Дипломная работа

«Ғайнан хӘйриҘеҢ ижади портреты: уны мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ перспективаҺы.»

  • 73 страниц
Содержание

Инеш….….…3

Беренсе бүлек Ғ. Хәйриҙең тормош һәм ижад баҫҡыстары….8

1.1. Әҙиптең тормош юлы….….….….8

1.2. Ғ. Хәйриҙең ижад баҫҡыстары….….9

Икенсе бүлек. Ғәйнан Хәйриҙең «Боролош» романында проблема ҡуйылышы һәм уның заманға ауаздашлығы…22

2.1. «Боролош» романының яҙылыу тарихы ….….….22

2.2. Романдың проблематикаһы….….23

2.3. «Боролош» романында образдар системаһы ….…24

Өсөнсө бүлек. 10 класта Ғ. Хәйри ижадын өйрәнеү …34

3.1. Яҙыусының биографияһын өйрәнеү…34

3.2. Программаға күҙәтеү ….….37

3.3. Повестарын өйрәнеү үҙенсәлектәре …42

Дүртенсе бүлек. “Боролош” романын уҡытыу методикаһы….….46

4.1 “Боролош” романын өйрәнеү аша халыҡтың тарихы менән танышыу …46

4.2. Әҙип ижадын кластан тыш эшмәкәрлектә өйрәнеү ….…55

Йомғаҡлау….….….….63

Әҙәбиәт….73

Введение

Беҙҙең эшебеҙҙең темаһы – Ғайнан Хәйриҙең ижади портреты: уны мәктәптә өйрәнеү перспективаһы.

Теманың актуаллеге. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге роман ижад итеүсе, проза, драматургия өлкәһендә илһамланып эшләүсе, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән актив сығыш яһап, 20-се, 30-cы йылдар башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе Ғ. Хәйриҙең «Боролош» романы беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарынан башлап егерменсе йылдарҙың урталарына тиклемге осорҙо эсенә ала1. Ҙур күләмле был әҫәр идея-эстетик йөкмәтке яғынан ғәйәт бай. Унда ифрат та ҡатмарлы, киҫкен социаль боролошло дәүерҙә бөтә халыҡ яҙмышы менән бәйләнешле бик күп проблемалар күтәрелә, шул йылдарҙа кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен тотоуы, иҫке рухи үлсәүҙәрҙең емерелеүе һәм яңы кешелек нормаларының нығыныуы менән бәйле психологик, мораль-этик мәсьәләләр хәл ителә.

Әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып заманаһының мөһим проблемаларын күтәрә һәм уларҙы киң полотнола художество йәһәтенән уңышлы хәл итә. Революцион ваҡиғалар яҙыусы тасуирлауында тарихтағы боролош ҡына түгел, тормошҡа, көнкүрешкә, кешеләрҙең рухи донъяһына ла боролош яһаған хәлдәр ул. Беренсе донъя һуғышы, Февраль һәм Октябрь революциялары, Граждандар һуғышы, НЭП йылдары. Әҫәрҙә алынған геройҙар ошо ҙур ваҡиғалар эсендә асыла, көрәштә сыныға, еңә, еңелә. Күптәре ут-дауылдар аша оло һынау үтә. Яңы замандың яңы кешеләре тыуа, үҫә. Иҫке заман, элекке йәмғиәт, социаль ҡатламдар, синыфтар емерелә. Яңылыҡ ауырлыҡ аша үҙенә юл яра. Төрлө булмышлы кешеләрҙең яҙмыштары үҙгәрә. Шулай кешеләрҙең төрлө типтары, яҙмыштары аша

Ғ. Хәйри үҙ әҫәрендә тарихи, сәйәси-иҡтисади, әхлаҡ-этик проблемаларҙы художестволы анализлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Был йылдарҙағы ысынбарлыҡты ыңғай һәм кире күренештәрендә реаль сағылдырған, ҡатмарлы осорҙа йәшәгән ҡаршылыҡлы характерлы геройҙарҙы психологик тәрән кәүҙәләндергән, ижтимағи-социаль һәм рухи өлкәнән булған мәсьәләләрҙе берҙәй тулы яҡтыртырға ынтылған яҙыусы әҫәрҙәренең ҡиммәте бөгөнгө көндә лә ҙур.

Ғәйнан Хәйриҙең ижадын хәҙерге әҙәбиәт уҡытыу фәнендә ныҡлап, тәрәнәйтеп өйрәнеү ҙә зарур. Ул башҡорт романын үҫтереүгә һәм уны идея-тематик яҡтан киңәйтеүгә күп көс һала һәм беренсе роман авторы Ғәйнан Хәйринең ижад донъяһы масштаблығы менән характерлана. Әммә ошо яҙыусының тормош юлы һәм ижады мәктәптәрҙә лә, юғары уҡыу йорттарында ла әҙәби күҙлектән ныҡлап өйрәнелмәй. Ә бит уның ижады тәрбиәүи яҡтан фәһемле, тәрән мәғәнәле.

Яҙыусының ижад емештәренең донъя күреү ваҡытынан алып байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, улар бөгөнгө мәктәптә балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өлгөһө сифатында хеҙмәт итә. Ысынлап та, Ғәйнан хәри ижадынан башҡа бөгөнгө әҙәбиәт курсын күҙ алдына килтереп булмай. Бигерәк тә, “Боролош” романы балаларға ижтимағи тормоштоң ҡаршылыҡлы яҡтарын аңларға, тормош тәрбиәһе бирергә булышлыҡ итә. Роман йөкмәткеһен өйрәнеү буйынса тәжрибәләр алып барыу, методик эҙләнеүҙәр үткәреү зарур. Әҙиптең повестары ла йәш быуын өсөн һәр йәһәттән фәһемле әҫәрҙәр.

Ғәйнан Хәйри прозаһы өлгөләрене уҡытыу, уның ижадын методик йәһәттән комплекслы өйрәнеүгә быға тиклем фәндә мөрәжәғәт итеүселәр булһа ла, яҙыусының художестволы донъяһын замана күҙлегенән тағы ла киңерәк өйрәнеү мөһим. Авторҙың ижад емештәрен балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә файҙаланыу проблемаһы ла актуаль ҡала килә.

Өйрәнелеү кимәле. Үткән быуаттың 30-сы йылдарҙан алып бөгөнгө дәүергәсә ваҡытлы матбуғат биттәрендә Ғәйнан Хәйри прозаһы ниндәҙер кимәлдә өйрәнелде. Әҙәбиәт ғилеме хеҙмәтәтрендә һәм әҙәби тәнит материалдарында авторҙың ҡайһы бер ижад емешенең үҙенсәлектәрен яҡтыртып үтелде, йөкмәткеһенә һәм образдар системаһына ҡарата асыҡлыҡ индерелде.

Ғ. Хәйри ижадына ҡарата тәүге фекерҙәр әҙәбиәтселәр З. Шәрҡи, Ә. Чаныш тарафынан әйтелде. Башҡорт прозаһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Ә. Вахитовтың монографияларында “Боролош” романының әҙәбиәт тарихындағы әһәмиәте, уның киң эпик полотно булараҡ роман жанрына нигеҙ һалыныуы әйтелде.

Ғәйнан Хәйринең ижад донъяһы төплө рәүештә әҙәбиәтсе С. Сафуановтың “Ғ. Хәйри. Тормошо һәм ижады” хеҙмәтендә өйрәнелде. Яҙыусының ижад юлына аяҡ баҫыуы, тәүге осор шиғырҙары, “Боролош” романының яҙылыу тарихы, уның идея-проблематикаһы һәм поэтикаһы, Ғ. Хәйринең хикәйә-повесть жанрҙарындағы эшмәкәрлеге монографияла тәрән ҡарала.

Һуңғы осор әҙәбиәт ғилемендә Ғ. Хәйри ижадына иғтибар көсәйҙе. Был тарафта, айырыуса, әҙәбиәтсе ғалимә Ғ. Ғәлинаның эшмәкәрлеген билдәләр инек. Ғ. Ғәлинаның “Романтик рухлы реалистик әҙип”, “Ғ. Хәйри ажадында романтизм һәм реализм нисбәте” мәҡәләләрендә яҙыусының ижад юлы башы ентекле күҙ алдынан үткәрелә һәм әҫәрҙәренең идея-тематик һәм художество үҙенсәлектәренә күҙәтеү яһала. Ғ. Хәйри ижадында әҙәби метод проблемаһы һәм герой концепцияһы һорауҙары ла тәү башлап Ғ. Ғәлинаның хеҙмәттәрендә күтәрелә.

Һуңғы йылдарҙа Г. Гәрәева мәҡәләләрендә Ғәйнан Хәйри ижады иҫкә алына. “Ялҡынлы йәшлек йырсыһы” исемле әҙәби байҡауында автор “Боролош” романының проблематикаһын, идея үҙенсәлеген яҡтыртып үтә, Ғәйнан Хәйри прозаһының сығнааҡтарын һәм үҙенсәлеген күрһәтә.

Ғ. Хәйри ижадын уҡытыу үҙенсәлектәре әҙәбиәт уҡытыу методикаһы фәнендә М.Ғ. Ғималова, Б.Б. Ғафаров, Р.Ғ. Ниғмәтуллин һәм башҡа ғалимдарҙың эштәрендә ниндәйҙер кимәлдә ҡарала.

Ғ. Хәйри ижады хаҡындағы мәҡәләләр донъя күреп торһа ла, бөгөн әҙип ижады актуаллеген юғалтмаған, иғтибар үҙәгендә тора тип әйтергә була. Прозаиктың ижадына байҡау яһап, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыусы тәнҡитселәрҙән түбәндәгеләрҙе атарға була: Ғәлина Ғ.Ғ. “Романтик рухлы реалистик әҙип”, “Хәйри ижадында реализм һәм романтизм нисбәте”, Чаныш Ә. Әҙиптең йөрәк йылыһы, Хөсәйенов Ғ. “Боролош” романы Ғәйнан Хәйри (1903-1938) һ.б.

Эйе, әҙәбиәт өлкәһендә эшләүселәр, яҡташтары Ғ. Хәйри ижады тураһында матбуғат биттәрендә яҙып торалар. Ә шулай ҙа ентекләп, уның тап «Боролош» романында күтәрелгән проблемаларҙы айырым туҡталып өйрәнеүселәр бик аҙ.

Шағирҙың тотош ижадына арналған ғилми хеҙмәттәрҙән С. Сафуановтың «Ғәйнан Хәйри тормошо һәм ижады» монографияһын әйтеп үтергә була. Шулай ҙа бөгөнгө көн күҙлегенән әҙип ижады тулы баһа алды тип, әйтеп булмай. Шунан сығып беҙ үҙебеҙҙең маҡсатыбыҙҙы билдәләнек – Ғ. Хәйри ижадын ныҡлап өйрәнеү һәм мәктәптә өйрәнеү юлдарын тәҡдим итеү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеү талап итә:

- Ғ. Хәйриҙең тормош һәм ижад баҫҡыстарын өйрәнеү;

- Яҙыусының «Боролош» романында проблема ҡуйылышы һәм уның заманға ауаздашлығын өйрәнеү;

- «Боролош» романының яҙылыу тарихын тикшереү;

- Романдың проблематикаһын билдәләү;

- «Боролош» романында образдар системаһын өйрәнеү;

- 10-сы класта Ғ. Хәйри ижадын өйрәнеү юлдарын барлау;

- Программаға күҙәтеү яһау;

- Әҙиптең биографияһы менән танышыу юлдарын күрһәтеү;

- Повестарын өйрәнеү үҙенсәлектәрен билдәләү;

- “Боролош” романын уҡытыу методикаһын тәҡдим итеү.

Теманың ғилми яңылығы. Ғ. Хәйри романының проблематикаһы әҙәбиәт ғилемендә бик аҙ өйрәнелгән. Шуға күрә был курс эшендә Ғ. Хәйри романының проблематикаһын өйрәнеүгә ынтылыш яһалды һәм бына ошолар хеҙмәтебеҙҙең яңылығы булып тора.

Гипотеза: Ғ. Хәйри ижадын 10-сы класта өйрәнеү уңышлы барасаҡ, әгәр:

1) уҡытыу барышында яҙыусының ижад юлын һәм уның әҫәрҙәре өйрәнеү тығыҙ берлектә алып барылһа;

2) төрлө педагогик технологиялар ҡулланылып, яңы уҡытыу стандарттары талаптары үтәлһә;

Тикшеренеү объекты – Ғайнан Хәйриҙең ижади портреты.

Тикшеренеү предметы – Ғайнан Хәйриҙең әҫәрҙәре.

Эшебеҙҙең теоретик һәм методик нигеҙҙәрен Ғ.Б. Хөсәйенов, С.Ғ. Сафуанов, Ғ.Ғ Ғәлина Р. Шаһиевтарҙың хеҙмәттәре тәшкил итә.

Тикшеренеү методтары. Эште яҙғанда ошоға тиклем әҙәбиәт ғилемендә йыш ҡулланылған, традицион булған тикшеренеү алымдары, атап әйткәндә күҙәтеү, тасуирлау, структур һәм сағыштырыу методтары ҡулланылды. Фекерҙәрҙе миҫалдар менән нығытыу һәм иҫбатлау өсөн эҙләнеү методы бик әһәмиәтле булды.

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте. Хеҙмәтте уҡыусылар, педколледж, университет студенттары рефераттар, курс эштәре яҙғанда, әҙәбиәт дәрестәрен үткәргәндә уҡытыусылар файҙалана ала.

Ғ. Хәйри, үҙенең романында, буржуаз йәмғиәттә феодаль-патриархаль тәртиптәр, дини фанатизм, байлыҡ культы хөкөм һөргән шарттарҙа мөхәббәт картиналары аша ҡатын-ҡыҙҙарҙың асы яҙмышын һүрәтләүгә өлгәшә. Әҫәре менән автор, шәхес ирке, кешеләрҙе рухи бығауҙарҙан азат итеү мәсьәләләрен күтәрә, буржуаз моралде һәр яҡлап фаш итә.

Эштең структураһы. Эшебеҙ инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, әҙәбиәт исемлегенән тора.

Ғилми эш ике бүлектән тора. Тәүгеһендә, маҡсатҡа ярашлы, Ғәйнан Хәйриҙең проза һәм шиғриәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге, уның ижад донъһы. Икенсе бүлектә Ғәйнан Хәри ижадын урта мәктәптә өйрәнеү юлдары ҡарала, дәрес өлгөләре бирелә.

Фрагмент работы

Беренсе бүлек. Ғ. ХӘЙРИҘЕҢ ТОРМОШ ҺӘМ ИЖАД БАҪҠЫСТАРЫ

1.1. Әҙиптең тормош юлы

Күренекле яҙыусы, Ғәйнан Хәйри (Ғәйнан Бәҙретдин улы Хәйретдинов) 1903 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Нуриман районы Иҫке Күл ауылында урта хәлле хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауылындағы мәҙрәсәлә ала. 1920-1922 йылдарҙа ул ауыл китапханаһы мөдире булып эшләй, Күҙәй кантонының халыҡ мәғарифы һәм профсоюз органдарында эшләй, кантондың комсомол-йәштәр хәрәкәтендә ҡатнаша.

1922 йылдың көҙөндә Ғ. Хәйри Ырымбур Башҡорт мәғариф институтына уҡырға китә. Ошонда ул 1923 йылда комсомол сафына алына. Бер йыл уҡығас, Өфө халыҡ мәғарифы практик институтына күсә, уҡыу менән бергә «Йәш юҡсыл», «Башҡортостан», «Яңы ауыл» газеталарында яҙыша. 1924 йыл башында комсомолдың 1-се ҡала район комитеты уны йәштәрҙе Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә әҙерләү буйынса политрук итеп билдәләй. “Ошо эшкә баштан-аяҡ сумыу һөҙөмтәһендә шул йылдың йәйенән ул уҡыуын ташларға мәжбүр була, ә октябрь айынан «Башҡортостан» һәм «Яңы ауыл» газеталарында эшләй башлай, бер үк ваҡытта эшсе һәм ауыл хәбәрселәре менән бәйләнеш эшен башҡара. 1925 йылдың апреленән ул – комсомолдың Арғаяш кантоны Мөхәммәт-ҡолой волость комитеты сәркәтибе вазифаһын етәкләй” [Сафуанов, 1991: 196].

Әммә ауырыу арҡаһында Ғ. Хәйри көҙөн Өфөгә ҡайтып, «Белем» журналының сәркәтибе булып эшләй башлай, 1926 йылдың мартында «Башҡортостан йәштәре» газетаһының редактор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1927 йылдан башлап ул «Яңылыҡ» һәм «Трактор» журналдарында яуаплы сәркәтиб вазифаһын башҡара, «Башҡортостан» газетаһында һәм Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә эшләй, бер үк ваҡытта педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый.

Ғәйнан Хәйри яҙыусылыҡ эшен әүҙем журналистлыҡ һәм ойоштороу йәмәғәт мәшәҡәттәре менән бергә алып бара. Пролетар яҙыусыларҙың Башҡортостан ассоцияцияһын ойоштора, байтаҡ гәзит-журналдарҙың редколлегия ағзаһы була. 1938 йылдың 16 декабрендә үпкә ауырыуынан үлеп ҡала.

1.2. Ғ. Хәйриҙең ижад баҫҡыстары

Ғәйнан Хәйри – егерменсе йылдарҙың башынан алып утыҙынсы йылдарҙың уртаһына тиклем ижад итеп, башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуына һәм йылдам үҫеүенә әһәмиәтле өлөш индергән әҙиптәрҙең береһе. Был осорҙағы башҡа яҙыусылар һымаҡ, уның эшмәкәрлеге лә айырым бер жанр менән генә сикләнеп ҡалманы. Ул бер үк ваҡытта поэзия өлкәһендә лә, проза өлкәһендә лә актив эшләне, драматургияла ла көсөн һынап ҡараны, әҙәби тәнҡиттә лә ҡатнашты. Ул башҡорт әҙәбиәтендә роман һымаҡ киң эпик жанрҙы башлап ебәреүселәрҙең береһе булды.

"Ғ. Хәйри әҙәбиәткә шағир булараҡ килеп инде. Тәүге шиғырҙары 1922-1923 йылдарҙа, йәғни Ғәйнан Хәйри педтехникумында уҡыған саҡта, баҫыла башлай. Ләкин ул үҙ ғүмерендә «Беҙҙең яҙ» (1927) исемле берҙән-бер йыйынтығын сығарҙы” [Сафуанов, 1992: 513].

Уның поэзияһы тематик яҡтан бай, идея йөкмәткеһе яғынан шаҡтай ҡатмарлы һәм художество йәһәтенән ғәйәт үҙенсәлекле. Тәүге шиғырҙарынан уҡ ул яңы тормошто йырларға, яңы төр шәхестең формалашыуын күрһәтергә, иҫкегә йәбешеп ятҡан көстәрҙе фашларға ынтылды. Тәбиғи, яңы тормош таңын шағир Бөйөк Октябрь социалистик инҡилабында күрҙе. «Октябрь йыры» (1923), «Октябрь елдәре» (1924) һ. б. шиғырҙарында ул көрәш ялҡынының «мәңге янған ҡояш ялҡынынан көслө» булыуы, батшалыҡты, ҡоллоҡто, бөтә иҫкелекте яндырыуы, Октябрҙың «ер шарында таң йыры» яңғыратыуы тураһында яҙҙы.

Комсомолец шағир Ғ. Хәйри тормошто революцион үҙгәртеп ҡороу процесында йәштәрҙең роле һәм урыны тураһында күп яҙҙы. «Миллиондар», «Тоғро юл», «Йәш күҙәтселәр» (1923), «Алмашҡа», «Ленинсылар», «Маяҡтар» (1924), «Йәш ҡәләмдәр» (1925) һ.б. шиғырҙарында һүрәтләнгән йәштәр – йә үҙҙәре Октябрь баррикадаларында ҡатнашыусылар, йә өлкән көрәшселәрҙең эстафетаһын үҙ ҡулдарында алға илтергә әҙер тороусылар. «Беҙ төҙөйөк ил баҡсаһын» (1923) шиғырында, мәҫәлән, шағир йәш замандаштары исеменән былай тип белдерә2:

Юҡ иттек хөрлөккә

Дошмандар,

Залимдар

Батшаһын!

Шанлы илдә,

Алғы көнгә

Беҙ төҙөйөк

Эш баҡсаһын!

Яңы социалистик йәмғиәт өсөн көрәш пафосы Ғ. Хәйри шиғырҙарында тәүҙән үк иҫкене инҡар итеү менән бәйләнеп барҙы. Уларҙа капиталистар донъяһына, эксплуататор синыфтарға нәфрәт хисе яңғыраны, яңыға ҡаршы сығыусылар фашланды, иҫке тормоштоң фажиғәле картиналары яҡтыртылды. «Аҙашҡан» шиғырында ғүмер буйы байға бил бөгөп тә ғаиләһен туйҙырырлыҡ аҙыҡ таба алмаған Әхкәмдең бәхет эҙләп сығып китеүен һәм буранда аҙашып үлеүен, «Ҡан туйы», «Ҡан елдәре» (1923), «Хөкөм» (1924) һ. б. шиғырҙарында эшселәрҙең инҡилапҡа тиклемге яҙмыштарын, ғазаплы тормош картиналарын һүрәтләп, шағир иҫке донъяға үҙенең хөкөмен сығара. Иҫке тормош күренештәрен сағылдырғанда Ғ. Хәйри сатира алымына ла мөрәжәғәт итте. «Хәҙрәт зары» (1923), «Мосолмандар – иҫергәндәр» (1924) шиғырҙарында аяҡ аҫтарында тупраҡтары юғала барған дин әһелдәре көлкө аҫтына алына.

Ғ. Хәйриҙең тәүге әҫәрҙәрендә яңы тормошто раҫлауҙа һәм иҫкене фашлауҙа публицистик алым көслө булды. «Миллиондар», «Йылдар оса» һ.б. байтаҡ шиғырҙа автор тормошҡа туранан-тура тәъҫир итергә ынтыла, уларға ярһыу оран хас. Публицистика элементтары бигерәк тә халыҡ-ара темаларға яҙылған шиғырҙарҙа («Иҫер ел», «Туҡтағыҙ», 1923; «I Интернационал», «III Интернационал», 1924; «Беҙ юҡмы ни», 1925, һ. б.) көслө.

Илде социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу, яңы кешенең формалашыуы Ғ. Хәйри ижадының үҙәк темаһы булып үҫте. Был процестың еңел түгеллеген дә аңлай ине шағир: «Ҡан арҡылы тыуыр илгә таң», - тип яҙҙы ул «Яңы тормош нигеҙен һалырға» тигән шиғырында. Ошо ҡатмарлы процесты шағир төрлө синыф вәкилдәренең образы аша күрһәтә. Ул бигерәк тә ауыл тормошо материалына таяна. Ижадының тәүге тәжрибәләренән булған «Һалсылар» поэмаһында уҡ ул башҡорт ауылының яҙмышы тураһында уйланды. Шағир йәмле тәбиғәт ҡосағындағы фәҡир ауылды контраст буяуҙар менән һүрәтләй. Дөрөҫ, ауылдың ярлылығын Ғ. Хәйри синфи ҡараштан сығып аңлатмай: уныңса, быға башҡорттарҙың урмансылыҡ менән генә шөғөлләнеүе, иген икмәүе, наҙанлығы ғәйепле.

Ул, өлгө алыу объекты булараҡ, рус ауылы картинаһын һүрәтләй: ул «төҙөк, матур-матур йорттар бар унда, йорт тирәһен ағас сорнап алған, йәшелсәләр үҫә баҡсала». Поэманың геройы Ғиләжи, ошо ауылға ҡарап, донъяһын яңыса ҡороп ебәрергә ҡарар итә.

Ауылдың яңырыуы Ғ. Хәйриҙең «Велосипед» (1927) исемле ҙур шиғырында ҡалҡыу күрһәтелә. Әгәр унда элек тирмән хужалары, кеше көсө менән көн күреүселәр донъяның тотҡаһы булған булһалар, хәҙер инде «илдең руле» хеҙмәт кешеһенә, игенсегә күскән. Шиғыр тормош үҫешен конкрет кешеләр яҙмышы аша күрһәтеп бирә.

“Ғ. Хәйри поэзияһында иң ҙур урын алған һәм күп яҡлы хәл ителгән проблемаларҙың береһе – социалистик йәмғиәт һәм яңы кеше. Шағир яңы кешенең нисек формалашыуын һәм йәмғиәттә, яңы тормош өсөн көрәштә ниндәй урын тотоуын яҡтырта” [Сафуанов, 1992: 517]. Әҫәрҙән әҫәргә был геройҙың шаҡтай тулы психологик портреты, бай рух йөҙө асыла: «Терелгән мөхәббәт», «Йәшлек», «Һуңғы ауыл», «Йортһоҙ кеше» һ.б. шиғырҙарҙағы лирик герой – ауылда тыуып үҫкән, крәҫтиән тормошоноң ауырлығын татыған һәм, яңыға ынтылып, ҡалаға юл тотҡан йәш кеше. Артабан был герой үҙенең ысын урынын көрәшселәр араһында таба. «Йәш баҡсама һыуҙы тапмағанда, ҡыҙғанмамын алһыу ҡанымды», – ти, мәҫәлән, «Баҡсасы йыры» (1926) шиғырының лирик геройы. Был геройҙа ҡайһы бер моментта аскетизм, синфи көрәш хаҡына шәхси бәхеттән баш тартыу мотивтары ла күренгеләп ҡала («Йортһоҙ кеше» һ. б.)3.

Ғ. Хәйри әҫәрҙәрендә мөхәббәт лирикаһы ҙур ғына урын ала, ул шиғырҙарында мөхәббәттең кешене кеше итә торған бөйөк тойғоларҙан береһе булыуын раҫлап сыҡты.

Мөхәббәтһеҙләнгәс йөрәктәр,

Ирҙән килеп сыға бер үгеҙ –

ти шағир үҙенең бер әҫәрендә. Социализм өсөн көрәш йылдары әҙәбиәте, уныңса, бары тик аҡылды, көстө һәм көрәште генә түгел, ә ҡайнар тойғоларҙы, саф мөхәббәтте, гүзәллекте, ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеген дә йырларға тейеш, шунһыҙ шиғриәт – шиғриәт була алмай.

Көрәш ялҡынында көндәр янды.

Шул ут менән янып үҙем дә,

Онотолоп торҙо йырлай торған

Ҡыҙыл иренең, менән күҙең дә.

Мин йырланым, тағын башҡалар ҙа

«Йөрәк» менән бары «беләк»те.

Ниндәй яуап бирҙек уның менән,

Үтәнекме

Шиғриәттән көткән кәрәкте? –

ти шағир «Терелгән мөхәббәт» (1926) тигән шиғырында.

Интим тойғоларҙы шағир халыҡса ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта Көнсығыш поэзияһындағы һымаҡ ҡайнар хисле лә итеп сағылдырып бирә. Мөхәббәтте йырлау ижтимағи проблемаларҙы хәл итеүгә ҡамасауламай, тигән ҡарашта тора ул («Яҙғы йырҙар» һ. б.), был тойғоларҙы кешенең ижтимағи-социаль асылы һәм ғөмүмән әхлаҡи йөҙө, яңы тормош өсөн көрәше менән бәйләп сағылдыра («Хушлашыу», «Терелгән мөхәббәт», «Йәшлек», «Теге тән» һ.б.). «Һиңә хат» (1927) шиғырында Ғ. Хәйри кешенең шәхси мөхәббәте уның халыҡты яратыу тойғоһо менән органик берләшергә, бер-береһен тултырып торорға тейеш, тип раҫланы. Кеше йәшәйешенең был ике сфераһы бергә ҡушылып китеү уның лирик геройҙарын бай һәм ҡатмарлы эске донъялы итә.

Ғ. Хәйриҙең прозаик әҫәрҙәре лә үҙҙәренең тематикаһы, идея йүнәлеше, образдары, хатта тел үҙенсәлектәре – ҡыҫҡаһы, бөтә тәбиғәте менән уның поэзияһынан айырылғыһыҙ. 1925 йылда «Белем» журналында баҫылған «Тормош уны яңынан тыуҙырҙы» исемле беренсе хикәйәһендә яҙыусы Октябргә ҡәҙәрге ауылдың ҡаршылыҡлы тормошо, социалистик революцияның йәш быуын яҙмышын яңы юлға бороп ебәреүе хаҡында һөйләнелә. Ә 1926 йылда «Башҡортостан йәштәре» газетаһында урынлаштырылған «Беҙ яҙабыҙ» хикәйәһендә иҫкелек ҡалдыҡтарына ҡаршы хәбәрсе ҡәләме менән көрәшкән алдынғы ауыл йәштәренең береһе һүрәтләнә. 1927 йылда баҫылған «Сабата», «Командир», «Онотолған әкиәт» хикәйәләрендә лә йәштәр образы үҙәктә тора. Ғ. Хәйри хикәйәләрендә социалистик революция һөҙөмтәһендә өр-яңы шәхестең формалашыуы һәм йәштәрҙең яңы тормош өсөн көрәштә тотҡан урыны мәсьәләләре күтәрелә. «Командир» хикәйәһендә яҙыусы яңы тип геройҙың формалашыуын революция һәм граждандар һуғышы йылдарының ҡатмарлы ваҡиғалары менән бәйләй. Бөгөнгө ҡыҙыл командир Хәбир, тормоштоң киң юлына сыҡҡансы, ауылда үгәй әсәй менән үҫеү ауырлығын да татый, граждандар һуғышы осоронда Дутов ғәскәрҙәренең ҡанһыҙлығының шаһиты ла була, ҡыҙыл армеецтарҙың килеүе шатлығын да кисерә, үҙе лә бик йәшләй ижтимағи тормоштоң эсенә инеп китә. Бына ошолар хикәйәлә герой тормошоноң төрлө моментын яҡтыртҡан ваҡ-ваҡ эпизодтарҙа күрһәтеләләр.

«Сабата» хикәйәһендә иһә үҫеп килеүсе яңы кеше контраст буяуҙарҙа күрһәтелә. Әҫәр, ғөмүмән, күренештәр һәм тәьҫирҙәр ҡапма-ҡаршылығына ҡоролған. Берҙән, хикәйәнең геройы Хәнәф үҙе ҡапма-ҡаршы буяуҙар менән кәүҙәләндерелә: тышҡы ҡиәфәте буйынса ул ярлы ауыл балаһы – тышһыҙ иҫке һары тун, ҡолаҡсалары һәленеп торған ҡуян бүрек кейгән, аяҡтарында силғау һәм мыйыҡлана башлаған сабаталар. Ә асылда ул университеттың хоҡуҡ факультетында уҡый, шунан граждандар һуғышына киткән. Икенсенән, ул тышҡы ҡиәфәте менән ялтырап та, эстән буш булған бай ҡатлам кешеләренә контраст итеп ҡуйыла.

«Уҡытыусы» (1927) һәм «Мөхәммәт» (1928) хикәйәләрендә яҙыусы яңы тормошто уға тиҫкәре ҡарашта булған кешеләр күҙе аша күрһәтә4. Был әҫәрҙәрҙә бер юлы ике проблема хәл ителә: бер яҡтан, кемдәрҙең генә аяҡ салырға маташыуына ҡарамаҫтан, социалистик йәмғиәттең үҫә, нығый барыуы раҫланһа, икенсе яҡтан, ошо яңы тормошто ҡабул итмәгән хәлдә уға ҡулайлашырға маташҡан кешеләрҙең тормош арбаһынан төшөп ҡалыуы күрһәтелә.

Хикәйәләр менән бер рәттән яҙыусы киңерәк күләмле проза әҫәрҙәре өҫтөндә лә актив эшләй. Башҡорт ауылдарындағы киҫкен синфи көрәште һәм шул көрәш процесында яңы кешеләрҙең формалашыуын, сынығыуын Ғ. Хәйри «Кооператорҙар» (1926) повесында йәнле образдарҙа дөйөмләштереп бирҙе. Егерменсе йылдарҙа ауылдарҙа социализм принциптарының урынлашыуы, крәҫтиәндәрҙе яңы тормошҡа ылыҡтырыу, яңы мөнәсәбәттәрҙең урынлаша башлауы кооперацияның үҫеше менән бәйле ине. Ғ. Хәйри ауылдың яңы тормошҡа сығыу юлында ул йылдар өсөн төп звено булған ошо кооперация эшен яйға һалыу мәсьәләһе тирәһендәге көрәште әҫәренең үҙәгенә ҡуя. Сауҙагәрҙәр Ғәзиз, Шафиҡ һәм башҡалар яңы ойошҡан кооперативты үҙ ҡулдарына алыу өсөн крәҫтиәндәрҙең артта ҡалған өлөшөнән оҫта файҙаланалар, халыҡ өсөн ысын күңелдән тырышҡан Шакир, Зөһрә кеүек комсомол йәштәргә иһә еңеү тиҙ генә бирелмәй. Әҫәрҙә ауыл буржуаһының үҙ позицияһын юғалтмаҫ өсөн ҡорған төрлө мәкерҙәренә, алдынғы ҡарашлы йәштәргә яҡҡан ялаларына ҡаршы көрәштә комсомолецтар тағы ла нығыраҡ ойошалар, массалар араһында аңлатыу эштәре алып барып, халыҡты үҙ яҡтарына туплайҙар. Яҙыусы ошо процесты бер ҡәҙәр мажаралы, үткер ситуацияларҙа сағылдырып, яңының мотлаҡ еңеүе идеяһын раҫлай.

Ғәзиздәр, Шафиҡтар төркөмөн Ғ. Хәйри күп ваҡыт тән фонында, йәшерен хәрәкәттәр, боҙоҡ ҡылыҡтар аша һүрәтләһә (ауылда самогон эсеү мәжлесе, ҡалала пивнойҙан пивнойға сабып, «тән ҡыҙҙары» менән типтереү һ.б.), массаларҙың торған һайын уларҙан ситләшеүен күрһәтһә, Шакир, Зөһрә һ.б. комсомолдарҙы, Минһаж кеүек алдынғы ҡарашлы өлкән йәштәге крәҫтиәндәрҙе яңыға ынтылыштары аша һүрәтләй. Улар һәр ваҡыт халыҡ араһында, йәмле тәбиғәт ҡосағында күрһәтеләләр, тормошто яңыртыу эшендә – кооперативҡа трактор алып ҡайтыу, күмәкләп баҡса үҫтереү һ.б. ваҡиғаларҙа төп көс итеп биреләләр.

«Ҡатын» (1930) повесында Ғ. Хәйри «Кооператорҙар»ҙа күтәрелгән проблемаларҙы осорҙоң яңы материалында – ауыл хужалығын коллективлаштырыу һәм кулактарға ҡаршы көрәш ваҡиғаларында дауам иттерҙе. Әҫәрҙең үҙәгенә колхоздар ойоштороу өсөн көрәштең иң ҡырҡа моментында ҡатмарлы социаль ваҡиғалар менән етәкселек итеүсе комсомолка Фатима образы ҡуйылған. “Кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеү, яңы әхлаҡ, яңы мөнәсәбәттәр өсөн көрәш, ауылға яңы культура сатҡыларының, техниканың килеп инеүе ваҡиғалары нигеҙҙә ошо образ менән бәйлелектә күрһәтелә. Әҫәрҙең тәүге өлөшөндә Фатима тарыраҡ даирәлә, ҡайныһы Сөләймән хужалығында эшләүе, хеҙмәткә мөнәсәбәте аша кәүҙәләнһә, артабан яҙыусы уның эшмәкәрлек сфераһын киңәйтә бара” [Сафуанов, 1991: 199]. Комсомол йыйылышында күмәк хужалыҡтың әһәмиәте тураһында доклад менән сығыу, ауыл Советы председателе булып һайланғас, кулактарға ҡаршы көрәште ойоштороу, ауылға радио индереү кеүек ваҡиғаларҙа, шулай уҡ кулактарҙың, уларҙың эйәрсендәренең һәр төрлө аяҡ салыуына, яла яғыуына ҡаршы сығыштарында көслө характер эйәһе булып кәүҙәләнә. Әгәр көрәш һыҙығының бер яғында Фатима, уҡытыусы Ғилман, ауылдың комсомол йәштәре хәрәкәт итһә, икенсе яҡта кулак Шәмсеүәли, ҡотҡо таратып йөрөүсе Мәликә ҡарсыҡ, улар көйөнә бейегән Гөлбиназ һ.б.лар ҡуйылған. Әҫәрҙә ошо ике лагерь араһындағы бәрелештәрҙең көсөргәнеше, ижтимағи конфликт образдарҙы ҡалҡыу итеп кәүҙәләндерергә мөмкинлек биргән.

Фатима эшмәкәрлеген киң яҡтыртыуы, уның характерындағы иң ыңғай һыҙаттарҙы ҡабарынҡы итеп һүрәтләүе, уның уҙған юлын да үткер-үткер штрихтарҙа биреүе менән яҙыусы яңы кеше образын үҫештә, формалашыу процесында тулы итеп аса, эске кисерештәрен, шәхси донъяһын да һүрәтләп, йәнле характер тыуҙыра.

Заключение

Башҡорт әҙәбиәтендә арымай-талмай ҡәләм тибрәтеп, сәсмә әҫәрҙәр ижад итеп ғүмерен әҙәбиәткә арнаған, күренекле прозаик Ғ. Хәйри ижады һәр яҡтан өйрәнеүҙе талап итә.

Романда ҙур урын тотҡан проблемаларҙың береһе – революцияға ҡәҙәрге осорҙа һәм киҫкен социаль боролош йылдарында ҡатын-ҡыҙ яҙмышы мәсьәләһе. Ғөмүмән, капитализм дәүерен, революцион үҙгәртеп ҡороуҙарҙы һүрәтләгәндә, бигерәк тә Башҡортостан шарттарында, был мәсьәләне ситләтеп үтеү мөмкин түгел. Инҡилапҡа тиклем үк күтәрелә башлаған был тема егерменсе йылдар әҙәбиәтендә үҙәк проблемаларҙың береһе булып китте. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата иҫкесә ҡараштарҙы юҡҡа сығарыу өсөн көрәш, уларҙың ысын кешелек хоҡуҡтарын яҡлау, йәмғиәттең ирҙәр менән бер тиң ағзалары итеп үҫтереү ынтылышы егерменсе йылдарҙа үҙенең актуаллеген юғалтмаған ине әле. Бигерәк тә ауылдарҙа патриархаль-феодаль мөнәсәбәттәрҙе тулыһынса емерергә кәрәк ине. Шуға күрә Ғ Хәйри үҙенең шиғыр, поэмаларында ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңы тормошҡа өндәне, хикәйә һәм повестарында ана шул яңыны ҡабул иткән һәм уны төҙөүҙә актив ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ образдарын кәүҙәләндерҙе. «Боролош» романында инде ул капитализм осоронда ҡатын-ҡыҙҙың асы яҙмышын яҡтыртыуға һәм инҡилап йылдарынан уҡ уларҙың байтағының азатлыҡ өсөн көрәшселәр һәм яңы тормошто төҙөүселәр сафына баҫыуын кәүҙәләндереүгә айырыуса ныҡ иғтибар итте.

Мәҫәлән, романда инҡилапҡа ҡәҙәрге дәүерҙә башҡорт, татар ҡатын-ҡыҙҙарының икеләтә-өсләтә йәберләнеүе – капитализм режимы тарафынан да, ислам дине тарафынан да иҙелеүе, ғаиләлә лә кешелек хоҡуҡтарынан мәхрүм булыуы күп төрлө образдарҙа, асыҡ буяуҙарҙа күрһәтелә. Бына, әйтәйек, ғүмер буйы Ғарифҡа бил бөккән һәм, империалистик һуғыш башланыу менән, фронтҡа ебәрелгән Салихтың ҡатыны Шәһиҙә. Балаһы тыуып, инде тулы көс менән эшләргә мөмкинлеге ҡалмаған был ярлы ҡатынды Ғариф ҡышҡы һалҡында хеҙмәтселәр йәшәй торған йортонан ҡыуып сығара. Ире менән икәүләп ғүмерен байға эшләп үткәргән ҡатын яңы тыуған балаһы менән, өйҙән, өйгә йөрөп, торлаҡ урыны эҙләргә, теләнселеккә сығып китергә мәжбүр. «Ул ҡайҙа торһон? Уның йорто юҡ, йәш балаһы бар», – тиеүгә ҡаршы Ғариф: «Уға Ғариф йорт һалып бирмәҫ, юҡты алланан һораһын! Бер тинлек файҙаһы теймәгән Шәһиҙәне аҫрап ятырға миндә әндрәй ҡаҙнаһы юҡ бит», – тип яуап бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы шулай уҡ Фатима, Сабира кеүек ярлы крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар образы аша ла күрһәтелә. Ире Әфтәх власть кешеләре менән бәрелештә үлтерелгән Фатима кескенә улы менән бер ниндәй ҡараусыһыҙ, йәшәү сығанағынан мәхрүм булып ҡала, бай кешеләргә еп иләп көнөн-көнгә ялғарға мәжбүр була. Ахыр сиктә, бәләкәй сана менән урманға утынға барған еренән аҙашып, һалҡын тейҙереп, аслыҡта һәм һыуыҡта үлеп китә.

Сабираның фажиғәһе иһә империалистик һуғыш менән, ауылдарҙағы дини-феодаль хөрәфәттәр, массаларҙың дин әһелдәре тарафынан ҡараңғылыҡта, томаналыҡта тотолоуы менән бәйләнгән, һөйгән егете Әхмәт менән вәғәҙәләшеп, никах уҡытырға йыйынғанда ғына һуғыш башлана, һәм ҡанлы ғәрәсәткә ауылдан беренсе булып Әхмәт ебәрелә. Шулай итеп, йәштәрҙең яҡты хыялдары тормошҡа ашмаҫ борон уҡ емерелә. Саф мөхәббәт емеше булған балаһы тыуғас иһә, Сабира яңы фажиғә алдына килеп баҫа: никахланмаған килеш бала табыуы ауыл кешеләре тарафынан «донъя ҡоротоу» тип, иң ҙур ғәйеп тип баһалана. Сабира тәүҙә: «Тештәре ҡойолғансы һөйләһендәр. Уларҙа минең ни эшем бар?» – тип, рухын төшөрмәйерәк йәшәһә һәм һәр төрлө ғәйбәттәрҙән, һүҙ оҙайтыуҙарҙан өҫтөн булырға тырышһа ла, йәшәп килгән тәртиптәрҙән, ғөрөф-йолаларҙан азат була алмай. Мулланың: «Ауылда бысраҡ кешеләр бар һуғышы ла, ҡоролоғо ла – барыһы ла шул бысраҡ кешеләрҙең гонаһ шомлоғо. Ауылды ундай бысраҡлыҡтарҙан әрсергә кәрәк! Шунһыҙ аллаһы тәғәлә беҙҙең баҫыуҙарыбыҙға ямғыр ебәрмәҫ! Шәриғәт зина итеүселәрҙе утҡа һалырға ҡуша. Кем дә кем берәүҙең зина ҡылыуын белеп, шуны йәшерһә, йәғни башҡаларға фаш итмәһә, ул кешегә тамуҡ.», – тигән һүҙҙәре менән иҫереп, күҙҙәре тонған ауыл кешеләре Сабираны үҙ балаһын күлгә ташларға мәжбүр итәләр.

Башҡорттар араһында инҡилапҡа тиклем йәшәп килгән феодаль-патриархаль тәртиптәр бер ярлыларға ғына түгел, хатта юғары ҡатламдың үҙ эсендә лә ҡатын-ҡыҙҙарға аяуһыҙ яҙмыштар алып килә. Мәҫәлән, Ғариф йәш бисә алғас, уның беренсе ҡатыны Йыһан, ҙур йорттоң тулы хоҡуҡлы хужаһы булыуҙан бөтөнләй һанға ла алынмаҫ кеше хәленә төшөүенә, көндәше Сәхибә тарафынан һәр төрлө мыҫҡыллауҙарға, йәберләүҙәргә түҙә алмайынса, үҙ-үҙен һәләк итә.

Бына шулай, Ғ. Хәйри, инҡилапҡа тиклемге ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар образын нигеҙҙә йәберләнеү, иҙелеү планында күрһәтеп, капиталистик мөнәсәбәттәрҙең, дини-феодаль тәртиптәрҙең һәм, аҙаҡ килеп, империалистик һуғыштың беренсе сиратта улар өҫтөнә йырып сыға алмаҫлыҡ фәжиғәләр алып килеүен раҫлай. Ауылдың Фатима, Сабира, Шәһиҙә, Йыһан һымаҡ, ғәҙәттән тыш мөшкөл хәлдәргә, күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарға юлыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙары ла бик ҡыҙғаныс ҡиәфәттә һүрәтләнәләр: улар бөтәһе лә наҙандар, шул наҙанлыҡтары арҡаһында һәр төрлө хөрәфәттәр ҡоло булып йәшәргә мәжбүрҙәр, бөтә төр кешелек хоҡуҡтарынан мәхрүмдәр.

Романда ҡатын-ҡыҙ яҙмышы проблемаһы ирекле, саф мөхәббәт мәсьәләләре менән дә айырылғыһыҙ бәйле. Сөнки кешелек хоҡуҡтарына эйә булыу, үҙеңде азат шәхес итеп тойоу, ижтимағи-социаль сферала тиң кеше итеп һанауҙан тыш, хистәр-тойғолар мәсьәләһендә лә, рухи яҡтан да ирекле булыуға туранан-тура бәйле бит.

Ғөмүмән, Ғ. Хәйри йәштәрҙең мөхәббәте ситуацияларын һүрәтләүгә ғәйәт ҙур урын бирә. Унда беҙ Сәхибә менән Мәхмүт, Сабира менән Әхмәт, Солтан менән Нюра, Шәмси менән Зөләйха араһындағы мөхәббәт тойғоларын сағылдырыусы картиналар, шулай уҡ Ғәли менән Һәжәр, Солтан менән Һәжәр мөнәсәбәттәрен яҡтыртҡан эпизодтар менән осрашабыҙ.

Шулай уҡ ауылдың ҙур муллаһы Ислах хәҙрәттең улы Солтан менән поп ҡыҙы Нюра араһындағы интим мөнәсәбәттәр иһә капиталистик йәмғиәттә мөхәббәткә дин һәм милләт айырмаһы йырып сыға алмаҫлыҡ кәртә булып ятыуын һәм йәштәрҙе фажиғәгә килтереүен күрһәтеүгә хеҙмәт итә. Рус ауылында земский мәктәбендә уҡыған Солтан менән Нюра бер-береһен ысын күңелдән яраталар. «Мөхәббәт – үҙе алла» тип иҫәпләгән был ике йәш йөрәк өсөн рус аллаһы һәм мосолман аллаһы тигән төшөнсәләр юҡҡа сыға, сөнки улар: «Мөхәббәткә диндәр кәртә була алмайҙар, булырға тейеш түгелдәр», – тип ҡарайҙар. Ләкин тупаҫ ысынбарлыҡ уларҙың был ҡараштарын юҡҡа сығара. Солтандың ата-әсәһе уның рус ҡыҙын яратыуы тураһында ишеткәс, тәүҙә уға ләғнәт уҡыйҙар, ахыр килеп, ҡыҙ ислам динен ҡабул иткән, «иман килтергән» һүрәттә, уға өйләнергә рөхсәт итәләр. Нюраның атаһы поп иһә, киреһенсә: «Беҙҙең ҡыҙыбыҙға өйләнгәнгә тиклем, Солтан тәрегә табынырға тейеш, был беҙҙең тарафтан ҡуйыла торған беренсе шарт», тип белдерә. Ахыр сиктә, ул, ҡыҙына үс итеп, уны хайуандарса көсләй һәм быуып үлтерә.

Шулай итеп, Ғ. Хәйри буржуаз йәмғиәттә феодаль-патриархаль тәртиптәр, дини фанатизм, байлыҡ культы хөкөм һөргән шарттарҙа мөхәббәт картиналары аша ҡатын-ҡыҙҙарҙың асы яҙмышын ғына күрһәтеп ҡалмай, ғөмүмән, шәхес ирке, кешеләрҙе рухи бығауҙарҙан азат итеү мәсьәләләрен дә күтәрә, буржуаз моралде һәр яҡлап фаш итә.

Ғ. Хәйринең мәктәп программаһында үтелгән әҫәрҙәре уның ижадын бөтә яҡап иңләргә мөмкилек бирмәй. Яҙыусының күп яҡлы ижадын тағағы ла тәрәнерәк итеп үтеү, уҡытыу программаһынан тыш бирелгән ваҡытта (мәҫәлән, кластан тыш эшмәкәрлектә) әҙиптең ижадын тулыраҡ итеп өйрәнеү мөһим. Яҙыусының йәштәр тормошона арналған күп кенә повестары бөгөнгө көндә лә үҙ әһәмиәтен юғалтмаған. Уларҙы уҡытыу һәм балаларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү – хәҙерге көн бурысы.

10-сы класта биографик факттарҙы дәрестә Ғ. Хәйринең ижад юлы менән тығыҙ бәйләп обзор тема рәүешендә биреү ҙур әһәмиәткә эйә. Ләкин әҙәбиәт уҡытыуға хәҙерге көндә булған талаптар уҡытыусынан яҙыусы биографияһын үткәндә балаларҙы аңлы эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе, уларҙы танып-белеү процесын ойоштороуҙы талап итә. Шуның өсөн, Ғ. Хәйринең атаһы менән булған ҡаршылыҡтарын уның шәхсән ҡараштарының эволюцияһы, заманындағы бөтә донъяны тетрәткән ижтимағи үүҙгәрештәренең яҙыусылыҡ ижадына булған йоғонтоһо призмаһы аша ҡарарға кәрәк. Яҙыусы ижады тураһында донъя күргән мәҡәләләрҙән өҙөктәр килтереү, уның заманында Ғ. Хәрйри ижадына ҡарата яҙылған тәнҡит материалдарын ҡарау уҡыусыларҙың ижтимағи аңын байыта.

Ғ. Хәйринең “Өсәүҙең тарихы” повесы – тәрән гуманистик йөкмәткеле, үҙенең тәрбиәүи әһәмиәетен бөгөн дә юғалтмаған күренекле әҫәр. 10-сы класта яҙыусының “Кооператорҙар” повесына төп иғтибар бирелеү сәбәпле, уның заманаға хас әхлаҡи конфликтты һәм йәштәр образын һүрәтләүсе был повесы ентелек өйрәнелмәй ҡала. Кластан тыш сәғәттә “Өсәүҙең тарихы” повесын өйрәнеүҙе проблемалы һөйләшеүҙәр аша һәм Ғ. Хәйринең ижад емешендәге Сәғитйән, Мәғфүзә, кире образ Ҡотоштоң әхлаҡи позицияларын хәҙерге көнгә бәйләп алып барыу уңышлы. Бындай алым балаларҙың ижтимағи йәшәйешкә күҙҙәрен аса, уларҙың шәхсән ҡараштарын үҫтерә, тормошта дөрөҫ юл һайларға, повеста һүрәтләнгән күңелһеҙ күренештәргә тарымаҫҡа өйрәтә.

10-сы класта Ғ. Хәйринең “Боролош” романын өйрәнеү барышында уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү, уларҙы оло тормошҡа әҙерләү, ижтимағи йәшәйеште дөрөҫ аңлау кеүек тәрбиәүи бурыстарға өлгәшергә мөмкин. Был маҡсатта программа буйынса романды өйрәнеүгә өс сәғәт ваҡыт бирелә. Тәүге дәрестә балаларға “Боролош” романында һүрәтләнгән осор һәм уның ҡаршылыҡлы яҡтары тураһында мәғлүмәт биреү, әҫрҙә һүрәтләнгән күренештәр нигеҙендәзаман һәм осор хаҡында дөйөм һығымта яһала. Романдың революцияға тикшемге һәм унан һуңғы йылдарҙағы ижтимағи көрәште геройҙар яҙмышы аша тасуирлауы, әҫәрҙең романтик һәм реалистик пафосы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Балаларға әҫәрҙең сюжет һыҙығының башлыса ҡораллы көрәшкә түгел, ә әхлаҡи һәм ижтимағи проблематикаға өҫтөнлөк биреүен аңлатыу мөһим. Икенсе дәрестә ошо уҡытыу йүнәлеше дауам ителеп, романдың образдар системаһына төркөмләнеш үткәрелә, төп геройҙар – Шәмси, Ғариф, Ғәли, Сәхибәгә характеристика бирелә. Һәр геройҙың эске донъяһы, уларҙың бөйөк боролош дәүерен нисек ҡабул итеүҙәрен, кире һәм ыңғай яҡтарын күрһәтергә кәрәк. Уның нигеҙедә романда геройҙың рухи эволюцияһы психологик тәрәнлек менән сағылдырыла тигән һығымта яһала. Өсөнсө дәре сиһә әҫәрҙәге ҡатын-ҡыҙ героиняларының ҡуйылышына арнала. Был дәрестә Сабира, ШәмсиСәхибә героиняларының тормошо, яҙмышы аша шул дәүерҙә гүзәл заттың дини хөрәфәттәр һәм ижтимағи тәртиптәр йоғонтоһонда ауыр йәшәйеше асыҡлана, уларҙың рухи һынылышы һәм я боролош һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тыуған шарттар асыҡлана. Романдағы мөхәббәт линияһы һәм дин менән мөхәббәт тураһында проблемалы һорау ҡуйыу балаларҙың әхлаҡи аңын һәм тормошҡа ҡарашын үҫтерегә булышлыҡ итә.

Кластан тыш эшмәкәрлектә Ғәйнан Хәйри ижадын өйрәнеү балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү йүнәлешендә алып барыла. Шулай уҡ “Боролош” романы буйынса инша яҙҙырыу, проблемалы әңгәмәләр уҡыусыларҙың ижтимағи аңын киңәйтергә, уларҙың яҙыусы ижадына һәм, ғөмүмән, һүрәтләнгән осорға үҙ ҡарашын тәрбиәләргә ярҙам итә. Ғ. Хәйри ижадн кластан тыш эшмәкәрлектә блок системаһы буйынса өйрәнеү уның әҫәрҙәрен дөйөм бер ижад донъяһы итеп күҙ алдына баҫтырырға, балаларҙың белемдәрен тупларға һәм яҙыусының ауыр тормош юлы менән бәйләргә ярҙам итә.

Ғәйнан Хәйри ижады бөгөнгө көндә лә уҡыусылар күңелендә һәм халыҡ хәтерендә йәшәүен дауам итә. Уның әҫәрҙәре ялҡынлы дәүерҙең бөтә асылын сағылдырып ҡына ҡалманы, ә кешелек йәмғиәтенең әңлаҡи хазиналарын иҫбатлап уның тәбиғәтен бөтә фәлсәфәүи тәрәнлегендә ижтимағи йәшәйеш аша асыуға өлгәште. Шуның менән дә мәшһүр яҙыусының ижады үлем

Список литературы

I

1. Баимов Р.Н. Судьба жанра. – Уфа, 1984. – битен карап яз

2. //Башҡорт әҙәбиәте тарихы: 6 томда: Т.3. Хәҙерге әҙәбиәт / Яуаплы ред. Р.Н.Байымов. – Өфө: Китап, 1992. – 512 б.

3. Башҡорт әҙәбиәтенән 10-сы синыф өсөн календарь-тематик план. Төҙ. Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова. – Өфө, 2008. – 36 б.

4. Вахитов А.Х. Жанр и стиль в башкирской прозе. – Уфа, 1982. – 379 с.

5. Вахитов А.Х. Башкирский советский роман. – М., 1987. – 210 с.

6. Зинәтуллина Х., Байымов Р. IX класта башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу. Методик эшкәртмәләр. – Өфө: Китап, 1986. – 145 б.

7. Галина Г.Г. Вопросы творческого метода в литературе 20-х годов ХХ века: автореф. дисс. канд. филол. наук. – Уфа, 2003. – 28 с.

8. Ғафаров Б. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1996. – 156 б.

9. Ғафаров Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1988. – 212 бит.

10. Ғималова М. V-XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 1994. – 256 б.

11. Ғималова М. V-VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1972. – 217 б.

12. Иҙелбаев М. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 1988. – 146 б.

13. Иҙелбаев М. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 1988. – 128 б.

14. Иҙелбаев М.Х. Синыфтан тыш уҡыу китабы. – Өфө, 2003. – 155 б.

15. Илишева Р.Х. Тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнеү: Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: БДУ, 2003. - 66 б.

16. V-XI кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән программа. – Өфө, 2002. – 5-8-се бб.

17. Сафуанов С. Ғәйнан Хәйри ижады. – Өфө, 1983. – 231 б.

18. Сөләймәнов Ә.М., Хөббитдинова Н.Ә. Әҙәби әҫәрҙе тикшереү юлдары. – Өфө, 2010. – 190 б.

19. Хөсәйенов Башҡорт әҙәбиәте (дәреслек,хрестоматия). 10 класс. – Өфө, 2008. – 245 б.

20. . XX быуат башҡорт әҙәбиәте: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. БДУ, – Өфө: 2003.

21. Ғәйнуллин М. Совет Башҡортостаны яҙыусылары: библиографик белешмә / М.Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов. – Өфө: 1988.- Б. 386 – 389.

22. Ғәлина Ғ.Ғ. Романтик рухлы реалистик әҙип: [Ғ.Хәйри ижады] // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2008. - №6. – Б.7-10.

23. Ғәлина Ғ.Ғ. Хәйри ижадында реализм һәм романтизм нисбәте // Башҡорт фольклоры: Тикшеренеүҙәр һәм материалдар. V сығарылыш. – Өфө: Ғилем, 2004. – Б.134-146.

24. Ғәлина Ғ.Ғ. Ғ.Хәйри ижадында реализм һәм романтизм // Галина Г.Г. Романтизм и реализм в башкирской литературе 20-30-х годов: Учебное пособие. – Уфа: Изд-во БГПУ, 2002. – Б. 62-75.

25. Мәхмүтов Ә. Тәүге роман авторы: [Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына – 110 йыл] / Ә.Мәхмүтов // Ағиҙел. – 2013. - №6. – Б.143.

26. Мостафина Р.Д XX быуаттың утыҙынсы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

27. Уҡыу әсбабы. – Өфө: БДУ нәшриәте, 2010. – 130 бит.

28. Сафуанов С. Ғәйнан Хәйриҙең «Боролош» романы // Хәйри Ғ. Боролош. – Өфө: Китап, 2006. – Б.3-14.

29. Сафуанов С. Ғәйнан Хәйри (1903-1938) // Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 3 том. Башҡорт совет әҙәбиәте (1917-1941 йылдар). – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 195-218-се биттәр

30. Хөсәйенов Ғ. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Беренсе киҫәк. теоретик поэтика / Ғ.Б. Хөсәйенов. – Өфө: Ғилем, 2006. – 403 бит.

31. Хөсәйенов Ғ. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Икенсе киҫәк. теоретик поэтика / Ғ.Б. Хөсәйенов. – Өфө: Ғилем, 2006. – 403 бит.

32. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006. – 248 бит.

33. Хәйри Ғ. Боролош. Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. – 464 бит.

34. Шаһиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. – Өфө: Китап, 2010. – 176 бит.

35. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Үҙгәрешле 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2003. – 392 бит.

36. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. – 259 бит.

II

37. Вахитов Ә. 20-30-сы йылдарҙа роман жанры//Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы. – Өфө, 1973. – 141-се б.

38. Гәрәева Г.Н. Ялҡынлы йәшлек йырсыһы//Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2003. - №6. – 30-32-се бб.

39. Ғәлина Ғ.Ғ. Ғ. Хәйри ижадында романтизм һәм реалзм нисбәте//Башҡорт фольклоры. Тикшеренеүҙәр һәм материалдар. 5 сығарылыш. – Өфө, 2004. – 134-146-сы бб.

40. Ғәлина Ғ.Ғ. Романтик рухлы реалистик әҙип//Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2008, №6. – 7 – 10-сы бб.

41. Хөсәйенов Ғ. Ғәйнан Хәйри (1903-1938) // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 1996, №1. – Б. 43-47

42. Хөсәйенов Ғ. “Боролош” романы // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 1996, №2. – Б. 35-41

43. Чаныш Ә. Әҙиптең йөрәк йылыһы [Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 80 йыл] // Ағиҙел. – 1983, №6. – Б.108-111.

III

44. Хәйри Ғ. Һайланма әҫәрҙәр. – Өфө, 1953. – 257 б.

45. Хәйри Ғ. Кооператорҙар. Повесть һәм хикәйәләр. – Өфө, 1974. – 210 б.

46. Хәйри Ғ. Боролош. Роман. – Өфө, 1979 – 461 б.

47. Шәрҡи З. Ғәйнан Хәйри//Шәрҡи З. Һайланма әҫәрҙәр. – Өфө, 1959. – 101-122-се бб.

Покупка готовой работы
Тема: «Ғайнан хӘйриҘеҢ ижади портреты: уны мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ перспективаҺы.»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 73
Цена: 2300 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика