнә һәм асылды аңлатыуын (лексик анализ) асыҡлау кәрәк.

Тел донъяһының биҙәктәре ярҙамында тел шәхесе (языковая личность) тәрбиәләү һәм үҫтереү иң төп йүнәлештәрҙең береһе һанала. Кеше – тормоштоң, йәмғиәттең әүҙем ағзаһы. Шуға күрә уның телмәре лә ныҡ үҫешкән һәм камил булырға тейеш.

Аңдың ысынбарлығы тел саралары ярҙамында бойомға аша. Тел кешеләрҙе йәмғиәткә туплаусы аралашыу сараһы. Телһеҙ фекерләү юҡ. Фекерләү – эшмәкәрлек. Әгәр кешенең хәтерендә һүҙ байлығы юҡ икән - уның фекерләү эшмәкәрлеген үҫтереп тә булмай. Һүҙҙә ысынбарлыҡ, тирә-яҡ мөхит менән бәйле йөкмәтке ята. Һүҙ мәғәнәгә һәм мәғлүмәт асылына эйә. Кеше хәтерендә ниндәйҙер кимәлдә һүҙ йыйылмаһы бар икән - ул фекер йөрөтә ала, тип әйтеп булмай. Аң үҫеше һүҙҙәрҙең үҙ-ара мәғәнәүи, грамматик бәйләнеше аша сағыла. Тимәк, үҙ-ара грамматик бәйләнештә, мөнәсәбәттә тормаған һүҙ йәки һүҙбәйләнеш фекерләү һәм аралашыу сараһы була алмай. Фекер йөрөтөү – аң менән аҡыл эшмәкәрлеге. Был эшмәкәрлек һөйләмдә, текста һүҙ йәки төшөнсәләрҙең үҙ-ара мәғәнәүи мөнәсәбәтендә, морфологик һәм синтаксик бәйләнешендә үҫә бара.

Билдәле булыуынса, бөтә фән тармағы тел саралары ярҙамында барлыҡҡа килә, артабан үҫеш ала. Лингвистикала тел өйрәнеү һәм тикшеренеү объекттарының иң мөһиме. Шулай булғас телде, бигерәк тә туған телде, өйрәтеүҙә лингвокультурологик йүнәлеш мөһим урында торорға тейеш.

Башҡорт телен өйрәнеү – һәр һүҙҙең мәғәнәһен хәтергә һалыу. Шунһыҙ тел шәхесе тәрбиәләп булмаясаҡ.

Тел шәхесе – 1) телдең системалы сараларының ҡулланылышын, уның әйләнә-тирә ысынбарлығын күрһәтер һәм ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеүен күҙ уңында тотҡан текстарға анализдар яһау нигеҙендә һүрәтләндерелгән телде йөртөүсе кеше; 2) кешенең тел һәләтен тасуирлау ысулының исеме, уның яҙма текст нигеҙендә шәхес тураһында белем алыу.

Хәҙерге антропоцентрик лингвистика фәненең үҙәгендә “тел шәхесе” төшөнсәһе, икенсе төрлө әйткәндә, кешенең телмәр үҫтереү һәләте тора. Тәү башлап лингвистика фәненә “тел шәхесе” төшөнсәһе һәм термины В.В. Виноградов тарафынан индерелә [Виноградов, 1980, 120]. Ғалим тел шәхесе төшөнсәһенә матур әҙәбиәттең телен тикшереү юлы менән килә. В.В. Виноградовтың ғилми хеҙмәттәре үҙәгендә торған “автор образы”, “художестволы образ” логик үҫешле төшөнсәләре ғалимды әҫәрҙәрҙәге тел шәхесе, художестволы образ һәм автор образы нисбәте һорауына килтерә. Тәүге конкрет тел шәхестәрен тасуирлау шулай уҡ В.В. Виноградовтыҡы була [Виноградов, 1980, 120-146]. Бодуэн де Куртене билдәләүенсә, “уның өсөн индивидуаль ижад проблемаһы сит була”, тел шәхесе “социаль-тел формаһы һәм йәмғиәт нормаһын һыйҙырыусы, төрлө социаль тел категорияларының ҡушылыу һәм берләшеүе фокусы” [Бондалетов, 1987, 8].

Яҡынса ошо ваҡытта күренекле америка телсеһе Эдвард Сепир үҙенең “Кеше һыҙаты булараҡ телмәр” тигән хеҙмәтендә кешенең индивидуаль үҙенсәлектәре нисек телмәрендә сағылғанын аңлатырға тырышып ҡараған [Бондалетов, 1987, 9].

Тел шәхесе төшөнсәһенә ХХ быуаттың 60-сы йылдарында В. фон Гумбольдтдың туған тел менән өҙөлмәҫлек бәйләнеш тураһында идеяһын үҫтергән атаҡлы ғалим Лео Вайсбергер мөрәжәғәт итә. Үҙенең “Die sprachliche Personlichkeit” (“Тел шәхесе”) тигән хеҙмәтендә ғалим туған теленә ҡараған шәхесте призма феномены аша тел шәхесен тикшерә [Бондалетов, 1987, 8]. Ләкин тел шәхесе төшөнсәһе билдәләмәһенә килтермәй. Үҙенең “туған тел законы”на нигеҙләнеп һәм айырым шәхесте тикшереп, Л. Вейсбергер раҫлауынса, туған тел – донъяның тел һүрәте процесы. Туған телдең эшләү кимәле тел шәхесенең бөтә үҫеш юлында күҙәтелә [Бондалетов, 1987, 9].

80-се йыдарҙың беренсе яртыһында Г.И. Богин лингводидактиканың үҙәк төшөнсәһе итеп ҡаралған тел шәхесенең концепцияһын тәҡдим иткән. Уның уйынса, тел шәхесе – ул “телмәр эшмәкәрлеген үтәргә әҙер булған ҡарашты тикшереүсе, телмәр әҫәрҙәрен булдырған һәм ҡабул иткән кеше” [Бабенко, 2000, 14]. Лингвист тел шәхесенең структураһында, тел эшмәкәрлегенең типик етешһеҙлектәре нигеҙендә, 5 кимәлен айырып күрһәтеп, башланғыс моделен тәҡдим итә [Бабенко, 2000, 16]; тел шәхесенең юғары кимәл үҫеше моделе автор тарафынан ҡатмарлы алты үлсәмле күпбаҫҡыслы структура булараҡ төҙөлә [Богин; 18].

80-се йылдарҙың икенсе яртыһынан милли тел шәхесе проблемаһын рус теле материалы нигеҙендә, атап әйткәндә матур әҙәбиәт телен, Ю.Н. Караулов төплө тикшерә [Караулов, 1987, 31]. Ул үҙенең “Русский язык и языковая личность” монографияһында тел шәхесен төп үҙенең һыҙаттарында тел һыҙаттарына нигеҙләнеп яңыртылған шәхес тип билдәләй [Караулов, 1987, 40]. Тел шәхесен өйрәнеү мәсьәләләренә арналған һуңыраҡ яҙылған мәҡәләһендә лингвист был терминды “телмәр әҫәрҙәрен(текстарҙы) булдырыуға һәм үҙләштереүгә сәбәп булған а) структур-тел ҡатмарлығы дәрәжәһе; б) ысынбарлыҡтың тәрән һәм теүәл сағылышы; в) билдәле маҡсатлы йүнәлеше менән кешенең һәләте һәм характеристикаһының йыйылмаһы тип аңлата [Караулов, 1987, 51]. Был билдәләмәлә кешенең һәләте менән тексты тыуҙырыу үҙенсәлеге ҡушылған.

Г.В. Эйгер һәм И.А. Раппорттың тел шәхесен өйрәнеүҙәре алда әйтелгән Г.И. Богин менән төрлө яңғырашта: “тел шәхесе – ул телмәр эшмәкәрлеген үтәргә әҙер булған ҡарашты тикшереүсе, уның өсөн тел телмәр булған телде үҙләштереүсе кеше” [Богин; 25]. Е.А. Селиванова билдәләүенсә, “тел шәхесенең коммуникантын” “телмәрҙә һәм телдә шәхес ҡарашының адресанты йәки адресатының киҫәге өс кимәлдә (вербаль-семантик, тезаурус, мотивацион-прагматик) күҙ алдына килтерелгәнен” билдәләй [Селиванова, 2002, 91].

Тел шәхесенең һыҙаттары индивидуаль-автор донъя картинаһында сағыла [Петровский, 1996, 40], тип тикшеренеүселәр дәлилләп әйтеп үтәләр һәм “һөйләүсе шәхестең тел компитентлығы, ижади ынтылышы, ирекле, автоматик рәүештә күп яҡлы тел эшмәкәрлегенең берләшеүе”, тип тел шәхесенең характерлы билдәләрен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. “Тел шәхесе үҙенең тел практикаһына аңлы рәүештә ҡарай, ижтимағи-социаль, территориаль мохит, милли мәҙәниәттә тәрбиә йолаһының сағылышын үҙендә алып бара. Ижади мөнәсәбәт һәм тел компитентлығының кимәле тел шәхесен тел камиллашҡанға тиклем, тел зауығының үҫешен, һәр ваҡыт телдә донъяуи-ижтимағи ҡараштың, милли-мәҙәни сығанаҡтарҙың сағылышын һәм телдең асыҡлығына яңы, эффектив, индивидуаль-стилистик саралар эҙләүен стимуллай” [Петровский, 1996, 41]. Ошондай уҡ фекерҙе Г.В. Эйгер менән И.А. Раппопорт әйтеп бирәләр: “Тел шәхесе тел тураһында белеүе менән генә түгел, ә тел менән нимәләр эшләй алыуы характерлана” [Эйгер, 1991, 55]. Тел шәхесенең ижади характерын В.В. Виноградов та күрһәткән: “Шәхестең тел ижады – уның бөтә билдәле тарайған даирәләрҙән сығыу, коллектив субъекттарҙың формаларын ижади үҙләштереп, үҙендә йөрөтөү һөҙөмтәһе” [Виноградов, 1980, 60].

Тел шәхесен лингвопсихологик өйрәнеү объекты рәүешендә һайлауға килгәндә уның анализына комплекслы килеү ихтыяжы һалынған, дискурс нигеҙендә уның психологик һыҙаттарын асыҡлау ғына түгел, ә фәлсәфәүи-донъяуи шарттар, милли-этник үҙенсәлектәр, социаль характеристикалар, тарихи-мәҙәни сығанаҡтар мөмкинлеген һәм кәрәклеген өйрәнеү [Бабенко, 2000, 101].

Тел шәхесе структураһын Ю.Н. Караулов системалы күрһәткән. Тел шәхесен 3 кимәлдә ҡарауҙы билдәләп үткән:

1. вербаль-семантик;

2. когнитив;

3. мотивацион.

Вербаль-семантик кимәлдә һүҙҙәрҙе һәм уларҙың мәғәнәләрен ҡарайҙар. Когнитив кимәлдә - концепттарҙы. Мотивацион кимәл юғары булып һанала, сөнки ул яҙыусы ниндәй маҡсат менән был һүҙҙәрҙе һәм когницияларҙы үҙенең тексында ҡулланған, автор текста ниндәй фекер белдерергә һәм әйтергә теләгән тигән һорауҙарға яуап бирә.

Һуңғы йылдарҙа тел шәхесе лингвистикала әүҙем өйрәнелә. Ю.Н. Карауловтың “тел шәхесе” терминына биргән билдәләмәһен биреп китәйек. “Тел шәхесе – ул күпҡатламлы һәм күпкомпонентлы тел һәләте, оҫталығы, телмәр үҫтереү әҙерлегенән торған, бер яҡтан, тел эшмәкәрлеге (аудирование, әйтеү, уҡыу һәм яҙыу), икенсе яҡтан, тел кимәле буйынса классификацияланған йыйылма” [Караулов, 1987, 29]. Икенсе төрлө әйткәндә, Карауловтың һүҙҙәре менән, “тел шәхесе – тел арҡылы телдә (текста) сағылдырылған, тел саралары нигеҙендә үҙенең төп һыҙаттарында яңыртылған шәхес” [Караулов, 38]. Тел шәхесенең формалашыуын үҙ-ара бәйле сылбыр формаһында күрһәтергә була: һөйләүсе кеше – эшмәкәр кеше – рухи кеше.

Заключение

Милли телдең үҫеше ошо милли телдә ижад ителгән матур әҙәбиәттең үҫеш кимәле менән туранан-тура бәйләнгән.

Был йәһәттән, Жәлил Кейекбаев ижадында халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, психологияһы, йәғни менталитеты юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнә.

Ж. Кейекбаев матур әҙәбиәттә тел берәмектәренең образ тыуҙырыуҙағы функцияһын оҫта ҡуллана һәм уны төрлө жанрҙағы әҫәрендә юғары кимәлдә реалләштерә. Ж. Кейекбаев әҫәре образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй.

Телдең тик халҡыбыҙға хас булған эмоциональ-экспрессив саралары бик оҫта ҡулланыла. Ж. Кейекбаев әҫәрендә геройҙарҙың исемдәре лә, нигеҙҙә, боронғо башҡорт исемдәренә ҡайтып ҡала.

Башҡорт теле дәрестәрендә әҙиптең ижадына ҡайтанан-ҡайта мөрәжәғәт итәбеҙ. Был тиккә генә түгел. Яҙыусының әҫәре белем биреү сығанағы ғына түгел, ә тәрбиә өлкәһендә лә алыштырғыһыҙ сығанаҡ булып тора.

Ж. Кейекбаевтың бөтә әҫәрҙәренең төп үҙенсәлеге халыҡсан бу-лыуына ҡайтып ҡала. Был бик тәбиғи, сөнки яҙыусы ижады үҙ халҡының художестволы тарихын яҙыуға бағышланған. Шуға күп әҫәрҙәре фольклор традицияларына таянып яҙылған.

Йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк, Жәлил Кейекбаев башҡорт әҙәбиәтен һәм әҙәби телен байытыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе.

Халыҡ тигән төшөнсәгә ҙур мәғәнә һалынған. Бер халыҡ икенсеһенә оҡшамаған. Һәр халыҡ бүтәндәрҙән үҙенең ҡабатланмаҫ моңо, тормош ҡанундары, йәшәү рәүеше һәм, әлбиттә, милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла. Белем һәм тәрбиә биреү юлдары ла халыҡтың милли үҙенсәлегенә бәйләнгән. Ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән кермәҫ, тигән әйтем юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, К.Д. Ушинский әйткәнсә, һәр халыҡтың үҙ тәрбиәүи системаһы бар. Ана шунан сығып, тәрбиә биреү, белем биреү системаһына ла милли айырмалыҡ, милли үҙенсәлек, милли ҡанундар һалынған тип әйтергә була. Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай. Ә телдәр йәшәү мөхитенә ҡарап формалаша һәм халыҡтың милли тәбиғәтен сағылдыра.

Белем биреүҙе лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу баланы туған телендә дөрөҫ итеп яҙа, уҡый, матур итеп һөйләй белгән, донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән таныш булған белемле, юғары культуралы, талантлы, аңлы шәхес итеп тәрбиәләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Халыҡтың милли органик өлөшө, үткән быуындың рухи мираҫы булараҡ, тел шулай уҡ мәҙәниәттең үҫешенең төп факторы булып тора. Белем сығанағы булыуҙан тыш, ул үҙенең берәмектәрендә, иң элек һүҙҙәрҙә һәм фразеологизмдарҙа халыҡтың тарихи тәжрибәһен нығыта, уның эске донъяһын һәм менталитетының үҙенсәлектәрен сағылдыра, мәҙәни традицияларының күсәгилешлеген һәм берҙәмлеген тәьмин итә. Әсә теле дәрестәрендә матур әҙәбиәт өлгөләрен өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларҙың лингвокультурологик компететлыҡтарын формалаштырыу телдең мәҙәни феномен, халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ эсенә алған мәҙәни-тарихи мөхит булыуын аңлау, уның матди һәм рухи хазинаны һаҡлаусы һәм киләсәк быуындарға еткереүсе ролен үтәүсе икәнен төшөнөү, тел берәмектәренең, бигерәк тә, лексиканы фразеологияның, афористиканың милли-мәҙәни компоненттарының мәғәнәһен һүрәтләү кәрәклегенә килтерә. Шулай уҡ, һөйләү телмәренең нормаларын белеү, аралашыу культураһына өйрәнеү өсөн телмәрҙең милли-мәҙәни үҙенсәлектәренә эйә булырға кәрәклеген күрһәтә.

Үҙебеҙҙең эшебеҙҙә был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙың хеҙмәттәрен ҡарап сыҡтыҡ, ҡыҫҡаса анализ яһаныҡ. Алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеп, йомғаҡлап файҙаландыҡ. Үҙебҙҙең темаға ҡағылышлы методик ҡулланмаларҙы, тупланған материалдарҙы ентекләп өйрәндек һәм тикшерҙек.

Шулай итеп, квалификацион сығарылыш эшебеҙҙең йөкмәткеһенән сығып, шуны билдәләү фарыз: Ж. Кейекбаевты “Туғандар һәм таныштар” романы нигеҙендә тел шәхесе булараҡ ҡарау, яҙыусының шәхес булып формалашыуында уның әҫәрҙәренең теле мөһим роль уйнай.

Әлеге ваҡытта милли мәктәптәр алдында әкренләп юҡҡа сыҡҡан ғөрөф-ғәҙәт, милли рухта тәрбиәләү, киләсәк быуынды ысын мәғәнәһендә үҙ ерен, илен яратҡан һәм уның өсөн фиҙа ҡылырға әҙер торған милли рухлы граждандар итеп тәрбиәләү бурысы һәр кем алдында тора.

Список литературы

I. Монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, китаптар

1. Абубакирова З.Ф. Башкирский язык в таблицах, схемах и определениях. Издание 3-е, исправленное и дополненное. – Уфа, 2009. – 228 с.

2. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы: Норматив методика. Юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультетында белем алыусы студенттар өсөн уҡыу әсбабы. – Өфө: БашДУ, 2009. - 263 б.

3. Бабенко Л.Г., Васильев И.Е., Казарин Ю.В. Лингвистический анализ художественного текста. – Екатеринбург, 2000. – С. 14, 16, 101.

4. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. - Өфө, 2009 , 34 - 36-сы б.

5. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө, 1980.

6. Бейеш Ә. Тел хикмәттәре. - Өфө: Китап, 1999. - 144 б. 8-се б.

7. Бондалетов В.Д. Социальная лингвистика. – М., 1987. – С. 8, 9.

8. Брутян Г.А. Гипотеза Сепира – Уорфа. Лекция, прочитанная в Лондовском университете в 1967 году. Ереван, 1968. – С. 57 – 61.

9. Вежбицкая А. Понимание культур через посредство ключевых слов. М., 2001. – С. 45 – 46.

10. Виноградов В.В. Монография “О художественной прозе” глава “Опыты риторического анализа” – М., 1980. С. 120 - 146.

11. Воробьев В.В. Лингвокультурология: теоретические аспекты. // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. - Уфа, 1998. - С. 23 - 26.

12. Воробьев В.В. Лингвокультурология: теория и методы. М., 1997. – С. 32 – 52.

13. Ганиев В.

14. Гумбольдт В. фон. Язык и философия культуры. – М., 1985. – С. 370, 377.

15. Гухман М.М. Лингвистическая теория Л. Вейсгербера // Вопросы теории языка в современной зарубежной лингвистике. М., 1961. С. 123 – 162.

16. Дуранти А. Лингвистическая антропология. Кембридж, 1992. – С. 3.

17. Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. - Өфө, 1998. – 27 - 29-сы бб.

18. Зайнуллин М.В., Зайнуллина Л.М. Общие проблемы лингвокультурологии. Курс лекций. – Уфа: БГУ, 2008. – 206 с.

19. Карасик В.И. Языковой круг: личность, концепты, дискурс. Волгоград, 2002. – С. 103 – 129.

20. Караулов Ю.Н. Русский язык и языковая личность. – М.: Наука, 1987. – С. 29, 31, 38, 40, 51.

21. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. - Өфө: БДУ, 1966. –

22. Кейекбаев Ж.Ғ. Туғандар һәм таныштар. –Өфө: 1991

23. Красных В.В. Этнопсихолингвистика и лингвокультурология. М., 2002. – С. 12, 20 – 21.

24. Маслова В.А. Лингвокультурология: Учебное пособие для студентов высших учебных заведений. - М.: Академия, 2004. – 208 с.

25. Петровский В.И. Общая психология. М., 1996. – С. 40, 41.

26. Сайфуллин Ф.А. Педагогический процесс в общеобразовательной школе. - Уфа, 2000. – С. 31.

27. Селиванова Е.А. Основы лингвистической теории текста и коммуникации: Монографическое учебное пособие. – К., 2002. – С. 91.

28. Сепир Э. Культуроведение и социология в языковой педагогике. Воронеж, “Истоки”, 1992.

29. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. III том. Стилистика. - Өфө: Китап, 2007. – 440 б.

30. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. һ.б. Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 1997. – 352 б.

31. Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студенттар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2008. – 17-се б.

32. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма хеҙмәттәр. - Өфө: Ғилем, 2002. – 267 б.

33. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары, уҡырға инеүселәр, уҡытыусылар өсөн ҡулланма. Ҡағиҙәләр. Тестар. - Өфө: 2008. - 192 б.

34. Ушинский К.Д. Психологические и логические основы обучения. Т. 2 - М., 1954. - С. 35.

35. Хайдеггер М. Время и бытие. - М., 1993. – С. 192.

36. Хаймз Д.Х. Телде һәм телмәрҙе антропология контексында өйрәнеү. Калифорния, 1963. – С. 93, 277.

37. Шейгал Е.И., Буряковская В.А. Лингвокультурология: Языковая репрезентация этноса. Волгоград, 2002. - С. 9.

38. Эйгер Г.В., Раппорт И.А. Язык и личность: Учебное пособие. – К., 1991. – С. 55.

39. Языковая личность: Лингвокультурология. Лингводидактика. Лексикография / Под ред. В.В. Воробьева, Л.Г. Саяховой. – Уфа: БГУ, 2001. – 270 с., 2002. – 252 с.

40. Язык и культура: Учебное пособие по спецкурсу. / Отв. ред. проф. Л.Г. Саяхова. – Уфа, 1995.

II. Диссертациялар, авторефераттар

41. Янмурзина Р.Р. Башкирская языковая картина мира в трилогии Зайнаб Биишевой: Автореф. дисс. к.ф.н. – Уфа, 2009. – 21 с.

III. Мәҡәләләр

42. Алсынбаева Р.Ш. Зәйнәб Биишева повестарында диалектизмдар // Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2008. – 2-се һ. - 17- 18-се бб.

43. Самситова Л.Х. Концептуальная метафора как объект лингвокультурологии // Язык и литература как способы проявления национального менталитета: Материалы первой межрегиональной научной конференции, посвященной 10-летней годовщине отделения восточной филологии Челябинского государственного университета. – Челябинск, 2003. – С. 188 – 193.

44. Самситова Л.Х. Культурные концепты в башкирской языковой картине мира (на материале башкирских народных пословиц и поговорок) // Искусство и образование, № 9, 2008. – С. 117 – 124.

45. Самситова Л.Х. Лингвокультурологическая концепция обучения башкирскому языку и родным языкам в общеобразовательных учреждениях РБ // Роль классических университетов в формировании инновационной среды регионов: Материалы Международной научно-практической конференции. – Уфа: БГУ, 2009. – С. 193 – 197.

46. Самситова Л.Х. Лингвокультурологические аспекты формулирования толерантной языковой личности в полиэтнической среде // История и культура народов Урало-Поволжья в контексте мировой цивилизации: Материалы региональной заочной научно-практической конференции. – Уфа: БГПУ, 2009. – С. 96 – 100.

47. Самситова Л.Х. Лингвокультурологические основы обучения башкирскому языку в русскоязычной школе // Актуальные проблемы современного лингвистического образования: Сборник научно-методических статей. – Уфа: БГУ, 2007. – С. 219 – 223.

48. Самситова Л.Х. Лингвокультурологический концепт “башкирская языковая личность” (на материале пословиц и поговорок) // Актуальные проблемы преподавания языковых и литературоведческих дисциплин в башкирской школе и вузе: Материалы Республиканской научно-практической конференции, посвященной 10-летию образования ФБФ БГПУ. – Уфа, 2003. – С. 79 – 81.

49. Самситова Л.Х. Лингвокультурологические проблемы образования // Актуальные проблемы башкирского теоретического языкознания: Сборник материалов республиканского методологического семинара. – Стерлитамак: СГПА, 2009. – С. 112 – 118.

50. Самситова Л.Х. Описание лексики с национально-культурным компонентом значения в русском и башкирском языках // Актуальные проблемы тюркского языкознания: Межвузовский научный сборник. – Уфа: БашГУ, 2002. – С. 209 – 213.

51. Самситова Л.Х. Репрезентация культурных концептов в поэзии Р. Гарипова // Проблемы лингвистики в поликультурной среде: история и современность: материалы международной научно-практической конференции, посвященной 15-летию кафедры башкирского языка и 75-летию со дня рождения д.ф.н., профессора Р.Х. Халиковой. – Уфа: БГПУ, 2009. – С. 428 – 438.

52. Самситова Л.Х. Семантизация культурных концептов в башкирской языковой картине мира (на материале фразеологизмов, пословиц и поговорок) // Проблемы Востоковедения, № 3 (45), 2009. – С. 86 – 91.

53. Саяхова Л.Г. Концепция школьного предмета “Русский язык в Республике Башкортостан” // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1997. - № 4. – С. 35.

54. Сәмситова Л.Х. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре (“намыҫ” концептын сағылдырған фразеологик берәмектәр нигеҙендә) // Выявление и внедрение в практику эффективных норм, методов и средств организации процесса обучения башкирскому языку и литературе: Материалы межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 450-летию добровольного вхождения Башкирии в состав Русского государства. – Уфа, 2006. – С. 115 – 171.

55. Сәмситова Л.Х. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре // Преподавание родных языков в Башкортостане (в рамках Государственной программы “Народы Башкортостана”): Материалы Республиканского Круглого стола. – Уфа: БГПУ, 2007. – С. 113 – 196.

IV. Һүҙлектәр

56. Кобякова Т.И. Концепт духовности в русской языковой картине мира (лингвокультурологический словарь) / Под ред. проф. Л.Г. Саяховой. – Уфа, 2004. – 158 с.

57. Кубрякова Е.С., Демьянков В.З., Панкрац Ю.Т., Лузина Л.Г. Краткий словарь когнитивных терминов. – М., 1996. – С. 54, 90, 93.

58. Надршина Ф.А. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. – Уфа: Китап, 2008. – 196 с.

59. Русско-башкирский учебный словарь / Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. / Под редакцией Саяховой Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001. – 336 с.

60. Самситова Л.Х. Реалии башкирской культуры. Словарь безэквивалентной лексики башкирского языка. – Уфа: Китап, 1999. -176 с., 2006. – 216 с.: ил.

61. Ураҡсин З.Г. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. - Яңыртылған, 2-се баҫма. - Өфө, Китап, 2006. – 344 б.

62. Ураҡсин З.Ғ., Сиразитдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө: Китап, 2005. - 128 б.

63. Ураксин З.Г., Ураксин Ю.З. Русско-башкирский словарь. – 3-е издание, с изменениями. – Уфа: Китап, 2007. – 392 с.

64. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006. – 248 б., 111-се б.

65. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса-русса грамматик орфографик һүҙлек: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 1993. - 136 б.

66. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006. – 384 б.

Покупка готовой работы
Тема: «Художестволы тексты тӘржемӘлӘҮ ҮҘенсӘлектӘре ҺӘм уларҘы уҠыу процессында Ҡулланыу»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 78
Цена: 1900 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика