Курсовая работа

«Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы»

  • 39 страниц
Содержание

Инеш.3

Беренсе бүлек. Бөйөк Ватан һуғышы темаһының әҙәбиәттә

сағылышы.6

Икенсе бүлек. Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.14

2.1. Яҙыусының тормош һәм ижад юлы.14

2.2. “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы.17

Йомғаҡлау.32

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге…36

Введение

Башҡорт прозаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары – тотош кешелек тарихындағы иҫ киткес дәһәшәтле һәм мөһим осор киң яҡтыртылыш таба. Оҙайлы дүрт йыл дауамындағы фронттың алғы һыҙыҡтарында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, ауыр яралар алып, Еңеү яулаған фронтовик яҙыусыларҙың, бала һәм үҫмер йылдары афәтле һуғыш мәленә тура килеп, быуындары нығынып та өлгөрмәй, тылдағы ауыр хеҙмәт фронтына баҫҡан, алһыҙ–ялһыҙ фиҙәҡәр хеҙмәте менән еңеү яулашҡан йәшерәк быуын әҙиптәрҙең шиғыр һәм поэмалары, хикәйә, повесть, романдары, драма әҫәрҙәре донъя күрҙе. Бөгөн был әҙиптәр сафы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәгәйҙе.

Әммә илебеҙҙәге һәр ғаилә яҙмышында һәләкәтле эҙен ҡалдырған ҡанлы-шанлы тарихи осор кешеләр хәтеренән юйылмай. Был осор һәр быуын әҙиптәрен дә тулҡынландыра, совет халҡының тиңһеҙ батырлығы тураһында әҫәрҙәр яҙыуға этәрә.

“Әҙәбиәттең төп тәғәйенләнеше теләһә ниндәй ижтимағи–сәйәси ҡоролошта ла үҙгәрмәй: ул – ғәҙеллек ҡанундарын яҡлау һәм раҫлау, рух таянысы булыу. Бына ошо бурыстарға тоғролоҡ әҙәбиәтте мәңгелек итә, уның тирәһенә ижадсыларҙы йыя.”

Әҙәбиәт һүҙе бөгөнгө көндә, элекке идеалдар юҡҡа сыҡҡан, яңылары асыҡ төҫмөрләнмәгән мәлдә, йәмғиәттә эшһеҙлек, эскеселек, наркомания, енәйәтселек кеүек сирҙәр көсәйгән мәлдә бигерәк тә кәрәк. Сөнки әҙәбиәттең күркәм әхлаҡ сифаттарын, Ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүсе оло хазина икәнен иҫтән сығарырға ярамай. Был йәһәттән, Тайфур Сәғитовтың әҫәрҙәрен кешелә юғары әхлаҡи байлыҡ тәрбиәләүсе күркәм ижад тип атап була.

Тайфур Сәғитовтың әҫәрҙәре әһәмиәтле лә, уҡымлы ла. Һәр яҙыусы яңы тема, проблема, характерҙар аса. Тайфур Сәғитовтың әҫәрҙәре рухы менән үтә лә халыҡсан, балҡып торған тос характерҙарға бай, һутлы телле. Уның ижадына тәрән мәғәнә, образлы фекер, тәбиғи телмәр менән һүрәтләү хас. Тайфур Сәғитовтың әҫәрҙәрен рухи көс, намыҫ кеүек тәбиғи булмышыбыҙға терәк биреүсе тип әйтеп була. Яҙыусы хикәйә һәм романдарында халыҡтың йәшәү рәүешен, проблемаларҙың төрлөлөгөн тәрән мәғәнәле, уйландырырлыҡ образдар аша асып бирә.

Эштең актуаллеге. Тайфур Сәғитов ижадында рухи - әхлаҡи проблемалар, һуғыш һәм тыныс тормош, Тыуған илде һөйөү, бәхет һәм бәхетһеҙлек, мәрхәмәтлелек һәм шәфҡәтлелек, кеше ҡәҙере һәм уны яҙмышына битарафлыҡ хаҡында уйланыуҙар үҙәк урынды биләй.

Әҙиптең һуғыш осороноң актуаль проблемаларын, дәүерҙең социаль, әхлаҡи, этик мәсьәләләрен, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәре ҡатмарлылығын яҡтыртҡан әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә яратып уҡыла, өйрәнелә. Әҙәбиәттә һуғыш темаһының сағылышын өйрәнеүгә етди иғтибар кәрәк. Сөнки был әҫәрҙәр кешеләрҙе дөйөм эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәләүсе, уларҙың үҙаңында Ватансылыҡ, тыуған илгә һөйөү тойғоһон уятыусы. Бындай әҫәрҙәр кешегә шәхес булараҡ формалашыуына, уның үҙ тормош юлын һайлауға, үҙ асылын эҙләүгә һәм аңлауға яуап бирә. Алынған тема башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә, уны байытыуға өҫтәлмә йөкләмә алып килә һәм шуның менән актуаль булып тора ла инде.

Эшебеҙҙең маҡсаты - Сәғит Тайфурҙың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын өйрәнеү.

Эшебеҙҙең бурыстары. Был маҡсат нигеҙендә Сәғит Тайфурҙың ижади донъяһын өйрәнеү, уның ижади мотивтарын, үҙенсәлектәрен байҡау, “Аманат” әҫәрендә һуғыш темаһының яҡтыртылыуын тикшереү, проблемалар ҡуйылышын асыҡлау, әҫәрҙең эстетик әһәмиәтен билдәләү, Һуғыш һәм тыныс тормош, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәтенең сағылышын анализлау бурыстары алынды.

Эштең теоретик һәм методик нигеҙҙәрен әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы, Г.Гәрәева, Ә. Вахитов, Г.Нәбиуллина һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре тәшкил итә.

Тикшереү методтары. Курс эшен яҙғанда ошоға тиклем әҙәбиәт өлкәһендә йыш ҡулланылған традицион булған тикшереү алымдары, атап әйткәндә, тарихылыҡ принцибы, сағыштырыу, күҙәтеү, эҙләнеү, тасуирлау методтары ҡулланылды

Тикшереү обьекты итеп башҡорт әҙәбиәте, тикшереү предметы булып Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәре билдәләнде.

Тикшеренеүҙең практик һәм теоретик әһәмиәте: эштең материалдары һәм һөҙөмтәләре башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү процесында ҡулланылыш таба ала, мәктәп уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә методик ярҙам булараҡ хеҙмәт итәсәк.

Курс эшенең структураһы инеш өлөштән, ике бүлектән һәм йомғаҡлауҙан тора.

Фрагмент работы

Беренсе бүлек. Әҙәбиәттә Бөйөк Ватан һуғышы темаһының сағылышы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 710 меңдән ашыу кеше яуға китте. Уларҙан 300 мең самаһы кеше һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтманы. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Башҡортосанда тыуған яҡташтарыбыҙ немецтарҙың һөжүмдәрен кире ҡағыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан яугирҙары дошманға ҡаршы алышта иҫ киткес ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Шуны әйтеү ҙә етә, Башҡортостандан 277 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, 35 кешегә Дан орденының тулы кавалеры исеме бирелде. Иң ҡаты, аяуһыҙ булған һуғыштарҙың береһе булған был һуғышта миллионлаған кеше һәләк була.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән әҙиптәр араһынан С.Мифтахов менән Х.Кәрим үҙҙәре теләп хәрби хеҙмәткә китте. Бер аҙ һуңыраҡ Ҡ.Даян, Ә.Вәли, М.Хәй, С.Кулибай, Н.Ҡәрип, Ғ.Әмири, Х.Ҡунаҡбай, М.Кәрим, М.Абдуллин, М.Харис, А.Карнай һ.б. күренекле яҙыусылар улар сафын тулыландырҙы. Башҡорт яҙыусылары С.Мифтахов, Н.Ҡәрип, М.Хәй, Х.Ҡунаҡбай, М.Абдуллин, М.Харис, А.Карнай Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булды.

Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған бер генә ҡала ла, ауыл да, өй ҙә булмағандыр. Әлбиттә, был күренеш әҙәбиәттә лә сағылмай ҡалманы, башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк темаларҙың береһе булып ҡалды.

Һуғыш йылдарында әҙәбиәт бөтәһенән элек халыҡты илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә хеҙмәт итте. Фронттағы әҙиптәр, күбеһе башлап яҙыусы шағирҙар һәм яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрендә азат итеүсе яугирҙың ҡыйыу образын һүрәтләне. Яҙыусылар оло быуын замандаштар өсөн һуғыштың характер ныҡлығына, кешелек сифаттарына, гражданлыҡ булмышына аяуһыҙ һынау һәм сынығыу йылдары икәнлеген асты, йәш быуын өсөн яу йылдарының ауыр юл башы, холоҡ-фиғелдәре формалашыуҙа, шәхес булараҡ өлгөрөп етеүҙә драматизм, көсөргәнеш менән тулы һынылышлы мәл булыуын күрһәтте. Ватан азатлығы өсөн барған ҡанлы алыштарҙы, совет яугирҙарының тиңһеҙ батырлыҡтарын, героик образдарын, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеген кәүҙәләндереүсе был әҫәрҙәр данлы-шанлы тарихи үткәнде сағылдырыусы, документаль нигеҙе көслө булған башҡорт прозаһының төп идея-художество йүнәлештәренең береһен тәшкил итте.

Ә.Бикчәнтәевтың «Бөркөт һауала үлә», Ә.Әминевтың «Мең дә бер ғазап», Р.Өмөтбаевтың «Генерал Кусимов» документаль повестарында, В.Исхаҡовтың «Бәхтизин», Я.Хамматовтың «Тыуған көн», И.Абдуллиндың «Ҡош юлынан барам» романдарында тарихи-биографик планда ҡаһарман яугирҙар, ысынбарлыҡта йәшәгән, көрәшкән тарихи шәхестәр Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновтың, Сәйфулла Мәжитовтың, Таһир Кусимовтың, Әхтәм Бәхтизиндың, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың, Нур Фәтиховтың – Ғәбделбәр Фәтхинуровтың героик образдары кәүҙәләнеш таба.

Икенсе төркөм әҫәрҙәрҙә – Ш.Биҡҡолдоң «Әле йәшәйбеҙ икән», И.Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», И.Абдуллиндың «Ҡояш байымай ҙа байымай» һ.б. әҫәрҙәрҙәрендә яугир-герой образдарында, уларҙың башҡарған эш-ҡылыҡтарында, кисергән уй, хис-тойғоларында авторҙарҙың үҙҙәренең дә шәхсиәте ныҡ тойола, геройҙар көрәш юлы ҡайнар тойғолар менән тығыҙ бәйләнә, лирик һәм философик уйланыуҙар менән тәрән һуғарылып һынландырыла. Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарман яу юлы һәм яугирҙарының документаль нигеҙле образдары Т.Сәғитовтың «Аманат», А.Баһумановтың «Бирешмә, Бәҙри!» повестарында, Я.Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романында яҡтыртылды.

Фронтта гуманизм принциптары хаҡына ҡан ҡойған Ватан һаҡсыһы, ил бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусы совет һуғышсыларының дөйөмләштерелгән образдары Ғ.Ибраһимовтың «Бер полк кешеләре», Д.Исламовтың «Мәскәү юлы», «Көньяҡ ҡояшы», Ә.Чаныштың «Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп», «Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө», А.Мағазовтың «Тәүбә», И.Абдуллиндың «Тол ҡатындар иламай», Ә.Хәкимдең «Осар ҡоштар», «Аҡһаҡ бүре», «Күпер», «Ҡош юлы», И.Ғиззәтуллиндың «Икенсе бейеклек», З.Хисмәтуллиндың «Таң алдынан», Ғ.Аллаяровтың «Хинган тауҙары аша», З.Ғәлимовтың «Старшина», Т.Ғиниәтуллиндың «Тыуған тупһа янында», «Бына һуғыш бөтөр ҙә…», «Кисеү», «Туннель», «Контуженный», «Һыҙлай иҫке яралар» һ.б. романдарында, повестарында, хикәйәләрендә үҙәккә ҡуйылды, геройҙарҙың тормош һәм көрәш юлдары, характерҙары формалашыуы оҙайлы ваҡыт эсендә күрһәтелде. Һуғыш уларҙың кешелек сифаттарына, характерҙары ныҡлығына иң ауыр, яуаплы һынау мәле төҫөндә һүрәтләнде. Был әҫәрҙәр барыһы ла фронтовик яҙыусылар тарафынан ижад ителгәнлектән, унда дөйөмләштерелгән образдарҙың да, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың да нигеҙендә фронт ысынбарлығы өсөн типик, документаль дөрөҫлөк булған күренештәр, һыҙаттар ята.

Һуғыш осорондағы тыл тормошо, фиҙаҡәр хеҙмәт эйәләренең героик эштәре, патриотик уй-кисерештәре Ә.Байрамовтың «Сынығыу йылдары», Н.Мусиндың «Зәңгәр тауҙа – аҡ болан», Ф.Әсәновтың «Өмөт», Р.Байбулатовтың «Дала таңдары» романдарында, Х.Тапаҡовтың «Миҙал», М.Ғиләжевтың «Хәкимә», Р.Шаммастың «Һин генәһең, бер генәһең» һ.б. повестарында сағылдырылды.

Ватан азатлығы өсөн ҡан ҡойған һуғыш ветерандарының бөгөнгө яҙмышы Ә.Әминевтың «Танкист», Х.Тапаҡовтың «Һайлау» повестарында, М.Әбсәләмовтың «Уйҙар, уйҙар», Т.Килмөхәмәтовтың «Һуңғы фронтовик» һ.б. хикәйәләрендә һүрәтләнеш тапты.

Һуғыштан һуңғы тәүге киң күләмле әҫәрҙәрҙә Ғ.Ибраһимовтың «Бер полк кешеләре» романында, Ә.Бикчәнтәевтың «Бөркөт һауала үлә» повесында, күп һанлы хикәйәләрҙә һуғышсыларҙың батырлыҡтары тура һыҙыҡлыраҡ күрһәтелһә, Ватанға һөйөү һәм дошманға нәфрәт хистәренең эш-ҡылыҡта ла, тура телмәрҙә лә киңерәк, күберәк сағылышына, фашизмға ҡаршы аяу белмәүгә баҫым яһалһа, публицистик ялҡынлы стилгә өҫтөнлөк бирелһә, 60-сы йылдарҙа инде әҙиптәр, миллионлаған ҡорбандар алып киткән был ауыр, тарихта тиңе булмаған ҡанлы көрәштең ҡатмарлылығын күрһәтергә, Ватанға бирелгәнлек тойғоһоноң, рух ныҡлығының асылына тәрәнерәк үтеп инергә, социаль-рухи тамырҙарын төптәнерәк асырға, һуғыш һәм кеше проблемаһын әхлаҡи планда киңерәк яҡтыртырға ынтылды. Батырлыҡ һәм патриотизм идеяларын сағыуыраҡ асыу өсөн яҙыусылар күберәк көсөргәнешле шарттарҙа ысын кешелек сифаттары балҡып киткән герой образы менән эш итте.

Ә. Хәким, М. Кәрим, Т. Ғиниәтуллин һ.б. повестарында, дөйөм алғанда, барлыҡ йәш, быуындары әле ҡатып та өлгөрмәгән яугирҙарҙың социаль-психологик портреты тыуҙырыла.

Һуғыш темаһы поэзияла ла киң яҡтыртылды. Шағир Х.Кәримдең һуғыштың беренсе көндәрендә яҙылған «Асыу йыры» шиғыры «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыға.

Дауылдан да көслө асыу ҡупты

Йөрәгендә азат халҡымдың,

Мең ҡат көслө булып балҡыны

Тыуған илде һөйөү ялҡыны.

Ер тетрәтер халҡым нәфрәте

Пуля булып тетһен дошманды,

Ҡылыс булып киҫһен, тураҡлаһын,

Танк булып иҙһен дошманды.

Шундай юлдарҙың авторы шағир Х. Кәримдең һуғыш йылдарындағы ижади активлығын «Шиғырҙар», «Мөхәббәткә үлем юҡ», «Һуғыш юлдары» тигән өс китабы күрһәтеп тора. Был йыйынтыҡтарға ингән «Атака алдынан», «Ржев урманы», «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Мин тормошто һөйәм», «Һуғыш юлдары буйлап» һәм башҡа бик күп шиғырҙарында, хикәйәләрендә һәм бихисап публицистик әҫәрҙәрендә совет патриоттарының батырлыҡтарына дан йырлана. Һуңынан да уның бөтә ижад ғүмерендә Ватан һуғышы, хәрби патриотизм темаһы урын алып тора.

Утыҙынсы йылдарҙың аҙағында әҙәбиәткә килгән оло талант эйәһе М.Кәрим ижады Ватан һуғышы йылдарында тағы ла активлашты һәм байыны, поэтик оҫталығы ныҡлы өлгөрҙө, популяр шағирҙарҙың береһенә әйләнеп китте. М.Кәрим Бөйөк Ватан һуғыш темаһына арнап тәүге әҫәрҙәренән 1938 йылда «Дуҫтың үлеме» тигән шиғырын яҙҙы. Был шиғырҙа үлемһеҙ комсомолецтың батыр образын һүрәтләне. Батырҙың комсомол билетын тишеп, дошман пуляһы уның йөрәген туҡтата. Ләкин ул «йәшәү өсөн үлә», ти шағир. «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» тигән икенсе бер шиғырында шағир:

Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,

Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,

Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,

Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! –

тип яҙа. Һуғыш осоронда яҙылған «Минең атым», «Шиғырҙар» йыйынтыҡтарына ингән поэтик әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә һәм айырыуса «Башҡорт халҡына яуап хат»ында ҡыйыу характерлы, ихтыяри көс, ныҡлы рухлы совет һалдаттарының батырлыҡтарына һоҡланып дан йырланы. Фашистарҙы тар-мар итеп, тыныс төҙөлөш көндәрендә лә М.Кәрим ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы, фронтташтарҙың батырлыҡтарын данлау ҙур урын алды һәм алып тора. Был йәһәттән уның «Һалдат» шиғыры айырыуса характерлы.

Именлекте һаҡлаусы бер һалдатмын,

Мылтыҡ ҡуйып, ҡулға сүкеш алғанмын.

Төтөн еҫе килә һаман шинелдән.

Килмәһен, тип, шул еҫ диңгеҙ еленән,

Йәш һәм ҡайғы күрмәһен, тип, бер кеше,

Көн-төн тынмай төҙөүсенең сүкеше,

Таштар ватҡан шул төҙөүсе мин үҙем,

Таштан һалам тыныслыҡтың нигеҙен.

«Европа – Азия» шиғырҙар циклында фронтовик шағир өсөн был тема хәҙер именлек өсөн көрәш темаһы менән органик бәйләнештә үҫә. Яңы һуғыш уты тоҡандырырға маташыусыларға ул автобиографик характерҙағы «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырында көслө нәфрәт белдерә:

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

Әрней минең иҫке бер яра.

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,

Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе,

Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.

Шуға күрә әрней ул яра.

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Совет һалдаттарының батырлығын данлап окоп шарттарында яҙған шиғырҙарын Ғ.Әмири 1944 йылда «Һалдат йөрәге» тигән йыйынтыҡта туплап сығарҙы. Ватан һуғышы темаһы, немец фашистарының йыртҡыслыҡтарын «Осҡон ҡабына» һәм башҡа проза әҫәрҙәрендә һүрәтләй.

Ватан һуғышының һуңғы көндәренә тиклем яу ҡырҙарында булған Ҡ.Даяндың «Тыуған ил», «Башҡортостан улдары» тигән йыйынтыҡтарына ингән күп һандағы шиғырҙары һәм йырҙары донъя күрҙе.

Көнбайыш Украина, Польша, Чехословакия өсөн ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән С.Күлибайҙың «Бөйөк дуҫ тураһында», «Дәүер әкиәте» китаптарындағы шиғырҙары һәм «Йондоҙ» пьесаһы совет кешеләренең гүзәл характерҙарын тыуҙырыуға арналғайны

. Н. Нәжмиҙең «Окоптарҙа» тигән шиғырҙар циклында һәм һуғыш ваҡиғаларын тасуирлап һуңыраҡ яҙылған «Котелогым» һәм башҡа шиғырҙарында, «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» поэмаларында һуғыш фажиғәһе сағыу тасуирлана.

Т.Арыҫландың «Окоптар төбөнән» китабындағы әҫәрҙәрендә, Я.Ҡолмойҙың «Фронтовик уйҙары», «Миңә Сталин ҡушты» китаптарына ингән шиғырҙарында совет һалдаттарының гүзәл характеры, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек, дошманға утлы нәфрәт тойғолары һүрәтләнә.

Ватан һуғышы йылдарында К.Мәргән «Комсомольская правда» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Башҡорт атлылар дивизияһында йыш була, дивизия гәзите эшендә лә актив ҡатнаша, һуғыш осоронда уның «Башҡорттар» (1943), «Егеттәр» (1944), «Һуғыш фольклоры» (1944) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡтарға ингән хикәйә һәм очерктарында Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарының батырлыҡтарын, дивизия уҙған данлы яу юлын күҙ алдына баҫтыра. «Утыҙ батыр ҡалҡыулығы» тигән очеркында панфиловсыларҙың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған утыҙ башҡорт егетенең бер аҙым артҡа сигенмәй, дошман һөжүменә ҡаршы ике тәүлек буйына тиңһеҙ алышын һүрәтләй. Утыҙ башҡорт егетенең тиңһеҙ ҡаһарманлығын бөтә совет яугирҙарына хас характерлы сифат итеп тасуирлай. К.Мәргән Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының батырлығын һүрәтләгән «Яу», фронт һәм тыл берҙәмлеге кеүек тормошсан мөһим проблемаларҙы һүрәтләгән «Минең семьям» кеүек пьесалары менән был осорҙағы драма жанрына ла тос өлөш индерҙе. 1944 йылда сыҡҡан «Һуғыш фольклоры» тигән китабы буласаҡ фольклорсы-ғалимдың тәүге эҙләнеүҙәре лә ине.

Йомғаҡлап әйткәндә, әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрына фронт яландарында етлеккән, күпте кисергән йәшерәк быуын яҙыусылар әлегәсә күрелмәгән яңылыҡтар алып килде. Ватан һуғышына тиклемге осорҙа гәзит һәм журнал биттәренәле айырым әҫәрҙәре генә күренә башлаған күп һандағы башҡорт яҙыусыларының ижады бына ошо драматик ваҡиғалар мәлендә шаҡтай нығый, үҫә, өлгөрә һәм һуғыш темаһы улар ижадында фашистарҙы тар-мар итеп ҡайтҡандан һуң айырыуса ҙур урын ала. Халыҡтың бөйөк Еңеүен, тыныс төҙөлөш шарттарында хеҙмәт батырлыҡтарын данлау, тыныслыҡ өсөн көрәш кеүек яңы тема, яңы проблемалар был осор әҙәбиәтенең идея-эстетик йөкмәткеһенә әйләнә барҙы. Һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр Совет яугирҙарының патриотизмын, Тыуған илгә мөхәббәтен һәм дошманға көслө нәфрәтен сағылдыра.

Заключение

Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең береһе булған, яҙыусы Тайфур Сәғитовтың “Аманат” поэмаһын өйрәнеп, әҙиптең ижади донъяһын байҡап, уның ижад ҡоласы киң, мөмкинлектәре ҙур булғанынана инандыҡ.

Әҙип – үҙе йәшәгән йәмғиәттең күҙе, ҡолағы, теле. Тайфур Сәғитов ижадында заман һулышын оҫта һүрәтләү ярылып ята. Әҙип заман кешеләрен күрә, ишетә белә. Тайфур Сәғитовҡа тормоштағы күренеш – ваҡиғаларға, ундағы үҙгәрештәргә тиҙ һәм дөрөҫ баһа биреү сифаты хас.

Хеҙмәт кешенең - йәшәү сығанағы, тиҙәр. Бына ошо хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөнә әҙиптең бөйөк һүҙ ярҙамында ышандырырлыҡ һәм тормошсан әҫәрҙәр ижад итеп тынғыһыҙ эҙләнеүендә, хеҙмәт итеүендә сағыла икәненә инанабыҙ. Тайфур Сәғитов әҫәрҙәренең теле лә үҙенсәлекле, айырылып тора. Кирәй Мәргән әйткәнсә, “тел һәр ваҡыт художестволы әҙәбиәттең беренсе һәм төп элементы, ул һәр әҫәрҙе сағыу итеүсе милли форманың төп компоненты булып килде һәм булып ҡаласаҡ.”

Тайфур Сәғитовтың әҫәрҙәре идея – тематик яҡтан да һәм художество йәһәтенән дә бик етди ижади уңыштарға өлгәшкән. Тематик, проблематик даирәһе лә киң. Кешеләрҙең тормошон күрә, аңлай белеүе хас авторға. Кеше ер йөҙөндә бер генә йәшәй, ул бәхеткә, матур тормошта йәшәргә хаҡлы. Күп ауырлыҡтарҙы еңеп, был еңел булмаған тормошта кеше тигән исемгә тап төшөрмәй, тирә-йүнгә изгелек орлоғон таратыусы геройҙар галерияһы менән танышып, уҡыусы үҙенә фәһем, артабан йәшәргә көс ала. Тайфур Сәғитовтың хикәйә-романдарында кеше һәм йәмғиәт бәйләнеше аша кешелек донъяһын борсоған проблемалар бик сағыу яҡтыртыла. Шунлыҡтан да әҫәрҙәре тәрбиә йәһәтенән бик көслө. Сөнки ижад донъяһы аша бала күңеленә һеңеп ҡалған изгелек, матурлыҡ төшөнсәһе йылдар үткәс тә мотлаҡ шытып сығасаҡ, емештәрен бирәсәк, сәскә атасаҡ. Яҙыусының бай ижады, фантазияһы һәм тормош тәжрибәһе тыуҙырған әҫәрҙәре фәһемле, тос фекерле һәм тәрән идеаллы. Йыйып әйткәндә, былар барыһы ла Тайфур Сәғитовтың художестволы оҫталығының бай булыуы хаҡында һөйләй.

Курс эшебеҙҙең маҡсаты –Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын өйрәнеү ине. Эштең маҡсатына ирешеү өсөн башҡорт әҙәбиәтендә һуғыш темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәр барланды, Тайфур Сәғитовтың тормош һәм ижад донъяһы өйрәнелде, уның ижади мотивтарына, үҙенсәлектәренә байҡау яһалды, “Аманат” әҫәрендә һуғыш темаһының яҡтыртылыуын тикшерелде, проблемалар ҡуйылышын асыҡланды, әҫәрҙең эстетик әһәмиәтен билдәләләнде.

Беренсе бүлектә башҡорт әҙәбиәтендә һуғыш темаһының сағылышы ҡаралды. Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып уҡ илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Ҡорал һәм ҡәләм көсө Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Гитлерсы фашистарға ҡаршы утлы нәфрәт еңеүгә ныҡлы ышаныс тәрбиәләүҙә, һалдаттарҙың ҡыйыулығын, батырлыҡ һәм тәүәккәллеген, һуғышсанлыҡ сифаттарын үҫтереүҙә әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанры ифрат әһәмиәтле роль уйнаны. Әммә илебеҙҙәге һәр ғаилә яҙмышында һәләкәтле эҙен ҡалдырған ҡанлы-шанлы тарихи осор кешеләр хәтеренән юйылмай. Был осор һәр быуын әҙиптәрен дә тулҡынландыра, совет халҡының тиңһеҙ батырлығы тураһында әҫәрҙәр яҙыуға этәрә. Яҙыусылар оло быуын замандаштар өсөн һуғыштың характер ныҡлығына, кешелек сифаттарына, гражданлыҡ булмышына аяуһыҙ һынау һәм сынығыу йылдары икәнлеген асты, йәш быуын өсөн яу йылдарының ауыр юл башы, холоҡ-фиғелдәре формалашыуҙа, шәхес булараҡ өлгөрөп етеүҙә драматизм, көсөргәнеш менән тулы һынылышлы мәл булыуын күрһәтте. Ватан азатлығы өсөн барған ҡанлы алыштарҙы, совет яугирҙарының тиңһеҙ батырлыҡтарын, героик образдарын, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеген кәүҙәләндереүсе был әҫәрҙәр данлы-шанлы тарихи үткәнде сағылдырыусы, документаль нигеҙе көслө булған башҡорт прозаһының төп идея-художество йүнәлештәренең береһен тәшкил итте.

Икенсе бүлектә Тайфур Сәғитовтың “Аманат” поэмаһында һуғыш темаһы өйрәнелде. Был поэма халыҡ тарихы, һуғыш менән һыналған кеше яҙмышы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Яҙыусының әҫәрендә һуғыш бөтә үҙ фажиғәһендә кәүҙәләнә. “Аманат” поэмаһында хәтер мотивы мөһим урын биләй, аналитиклыҡ геройҙың бөгөнгөһө менән үткәненең тығыҙ бәйләнешен тәьмин итә, эпик ҡоласын киңәйтә. Әҫәрҙә әхлаҡи һабаҡтар бирелә.

Поэманың тел-стиль үҙенсәлеге лә, композицияһы ла яҙыусының ижад асылын, юғары художестволылыҡҡа күтәрелешен күрһәтә. Уҡыусы күңеле лә поэмалағы геройҙар, характерҙар араһында берсә күкрәп, берсә тетрәп йөрөп ятҡандай. Был инде – яҙыусының оҫталығы. Мәртәбәле яҙыусы Тайфур Сәғитовтың башҡа әҫәрҙәре лә – художестволылыҡ кимәле буйынса көслө әҫәрҙәр, һәр әҫәре күңелде ылыҡтырып, үҙ уҡыусыһын уйландыра, борсолдора, ҡыуандыра. Таланттың асылы ла, бәлки, шундалыр.

Шуны ла әйтергә кәрәк: талантлы яҙыусы Тайфур Сәғитовтың әҫәрендә стилистик яһалмалылыҡ юҡ. “Аманат” поэмаһына хас халыҡсанлыҡ сифаты ла ана шунан киләлер. Һүҙгә, телмәр ҡалыптарына, һүрәтләү сараларына автор үтә яуаплы ҡарай. Илебеҙ тарихындағы шанлы ла, данлы ла дәүерҙе, шул осорҙоң ҡаһарман, ҡоростай сыҙамлы кешеләрен тормошсан ваҡиғалар ағышында асып биреү, хәҙерге замандың ҡырҡыу социаль-әхлаҡи мәсьәләләрен күтәреүе, шуларҙың бөтәһен хис-тойғоға бай тел менән тасуирлап биреүе яғынан “Аманат” әҫәре поэзиабыҙҙың етди ҡаҙанышы ул.

Ватансылыҡ һәр уҡыусы күңеленә һалынырға тейешле мөһим орлоҡ. Ул шытырға, бына тигән “үҫенте” бирергә бурыслы. Элек – электән сәсәндәр йәш быуынға ватансылыҡ тойғоһон һалырға тырышҡандар. Бөгөн был изге миссияны әҙиптәребеҙ башҡара. Һәр бала киләсәктә үҙ тупрағын яратыусы, уны яҡын күреүсе, йырҙа әйтелгәнсә, уның өсөн утҡа – һыуға инергә әҙер тороусы шәхес булып үҫергә тейеш. Тайфур Сәғитовтың “Аманат” поэмаһы – ысын мәғәнәһендә уҡыусыға тормош һабаҡтары биреүсе әҫәр.

Список литературы

1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы 6 том. Хәҙерге әҙәбиәт. Төҙ. : Ғ. Хөсәйенов. - Өфө: “Китап”, 1996. - 710 бит.

2. Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.

3. Вахитов Ә. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары. - Өфө: “Китап”, 2007. - 464 бит.

4. Гәрәева Г., Муллағолова Ә. Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы. - Өфө: “Ғилем”, 2007. -116 бит.

5. Гәрәева Г. Вопросы мастерства в современной башкирской прозе. - Уфа: БГУ, 1996. - 128 с.

6. Гәрәева Г. Хәҙерге проза үҙенсәлектәре. - Өфө: “Китап”, 2009. - 223 бит.

7. Гәрәева Г. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. - Өфө, 2003. - 128 бит.

8. Гәрәева Г. ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт прозаһының үҫеш үҙенсәлектәре. - Өфө: БашДУ, 2010. - 159 бит.

9. Горький М. О литературе. - Москва, 1953. - с. 228.

10. Ғәйнуллин М., Хөсәйенов Ғ. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. - Өфө, 1989. - 356 бит.

11. Заман талабы. Әҙип яуабы: Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә художество эҙләнеүҙәре / Яуаплы мөхәррире Р. Бикбаев. — Өфө: СССР ФА БФ ТТӘИ, 1990. - 136 бит.

12. Мырҙаҡаев Ф. Фәһемле фекерҙәр донъяһында. - Өфө: “Китап”, 2003. - 502 бит.

13. Нәбиуллина Г. 70-90-сы йылдар башҡорт повестары һәм хикәйәләренең поэтикаһы. - Өфө, 2002. -234 бит.

14. Хөсәйенов Ғ. Әҙәбиәт теорияһы. - Өфө: “Китап”, 2010. - 384 бит.

15. Хөсәйенов Ғ. Заман. Әҙәбиәт. Әҙип. - Өфө: “Китап”, 1978. - 246 бит.

16. Хөсәйенов Ғ. Мөһим ижади миҙгел. - Өфө: “Китап”, 2005. - 234 бит.

17. Шаһиев Р. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензялар, ижади портреттар. - Өфө: “Китап”, 2010. - 176 бит.

18. Шәрипова З. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. - Өфө: “Китап”, 2001. - 320 бит.

19. Шәрипова З. Башҡорт әҙәби фекере. - Өфө: “Китап”, 2008. - 320 бит.

20. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. - Өфө: “Китап”, 2003. - 392 бит.

Электрон сығанаҡтар

21. https://ba.wikipedia. Тайфур Сәғитов

Нәфис әҙәбиәт

22. Сәғитов Т. Аманат. Поэма-эссе.— Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. — 264 б.

23. Сәғитов Т. Ҡаһармандар эҙенән. — Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 96 б.

24. Уметбаев Р. Г.Генерал Кусимов: документальная повесть. — Уфа: Китап, 2010. — 224 с.

25. Хамматов Я. Северные амуры (роман-дилогия). На башкирском языке (Төнъяҡ амурҙары) — Уфа: 1 книга — 1983, 2 книга — 1985. На русском языке (пер. В. Василевского) — Москва: 1987; Уфа: 2012.

26. Хамматов Я. День рождения (роман). На башкирском языке (Тыуған көн) — Уфа: 1978, 1988. На русском языке (пер. А. Скалона) — Москва: 1979, 1982, 1983, 1985; Украина: 1982. На азербайджанском языке — Баку: 1990.

27. Хамматов Я. Уходили на войну башкиры (роман). На башкирском языке (Башҡорттар китте һуғышҡа). — Уфа: 1990.

Ваҡытлы матбуғат

28. Бикбаев Р. Заман һәм ижад.// Ватандаш, 2009, №5- 15 –се бит

29. Гәрәева Г. Башҡорт прозаһында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы һәм яугир образы // Ағиҙел. - 2015. - №4 104-107-се биттәр.

30. Иҙелбаев М. Бөгөнгө хикәйә // Ағиҙел, -1996,- №5. -140-143 – сө биттәр.

31. Ғ.Хөсәйенов. Ижад серҙәре. Өфө, китап нәшриәте, 1995 йыл, 110 – сы бит

32. Ғайса Хөсәйенов. Яңы киңлектәр// Ағиҙел, 1996, №10, 3 – сө бит.

Покупка готовой работы
Тема: «Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы»
Раздел: Разное
Тип: Курсовая работа
Страниц: 39
Цена: 1400 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика