Дипломная работа

«Мостай кӘримдеҢ оҘон-оҘаҠ баласаҠ ӘҪӘрендӘ Ҡылым кҮлӘмдӘре»

  • 69 страниц
Содержание

ИНЕШ 3

I БҮЛЕК МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ БАЛАЛАР ӨСӨН ЯҘЫЛҒАН ӘҪӘРҘӘРЕ ҺӘМ ҠЫЛЫМ КҮЛӘМДӘРЕ 9

1.1 Мостай Кәрим ижадында балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр 9

1) Мостай Кәримдең балалар әҙәбиәтенең идея-тематик йөкмәткеһе 9

2) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең теле, һүрәтләү алымдары, жанр үҙенсәлектәре 18

1.2 Ҡылымдарҙың күләм категорияһы 29

II БҮЛЕК. МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ “ОҘОН-ОҘАҠ БАЛА САҠ” ӘҪӘРЕНДӘ ҠЫЛЫМ КҮЛӘМДӘРЕ 43

1) эш йәки хәлдең, ваҡиғаларҙың башланып китеүен аңлатыусы ҡылым күләмдәре; 45

2) эш-хәлдәрҙең тамамланыуын, эшләнеп бөтәүен, ваҡиғаларҙың, хәрәкәттәрҙең туҡталыуын белдереүсе күләмдәр; 47

3) эш-хәлдәрҙең эшләнеү процесын, ваҡиғаларҙың барышын, уларҙың дауам итеүен күрһәтеүсе ҡылым күләмдәре; 48

4) эш-хәлдәрҙең оҙаҡ ваҡыт эсендә башҡарылыуын аңлатыусы ҡылым формалары; 49

5) эш-хәлдәрҙең ҡыҫҡа ваҡыт йә билдәле бер ваҡыт эсендә башҡарылыуын аңлатыусы ҡылым күләмдәре; 51

6) эш-хәлдәрҙең йә күбәйеүен, йә әҙәйеүен күрһәтеүсе ҡылым формалары; 54

7) эш-хәлдәрҙең эшләнә биреп эшләнмәй ҡалыуын күрһәткән ҡылым күләмдәре 54

8) эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттәрҙең башланыу алдында тороуын белдереүсе ҡылым күләмдәре; 55

9) эш-хәлдәрҙең, ваҡиғаларҙың ҡабатланып тороуын белдереүсе ҡылым күләмдәре 55

ЙОМҒАҠЛАУ 59

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ . 64

Введение

Башҡорт әҙәбиәтендә Мостай Кәрим әҫәрҙәре, ә тел ғилемендә “Ҡылым” темаһы теоретик яҡтан ярайһы уҡ тәрән өйрәнелгән темалар. Шул уҡ ваҡытта, айырым бер әҙәби әҫәр нигеҙендә телдең грамматик үҙенсәлектәрен, был осраҡта күләм ҡылымдары ҡулланылышын өйрәнеү мәсьәләләре бөгөнгө тел ғилемендә ентекле ҡаралған тип әйтеп булмай. Уны художестволы тел миҫалында өйрәнеүҙең теоретик һәм практик нигеҙҙәре лә булдырылмаған. Ҡылым күләмдәренең үҙенсәлектәре әҙәби тел миҫалында тикшеренеүҙәр үткәреүҙе талап итә. Был иһә диплом эше темаһының актуаллеген һәм яңылығын билдәләй.

Әҙәби әҫәр телен тикшереү өсөн махсус ҡағиҙәләр юҡ. Шуға күрә ғилми эш барышында башта Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең тел байлығын һүрәтләү, артабан ҡылым күләме тураһында бер ни тиклем мәғлүмәт биреү урынлы булыр. Икенсе бүлектә иһә телдең лексик-грамматик формаларын (ҡылым күләмен) әҙәби әҫәр нигеҙендә ҡарарбыҙ. Грамматика фәненә Мостай Кәрим кеүек нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы әҫәренең телен тикшереү яуаплы һәм күләмле эш. Әгәр грамматика телдең атаһы, этимология әсәһе икән, ата-әсәнең балалары ла булырға тейеш бит. Балалары – ауаз-хәреф, һүҙ тамыры, һүҙ нигеҙе, һүҙ ҡушымсаһы, төрлө типтағы һөйләм һ.б. Ә Мостай Кәримдең һүҙ сәнғәтен анализлау уның яҙыусы оҫталығын - йәнле картина тыуҙырыу, образлылыҡҡа ирешеү, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыҡлауға ярҙам итә.

Мостай Кәримдең ҡәләм оҫталығы шөһрәтен тикшереү төрлө грамматик сараларҙан уҡ башлана: халыҡ шағирының ижады, стиле башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә ҙур урын биләй. Мәҫәлән, ул телдә һирәк ҡулланылған сараларҙы даими файҙалана. Морфологик формаларҙы байытыуҙа ла Мостай Кәримдең ижады баһалап бөткөһөҙ. Шуғ күрә уның әҫәре нигеҙендә ҡылым күләмдәрен анализлау – урынлы һәм өлгөрөп еткән мәсьәлә.

Ҡылымдың күләм категорияһына килгәндә, К.Ғ. Ишбаев «Хәҙерге башҡорт теле» дәреслегендә уға ошондай аңлатма бирә: «Ҡылым күләме тип арауыҡ һәм ваҡыт эсендә процестың башҡарылыу характрын белдереүсе лексик-грамматик категорияға әйтәләр».[51, 211-cе бит]. Ғалим, был бүлектә, хәҙерге башҡорт телендә ҡылым күләмдәренең нигеҙҙә ике төрлө юл, йәғни, синтетик (йәки морфологик) юл һәм аналитик (синтаксик) юл менән яһалыуын күрһәтеп үтә. [51, 212-cе бит]. Атаҡлы тюрколог, телсе-ғалим М.В.Зәйнуллин хәҙерге башҡорт телендә күләм мәғәнәһе өс төрлө юл менән бирелә тигән фекерҙә:

1) синтетик юл, йәғни тамыр ҡылымдарға аффикстар ҡушылыуы юлы;

2) аналитик юл, йәғни төп ҡылымдарға ярҙамсы ҡылымдар функцияһын йәки ярҙамсы ҡылымдар функцияһын үтәгән ҡылымдар эйәреп килеүе юлы;

3) ҡылым формаларының ҡабатланып килеүе менән.

Ҡылым күләме эш-хәлдең, хәрәкәттең башланыу алдында тороуын һәм башланып китеүен, дауам итеүен һәм ителеүен, тамамланыуын, әҙ ваҡыт эсендә башҡарылыуын йәки дауамлы булыуын, күбәйеүен йә әҙәйеүен, ваҡиғаларҙың бер тапҡыр йә системалы рәүештә ҡабатланып тороуын йәки, ғөмүмән, ҡабатлаулы булыуын, йә булмаһа эштең кеше файҙаһына эшләнеүен белдерә. [24, 249-cы бит].

Ҡылым күләмдәре шулай уҡ эш-хәлдәрҙең, ваҡиғаларҙың көтөлмәгәндә килеп сығып йәһәт башҡарылыуын, эш-хәлдәрҙең эшләнеп бөтмәй ҡалыуын йәки эшләнеп бөтөү һәм эшләнеү алдында тороуын һәм башҡа мәғәнәләрҙе белдерергә мөмкин.

Диплом эшенең актуаллеге. Ҡылым күләмдәре айырыуса йәнле һөйләү телендә, әҙәби әҫәрҙәрҙә йыш ҡулланыла. Тик уларҙы өйрәнеүгә махсус иғтибар ителгәне юҡ әле, шуға күрә лә был тема тураһында материалдар бик аҙ. Мостай Кәрим ижадына килгәндә, уны өйрәнеүселәр бихисап тип әйтер инем. Бына уның балалар прозаһына айырым туҡталып өйрәнеүселәр юҡ кимәлдә. Мостай Кәрим прозаһының был өлкәһенә ҡағылышлы ғилми хеҙмәттәр донъя күргәне юҡ тип әйтһәк дә яңылышмабыҙ.

Шуға күрә Мостай Кәрим әҫәрҙәрен грамматик йәһәттән анализлау буйынса эш даими алып барылырға, ижади эҙләнеүҙәр, яңы хеҙмәттәр менән байытылырға тейеш тип уйлайым. Ошо йәһәттән ҡарағанда диплом эше бик актуаль.

Диплом эшенең маҡсаты: фәнни хеҙмәттең темаһы «Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" әҫәрендә ҡылым күләмдәре» тип атала. Уның йөкмәткеһе һәм төп маҡсаты итеп – М.Кәримдең балалар прозаһы нигеҙендә ҡылым күләмдәренең үҙенсәлектәрен асыҡлау һәм күп яҡлы күҙәтеүҙәргә танып был категорияны грамматик, стилистик, функциональ-семантик планда тикшереү тора. Шуға күрә лә, алда әйтелгәндәрҙән сығып, донъя күргән хеҙмәттәргә таянып һәм үҙемдең күҙәтеүҙәремде барлап, диплом эшебеҙҙә шундай бурыстар билдәләнде:

- Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙған прозаһына дөйөм күҙәтеү яһау;

- башҡорт телендә ҡылым күләмдәренең мәғәнә үҙенсәлектәренә, һөйләмдәге функцияларына һәм стилистик төҫмөрлөктәренә анализ биреү;

- ҡылым күләмдәренең яһалыу юлдарын асыҡлау һәм уларҙың художестволы әҫәрҙә ҡулланылышын анализлау

Өйрәнелеү кимәле. Мостай Кәрмдең ижадына байҡау яһап, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыусы тәнҡитселәрҙән түбәндәгеләрҙе атарға була: Вәлиев И. «Мостай Кәрим ижадының халыҡсанлығы», «Мустай Карим о семейной педагогике Багаева З. «Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы», Бикбаев Р. «Школа Мустая Карима», Хөсәйенов Ғ.Б. «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» һ.б. [56].

Ҡылым күләмдәрен өйрәнеү күптән инде телселәрҙең иғтибар үҙәгендә тора. Бында айырыуса Ж Ғ. Кейекбаев, Ә. Харисов, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Зәйнуллин М.В., Ишбулатов Н.Х., Дмитриев Н.К. тикшеренеүҙәре билдәле.

Мәҫәлән, Ж.Ғ. Кейекбаев хеҙмəтендə ҡылымдың төр (вид) категорияһы үҙенсəлекле сиселə. Уның уйынса, башҡорт телендə был категория саф грамматик күренеш була алмай, бəлки лексик-грамматик күренеш булып тора. Уның фекеренсə, башҡорт теленең был категорияһын "Ҡылым күлəмдəре" тип билдəлəү дөрөҫлөккə яҡын. [33, 48-cе бит].

1944 йылда Ə.Харисовтың да башҡорт ҡылымының күлəм (төр) категорияһына бағышланған хеҙмəте донъя күрə. Был монографик хеҙмəттə төр (күлəм) мəғəнəһен белдереүсе аналитик формалар өйрəнелгəн. Заман формаларының күлəм мəғəнəһен белдереүе хаҡында ла əйтелгəн. Шуныһы характерлы, Ə.Харисов алыр инем формаһын төрки тел ғилемендəге традиция буйынса шарт һөйкəлеше итеп билдəлəмəй, ə күптəн үткəн заман мəғəнəһен биреүсе форма итеп ҡарай.

Диплом эшенең теоретик һәм методик нигеҙҙәре. Эш Бикбаев Р., Хөсәйенов Ғ.Б., Шәрипова З.Я., Сафуанов С., Исҡужина Н.Д., Гәрәева Г.Н., Хәлилов М., Вәлиев И. һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә таянып яҙылды. Тел ғилемендә күләм категорияһына арналған башҡорт һәм башҡа төрки телдәре буйынса эшләүсе лингвистарҙың хеҙмәттәре алынды. Был теманы өйрәнеү барышында Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, Ә.Ә. Юлдашбаев, Ғ.Ғ. сәйетбатталов, К.Ғ. Ишбаев, Ҡ.З. Әхмәров, М.В. Зәйнуллин, Н.Х. Ишбулатов, М.З. Зәкиев, М.В. Зәйнуллин, М.Ғ. Усманова һ.б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре өйрәнелде.

Тикшеренеү методтары. Диплом эшен яҙғанда ошоға тиклем әҙәбиәт һәм тел ғилемендә йыш ҡулланылған, традицион булған тикшеренеү алымдары, атап әйткәндә күҙәтеү, тасуирлау, структур һәм сағыштырыу методтары ҡулланылды. Фекерҙәрҙе миҫалдар менән нығытыу һәм иҫбатлау өсөн эҙләнеү методы бик әһәмиәтле булды.

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте. Хеҙмәтте педколледж, университет студенттары әҙәбиәттән, телдән уны уҡытыу методикаһынан рефераттар, курс эштәре яҙғанда файҙалана ала.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ БАЛАЛАР ӨСӨН ЯҘЫЛҒАН ӘҪӘРҘӘРЕ ҺӘМ ҠЫЛЫМ КҮЛӘМДӘРЕ

1.1 Мостай Кәрим ижадында балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр

1) Мостай Кәримдең балалар әҙәбиәтенең идея-тематик йөкмәткеһе

Ҡәҙерле буяуҙары һәм ауаздары менән, ғәзиз кешеләре һәм онотолмаҫ урындары менән тыуған ерҙең матурлығы сабый саҡтарҙан уҡ күңелдә тамырлана. Башҡортостанда тыуып үҫкән һәр кем ошо ерҙең һылыу Ағиҙеле, күкрәгендә хазиналар һаҡлаған Урал тауҙары, киң офоҡло далалары менән ғорурлана.

Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал тауҙарылай олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.

Яңы тау һыртына артылғанда ул бейеклектән ниндәй күренештәр асылып китерен күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын. Уралып-уралып аҡҡан йылға буйлап төшкәндә яңы боролмала һине ниндәй матурлыҡтар ҡаршы алырын тәүге сәйәхәттә алдан әйтеп булмай. Мостай Кәримдең ғәжәп бай һәм ҡатмарлы ижады уҡыусыларға һәр саҡ үҙенең өр-яңы һыҙаттары менән асыла.

Әйтергә кәрәк, әҙип прозаға балалар әҙәбиәте аша бала саҡ темаһы менән килеп инә. Оло әҙәбиәттең башы ошо бәләкәйҙәр әҙәбиәтенән башлана кеүек уға.Уны балалар өсөн әҫәр яҙыуға беренсенән, һуғыштан һуң балаларҙың, үҫмерҙәрҙең янынан яңы һәм төрлө-төрлө әҫәрҙәргә, әҙәби төрҙәргә айырата һыуһаған мәле этәрһә, икенсенән, яҙыусы үҙе әйткәнсә, күңеле балалар донъяһына нығыраҡ, яҡын, уй-хыялдары күберәк бала саҡ илендә булғанға тотона.

Эйе, сикһеҙ хыялдарға, фантазияға бай, мөғжизәле һәм иң тылсымлы ижад балалар әҙәбиәте шул ул.

1951 йылда республикабыҙҙың «Пионер» журналында «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы донъя күрә. Ул тиҙ арала башҡорт балалар әҙәбиәтенең йәме, күңел йәме булыр әҫәргә әйләнә. Бер нисә тапҡыр айырым китап булып баҫылып сыға, айырым өлөштәре уҡыу китаптарына инә. Әҙәби тәнҡит күтәреп ала. Оҙаҡламай повесть рус теленә тәржемә ителеп, ҡат-ҡат баҫыла, украин, грузин, ҡаҙаҡ, татар, үзбәк, ҡырғыҙ, төрөкмән, сыуаш, латыш һ. б. телдәрҙә китап булып сыға. Сит илдәрҙән ҡытай теленә тәржемә ителә. Тимәк, әҫәр төрлө телдәрҙә миллионлаған балаларҙың ихтирамын яулай.

Алты-ете йәшлек бала ауыҙынан һөйләтелгән был әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының башҡорт ауылдарына алып килгән ауырлыҡтары ла, ир-аттар һуғышҡа киткәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәш үҫмерҙәрҙең, ҡарттарҙың колхоздағы бөтә эште үҙ елкәләрендә алып барыуы ла, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһы һәм еңеү шатлығы ла кескенә уҡыусылар аңларлыҡ һәм уларҙың зиһененә һеңеп ҡалырлыҡ итеп күрһәтелә. Ысынбарлыҡ унда тап бала тоя алғанса, бер үк ваҡытта ябай ҙа һәм тәьҫирле лә итеп һүрәтләп бирелә. Ә үҙе күргән тормош, тирә-йүн тураһында һөйләүсе кескенә Йәмил иһә, үҙ йәшенә хас булғанса, һәр нәмәне белергә, төшөнөргә тырыша. Өлкәндәрҙең һөйләшкәне лә уның ҡолағына үҙенсәлекле призма аша үтеп һеңеп ҡала, уларҙың эштәре лә, бөтә хикмәттәре лә ҡабул ителә. Күҙе күргән, ҡолағы ишеткән һәр фактҡа уның үҙенсә ҡарашы, хөкөмө бар. Һөҙөмтәлә Йәмилдең бала психологияһы бик тулы булып, бөтә тормош менән, бәйләнештә асыла.

Әҙиптең «Өс таған» повесы мажаралы сюжетҡа ҡоролған бик мауыҡтырғыс әҫәр. Бәләкәй ҡаһармандары сая һәм шуҡ тәбиғәтле, йөкмәткеһе үҙе бер ымһындырғыс, тел-стиле һоҡландырғыс уның.

Мостай Кәрим әйткәнсә, балалар донъяһы – үҙенә бер төрлө ул. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хыялдар, теләктәр донъяһы. Уның бала уй-хыялы тарафынан ғына тыуҙырылған һәм күҙ алдына килтерелгән үҙ серҙәре бар. Балалар, ғәҙәттә, ололар күрмәгәнде күрәләр, ололар ишетмәгәнде ишетәләр. Үҙҙәренсә бер серле, тылсымлы донъя тыуҙыралар. Яҙыусы кеше ошо донъяны һүрәтләргә теләй икән, уның шул үҙенсәлектәрен тойоп-күҙаллап, балалар зиһенен биләрлек итеп яҙырға, балалыҡтан ололар донъяһына яйлап инергә ярҙам итергә лә тейеш. Реаль ауырлыҡтарҙы күреп, бала ни эшләргә белмәй аптырап ҡалмаһын, һаман яңы асыштар яһарға ярһып, атлығып торһон, үҙенең бала сағындағы яҡты хыялдарын да, ҡанатлы ынтылыштарын да онотмаһын. Матур теләк-ниәттәре ҡыйрала күрмәһен. [35, 148-cе бит].

Алда әйтеп үтеүебеҙсә, «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесында ете йәшлек бала аңлауынса ошо донъяның ал-күгелйемерәк төҫтәге монарлы яҡтары яҡтыртылһа, «Өс таған»да иһә ун ике – ун өс йәшлек малайҙарҙың үҙенсә мәшәҡәтле һәм ярым мажаралы тормоштары тасуирлана. Уның ололар төшөнөп етмәҫтәй үҙ хәстәр һәм ауырлыҡтары, табыш һәм юғалтыуҙары, шатлыҡ һәм хәсрәттәре, үҙ вайым һәм ғәмдәре бар.

«Өс таған» да хәл-ваҡиғаларҙы автор үҙе һөйләй. Балалар донъяһына инеп, улар хыялланғанса һәм аңлағанса мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Улар менән үҙ кеше булып һөйләшә, бер булып әңгәмәләшә.

«Өс таған» авторы үҙенең геройҙары – шаян малайҙар менән бергә тормош эсендә ҡайнап йөрөй. Шундай әҫәрҙәрҙе уҡығанда, үҙең дә һиҙмәҫтән шул малайҙар һәм автор менән ваҡиғалар тыуҙырып йөрөйһөң, улар донъяһына күсәһең».

Автор үҙенең повесын башлап ебәргәндә үк иғтибарҙы тартыр әңгәмә рәүешле һорауҙар менән һүҙен аса: «Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө». Быға Бөркөтлөнән тыш бүтән ерҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, шаулы диңгеҙҙәр хаҡында, һәм шуларға оҡшаш башҡа хыялдар тураһындағы әңгәмә ялғанып китә. [38, 211-cе бит].

Донъяла ниндәй генә матур, хатта иҫ киткес ер-илдәр булмаһын, тасуирланыуынса, бөркөттәй Бөркөтлө һис тә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Урал тауҙары ҡуйынына һыйынып ултырған ауылдың тау-урмандары, зәңгәр күл-йылғалары үҙе бер хозурлыҡ. Береһенән-береһе серле Ҡалҡанкүл менән Ҡылыскүлдәре үҙҙәре генә ни тора! Ул күлдәрҙең нисек яралыуы тураһындағы легендаһы ҡалай хикмәтле: имеш, борон-борон заманда, Уралды илбаҫарҙарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән, ти. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан.

Автор артабан Күкрәктау, унан ары бейек Кирәмәт түбәһе хаҡында телгә ала ла кескәй ҡаһармандары өс малай, бер ҡыҙыҡай һәм өлкән көтөүсе Шәрифулла менән таныштырыуға күсә. Әңгәмә шулай ҡуйыра бара. Иң ҡыҙыҡлыһы серле тауыш менән Шәрифулла һөйләгән әңгәмә: Кирәмәт тау түбәһендәге кескәй күл хаҡындағы хикәйәт. Әүәл шул тау түбәһендәге күлдә алтын-көмөш балыҡтар мыжғып торған, имеш. Бер яман әҙәм күлгә бер генә суртан ебәргән. Аҙмы күпме ғүмер үтеүгә, шул оңҡот алтын-көмөш балыҡтарҙы йотоп ҡырын бөткән, аҙаҡ үҙе лә үлгән. Балыҡһыҙ күл ҡарайып ҡалған, кибә башлаған. Күл ҡороһа, Кирәмәт түбәһенең ҡото китеп, тау үҙе ишелеп төшөүе ихтимал икән.

Шулай әңгәмә хикәйәткә, хикәйәте ярым әкиәткә күсеп, өс малайҙы күлде һәләкәттән ҡотҡарыр өсөн балыҡ ебәрергә кәрәклегенә килеү уйы уҡыусыны ысынбарлыҡҡа ҡайтара – повестың хикмәтләп һөйләнгән экспозицияһы ҡорола. Алдағы эш-сәфәргә әҙерлек – башлыҡ һайлау, өс малай – өс тағандың төрлө шарттарҙа ҡылыҡтары һыналышы, берсә уңыш, берсә хаталар, көндәлек ығы-зығылар, мәшәҡәттәр, ҡаршылыҡтар – повестың сюжет һыҙығын тәшкил итә. Бында балаларҙың хыял донъяһы ҡәтғи ысынбарлыҡ, хәстәр, шөғөлдәр менән тәбиғи рәүештә тығыҙ аралашып бара. Көндәлек хәлдәр Ғабдулла, Вәзир һәм Айҙар һуңынан килеп ҡушылған Яҡуп исемле әлеге өс малайҙың холоҡ ҡылыҡтарын һынай, алдағы оло тормошҡа әҙерләй.

Автор йәш ҡаһармандарының киләсәген яҡшыға юрай: «Йәнә йылдар үтер. Был малайҙар егет булып етер. Шул саҡ улар Кирәмәттән дә бейегерәк түбәләргә күтәрелерҙәр. Ерҙе генә түгел, күкте лә биҙәрҙәр улар. Һеҙ быға ышанаһығыҙмы? Мин ышанам». Ышаныслы һуңғы аккорд һүҙе шулай повестың.

Төрлө хәлгә тарыған өс малайҙың ҡайғы-шатлыҡтары, киҫкен осраҡтарҙан үҙ аҡыл һәм таһылдары менән сыға алыуҙары уҡыусыла уларға һоҡланыу, үҙ итеү, бергәләп кисереү, кәрәк мәлендә ҡыҙғаныу, шәфҡәтлелек тойғоларын уята. Ул, гүйә, шул донъя эсендә йәшәй. Повеста автор бөтәһенә ололар күҙе менән ҡарай, улар аҡылы һәм тәжрибәһе менән баһалай, ҡай саҡ балаларға хас булмағанса аҫтыртын ғына көлөмһөрәй ҙә, ти М.Кәрим үҙе.

Шуҡ, аралаш мут малайҙарҙан көлөү ҙә яҙыҡ түгел. Сәрелдәк Гөлнурға ла өлөш сығара. «Исеме лә матур уның – Гөлнур, – ти тәү таныштырғанда. – Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис кенә лә һүҙ тормай».

Бына Вәзирҙең көрәшеп еңелгән, етмәһә, өҫтөндәге берҙән-бер күлдәген йырттырып ҡыҙғаныс хәлгә ҡалған мәле. Ә автор тел сарлай: «Вәзир бына хәҙер йә ҡысҡырып илар, йә Айҙар менән һуғыша башлар тип көтәһегеҙҙер, бәлки. Көтмәгеҙ, көтөүегеҙ бушҡа сығасаҡ. Вәзир донъяның ваҡ-төйәгенә иҫе китеп бара торған малай түгел. Йәнә шуны ла әйтеп үтергә кәрәк. Кейем-һалым һандығы уның бөтөнләй үк буш та түгел. Өйҙә тағы бер күлдәге бар. Тик бына төҫөн генә хәтерләүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, уның төҫө юҡ. Көн ашаған. Шулай ҙа «Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» иптәштәренә ҡушылып көлмәне».

Илар ерҙә шулай сәм-көлкө менән ҡаплатып та үтә киҫкенлекте хикәйәләүсе.

Әйтергә кәрәк, «Өс таған» повесында балалар донъяһы менән ысынбарлыҡ тәбиғиерәк үрелә, геройҙар гелән хәрәкәттә, төрлө ситуацияларҙа асыла.

Мәҫәлән, повеста һуғыштан һуңғы шаҡтай ауыр тормош шарттары, ҡыҫынҡы көнкүреш, һуғыш килтергән ҡорбан-етемлектәр күренеп тороуға ҡарамаҫтан, балаларҙың фантазияға, сәмле ынтылыштарға бай донъяһы әҫәрҙе барыбер романтик рух менән һуғара.

Әҫәрҙең стиль үҙенсәлеге башлыса әкиәт һәм хикәйәт стиленә тартым һыҙаттар менән билдәләнә. Башта уҡ күреүебеҙсә, күтәренке тонда башланған хикәйәләү хикмәтле әңгәмә, әкиәт алымдары менән ҡушылып киткәйне. Ә улар иһә артабан әкиәт ситуацияларына оҡшатып башлыҡ һайлау ярыштарын – йүгереште, сәпкә атышты, көрәште тасуирлағанда, йәш ҡаһармандары әкиәттәгеләй бүтән хәлдәргә тарығанда, әкиәт батырҙары менән сағыштырылғанда йәнә баҙыҡланып, повесть тамам ярым әкиәт, хикәйәт стиленә көйләнә. Өс тағанды барлыҡҡа килтергән өс малай һәләттәре яғынан торғаны өс әкиәт батырымы ни: береһе йүгерек, береһе мәргән, береһе көрәшсе. Алышта ла, һынамышта ла, төрлө киҫкен мәлдәрҙә лә әкиәт батырҙарындай сая һәм ҡыйыу ҡыланалар улар. Ниндәй осраҡта ла ҡаушап ебеп ҡалмайҙар.

Әңгәмә ҡорған автор әкиәт алымдарын бик оҫта файҙалана. Әкиәтсәләй ул, мәҫәлән, «Хәҙер малайҙарҙың өй эҫтәренә күҙ һалайыҡ. Кемдән башлайыҡ икән? Башлыҡтан башлайыҡ, йә «Яҡуп менән мауығып, кисә беҙҙән бик алама хәлдә ҡалған Вәзирҙе онотоп ебәрҙек бит. Әйҙә, Яҡуп үҙ эшен эшләй торһон, беҙ Вәзирҙер шыпа ҡағылып үтәйек», – тип алмаш-тилмәш бер ҡаһарманынан икенсеһенә күсә, йә «йомро-йомро йомғағым» – тип ниндәй ҙә булһа бер сетереклерәк йомғаҡты һүтергә тотона, йә ҡылыҡ-фиғылдары һыналыр хәлдәргә, юл саттарына ҡуя тора. Вәзирен бер мәл юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадирға оҡшата. Айырым тамашалар хас әкиәтсә тасуирлана.

Шулай итеп, М. Кәримдең балалар өсөн яҙған прозаһында ҡуҙғатылған ғаилә тәрбиәһе проблемаһы, йәшәйешебеҙгә бәйле, рухиәтебеҙгә туранан-тура ҡағылышлы киңерәк планда өйрәнелергә хаҡлы.

Шуға күрә, әҙәбиәт ғилемендә был йүнәлештә эш артабан дауам ителергә, ижади эҙләнеүҙәр, яңы хеҙмәттәр менән байытылырға тейеш тип уйлайым. Ошо йәһәттән ҡарағанда диплом эше бик актуаль.

Заключение

Диплом эшендә «Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" әҫәрендә ҡылым күләмдәре» темаһын асыуҙы маҡсат итеп алдыҡ.

Хеҙмәтте яҙғанда ике өлөшкә бүлеп тикшереүҙе урынлы тип таптыҡ. Инештә теманың актуаллеген күрһәтеп, маҡсат һәм бурыстар ҡуйҙыҡ. Диплом эшебеҙҙең, төп өлөшөн ике параграфҡа бүлеп, тәүгеһендә Мостай Кәримдең балалар әҙәбиәтен һәм ҡылым темаһының өйрәнелешенә, уға дөйөм төшөнсә биреп тарихын асыҡлауға арнаһаҡ, киләһе бүлекте “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә сағылыш алған ҡылым күләмдәре темаһын асыуға ынтылыш яһаныҡ.

Мостай Кәрим әҫәренең сәнғәтсә эшләнеше, тел-стиль үҙенсәлеге тураһында хаҡ, төплө, аҡыллы, хисле фекер әйткәндә, стилистика маһирлыҡтың ҡылдай нескә яҡтарына ла иғтибар итә ғалим. Мостай Кәримдең ижады күп яҡлы: ул талантлы шағир ҙа, көслө прозаик та, мәшһүр драматург та һәм ялҡынлы публицист та. Уның әҫәрҙәре тәрән мәғәнәле, юғары идеялы, киң йөкмәткеле. Ул үҙенең ана шул таланты менән донъя халыҡтары күңелендә танылыу яуланы. Шуға ла уның әҫәрҙәренең грамматик төҙөлөшөн өйрәнеү көкүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.

Оло әҙиптең ижады башҡорт теленең лексикаһын һәм фразеологияһын үҫтереүҙә лә бай сығанаҡтарҙың береһе һанала. Уның үҙенсәлекле фразеологик берәмектәре, диалект ерлегенән, халыҡтың йәнле һөйләү теленән алынған телмәр берәмектәре әҙәби телдең һүҙлек составын бермә-бер байытты.

Хәҙерге тел ғилемендә тел күренештәрен функциональ-семантик яҡтан өйрәнеү төп йүнәлеш һанала. Морфологик категория булараҡ, ҡылым күләмдәрен ошо аспектта өйрәнеү бөгөнгө көндә бик актуаль.

Нимә һуң ул ҡылым күләмдәре (күләм категорияһы)?

Был һорауға яуап бирер өсөн иң тәүҙә К.Ғ. Ишбаевтың «Хәҙерге башҡорт теле» дәреслегендә тәҡдим ителгән «Ҡылым» темаһына арналған бүлегендә бирелгән билдәләмәгә иғтибар итәйек: «Ҡылым күләме тип арауыҡ һәм ваҡыт эсендә процестың башҡарылыу характрын белдереүсе лексик-грамматик категорияға әйтәләр». Ғалим, был бүлектә, хәҙерге башҡорт телендә ҡылым күләмдәренең нигеҙҙә ике төрлө юл, йәғни, синтетик (йәки морфологик) юл һәм аналитик (синтаксик) юл менән яһалыуын күрһәтеп үтә. Мәҫәлән, синтетик юл менән яһалғанда, нигеҙ йәки тамыр ҡылымға айырым аффикстар ҡушыла: килгеләү (ҡабатланған эш-хәрәкәт), китеңкерәү (көсәйтелгән эш-хәрәкәт), ә аналитик юл менән яһалғанда, төп мәғәнәне белдереүсе теге йәки был ҡылымға ярҙамсы ҡылым вазифаһын башҡарыусы икенсе бер ҡылым ҡушылып килә, һәм ул ярҙамсы ҡылым күләм мәғәнәһен сағылдыра. Миҫал: килеп йөрөү (ҡабат-ҡабат башҡарылыусы бер төрлө эш-хәрәкәт), эшләй һалыу (тиҙ, йәһәт башҡарылған эш-хәрәкәт), эшләп тороу (дауамлы эш-хәрәкәт) һ.б.

Ә профессор М.В. Зәйнуллин фекеренсә хәҙерге башҡорт телендә күләм мәғәнәһе өс төрлө юл менән бирелә:

1) синтетик юл, йәғни тамыр ҡылымдарға аффикстар ҡушылыуы юлы; 2) аналитик юл, йәғни төп ҡылымдарға ярҙамсы ҡылымдар функцияһын йәки ярҙамсы ҡылымдар функцияһын үтәгән ҡылымдар эйәреп килеүе юлы; 3) ҡылым формаларының ҡабатланып килеүе менән.

Әйтергә кәрәк, башҡорт тел ғилемендə ҡылым, уның семантик йөкмəткеһе, морфологик категориялары, синтаксик функциялары, шулай уҡ ҡылым һүҙьяһалышы сағыштырмаса ентекле һəм киң планда тикшерелгəн. Ҡылым хаҡындағы тəүге мəғлүмəттəр А.Бессоновтың, В.Катаринскийҙың һəм М.Биксуриндың хеҙмəттəрендə бирелə.

Шулай уҡ, ҡылымдың төрлө грамматик һəм лексик-грамматик категориялары проф. М.В. Зəйнуллин, проф. Ғ.Ғ. Сəйетбатталов, проф. Н.Х. Ишбулатов, проф. М.Х. Əхтəмов, проф. К.Ғ. Ишбаев, проф. Р.Х. Халикова, проф. Ҡ.3. Əхмəров, фəн докторҙары Н.Х. Мəҡсүтова, С.Ф. Миржанова, фəн кандидаттары Х.Ғ. Йосопов, Ə.Х. Фатихов, М.Ə. Əхмəтов һəм башҡа ғалимдарҙың хеҙмəттəрендə ҡаралған.

Мостай Кәрим үҙенең автобиографик “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә ҡылым күләмдәре формаларының бөтә төрҙәрен дә уңышлы ҡулланып халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, байрамдарын халыҡсан итеп тасуирлап биргән.

Халыҡ шағирының кешенең эске донъяһына, шәхес булараҡ үҫешенә иғтибар итеүе, тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итеүе уның нәфис һүҙ оҫтаһы булыуы менән бер рәттән уҡыусының күңелен аңлаған, әҫәрҙәре аша тәрбиәүи мәлдәргә лә ҙур урын биргән, халыҡ педагогикаһына таянған әҙип булыуын да дәлилләй. Мостай Кәрим педагогикаһының нигеҙҙәре – халыҡсанлыҡ һәм изгелек, гражданлыҡ һәм патриотизм, милли мөнәсәбәттәр, йәмғиәт һәм мәктәп. Был традициялар Мөхәмәтсәлим Өмәтбаев, Риза Фәхретдинов, Мәжит Ғафури һәм Шәйехзада Бабичтан килә. Юҡҡа ғына шағир һәм яҙыусыларҙы милләт уҡытыусылары тип атамайҙар. Мәғариф системаһының төп йүнәлештәренең береһе – балаларҙа үҙ халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләү, уның тарихын белергә, аңларға, баһаларға өйрәтеү. Был йәһәттән әҙәбиәт, яҙыусылар ижадының роле баһалап бөткөһөҙ.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында ҡылым күләмдәре тематикаһы диплом эшенең икенсе бүлегендә, ҡылым күләмдәренең һәр төрөнә миҫалдар килтереп анализ биреү барышында асыҡ күренде. Автобиографик әҙәрҙә яҙыусы үҙ миҫалында (Кендек образы аша) ауыл кешеләре араһындағы тормошто һүрәтләй, сабый ҡарашы менән изгелек – яуызлыҡ, яҡшы-яман кеүек күренештәргә баһа бирә. Дөйөм алғанда, Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә шәхси миҫалға ҙур урын бүленә, был алым уҡыусыларға нығыраҡ тәҫьир итә. Һәм ошо яҙыусылыҡ оҫталығы менән бер рәттән беҙ уның тел байлығын да күрә алдыҡ, күләм ҡылымдары формаларын яһаусы - алыу, барыу, башлау, биреү, бөтөү, бүлеү, етеү, ебәреү, йөрөү, китеү, килеү, ҡалыу, ҡуйыу, ҡарау, тороу, тотоноу, төшөү, сығыу, уҙыу, үтеү, ултырыу, ҡалыу, ятыу, яҙыу кеүек ҡылымдарҙы автор оҫта һәм урынлы файҙалана.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев былай ти: ”Мостай Кәрим ижады – ышаныс һәм тура юл мәктәбе. Беҙҙең замандаштарыбыҙҙың күбеһе ошо мәктәп аша үткән. Мостай Кәримдең халҡыбыҙға ҡалдырған иң ҙур хазинаһы – уның ижады, ил хәстәренән, тарих биттәренән юйылмаҫлыҡ, алдағы быуаттарға үтерлек итеп әйткән аҡыл эйәһенең хикмәтле һүҙе”.

Ошо уныда Мостай Кәримдең үҙенең һүҙҙәре лә урынлы булыр: “Ғөмүмән, әҙәбиәт, минеңсә, ике маҡсатты үтәй. Милләттең үҙен аса, үҙенә ҡарата күҙен аса. Был – бер. Икенсенән, әҙип ул халҡы тураһында һөйләп, донъя халыҡтары өсөн асыш яһай. Иң мөһиме – үҙебеҙҙе үҙебеҙ беләйек. Үҙебеҙсә икән – үҙебеҙгә нисек тә хеҙмәт итер, тик милли ауаз, милли хистәр, милли моң булһын”. Ошо һүҙҙәрҙе үҙ ижадында төп ҡағиҙә, хаҡ хәҡиҡәт рәүешендә ҡулланып, шуның иң матур өлгөләрен биргән әҙипте диплом эшендә беҙ тәрбиә биреүсе, телсе булараҡ асырға тырыштыҡ.

Диплом эшебеҙ, төрлө ғилми сығанаҡтарға шулай уҡ, рус, башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәренә таянып яҙылды. Был хеҙмәттә башҡорт тел ғилемендә Мостай Кәрим ижадында ҡылым күләмдәренең лексик-грамматик тәбиғәтенә, грамматик формаларына, лексик функцияларына байҡау яһала. Беҙҙең диплом эшебеҙҙең темаһы бик актуаль, сөнки был тема бөгөнгө көнгә тиклем өйрәнелмәгән һәм киләсәктә уны фәнни өйрәнеү бик кәрәк.

Список литературы

1. Абрамович Г. Введение литературоведение. – М.: Просвещение, 1979. – 352 стр.

2. Аҙнабаев Ә. М. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. – 176 бит.

3. Аҙнағолов Р.Ғ. Жəлил Кейекбаев лекциялары. (“Төрки телдəрҙең сағыштырма грамматикаһы” курсы буйынса”). - Өфө: БашДУ, 2006. – 48 бит.

4. Багаева З. Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2000. - №10. – 45-47-се биттәр.

5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. IV том. Башҡорт совет әҙәбиәте, 1941-1955 йылдар / Баш мөхәррире Ғ.Б.Хөсәйенов/ – Өфө: Китап, 1993. – 448 бит.

6. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. V том. Башҡорт совет әҙәбиәте, 1956-1965 йылдар / Баш мөхәррире Ғ.Б.Хөсәйенов./ – Өфө: Китап, 1993. – 600 бит.

7. Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек / Г.Р.Абдуллина, Г.Д.Вәлиева, К.Ғ.Ишбаев (яуаплы мөхәррир) һ.б. – Өфө: Китап, 2012. - 616 бит.

8. Башҡортостан газетаһы сайты h**t:// bashgazet.r*

9. Бикбаев Р. Аяҡтары юлда, күңеле йырҙа булды. Башҡортостан.- 2006.- 19 окт.- 4 б.

10. Бикбаев Р. Шағир һүҙе – шағир яҙмышы: ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интерью, мәҡәләләр. – Өфө: Китап, 1997. – 432-439-сы биттәр.

11. Бикҡужина Т. Ә. Мәктәптә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү: Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик ҡулланма. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2001. – 184 бит.

12. Валеев И. И. Гуманистические основы педагогики Мустая Карима: / Истоки.- 2001.- №9.- с.4

13. Валеев И.И Педагогика Мустая Карима - Уфа: Китап, 2003.- 224 с.

14. Валеев И.И. Мустай Карим о семейной педагогике /Ядкярь.- 2006.- №3.- С.73

15. Валеев, И. Мустай Карим: воин, поэт, гражданин.- М.: «Герои Отечества», 2004.- 584 с.

16. Википедия на башкирском языке (элекктронный ресурс) - h**t://ba.wikipedia.org/wiki

17. Ғәләүетдинов И. Ғ. Башҡорт әҙәби теле тарихы: XIX быуат – XX быуат башы. – Өфө: Китап, 2008. – 272 бит.

18. Гәрәева Г.Н. Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы - Өфө: Ғилем, 2007. – 120 стр.

19. Грамматика современного башкирского литературного языка. - М.: Наука, 1981. - 495 с.

20. Дмитриев Н. К. Грамматика башкирского языка. – М.,Л., 1948. – 276 с.

21. Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. - Өфө, Башгосиздат, 1950. - 300 бит.

22. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө, 2003, 575 бит

23. Зайнуллин М.В. Модальность как функционально-семантическая категория. – Саратов: Изд-во Сатаровского университета, 1986. – 228 стр.

24. Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2002. – 388 бит.

25. Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. – Өфө: Китап, 2005. – 264 бит.

26. Зәкиев М.З. Татар грамматикасы.Т.3. Синтаксис. - М. «Инсан», Казан: «Фикер». – 1999. – 512 бит.

27. Ишбирҙин Э.Ф., Fәләүетдинов И.F., Халиҡова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. – Өфө: Китап, 1993. – 320 бит.

28. Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. – Өфө: Китап, 2000. – 212 бит.

29. Ишбулатов Н. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. – 126 бит.

30. Ишбулатов Н. Х., Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө: Китап, 2002. – 324 бит.

31. Ишбулатов Н. Х., Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. – Өфө: Китап, 1986. – 181 бит.

32. Каримова С. Младшая мать / Бельские просторы/ - 2006. - №10. – стр.145-149.

33. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Төҙәтелгән 2-се баҫмаһы. - Өфө: БДУ, 2001. – 148 бит.

34. Кәрим М.С. Әҫәрҙәр. I том: шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2009 – 512 бит

35. Кәрим М.С. Әҫәрҙәр. IV том. – Өфө, 1988. – 458 б.

36. Кәрим М.С. Күңелем – йырҙа… .- Өфө: Китап, 2006.- 248 б.

37. Кәрим М.С. Оҙон – оҙаҡ бала саҡ. III том. – Өфө, 1987. – 325 -578 - се биттәр.

38. Кәрим М.С. Оҙон – оҙаҡ бала саҡ.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981.- 296 б.

39. Кәрим. М.С Тормошо һәм ижады. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 80 йәш тулыуға арнала/Төҙөүселәре Ҡ. Аралбай, Ғ.Ғәлимова, И. Кинйәбулатов.И.- Өфө: Китап, 2000.- 240 б.

40. Һирәк осрай торған күренеш (Мостай Кәрим) // Аралбай, Ҡ. Хәтеремдең тере ҡуҙҙары: Иҫтәлектәр, бағышлауҙар, ижади портреттар, әҙәби күҙәтеүҙәр, халыҡ ижадына, сәнғәткәҡағылышлы яҙмалар / Ҡ. Аралбай .- Өфө: Китап, 2007.- Б.31.

41. Писатели земли башкирской. Справочник.- Уфа: Китап, 2006.- С.227

42. Рәхимов М. Күп милләтле халҡыбыҙҙың сағыу вәкиле / М.Рәхимов // Ағиҙел.- 2004.- №10.- 5 б.

43. Сафуанов С. Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары. Монография. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. – 216 бит.

44. Тимофеев Л., Тураев С. Краткий словарь литературоведческих терминов. – М.: Просвещение, 1978. – 223 стр.

45. Тимофеев Л.И. Основы теории литературы. Изд. 5-е . испр. и доп. – М.: Просвещение, 1976. – 350 стр.

46. Туған тел – башҡорт теле буйынса белешмә һәм мәғлүмәт порталы - h**t://blang.r*/textbooks.php

47. Түләков Р. Әҙип алдындғы бурысыбыҙ ./Башҡортостан.- 2006.- 21 окт.- 1 б.

48. Ураҡсин З. Ғ. Бай ҙа ул, яғымлы ла. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. – 168 бит.

49. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. - Өфө; Китап, 2000. – 192 бит.

50. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең морфологияһы. – Өфө: БДУ, 1978. – 78 бит.

51. Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеттары өсөн дәреслек / Ишбаев К.Ғ., Ишбирҙин Э.Ф., Йосопов Х.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 1986. – 400 бит.

52. Хәлилов М. Мостай Кәрим ижадында әҙәби бәйләнештәр /Ағиҙел/- 2004.- №10.- Б.26

53. Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Беренсе киҫәк. Теоретик поэтика. – Өфө: Ғилем, 2006. – 403 б.

54. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006. – 248 бит.

55. Хөсәйенов Ғ.Б. Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо /Ағиҙел/ - 2004. - №10. – 13-21-се биттәр.

56. Хөсәйенов Ғ.Б. Мостай Кәрим: - Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик. - Өфө: Китап, 1994. – 416 бит.

57. Шәрипова З.Я. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2001. - 320 бит.

58. Юлдашев А.А. Система словообразования и спряжение глагола в башкирском языке. М., 1958, - 170-се бит.

59. Юсупов Х. Г. Вопросы морфологии башкирского языка. – Стерлитамак, 1991. – 128 с.

Покупка готовой работы
Тема: «Мостай кӘримдеҢ оҘон-оҘаҠ баласаҠ ӘҪӘрендӘ Ҡылым кҮлӘмдӘре»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 69
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика