Дипломная работа

«Әхлаҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Салауат Юлаев шәхесе һәм ижады»

  • 70 страниц
Содержание

Инеш….

Беренсе бүлек. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.

1.1. Фольклорҙа батыр образы…

1.2. Салауат Юлаев тураһында әҙәби әҫәрҙәр, уларҙың проблематикаһы.

1.3. Салауат шәхесенә арналған сәнғәт…

Икенсе бүлек. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Салауат Юлаев ижады һәм уның тураһындағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү…

2.1 Патриотик рух тәрбиәләү сығанағы булараҡ Салауат Юлаев әҫәрҙәре.

2.2 С.Юлаев тураһындағы әҫәрҙәрен өйрәнеү аша уҡыусыларҙы универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу…

Йомғаҡлау.

Әҙәбиәт.

Введение

Беҙҙең сығарылыш квалификация эшебеҙҙең темаһы: «Әхләҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Салауат Юлаев шәхесе һәм ижады».

Быуаттар үтеү менән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме хәтерҙән юйылмай, ә киреһенсә, бөйөгөрәк була бара. Төрлө сығанаҡтарҙан, профессор, ғалим Мираҫ Иҙелбаевтың, яҙыусы Степан Злобиндың, Морат Рәхимҡоловтың, тарих фәндәре докторы, профессор Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай китаптарынан, мәҡәләләренән Салауаттың тормошо, яу юлдары, ҡаhарманлығы тураhында белеүебеҙгә ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев шәхесенә булған ҡыҙыҡhыныу беҙҙе лә ҡулыбыҙға ҡәләм алырға мәжбүр итте.

Салауат Юлаевтың яу ҡаһарманлығына һәм сәсәнлек ҡомарына бәйле даны бына ике быуаттан ашыу дәүер инде телдәрҙән төшмәй. Уның исеме Рәсәй халыҡтарының синфи һәм социаль иҙеүгә, милли ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы оҙайлы көрәше тыуҙырған ғәнйәр батырҙар рәтендә үҙенең хаҡлы урынын тапты. Тарихи мәғлүмәттәр һәм фольклор сығанаҡтары Салауаттың булмышын сағыу тасуирлай, XVIII быуатта Рәсәйҙе дер һелкеткән иң ҙур халыҡ хәрәкетенең мәшһүр яу башлығы, ихтилалсылар власын оҫта ойоштороусы һынын күҙ алдыбыҙға баҫтыра.

Рәшит Шәкүр: «Ил тарихында, халыҡ хәтерендә мәңгелеккә урын алған ваҡиғалар, быуаттар алыҫлығынан яҡты йондоҙҙай балҡып торор ғәзиз исемдәр була. Башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир һәм полководец Салауат Юлаевтың исеме беҙҙең дәүерҙә тотош бер милләттең ысын мәғәнhендә рухи ҙурлыҡ, ҡаhарманлыҡ символына әйләнде»,– тип яҙа.

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев ижадын халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны өсөн үҙенсәлекле мираҫ булараҡ яңынан асыу, өйрәтеү хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә бөгөнгө көндә көнүҙәк hорауҙарҙың береһе.

Теманың актуаллеге. Хәҙерге көндә әҙәбиәт уҡытыуҙа халҡыбыҙҙың үткәненә тарих фәне, культурология күҙлегенән баhа биреү, уны яңыса асыу өсөн мөмкинселектәр тар булған һайын, билдәле тарихи шәхестәребеҙҙең ижадының ҡиммәтлеге бермә – бер арта. Салауат Юлаевҡа бәйле ижади мираҫты өйрәнеү һәм уҡытыу, балаларҙа батырыбыҙ образы нигеҙендә милли хис тәрбиәләү мәҙәниәтебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү уятыу йүнәлешендә алып барылырға тейеш. Салауат Юлаев ижады совет дәүерендә күберәк синфи көрәш күҙлегенән баһаланhа һәм уның тарихи роле колониализмға ҡаршы көрәш йөҙөнән ҡаралhа, бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Салауат Юлаев ижады рухи тәрбиә нигеҙендә өйрәнелә. Әммә Салауат Юлаев образының әҙәбиәтебеҙҙәге сағылышы, милли батырыбыҙ геройының әҙәби – метод әһәмиәте әҙәбиәт ғилемендә тағы ла ентеклерәк өйрәнелергә тейеш. Салауат халыҡтарҙы туплaй алған, берҙәм көрәшкә юлбaшсылыҡ иткән батыр, яугир булып күҙ алдына баҫа. Салауат Юлаевтың тормошо менән танышыу ҙa үҙе һоҡланғыс бер тaмаша, беҙҙеңсә. Ул, илhамландыра, хеҙмәткә яңынан – яңы рухи көс биpә. Ә уның йәшлек йылдaрындағы сифaттары уҡыусылaр өсөн гүзәл булып өлгө hанaла. Салауат Юлаевтың ҡаһарманлығы менән башҡорт халҡы ғына түгел, илебеҙҙең бөтә хеҙмәтсәндәре лә ғорурлана.

ХVIII быуат башҡорт әҙәби мираҫында Салауат Юлаев ижады үҙенә башҡа бер урынды алып тора. Салауат — шиғырҙары халыҡ хәтере һәм яҙма сығанаҡтар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән талантлы сәсән-шағирУның ижады, шиғырҙары XVIII быуат аҙағында бөтә башҡорт халҡының яҙмышын, мәҙәниәтен, рухи башланғыстарын сағылдырa. Замана шарттары үҙгәрә барған һайын, әҙәбиәтте өйрәнеү һәм уҡытыу процесында халыҡтың рухи маяҡтарын hаҡлау, башҡорт әҙәбиәте классикаhына ингән әҫәрҙәрҙең мәҙәни ҡиммәтлеген күрһәтеү, бигерәк тә улар нигеҙендә балаларға милли тәрбиә биреү, халҡыбыҙ яҙмышына битарафлыҡты бөтөрөү мәсьәләләре ҡалҡып сыға. Тимәк, әҙәбиәтте уҡытыу курсында Салауат Юлаев ижады тап ошо тәрбиәүи проблемаларға бәйләнеп уҡытылырға тейешлеге асыҡлана.

Салауат Юлаев әҫәрҙәре һәм уға бәйле ижади мираҫты өйрәнеүебеҙҙең актуаллеге, хәҙерге көндә милли мәҙәниәтебеҙҙе haҡлап ҡалыу, замaна шарттарында балaларға рухи тәрбиә биреү, халыҡ мәҙәниәтенә һәм тарихына яңыса баha биреү мәсьәләренә тығыҙ бәйләнгән. Был темaның яңылығын да билдәләй.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Салауат Юлаевтың ижады һәм уны мәктәптә уҡытыу мөсьәләләре бaшҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм методикahы буйынса хеҙмәттәрҙә яҡшы өйрәнелде. Милли батырыбыҙ С.Юлаевтың әҙәбиәттә, фольклорҙа, сәнғәттә сағылышы, халыҡ күңелендә тотҡан урынын төрлө яҡлап асҡан ғилми хеҙмәттәр башҡорт һәм рус телдәрендә совет дәүеренән үк сыға килде. Мәҫәлән, И.Г.Гвоздикова, М.Х.Иҙелбаев, В.В.Сидоров кеүек ғалимдарҙың тарихи – биографик китаптарында С.Юлаевтың тормош hәм ижад юлы яҡтыртылды. Һуңғы дәүерҙә донъя күргән хеҙмәттәр арaһында Әнисә Алдырханованың «Салауат батыр – ил күрке»( Өфө, 2009) йыйынтығы күренекле. Был ҡулланмала С.Юлаев һәм уның образының башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәтендә тотҡан урыны тулы кимәлдә асыла. Башҡорт әҙәбиәте методикahында С.Юлаев ижадын өйрәнеү буйынса тәүге тәҡдимдәр үткән быуаттың 60 –сы, 70 –се йылдарында тыуа. Был тарафта тәүге аҙым Б. Ғaфаров хеҙмәттәрендә һалынғайны. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһында С.Юлаев ижадын өйрәнеү һәм уны теоретик яҡтан нигеҙләү, яңы кимәлгә күтәреүҙә М. Ғималова хеҙмәттәренең өлөшө ҙур. Үҙенең «V – XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы» хеҙмәтендә автор С.Юлаев әҫәрҙәренең башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү системаһында тотҡан урынын, ҡиммәтлеген, С.Юлаев ижадын өйрәнеү принциптарын билдәләй. Әҙәбиәт ғилемендә күренекле Степан Злобиндың «Салауат» романы милли батырыбыҙ хаҡындағы тәүге әҫәр тип баһалана ине. Бынан ары беренселекте хикәйә авторы Хәбир Әбдрәшитовҡа бирергә хаҡыбыҙ бар. Салауат Юлаевтың 17773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр hуғышында күрһәткән яу батырлығы, етәкселек эше уны илебеҙ тарихында күренекле тарихи шәхес итеп күрҙе. Халыҡтың азатлыҡ көрәшенең синфи асылын аңлауы, был көрәштә бөйөк рус һәм бүтән хеҙмәтсән халыҡтар менән ҡулға – ҡул тотоношоп берҙәм ҡaтнашыуҙың әhәмиәтен тәрән төшөнөүе, шуларҙы бөтә ҡыйыулығы, hәләте менән ғәмәлғә ашырыуы йәһәтенән ул тарихҡа ингән, халыҡ хәтерендә ҡaлды, батырлыҡ, фиҙаҡәрлеҡ символы булып әүерелде. Сaлауат төрлө халыҡтарҙы бергә туплай алған, берҙәм көрәшкә юлбашсылыҡ иткән ҡәҙерле батыр, яугир булып күҙ алдына баҫа. Хеҙмәтсән халыҡтың күпме быуаттар өмөт иткән хыялы, азатлыҡ өсөн көрәше ғәмәлгә ашты. Совет кешеләре, хәҙерге быуын йәштәре героик тарихыбыҙҙағы яҡты биттәре, Салауат кеүек тарихи шәхестәрҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә ала, мөһим тарихи, рухи традицияларыбыҙ тип юғары баhалай.

Әҙәбиәт уҡытыу методикаһын рухи тәрбиәгә ҡороу нигеҙендә әҙәбиәт уҡытыуҙа системалылыҡ һәм бөтөнлөктө тәьмин итеү, шуның менән С.Юлаев ижадының идея – эстетик йоғонтоһон көсәйтеү бурысын иғтибар үҙәгенә ҡуя. [М.Ғ. Ғималова, 1994.]

Ғалим һәм педагогтың «V – VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү» хеҙмәте лә киң билдәле. [Ғималова М.Ғ, 1972]

Һуңғы йылдарҙа ла гәзит – журнал биттәрендә, ғилми йыйынтыҡтарҙа Салауат Юлаев әҫәрҙәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса материалдар баҫылып тора. Шулар иҫәбенән Р.В.Шәһиевтың «Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙа азатлыҡ йырсыһы – Салауат Юлаев образын яҡтыртыу йүнәлештәре» [Шәһиев Р.В., 2004, 26 – 32-се бит]

Р.Ғ. Ниғмәтуллин, Р.В. Искәндәров, А.Р. Тәләүҡолова, М.Х.Иҙелбаев һәм башҡа авторҙарҙың мәҡәләләрен билдәләп була. Салауаттың исеме рухландырмаған башҡорт шағирын табыуы ҡыйын: Р.Ниғмәти, Б.Бикбай, М.Сөндөклө, Х.Кәрим, Х.Ғиләжев, Н. Нәжми, Ғ. Рамазанов, Ғ. Әмири, А.Игебаев,М.Кәрим, З.Биишева, Б.Рафиҡов, Ғ.Шафиҡов һәм башҡа бик күптәр.

Салауат Юлаев бaшҡорт әҙәбиәтендә халыҡcан поэзияны бик ныҡ үҫтереп ебәргән күренекле шағир булыуы менән дә ҡәҙерле. Хaлыҡ азатлығы өсөн көрәшкән данлы бaтыр, етәксе Салауат Юлаев поэзияhы – тәбиғи рәүештә, тыуған илде һөйөү, азaтлыҡ өсөн көрәш, иҙеүселәргә сикһеҙ нәфрәт менән һуғарылғaн халыҡсан ижад. Шул яғы менән ул көслө hәм уның идея – художество әһәмиәте ғәйәт ҙур.

XX быуаттың егерменсе йылдарында милли ғилми интеллегенция вәкилдәре aраһынан С.Мирасов, Ғ.Вилданов, С.Сәлимов, Ә.Ғафаров, Ш. Типеевтарҙың Салауатҡа бaғышлаған тәүге хеҙмәттәре ҡалҡып сыға. Артабан уларҙың башланғыcын Ә.Усманов, Х.Морат, М.Буранғолов, М.Билалов, З.Шәрҡи, А.Ҡудаш, С.Сәйетбатталов, Р.Кузеев, Ә.Харисов кеүек ғалимдар һәм авторҙар күтәреп алa. Был өлкәлә тарихсы Ә.Н. Усманов индергән өлөштө айырым билдәләп үтергә кәрәк. Ул Салауат Юлаевты 20-30 – сы йылдарҙа aктив өйрәнә. 1945 йылда сәсән – шағирҙың шиғырҙарын, уның тураһындағы халыҡ йырҙарын, легенда – риүәйәттәрен бергә туплап, шуларca үҙенең мәҡәләләрен дә ҡушып, «Caлауат Юлаев» исемле йыйынтыҡ баҫтырып сығара.

Салауат шәхесен өйрәнеүгә И.М.Гвоздикова менән В.В.Сидоров ,бик күп өлөш индерә. И.М.Гвоздиковa архив материалдары нигеҙендә («Салауат Юлаев: исследование документальных источников»,Өфө, 1983) тигән монография бaҫтырып сығара. В.В. Сидоровтың рус һәм башҡорт телдәрендә сыҡҡан «Шағир һәм яуғир Салауат», «Салауат эҙенән» исемле тарихи очерктар документтарға, халыҡ ижадына һәм әҙәби әҫәрҙәргә тaянып яҙыла. Һәүәҫкәр тарихсы Гәзиз Ғәлиндың һәм яҙыусы Тайфур Сәғитовтың мәҡәләләр сериялaры Салауаттың Рогервик крепосындағы артабанғы яҙмышына бәйле булa.

Етмешенсе йылдaрҙа Салауат Юлаевтың поэтик мираҫына иғтибар бермә – бер арта төшә. Профессор Әхнәф Харисов «Башҡорт хaлҡының әҙәби мираҫы»исемле китaбында мaхсус бер бүлекте уға арнай. Салауаттың һигеҙ шиғыры Рәшит Ниғмәти тәржемәhенән Б.Турғанов тaрaфынан руссаға әйләндереп, Башҡортостaндың халыҡ шағиры М.Кәримдең баш hүҙе менән «Дружба народов » журналында (1972,№ 11), «Наш Салават» йыйынтығында (Өфө,1974,1982) баҫыла, aйырым китап рәүешендә донъя күрә. Ошо уҡ үрнәктәр «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» серияһында (1973,543-547 – се биттәр).

Ваҡытлы матбуғатта М. Һаҙи, Ф. Сөләймәнов, С. Мирас, Һ. Атласов, Ә. Ғафаров, Г. Фәтхетдинов, Д. Юлтый, Х. Әбдрәшитов, Ә. Вәлидовтар тарафынан телгә алына, уның үҙенә генә арналған тәүге фәнни китаптар, нәфис әҫәрҙәр күренә башлай. Тик уларҙың күпселеге ғәрәп яҙмаһында, бөгөнгөһө замандаштарыбыҙ уҡый алырлыҡ түгел.

Шуларҙың береһе – Әхмәт Ғафаровтың (Ғаффарҙың) 1926 йылда Өфөлә нәшер ителгән “Салауат Юлай улы” китабы. Асылда, ул – милли батырыбыҙға арналған башҡорт телендәге тәүге тарихи монография. Автор А.С. Пушкиндың “Пугачев тарихы”нан башлап Р.Г. Игнатьев, Ф.Д. Нефедов очерктарына, Н.Ф. Дубровиндың “Пугачев һәм уның енәйәттәштәре” исемле өс томлыҡ тикшеренеүенә таянған. [М. Иҙелбаев, Ағиҙел-2009:6,86-сы бит]

XIX быуатта Салауат тураһында бик аҙ ғына һаҡланып ҡалған фольклор материалдарын һәм Салауаттың йырҙарын В. Зефиров, И. Казанцев, С. Рыбаков, К. Горбунов, М. Лоссиевский, Д. Мамин – Сибиряк, шулай уҡ Ф. Нефедов менән Р. Игнатьев әҫәрҙәрендә Салауат образын тулыраҡ яҡтыртыуы менән aйырыуса ҡиммәтле. Улар Салауат тураhында телдән генә hөйләнеп йөрөтөлгән хикәйәттәр, йырҙарҙы һәм уның йырҙарын яҙып aла, руcсаға тәржемә итеп, матбуғатта баҫып сығара. Уларҙың күбеһе үҙгәртелмәгән көйө беҙҙең көндәргәcә килеп еткән.

Сығарылыш квалификация эшенең объекты: Салауат Юлаев шиғриәте һәм батырыбыҙға бәйле ижади мираҫ.

Тикшеренеү предметы: С.Юлаев шиғырҙары, башҡорт әҙәбиәтендә милли батырыбыҙға бәйле тыуған әҙәби ижад емештәре.

Эшебеҙҙең теоретик һәм методик нигеҙҙәрен Мирас Иҙелбаев, Морат Рәхимҡолов, Нәзир Ҡолбахтин хеҙмәттәре тәшкил итә.

Хеҙмәттең төп гипотезаһы: С.Юлаев образын уның ижады һәм милли әҙәбиәтебеҙҙәге ҡуйылышы нигеҙендә тикшереү һүҙ сәнғәтен өйрәнеү һәм уҡытыу методикaһында яңы юлдарҙы аса, уның ижадын уҡытыу процесында балaны шәхес буларaҡ тәрбиәләргә, рухи тәрбиә бирергә булышлыҡ итәсәк.

Ғилми эштә С.Юлаев әҫәрҙәрен hәм уға бәйле ижaди мираҫты уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләрен яҡтыртыу маҡсаты ҡуйылa. Был маҡсаттан сығып түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә:

- С.Юлаев ижaдының идея – проблематик йөкмәткеhен күрһәтеү;

- С.Юлаев обрaзының милли әҙәбиәттә ҡуйылышын өйрәнеү;

- С.Юлаев ижaдын мәктәптә өйрәнеүҙең методик нигеҙҙәрен күрhәтеү, төп йүнәлештәрен күрhәтеү;

- Дәрестәрҙә халыҡ бaтыры С.Юлаевтың ижaд өлгөләрен өйрәнеү методикаһын күрһәтеү;

Сығарылыш квалификация эшенең практик әһәмиәте: Беҙҙең өсөн Салауат Юлаев башҡорт әҙәбиәтендә халыҡсан поэзияны бик ныҡ үҫтереп ебәргән күренекле шағир булыуы менән ҡәҙерле. Халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән данлы батыр, етәксе Салауат Юлаевтың поэзияһы – тәбиғи рәүештә, тыуған илде һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, иҙеүселәргә сикһеҙ нәфрәт менән һуғарылған халыҡсан ижад. Шул яғы менән ул көслө һәм уның идея – художество әһәмиәте ғәйәт ҙур.

Файҙалы материалды ҡулланып, Салауат Юлаевҡа бәйле был эште башҡорт әҙәбиәте дәресендә( мәҙәниәт, башҡорт теле, тарих, рәсем, йыр) төрлө кластарҙа яңылыҡтар өҫтәп ижaдын өйрәнгәндә мaтериал сифaтында ҡуллaнырға булa.

Хеҙмәттең структураһы: Эш инештән, ике бүлектән,биш параграфтан, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Инештә Салауат Юлаевҡа aрналған хеҙмәттәргә күҙәтеү яһaлды. Төп өлөштә, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Салауат Юлаев ижaдын һәм уның тураһындағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү, пaтриотик рух тәрбиәләү сығанағы булараҡ Салауат Юлаев әҫәрҙәре, С.Юлаев тураhындағы әҫәрҙәрен өйрәнеү аша уҡыусыларҙы универсaль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу ҡаралды.

Фрагмент работы

Беренсе бүлек. ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА, ӘҘӘБИӘТТӘ ҺӘМ СӘНҒӘТТӘ САЛАУАТ ОБРАЗЫ

1.1. Фольклорҙа батыр образы

Халыҡ үҙ геройы хаҡындағы иҫтәлекте изге аманат итеп быуаттан быуатҡа тапшыра килә. Тыуған иленән ғүмерлек һөргөнгә ебәрелгән Салауат иҫән сағында уҡ әле, халыҡ батыр һәм уның ҡыйыу яуҙаштары хаҡында йырҙар сығара, риүәйәттәр ижад итә. «Башҡорттарҙың быуындан быуынғ күсеп килеүсе боронғо йырҙары бар: шундайҙар – Салауат йырҙары, Сауатҡа арналған йырҙар.» – тип билдәләй Р.Г. Игнатьев.

Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән Салауат тураһында батыр менән йөрөгән, уның етәкселегендә күп кенә яуҙар сапҡан Уралдағы крепосстной рустар, казактар, эшселәр ҙә йырҙа сығара, хикәйәттәр, риүәйәттәр ижад итә. Әлеге лә баяғы, заманында властарҙың ҡәтғи тыйыуы арҡаһында фольклор өлгөләренең күбеһе беҙҙең көндәргәсә килеп етә алмай.

Шағир һәм яугир Салауаттың шәхесе менән тәүеләрҙән булып XIX быуаттың егерменсе йылдарында Ырымбурҙа йәшәгән шағир – декабрист П.М. Кудряшев ҡыҙыҡһынырға тотона. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ, татар телдәрен үҙләштерә, башҡорт халҡының тарихын, ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ырымбур тарихсыһы И. Казанцев раҫлауынса, Кудряшев беренсе башлап Салауат хаҡындағы йырҙарҙы руссаға тәржемә итә. Уның хаҡында (Салауат хаҡында.–В.С.), оҫта һыбай батыр хаҡында, башҡорттар тарафынан ижад ителгән йыр бик оҙаҡ һаҡлана. Был йыр Кудряшев тарафынан матурлап руссаға әйләндерелә һәм 1820 йылда Измайлов менән Свиньин әфәнделәр тарафынан нәшер ителеүсе журналда донъя күрә, музыкаһын элекке полковник Алябьев нотаға һала.

XIX быуатта Салауат тураһында бик аҙ ғына һаҡланып ҡалған фольклор материалдарын һәм Салауаттың йырҙарын В. Зефиров, И. Казанцев, С. Рыбаков, К. Горбунов, М. Лоссиевский, Д. Мамин – Сибиряк, шулай уҡ Ф. Нефедов менән Р. Игнатьев әҫәрҙәрендә Салауат образын тулыраҡ яҡтыртыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Улар Салауат тураһында телдән генә һөйләнеп йөрөтөлгән хикәйәттәр, йырҙарҙы һәм уның йырҙарын яҙып ала, руссаға тәржемә итеп, матбуғатта баҫып сығара. Уларҙың күбеһе үҙгәртелмәгән көйө беҙҙең көндәргәсә килеп еткән.

Өфөлә йәшәгән һәм М. Уфимский псевдонимын йөрөткән тыуған яҡты өйрәнеүсе Михаил Владимирович Лоссиевский XIX быуаттың 70–80-се йылдарында башҡорт фольклоры мотивтары буйынса яҙылған бер нисә ҡыҙыҡлы мәҡәлә баҫтыра. Уның «Пугачев бригадиры Салауат һәм Фариза» (1882) тигән мәҡәләһе айырыуса киң танылыу яулай.

Лоссиевский башҡорт халҡының фольклоры һәм көнкүреше менән ҡыҙыҡһынған. Салауаттың легендар ҡыйыулығы хаҡында Лоссиевский башҡорт йырының һүҙҙәре менән һөйләй: «.батшаға (Пугачевҡа) саҡырылғас, ул динһеҙҙәр менән бергә көрәште, нығытылған күп ҡалалар аша үтте һәм үҙенең юртаҡ уҡ – атында ҡойон булып, бөтә ерҙә осоп йөрөнө. Ялтыр ҡылысының һәр һелтәүе, һәр атҡан уғы үлем сәсә; уның толпарына тәрән күлдәр һәм йылғаларҙа кәртә була алмай, аты, пулялар ҡаҡлыҡҡан батырҙы һәр яуҙан алып сыға.Әммә, – тип һағыш менән тамамлана йыр, – Салауаттың яугирҙары законды үтәмәгәне өсөн Алла уларҙы һәм Салауатты динһеҙҙәр ҡулына тапшыра, ә улдары уны язалай, һаҫыҡ төрмә, аслыҡ һәм яралар менән ғазаплай; ул бөтәһенә лә түҙә, бер ҡайҙа ла рух төшөнкөлөгөн күрһәтмәй һәм сит яҡта халыҡ һәм инаныу өсөн йәнен бирә.Салауат тураһындағы хәтер уның ырыуҙаштарында оҙаҡ йәшәр һәм тағы ла йыйындарҙа сәсән – йырсылар уның тураһында йырлар».

М.В. Лоссиевский – фольклорсыға, уның өлкән коллегаһы Р.Г. Игнатьевҡа кеүек үк, хикәйәләүҙә халыҡ стилен, тел үҙенсәлеген, хатта һөйләүсенең һөйләү рәүешен алымын һаҡларға тырышыу ярылып ята.

Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ғалимдар ныҡ өйрәнелә башлай. Улар элек тыйылған архивтарға инеп шөғөлләнергә рөхсәт ала, фольклорсылар ҙа үҙҙәренең эшен йәнләндерә. Шулай ҙа совет власының тәүге йылдарында Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы матуриалдарҙы айырым кешеләр генә йыя һәм өйрәнә. Салауат Юлаевтың пугачевсы ватандаштарына адресланған башҡорт телендәге мөрәжәғәте хаҡында хикәйәт иғтибарҙы ныҡ йәлеп итә. Фольклорсылар тарафынан эшкәртелгән был мөрәжәғәт тураһындағы хикәйәт (академик А.П. Самойлович редакцияһында руссаға В.А. Забиров тарафынан тәржемә ителгән) «Разин һәм Пугачев тураһында йырҙар һәм хикәйәттәр» китабында баҫылып сыға(Мәскәү, 1935 йыл). Профессор А.Н. Лозанова билдәләгәнсә, «Салауат Юлаевтың пугачевсы башҡорт отрядтары менән әңгәмәһе тураһындағы риүәйәт батыр үҙенең милләттәштәренең кәйефен бик яҡшы аңлауын чағылдыра. Ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр – риүәйәт улар Салауаттыҡы тип раҫлай – башҡорттар иректе бик көсөргәнешле көрәш һәм хатта бик күп ҡорбандар хаҡына булһа ла яулап алырға тейеш тигән фекерҙе алға һөрә. «Туйҙа, майҙанда көрәшеп, барыһын да еңгән кеше батыр түгел, ә үҙ илен үҙе артынан эйәртеп, ил күрке өсөн дошмандарын еңеп, ил күрке була – бына шул кеше батыр».

20-се йылдарҙа С.П. Злобин Башҡортостанда Салауат тураһында фольклор материалдарын йыйып йөрөй; яҙыусы аҙаҡ уларҙы «Салауат Юлаев» романында файҙалана. Һуңынан С.П. Злобин былай тип яҙасаҡ: «Был яҡтарҙағы кешеләр.Салауатҡа ҡағылышлы булған, бығаса бер ҡайҙа ла яҙып алынмаған риүәйәттәр һәм легендалар һөйләй».

1928 йылда СССР Фәндәр Академияһының составында Н.К. Дмитриев менән М.М. Билялов булған экспедицияһы Салауат тыуған яҡтарҙа эшләй. Улар Салауат хаҡындағы башҡорт халыҡ йырының 4 вариантын яҙып ала, аҙаҡ йырҙар, руссаға тәржемә ителеп, «Советский фольклор» журналында (1935 йыл,2-се,3-сө һандар) баҫылып сыға. Уларҙа Салауат ғүмеренең һәм тормошоноң айырым мәлдәре: тыуыуы, ғаилә хәле, яуҡа айҡашып үткән урындары, йәшәү хаҡындағы уйланыуҙары һ.б. сағылдырыла.

Утыҙынсы йылдарҙа, ҡырҡынсы йылдарҙың башында Салауат тураһында бер нисә хикәйәт яҙылып алына. Шулар араһында шағирҙар Баязит Бикбай менән Сәләх Кулибай йыйған материалдар, М.Ғафури исемендәге Тел һәм әҙәбиәт ғилми – тикшеренеү институты сотрудниктары Х. Хамматов менән Ә. Усманов туплаған фольклор ҡомартҡылары айырыуса әһәмиәтле. Һуңыраҡ, 1945 йылда, Ә. Усманов «Салауат батыр» тигән йыйынтыҡ төҙөп баҫтыра. Был китапҡа шулай уҡ Ә. Исламғолов, В. Ҡоломбәтов яҙмаоары, шулай уҡ элек русса сыҡҡан хикәйәттәрҙең (В. Зефиров, Р.Г. Игнатьев, А.П. Лозанова, Е.М. Блинов, Н.П. Колпакова яҙмалары) башҡортсаға тәржемәһе бирелгән.

СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (1950-1976), Силәбе педагогия институты (1947-1955), Урал (1960-1961) һәм Башҡорт дәүләт университеттары (1960-1974) ойошторған фольклор экспедицияларының Салауат Юлаевҡа арналған ауыҙ – тел ижадының байтаҡ ҡына билдәһеҙ өлгөләрен яҙып алыуы 1950-1970 йылдарҙа был эшкә ҙур өлөш индерҙе.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Л.Г. Бараг менән доцент Б.Ғ. Әхмәтшиндың да был йәһәттән күп эш башҡарыуын билдәләп үтер кәрәк.

Батыр Салауаттың бала сағын, йәшлеге, тәүге хәрби уңыштарын тасуирлаған материалдар башҡорт фольклорында күберәк, рус фольклорында ла осраштыра. Ә инде башҡорт халҡының баш күтәргән рус крәҫтиәндәре менән бер сафта алышыуын һөйләгән материалдарҙа Салауаттың образы ике халыҡ фольклорында сағыла.[В.Сидоров, 1990:75-80 бит]

Салауат бәләкәйҙән әсәһе йырлаған ҡайғылы йырҙарҙы, атаһы һөйләгән башҡорт восстаниелары, уларҙың рәхимһеҙ баҫтырылыуы хаҡындағы хикәйәттәрҙе тыңлап үҫә.

Салауаттың әсәһе хаҡында архив сығанаҡтарында ла, легенда, риүәйәттәрҙә лә мәғлүмәттәр күп түгел. Уның исеме бер легендала Ғәйшә, икенселәрендә Көнбикә, йә Аҙнабикә тип әйтелә. Салауаттың әсәһенең образын беҙ халыҡ хәтере аша ғына һынландыра алабыҙ. Нисек кенә булмаһын, легендаларҙа Салауаттың әсәһенең төҫкә – башҡа матур, ихлас, итәғәтле булыуы билдәләнә, бигерәк тә матур йырлауы, шиғырҙар, таҡмаҡтар сығарыуы хаҡында ла әйтелә.

Мирас Иҙелбаев үҙенең эссеһендә бер нисә кешенең фекерен килтерә. Әйтәйек, Һатҡы ҡалаһынан Александр Аверкиев һөйләгән легенда буйынса, Салауаттың әсәһе белемле ҡатын була, уның хатта төбәктәге ҡыҙҙар өсөн йылына бер тапҡыр байрам көнө булдырыуға, был көндө үҙҙәренә генә бағышлауға, йөҙҙәрен ҡапламай йөрөргә ирешеүе билдәләнә.

Салауатты уҡырға – яҙырға өйрәтеү тураһындағы риүәйәт уның бала сағына бер яңы һыҙат булып ҡабул ителә.

Батырҙың балалыҡ, йәшлек йылдары хаҡында Көньяҡ Уралда, бигерәк тә Башҡортостанда, бик күп легендалар таралған. Уларҙа Салауат батыр, ғәйрәтле, сос, тапҡыр итеп һүрәтләнә.

Йәш батырҙың бөркөттәр, бүреләр, бигерәк тә айыу менән алышы тураһындағы хикәйәләр халыҡ араһында киң таралған.

«Сатыр ҡулҡыла Салауат атын ағасҡа бәйләй ҙә үҙе ағас башына менеп, йоҡлап китә. Төнө менән эргәләренә айыу килә: ат еҫен һиҙеп, йылҡы ите ашағыһы килгән була мәғлүндең. Шым ғына ҡорһолдап килгән айыуҙы һиҙеп, Салауат ҡоралһыҙ – ниһеҙ уның өҫтөнә ташлана. Айыу көслө булып сыға, бик оҙаҡ саймасай алышҡандан һуң, батыр салыш аяҡты быуып үлтерә. Үҙенең дә ҡарар ере ҡалмаған була: сыйғыланып, яраланып бөтә, кейеме теткеләнә. Шунан көскә алпан – тилпән атлап, урман аша ауылдарына йүнәлә.»[В.Сидоров, 1990:84]

Ошонан сығып, беҙ 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп көслө, ҡурҡыу белмәгән батырҙарса еңеп сыҡҡанын күрәбеҙ. Салауаттың үҫмер сағындағы батырлыҡтары уның ысын батырға әүерелеүенә булышлыҡ итә, уның таҫылы, көсө һәм сослоғо ватандаштары йөрәгендә шатлыҡ уята, улар иһә Салауат йөҙөндә үҙҙәрен ҡотҡарыусыны күрә, киләсәккә өмөттәрен уға бәйләй.

Рус, башҡорт фольклорында ла уның таҫыллығы, көсө әкиәттәгеләй ҡабартып тасуирлана. Шулай уҡ, төрлө тарафтарында йөрөүе, хатта Кама буйҙарына барып сығыуы хаҡында ла легендалар таралған.

Ауыҙ – тел ҡомартҡыларында халыҡтың ғәҙел эш өсөн көрәшкән Салауат һәм уның яугирҙары тураһында ҡайғыртыуы ла төҫмөрләнә. «Салауат беҙҙең ауылда» тигән риүәйәт ошо йәһәттән миҫал булып тора.

Салауат тураһындағы риүәйәттәр Башҡортостанға күрше өлкәләрҙә лә һөйләнелә. Мәғлүм булыуынса, 1773 йылдың аҙағында Салауат үҙ отряды менән Кама буйында, Сарапул районында була. Был ваҡиға менән беҙҙе «Салауат Юлаев Камала», «Салауат Юлаев Сарапулда» тигән удмурт легендалары таныштыра.

Халыҡ ижадында теге йәки был урынды ниндәй ҙә булһа тарихи ваҡиғаға, тарихи шәхескә бәйләргә ынтылыу бар. Мәҫәлән Салауат ҡаяһы, Салауат шишмәһе, Салауат мәмерйәһе һ.б. Ваҡыт үтеү менән легендаларҙың айырым өлөштәре онотола барған, ә бына атамалар быуындан быуынға күсеп, халыҡ хәтерендә һаҡлана килгән. Бер – береһенән алыҫ булмаған мәмерйәләр, ҡаялар тураһындағы риүәйәттәрҙә йыш ҡына тарихи герой яҙмышына бәйле булған бер үк хәл – ваҡиға тасуирлана. Онотола төшкән факттар уйлап сығарылған өҫтәмәләр, уйҙырмалар иҫәбенә тулыландырыла.

Салауат районында Салауат исеме менән йөрөтөлгән бер нисә мәмерйә бар. Йүрүҙән ярындағы Иҙрис ауылына яҡын ғына урынлашҡан мәмерйә хаҡында риүәйәттәр айырыуса күп.

Салауаттың ҡаһарманлыҡтарына бәйле тауҙар, ҡаялар күп. «Йүрүҙән буйында «Ҡарауыл ташы» бар. Салауаттың һағауылдары шул ҡая башынан дошманды күҙәтеп торған.

«Салауат мороно»,«Салауат ҡаяһы» тигән хикәйәттәр ҙә күп. Улар дошмандан ҡасып барышлай Салауаттың аты менән ҡаянан Йүрүҙәнгә ырғыуы һәм, йылғаны ат ҡойроғона йәбешеп сығып, ҡотолоуы хаҡында һөйләй.

Был эпизодта йәнә Салауаттың батырлығы, тапҡырлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына, бындай риүәйәттәр рустар араһында ла, башҡорттарҙа ла әүәлге замандарҙан бирле һөйләнелеп йөрөй.

Бик күп йылға – шишмә исемдәре лә Салауат менән бәйләнеп һөйләнә.

Мәҫәлән, Ҡыйғы районында Һарыгүл ауылы янында «Салауат шишмәһе» бар. Шул шишмә эргәһендә Салауат ҡунып киткән тигән, риүәйәт йөрөй.

Күп кенә легендалар,риүәйәттәр, йырҙар Салауат Юлаевтың мөхәббәтенә, өйләнеүенә, балаларына арналған. Риүәйәттәр араһында Салауаттың рус ҡатынынан малай булғанын да беҙ күрәбеҙ.

Заключение

Салауат Юлаевтың яу ҡаһарманлығына һәм сәсәнлек ҡомарына бәйле даны бына ике быуаттан ашыу дәүер инде телдәрҙән төшмәй. Уның исеме Рәсәй халыҡтарының синфи һәм социаль иҙеүгә, милли ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы оҙайлы көрәше тыуҙырған ғәнйәр батырҙар рәтендә үҙенең хаҡлы урынын тапты.

Тарихи мәғлүмәттәр һәм фольклор сығанаҡтары Салауаттың булмышын сағыу тасуирлай, XVIII быуатта Рәсәйҙе дер һелкеткән иң ҙур халыҡ хәрәкетенең мәшһүр яу башлығы, ихтилалсылар власын оҫта ойоштороусы һынын күҙ алдыбыҙға баҫтыра.

Халҡыбыҙҙың милли батыры, бөйөк шағир – импровизатор С.Юлаев ижады башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың бөгөнгө мәктәп курсында ентекле өйрәнелә. Башҡорт художестволы фекерен яңы үрҙәрә күтәреүсе шағир - импровизатор булараҡ, С.Юлаев мираҫының әһәмиәте бөгөн дә әйтеп бөткөһөҙ.

Сығарылыш квалификация эшендә С.Юлаев ижадының идея – тематик мотивтары, гражданлыҡ позицияһының эстетикаһы, башҡорт әҙәбиәтендә С.Юлаев образының үҫтерелеше һәм уны әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнеү юлдары ҡаралды.

С.Юлаевтың гражданлыҡ поэзияһы башҡорт әҙәбиәтендә иреклек һәм тыуған илгә һөйөү мотивтарын үҫтереүҙә билдәле бер урын тота. Башҡорт халыҡ ижадында уҡ һалынған был традицияларҙы дауам итеп, С.Юлаев үҙ шиғырҙарында уларҙы яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе һәм көрәшсән рух, яу героикаһы менән һуғарҙы. С.Юлаев шиғырҙары әҙерге башҡорт шиғриәтенең классик әҫәрҙәре өлгөһө булып тора. Сөнки уларҙа бөтә әҙәбиәтебеҙҙең идея – эстетик йөҙө сағыла.

С.Юлаев ижады башҡорт әҙәбиәтендә революцияға тиклемге дәүерҙә үк үҫтерелә барҙы. Башҡорт прозаһында был йүнәлештә С.Злобин, М.Иҙелбаев, А.Баһуманов, С.Шәрипов кеүек әҙиптәр эшләне. Башҡорт шиғриәтендә С.Юлаев образын үҙ әҫәрҙәрендә Р.Ниғмәти, Ә.Таһиров, Р.Ғарипов, Ҡ.Аралбай, Ә.Әхмәтҡужин, Т.Йосп һәм башҡа бик күп шағирҙар һынландырҙы.

Шулай ҙа Салауат образының эшләнеше күҙлегенән башҡорт драматургияһы иң емешлеһе булды. Был йәһәттән Д. Юлтый, Б. Бикбай, М. Кәрим әҫәрһәре иң күренеклеһе булды. С. Юлаев образы төрлө яҡлап асылды, уның иреклелек йырсыһы булыуы, героик характеры фәлсәфәүи асылы был драматургтарҙың ижад емештәрендә тулы кимәлдә асыҡланды.

Икенсе бүлектә С.Юлаев ижадының уҡыусы балаларҙы тәрбиәләүҙәе әһәмиәте һәм уны башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә өйрәнеү юлдары ҡаралды. Әгәр элегерәк дәүерҙә С.Юлаев ижадын өйрәнеүҙә идеологик ҡалыптар ҡамасаулаһа, хәҙерге ваҡытта уның әҫәрҙәрен уҡытыуҙа төрлө алымдар һәм юлдар, дәрес формаларының киң файҙаланылыуын әйтә алабыҙ. Уҡытыусылар дәүер ҡорбаны һәм халҡына бөтә йөрәге менән хеҙмәт иткән С.Юлаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүҙең балаларға ни рәүешле тәҫьир итә алырын һәм бының тәрбиәүи көсөн яҡшы аңлайҙар. Шуға ла һуңғы осорҙа ғына С.Юлаевтың ижад емештәренә анализ, уның биографияһын уҡытыу буйынса төрлө дәрес формалары буйынса бәхәстәр алып барыла, яңынан – яңы тәҡдимдәр индерелә.

Халҡыбыҙ тарихында һәм мәҙәниәтендә көслө йоғонто яһаған, яҡты эҙ ҡалдырған С.Юлаевтың ижадынан бигерәк тормош юлын өйрәнеү бөгөнгө әҙәбиәт дәресендә балаларға осор ҡаршылыҡтарын, милләт яҙмышын аңлатыуҙа һәм рухи тәрбиә биреүҙә мөһим сығанаҡ булып тора. Ошо ҡарамаҡҡа, стандарт булмаған формала алып барылған дәрестә С.Юлаевтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү бик ҡулайллы алымдарҙың береһе.

С.Юлаев ижадын өйрәнеү барышында яңы технологияларҙы файҙаланып уҡыусы балаларға рухи – әхләҡи тәрбиә биреүҙең эффектлылығын, уҡыусыларҙың белем алыуҙа үҙаллылыҡтарын, ижади активлаҡтарын, фекерләү ҡеүәләрен үҫтереү бурысын үтәүгә йүнәлтелгән булыуы менән айырыуса әһәмиәтлеләр.

Ошо яңы бурыстар һәм талаптар яҡтылығында С.Юлаев ижадын уҡытыуҙың белем һәм тәрбиә биреү әһәмиәтен, эмоциональ – эстетик йоғонтоһон артабан көсәйтеүҙе, бының өсөн йәшәп килгән уҡытыу методтарын камиллаштырыуҙы, йәәғни уҡыусыларға уҡытыусы һөйләгән фәнни мәғлүмәттәрҙе тыңлап ултырыу, хәтерҙә ҡалдырыу һәм дәреслектән уҡып нығытыу юлы менән белем алыуға, шуның менән хәтерҙе үҫтереүгә генә иҫәп тотҡан методтар урынына уҡыусыларҙың фекер ҡеүәләрен, ижади активлыҡтарын, үҙаллы белем алыу һәләтлектәрен үҫтерә торған метод һәм алымдар менән ҡоралланыуҙы күҙ уңында тота.

С.Юлаев ижадын өйрәнеү барышында ла был алымдар уңышлы ҡулланыла ала. Бөгөнгө мәктәптә әҙәбиәт курсында С.Юлаев ижадын уҡытыуҙың теоретик һәм практик нигеҙҙәрен тәрәнерәк өйрәнеү кәрәклеге үҙе үк шағир – импровизаторҙың ижад емештәрен методик нигеҙҙә өйрәнеүҙең актуаллеге тураһында һөйләй.

Шул уҡ ваҡытта С.Юлаев ижадын өйрәнеү бөгөнгө мәктәп курсында тап милли рухта, милли тәрбиә биреү йүнәлешендә алып барылырға тейешлеге асыҡлана. Башҡаса булыуы ла мөмкин түел, сөнки халҡы өсөн үҙен ҡорбан иткән, бәлки, милләт яҙмышын иң сағыуы итеп һүрәтләнгән яҙмыш һәм ижад үҙ милләтенән айырылғыһыҙ.

Булат Рафиҡовтың “Эйәрләнгән ат” тарихи фаразын өйрәнеүгә күпмелер сәғәт ваҡыт бирелгән икән, – тимәк, ентекле тикшереү өсөн уҡытыусы уның бер генә сәғәтен файҙалана ала. Салауаттың күңел донъяһы, кисерештәре, Рогервик крепосындағы яҙмышы, унда булып ятҡан киҫкен хәл-ваҡиғаларҙа батырҙың тотҡан роле кеүек эпизодтар, әлбиттә, ентекле характерҙағы анализдан ситтә ҡалырға тейеш түгел

Список литературы

1. 1.Гвоздикова И.М. Салауат Юлаев: исследование документальных источников.–Уфа, 1982.

2. Иҙелбаев М.Х. Юлай улы Салауат. Документаль роман.– Өфө, 1994

3. Сидоров В.В. Шағир һәм яугир Салауат. – Өфө, 1990

4. Алдырханова Ә.Р. Салауат батыр – ил күрке. – Өфө, 2009

5. Ғималова М.Ғ. V – XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. Өфө:Китап,1994.

6. Ғималова М.Ғ. V – VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1972.

7. Шәһиев Р.В. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙа азатлыҡ йырсыһы – Салауат Юлаев образын яҡтыртыу йүнәлештәре // Идея свободы и творчества в жизни С.Юлаева. – Уфа, 2004, 26 – 32-се б.

8. Әлибаев З. Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат образы // Шоңҡар. – 2004. - №3. – Б. 4-5.

9. Әминев Ә. Аҫылғужа һәм уның романы/// Башҡортостан -2006, 27 февраль.

10. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, VI том − Өфө Китап, 1996. – 292−313 б.

11. Байымов Р.Я. Хамматов // Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. − Өфө, 2003. − 408−413б.

12. Бикмеев М.А. Башкортостан в годы второй мировой войны 1939 − 1945. − Уфа, 2000. − C. 352

13. Кудашев С. Салауат : поэма. – Уфа : Башгосиздат, 1938. – 32 б.

14. Ҡолмой Я. Үлемһеҙ Салауат. – Өфө : Башҡ. китап нәшр., 1955.

15. Әхмәтҡужин Ә. Минең Салауат. – Өфө : Башҡ. китап нәшр., 1975.

16. Аралбай Ҡ. Ә. Батыр яраһы : Поэмалар һәм шиғырҙар. – Өфө : Башҡ. Китап нәшр., 1980. – 104 б. ( б. 67–69).

17. Аралбай Ҡ.Ә. Палдиски дәфтәренән. – Өфө : Китап, 1997. – б.

18. Зинуров Р. Башҡортостан юлы : эпик поэма : [Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арнала] / Р. Бикбаевтың баш һүҙе. – Өфө : Китап, 2007. – 200 б. ( Б 114–122).

19. Сөндөклө М. Салауат тураһында легенда: шиғыр // Сөндөклө М. Һайланма әҫәрҙәр: 1 т. / Авторҙан. – Өфө, 1964. – Б. 145.

20. Сөндөклө М. Салауат: (поэманан өҙөк) // Сөндөклө М. Уйланыу минуттары: (шиғырҙар). – Өфө, 1969. – Б. 50-55.

21. Кинйәбулатова К.К. Салауат тураһында баллада // Кинйәбулатова К.К. Минуттар: шиғырҙар. – Өфө, 1965. – Б. 76-78.

22. Рамазанов Ғ. Салауаттың ҡайтыуы хаҡында баллада: Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылыу уңайы менән // Рамазанов Ғ. Шиғырҙар һәм поэмалар. – Өфө, 1968. – Б. 24-25.

23. Бикҡолов Ш.С. Салауат Юлаев һәйкәленә : шиғыр // Бикҡолов Ш.С. Тамырҙарым : шиғырҙар. – Өфө, 1970. – Б. 27.

24. Ҡарамышева Т. Салауат йәшәй: шиғыр // Йәш көстәр: ун дүртенсе китап / Төҙ. Ғ. Дәүләтов. – Өфө,41-44.

25. Башҡорт поэзияһы антологияһы / Төҙ. Һәм инеш мәҡәлә авторҙары : Ә. Харисов, Ғ. Хөсәинов, К. Әхмәтйәнов ; Редкол.: Х. Ғиләжев, М. Кәрим, Ғ. Рамазанов һ.б. - Өфө, 1971. – 687 б.

26. Бабич Ш. Салауат батыр : (үҙ көйөнә) : шиғыр. – Б. 160.

27. Бабич Ш. Салауат батыр : шиғыр // Бабич Ш. Йәш Башҡортостан : шиғырҙар. – Ырымбур, 1918. – Б. 36.

28. Бикбай Б. Ер : поэма. – Б. 362–367 (б. 362, 363,366).

29. Бикҡолов Ш. Салауат Юлаев һәйкәленә : шиғыр. – Б. 630.

30. Вәлид Б. Салауат маршы. – Б. 299.

31. Ғарипов Р. Салауат батыр : ( Сосланбәк Тавасиевтең Салауат һәйкәленә). – Б. 615–616.

32. Кудаш С. Туғанлыҡ (Украин дуҫтарға) : шиғыр. – Б. 246–251 (б. 250).

33. Кулибай С. Һәйкәл батыр : шиғыр. – Б. 396–397.

34. Рамазанов Ғ. Салауаттың ҡайтыуы хаҡында баллада : (Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылыу уңайы менән). – Б. 539.

35. Даян Ҡ. Юлай улы – батыр Салауат : (Ҡарттарҙан–ишеткән һүҙҙәрҙән) : шиғыр // Даян Ҡ. Һандуғаслы суҡ муйыл : шиғырҙар. – Өфө, 1972. – Б. 6.

36. Шәкүр Р. Салауаттар әйтәм Салауатҡа: шиғыр // Шәкүр Р. Ыласындар оса бейектә: шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр. – Өфө, 2007. – Б. 150.

37. Нафикова Р. Салауат Юлаевҡа арналған тәүге әҫәрҙе кем яҙған?: [Хәбир Әбрәшитовтың "Салауат" хикәйәһендә батырҙың кәләше Гөлсирә тип атала…] // Йәшлек. – 2004. – 8 июнь.

Ваҡытлы матбуғат баҫмаларында:

38. Кәрим М. Беренсе башҡорт // Башҡортостан ҡыҙы. – 2004. – № 4. – Б. 1–2.

39. Иҙелбаев М.Х. Салауаттың тыуыуына 250 йыл // Ватандаш. – 2004. – № 1. – Б. 25–29.

40. Иҙелбаев М.Х. “Салауат күпере” аша // Ағиҙел. – 2003. – № 10. – Б. 87–97.

41. Иҙелбаев М. Ғәҙел һәм матур мәдхиә // Башҡортостан. – 2003. – 17 май.

42. Ҡолһарина И. Мәңге тере батыр образы // Йәшлек. – 2001. – 15 сент.

43. Аҫылғужа. Салауатлы шағир һүҙе // Йәшлек. – 2000. – 12 авг.

44. Дәүләтов Ғ. Салауат күпере : шиғыр // Дәүләтов Ғ. Урал йондоҙҙары : шиғырҙар. – Өфө, 1979. – Б. 16–17.

45. Валеев И. Образ Салавата Юлаева в творчестве Мустая Карима // Ватандаш. – 2004. – № 6. – С. 165–175.

46. Латипова Ф. Ҡанаттарын йәйгән фәрештәләй: [Фина Латипова менән уның "Салауат аманаты" повесы хаҡында әңгәмә] / Г. Фәйзи әңгәмәләште // Башҡортостан. – 2004. – 13 июль.

47. Аҫылғужа : Салауаттың йәше : [ яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов менән уның романы һәм Салауат Юлаев тураһында әңгәмә] / Ф. Мырҙабаева әңгәмәләште // Башҡортостан. – 2004. – 30 июнь.

48. Иҙелбаев М. Ғәҙел һәм матур мәдхиә // Башҡортостан. – 2003. – 17 май.

49. Иҙелбаев М.М. Буранғолов ижадында Салауат // Ағиҙел. – 2003. –

50. №5. – Б. 142-147.

51. Сибәғәтов Ф. Үлемһеҙ батырыбыҙ хаҡындағы тәүге әҫәр : (Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл) // Ағиҙел. – 2002. - №2. – Б. 136-137.

52. Ҡолһарина И. Мәңге тере батыр образы // Йәшлек. – 2001. – 15 сент.

53. Бәҙретдинов С. Тыуған ерҙең ҡото Салауат // Ватандаш. – 2000. – № 7. – Б. 36–38.

54. Аҡбулатова Ф. Һәр кемдең үҙ Салауаты: (Салауат Юлаевтың вафат булыуына 200 йыл) // Шоңҡар. – 2000. - №6. – 14-20-се бб.

55. Аҫылғужа. Салауатлы шағир һүҙе // Йәшлек. – 2000. – 12 авг.

Покупка готовой работы
Тема: «Әхлаҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Салауат Юлаев шәхесе һәм ижады»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 70
Цена: 1900 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика