Дипломная работа

«Белорет районыныҢ топонимдары ҺӘм уларҘы дӘрестӘ Ҡулланыу»

  • 65 страниц
Содержание

ИНЕШ.8

I БҮЛЕК. Белорет районыны топонимдарының лексик- семантик классификацияһы.12

1.1. Географик объекттарҙың физик торошон белдергән топонимдар.15

1.2. Кешенең практик эшмәкәрлеге менән бәйле топонимдар.17

II БҮЛЕК. Топонимдарҙың структураһы .20

2.1. Ябай атамалар.24

2.2. Ҡушма атамалар.26

2.3. Белорет районының ер-һыу атамаларына ҡыҫҡаса күҙәтеү…42

III БҮЛЕК. Белорет районының ер-һыу атамаларын башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу.56

Йомғаҡлау.62

Ҡулланылған әҙәбиәт.64

Введение

Белорет районы тәбиғәте, тау, йылғалары, ҡаҙылма байлыҡтары менән Башҡортостандың башҡа райондарынан айырылып тора. Күп мул һыулы йылғалар ошо тарафтарҙан баш ала: Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш һ.б. Көньяҡ Уралдағы иң бейек тауҙар ҙа ошо төбәктә: Ямантау, Нәре, Ирәмәл, Машаҡ, Бишитәк, Ҡыраҡа, Рәз, Кирәл. Бынан тыш, райондың иң ҙур майҙанын урмандар биләй.

Күккә ашҡан күкһел тауҙар теҙмәләре, уралып-уралып ятҡан Урал һырттары. Белорет районында, башыңды күтәреп ҡараһаң, кәпәсең төшөрлөк бейек был һырттарҙа һерәйеп торған шәрә ҡаяларҙы күрмәҫһең, улар һомғол ҡарағайҙар менән ҡапланған. Иң бейек ҡаяларҙың иң бейек ҡыйыҡтарында ла шундай ныҡ һәм сибәр ағастар – ҡарағайҙар, ҡарағастар үҫә. Бына ни өсөн ошо тауҙар илен йәшеллек һәм хозурлыҡ донъяһы тип атағы килә. Ә ғорур ҡаяларҙан аҫта, тулҡындарын ҡаға-ҡаға, һыуһылыу Ағиҙел ашҡынып аға. Уны юлына арҡыры төшкән таш кәртәләр ҙә туҡтата алмай. Ул, бөтә ерҙән үтер терегөмөш һымаҡ, юлын дауам итә, йәншишмәләр шикелле, тәбиғәткә, тирә яғындағы урман тауҙарға йән һәм йәм бөркә.

Был юғары квалификация эшебеҙҙә иғтибарыбыҙҙы ошо йәмле тәбиғәтле Белорет районы топонимикаһын өйрәнеүгә йүнәлтәбеҙ.

Әйтергә кәрәк, ер-һыу теле иң беренсе сиратта тәбиғи-географик билдәләрҙе атап бирә. Һәр атама башҡорт һөйләшендә ниндәй һүҙгә тура килә, әҙәби телдә нимәне аңлата? Бына ошо һорауҙарға яуап бирергә топонимика фәне ярҙам итә лә инде. Әйләнә тирәнең атамаларына, тарихына күҙ һалһаҡ, өнһөҙ ятҡан төбәк, теле асылған бала һымаҡ, үҙенең тарихын да, телен дә, боронғолоғон да, сит этносҡа мөнәсәбәтле ямауҙарын да сатнатып һөйләп бирә һымаҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтөрөлгән ауылдарҙа күпме тарих, ғөрөф-ғәҙәт, йола ҡанундары өнһөҙ килеш тороп ҡалды. Ырыу-ырыу булып донъяға һибелгән ҙур халыҡтың юлын юллатып, тарихын тергеҙеп, ер хәтерен, һыу хәтерен ихлас өйрәнгәндә йәшәү рәүешебеҙҙең асылына төшөнә барыр инек.

Юғары квалификация эшебеҙҙең актуаллеге. Һуңғы йылдарҙа һәр төбәктән, шулай уҡ Белорет районында ла, топонимик материалдарҙы йыйыу һәм уларҙы өйрәнеүгә бик ҙур әһәмиәт бирелә башланы. Теге йәки был өлкәнең, райондың, ауылдың ер-һыу атамаларын йыйып өйрәнеү ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Бында шуны әйтергә кәрәк, һәр кеше уҡыусымы ул өлкән йәштәгеме үҙе тыуып үҫкән, йәшәгән еренең тарихын белергә, ошо ерҙе һаҡлап яу сапҡан атай-олатайҙарҙы хөрмәт итергә, уларҙың батырлығын баһаларға өйрәнергә тейеш. Бына ошоға өлгәшеү өсөн тыуған яҡ топонимикаһын өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә тип әйтер инем. Сөнки топонимик материалдар бик мөһим мәсьәләләргә яуап бирергә булышлыҡ итә.

Әйтергә кәрәк, Белорет районы тәбиғи ҡомартҡыларға, тауҙарға, урмандарға, йылғаларға бай төбәк. Ошо тәбиғи ҡомартҡыларҙың атамалары быуындан быуынға күсә килеп, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Шулай ҙа Белорет районының ер-һыу атамалары тотошлайы менән топонимика фәне тарафынан өйрәнелеп бөтөлмәгән. Һәр яландың, һәр соҡорҙоң, хатта баҫыуҙың үҙ заманында атамалары булып һәр береһендә сер йәшерелгән, тарих һаҡлана. Сөнки, ер-һыу теле үҙе бер йомаҡ − асылмаған йоҙаҡ. Ошо серле йомаҡтың асҡысы әлбиттә өлкән йәштәге олатайҙарыбыҙ хәтерендә һаҡлана. Улар ишеткәнде, улар күргәнде яҙыуға теркәп ҡуйыу беҙҙең изге бурыс.

Өйрәнелеү кимәле. Тыуған илде, тыуған төйәгеңде яҡын күреү, яратыу уның тәбиғәтен һаҡларға тырышыу ғына түгел, минеңсә, был төбәктең тарихи үткәнен, тормошон, мәҙәниәтен сағылдырған, башҡа ырыу-ҡәбиләләр, халыҡтар менән үҙ-ара бәйләнештәрен, таралыу, күсеп йөрөү тарафтарын күҙалларға мөмкинлек биргән атамаларҙы һаҡлауҙа ла.

Географик объекттарҙың атамалары барыһы ла халыҡ байлығы. Был атамаларҙы бығаса йәшәгән ырыуҙар, халыҡ осраҡлы рәүештә генә түгел, ә ниндәйҙер тарихи ваҡиғаға йәиһә географик объекттарҙың ниндәй сифатына, үҙенсәлегенә таянып аталған. Ә килеп сығыштары әле асылмаған атамалар беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Уларҙың тарих һөйләре алда әле.

Шуны әйтергә кәрәк, Белорет районының топонимикаһы ғалимдар тарафынан бик аҙ өйрәнелгән. Хатта ҡайһы бер ауыл исемдәренең тулы тарихы ла асыҡланмаған. Мәҫәлән, Белорет районына ҡағылышлы донъя күргән материалдарҙан «Таулы төйәгебеҙ - Белорет» исемле тупланманы атап китергә була. Был йыйынтыҡта һәр ауыл, ер-һыу тарихына ҡағылышлы мәҡәләләр тупланған. Йыйынтыҡтың төҙөүселәре Шәрипов С.Н. һәм Шәрәфетдинов Д.М.

Шулай уҡ ваҡытлы матбуғат биттәрендә Ринат Шәйбәковтың материалдары ла донъя күреп тора. Айырыуса уның «Инйәр буйы легендалары» мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ. Шулай уҡ Азат һәм Фирюзә Камаловтарҙың «Атайсал» исемле китаптарында ла Белорет районына ҡағылышлы материалдар осратырға мөмкин.

Теманың ғилми яңылығы. Ауыл халҡы өсөн айырым бер ағас, таш ниндәйҙер әһәмиәткә эйә икән йәки ул ниндәйҙер ваҡиғаның тере һәйкәле булып тора икән, был юғалтҡан ҡайһы бер объекттар (йәйләү, ятыу, утар, һыу тирмәндәре һ.б.) онотола, юғала, рәсми теркәлмәгәнлектән оло быуын кешеләре менән бергә улар тураһындағы хәтирәләр, легендалар ҙа һаҡланмай. Был юғары квалификация эшебеҙҙе яҙып мин шуны асыҡланым: топонимика – илдең, ерҙең, телдең ысын мәғәнәһендә хәтер китабы һәм ысын-ысынында халыҡтың хәтер энциклопедияһы!

Үрҙә әйтелгәнсә, Белорет районы топонимикаһы темаһы бик аҙ өйрәнелгән. Шуға күрә был курс эшендә Белорет районы ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә ынтылыш яһалды һәм бына ошолар хеҙмәтебеҙҙең яңылығы булып тора.

Юғары квалификация эшебеҙҙең маҡсаты. Был юғары квалификация эшебеҙҙә Белорет районы топонимик материалдарын яҙып алып, өйрәнеп, киләсәк быуындарға еткереүҙе маҡсат итеп алдым. Шулай уҡ, ер-һыу атамаларының тел ғилемендә, айырыуса мәктәптә тел дәрестәрендә ҡулланыу мөһим икәнен иҫбат иткем килә. Шуға күрә лә, алда әйтелгәндәрҙән сығып, донъя күргән хеҙмәттәргә таянып һәм үҙемдең күҙәтеүҙәремде барлап, хеҙмәтемдә шундай бурыстар билдәләнде:

- Белорет районы ер-һыу атамалары тарихын өйрәнеү;

- әҙәбиәтте өйрәнгәнә яңы тарихи мәғлүмәттәрҙе асыҡлау;

- ер-һыу атамалары аша Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү, улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;

- топонимиканың башҡорт тел һәм әҙәбиәте ғилемендә тотҡан урынын билдәләү;

Тикшеренеү объекты. Белорет районының ер-һыу атамаларын өйрәнеү.

Тикшеренеү предметы. Тыуған яҡҡа ҡағылышлы топонимик материалдар.

Юғары квалификация эшенең теоретик һәм методик нигеҙҙәрен Шәйбәков Р., Шәкүр Р., Усманова М., Камалов А. һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре тәшкил итә.

Яҙма хеҙмәт Шәйбәков Р., Камалов А., Шәкүр Р., Усманова М. кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянып яҙылды.

Тикшеренеү методтары. Юғары квалификация эшен яҙғанда ошоға тиклем әҙәбиәт ғилемендә йыш ҡулланылған, традицион булған тикшеренеү алымдары, атап әйткәндә күҙәтеү, тасуирлау, структур һәм сағыштырыу методтары ҡулланылды. Фекерҙәрҙе миҫалдар менән нығытыу һәм иҫбатлау өсөн эҙләнеү методы бик әһәмиәтле булды.

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте. Хеҙмәтте педколледж, университет студенттары әҙәбиәттән, уны уҡытыу методикаһынан рефераттар, курс эштәре яҙғанда файҙалана ала.

Эштең структураһы. Был юғары квалификация эшебеҙҙә, ҡыҙыҡлы ла мауыҡтырғыс та бер фән тармағы – топонимикаға байҡау яһалды. Топонимика буйынса төплө шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың ғилми хеҙмәттәрен өйрәнеп беҙ шуны асыҡланыҡ: топонимика – илдең, ерҙең, телдең ысын мәғәнәһендә хәтер китабы һәм ысын-ысынында халыҡтың хәтер энциклопедияһы!

Юғары квалификация эшебеҙ инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Фрагмент работы

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫНЫ топонимдарының ЛЕКСИК-СЕМАНТИК КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

Хәҙерге Белорет районы тәбиғәте, тау, йылғалары, ҡаҙылма байлыҡтары менән айырылып тора. Күп мул һыулы йылғалар ошо тарафтарҙан баш ала: Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш һ.б. Көньяҡ Уралдағы иң бейек тауҙар ҙа ошо төбәктә: Ямантау, Нәре, Ирәмәл, Машаҡ, Бишитәк, Ҡыраҡа, Рәз, Кирәл. Бынан тыш, райондың 85 процент самаһы майҙанын урмандар биләй. Фәрит Камаев, Белорет районының Сермән ауылында тыуған композитор Заһир Исмәғилев ижадына бәйле, был төбәк тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Күккә ашҡан күкһел тауҙар теҙмәләре, уралып;уралып ятҡан Урал һырттары. Был яҡта уларҙыҠыраҡатау тиҙәр. Ләкин башың күтәреп ҡараһаң, кәпәсең төшөрлөк бейек был һырттарҙа һерәйеп торған шәрә ҡаяларҙы күрмәҫһең, улар һомғол ҡарағайҙар менән ҡапланған. Иң бейек ҡаяларҙың иң бейек ҡыйыҡтарында ла шундай ныҡ һәм сибәр ағастар – ҡарағайҙар, ҡарағастар үҫә. Бына ни өсөн ошо тауҙар илен йәшеллек һәм хозурлыҡ донъяһы тип атағы килә. Ә ғорур ҡаяларҙан аҫта, тулҡындарын ҡаға-ҡаға, һыуһылыу Ағиҙел ашҡынып аға. Уны юлына арҡыры төшкән таш кәртәләр ҙә туҡтата алмай. Ул, бөтә ерҙән үтер терегөмөш һымаҡ, юлын дауам итә, йәншишмәләр шикелле, тәбиғәткә, тирә;яғындағы урман; тауҙарға йән һәм йәм бөркә. Был яҡтарҙағы һоҡланғыс гүзәллек, бәлки, Ағиҙелдең шифа ҡөҙрәтенән киләлер”[ С.Н. Шәрипов, Д.М. Шәрәфетдинов, 2011. – 8-се бит.]

Шуға күрә лә тауҙарға, йылғаларға, урман; ҡырҙарға арналған атамалар быуындан быуынға күсә килеп, беҙҙең көндәргәсә еткән.

Беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ – ирек һөйөүсе башҡорттар – тиҫтәләрсә быуаттар буйы ошо илиһи киң ерҙәрҙе биләгән һәм сал Урал тупрағында, Урал картаһында үҙ телдәренең аҫыл таштар һымаҡ балҡып торған ҡиммәтле һүҙҙәрен мәңгелек хазина, ысын тарихи ҡомартҡылар менән тиңләшерлек бөйөк топонимик мираҫ тыуҙырғандар һәм кешелек мәҙәниәтенең хазинаһы булырлыҡ шул байлыҡты, быуындан быуынға тапшыра килеп, һаҡлап алып ҡалғандар.

Шуға күрә һәр кеше, һәр ауыл, һәр төбәк үҙенең сығышын да, ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған ер-һыуҙы, йыр-моңдо, ошо изге тыуған тупраҡтың тарихи исемдәрен дә белергә тейеш. Сөнки, академик Д.С. Лихачев һүҙҙәре менән әйтһәк, тарих хәтере изге. Уны ҡәҙерләп һаҡларға һәм быуындан быуынға тапшыра барырға кәрәк.

1.1. Географик объекттарҙың мәғәнәһен, уларҙың физик торошон белдереүсе топонимдар

Бындай төр топонимдар үҙҙәре бер нисә төркөмсәгә бүленәләр:

Объекттың географик терминын белдереүсе атамалар: Арышпар ауылы, Таш аҫты тауы, шыршы таш тауы, Таш ҡаҙған соҡоро, Елмерҙәк һырты, Көҙйылға, Шайтануйнатҡан йылға, Урман-Рәүәт ауылы, Ямантау, Рәүәт, Алтын ҡойоһо, Еләктау, Иген тау яланы, Йәйләү яланы, Шырҙау, һ.б.

Географик объекттарҙың үҙенсәлекле айырым билдәләренә ишара яһаусы топонимдар:

- Төҫтәре буйынса- Ағиҙел йылғаһы, Ҡыҙылбай өйрөлгән ҡаяһы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Аҡкөсөк ялан, Ҡаракөсөк тауы, Ҡара үгеҙ яланы, Аҡҡош күле яланы һ.б.

- Географик объекттарҙың ҙурлығы, күләме, майҙаны, формаһы, рельеф үҙенсәлектәре буйынса- Ҙур Инйәр, бәләкәй Инйәр, Оҙонөй, Сусаҡ таш ҡаяһы, Оло Кирәл, Кесе Кирәл һ.б.

- Географик атаманың эмоциональ баһалау характеристикаһы: Татлы ҡасабаһы, Ямантау, Тоҙ йылғаһы, Бәлә күр яланы, Берҡат яланы һ.б.

Географик объекттың билдәләрен һан аша күрһәтеүсе топонимдар:

- Географик объекттарҙың ниндәй урында, ҡайҙа урынлашҡандарын белдереүсе топонимдар: Үрге һәм Түбәнге Әрүәк ауылдары, Түбәнге Телмәй ауылы, Үрге Сермән, Урта Сермән, Түбәнге Сермән, һ.б.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына ишара яһаусы топонимдар. Бындай төр топонимдарға Р.З.шәкүров айырыуса иғтибар итә. Уның фекеренсә, бындай топонимдарҙы өйрәнеп беҙҙең республикалағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының бөгөнгө торошон ғына түгел, ә бер нисә быуат элегерәк, хатта боронғо торошон да асығыраҡ күҙалларға була.

Бындай төр топонимдар ҙа Белорет районында әҙ түгел. Мәҫәлән: Һыйыр батҡан яланы, Һуйыр-Айыс ауылы, Айыу баҫҡан яланы, Этимгән һырты, Ҡыҙылбай өйрөлгән ҡаяһы, Имәнлек сабыны, Тай-һуйған яланы, Аҡһыйыр яланы, Һарыҡтауы, Бүреатҡан ҡаяһы, Ҡара үгеҙ яланы, Суҡмуйыл- урын, Ҡуян ялан-урманы, Һарыҡ аҡҡан урын, Аҡҡош күле яланы, Йәндек тауы, Ҡортлотүбә, Тейенташ, һ.б.

1.2 Кешенең практик эшмәкәрлеге менән бәйле топонимдар

Бындай топонимдар үҙҙәре бер нисә төркөмсәгә бүленәләр:

Халыҡтың хужалыҡ һәм көнкүреш тормошо менән бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән топонимдар:

- Башҡорт ырыуының ер эшкәртеүе менән бәйле топонимд ар:

- Башҡорттарҙың өҫтәлмә шөғөлдәре, кәсептәре менән бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән топонимдар- Дегет базы яланы, һ.б.

- Айырым кешеләргә, ҡаҙнаға коллективтарға ҡараған баҫыу, бесәнлек, урмандар һәм болондарҙы билдәләүсе топонимдар. Был төркөмгә топонимдарҙың өстән бер өлөшө инә һәм уларҙың күбеһе ер һәм урман эшкәртеү менән бәйле. Билдәле булыуынса Башҡортостандың төнъяк райондары урманға бай. Шуға күрә, әлбиттә, урмансылыҡ халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш тормошонда үҙ эҙен ҡалдырған һәм улар топонимдарҙа ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән: Иҫке ҡыштау урыны, Ҡаҙғанъяр һырты, Хәҙрәт ҡойоһо, Ҡыҙмалды тауы, Оролоҡарағай тауы, Ҡыҙҙар ташы һ.б.

Халыҡтың ижтимағи тормошон һәм рухи культураһын сағылдырыусы топонимдар:

- Ҙур тарихи ваҡиғаларҙы, иҫтәлекле урындарҙы, ғибәҙәт ҡылыу йорттарын, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, төрлө ышаныуҙарҙы сағылдырған топонимдар. Мәҫәлән: Керезе тауы, Ҡаҙағорошҡан, Шаҡман түбәһе, Арский ташы, Йәй ташы, һ.б.

- Этнонимдар ярҙамында яһалған топонимдар- Немец зыяраты, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы һ.б.

- Антропонимдар нигеҙендә барлыҡҡа килгән топонимдар. Бындай төр топонимдар башҡорт ономастикаһында иң таралған. Сөнки башҡорт халҡы борон-борондан ер-һыу, ауыл исемдәре итеп уларға тәүге нигеҙ һалыусыларҙың, был урындар менән бәйле тарихҡа кереп ҡалған кеше исемдәрен ҡуша торған булған. Кеше ерһеҙ, ер кешеһеҙ була алмаған кеүек ул ер менән тығыҙ элемтәлә булған кешенең исеме лә ергә бергә барған, кеше үҙе иҫән булмаһа ла ер уның исемен һаҡлап ҡалған . Мәҫәлән: Зөлхизә тауы, Ырыҫҡол тауы, Аҙналы ауылы, Буранбай яланы, Буранғол аҡланы, Рәз тауы, Мөхәмәтҡолойосҡан ҡаяһы, Камали мәмерйәһе, Шаҡман түбәһе, Фәхреш яланы, Ямал соҡоро, һ.б.

II БҮЛЕК ТОПОНИМДАРҘЫҢ СТРУКТУРАҺЫ

Топонимдарҙы өйрәнеүҙәге төп эштәрҙең береһе- уларҙың төҙөлөш үҙенсәлектәрен ҡарау.

«Һәр бер телдә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр мотлаҡ билдәле бер системаға, морфологик, грамматик законлыҡтарға буйһонған булалар. Топонимияла ла шул уҡ хәл. Ер- һыу атамалары үҙҙәренең һүҙ яһалыш формалары, структуралары яғынан ғәжәп төҙөк һәм тәбиғи, гармониялы система барлыҡҡа килтерәләр. Ә был система бары тик конкрет тел нигеҙендә генә мөмкин.

Һүҙ яһалыш йәһәтенән башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки атамаларын ҙур ике төркөмгә бүлеп йөрөтөргә мөмкин: ябай һәм ҡушма исемдәр. Ғәҙәттә, төп килештә килгән һәм тамыры бер генә һүҙҙән торған, шулай уҡ тамыр һүҙгә ялғауҙар ҡушып, йәғни морфологик юл менән яһалған исемдәр ябай атамалар төркөмөнә ҡарай.

Ҡушма топонимдар ике йәки бер нисә тамыр һүҙҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән грамматик юл менән барлыҡҡа килгәндәр. Был ике ҙур төркөм, һүҙ яһалыш рәүештәренә ҡарап, бәләкәйерәк төркөмсәләргә бүленә.»

2.1. Ябай атамалар

Ябай атамаларҙа иҫәбендә бары тик тамыр һүҙҙәрҙән генә торған топонимдар ҙа бар. Улар күбеһенсә исемдәрҙән, кеше исемдәренән, этнонимдарҙан, сифаттан, рәүештән, исемлектән ҡылым формаларынан торалар. Бындай, аффиксһыҙ барлыҡҡа килгән топонимдар йәнле башҡорт телендә ҙур уңайлыҡтар тыуҙыралар һәм халыҡ телендә тиҙ үтеп кереп, хәтерҙә ҡалалар. Сөнки бындай топонимдар әйтеү өсөн дә, хәтерләү һәм яҙыу өсөн дә уңайлы ябай.

Башҡорт теле белгесе В.Ш.Псәнчин ябай топонимдар хаҡында шундайыраҡ фекер әйтте: аффиксһыҙ топонимдар, ғәҙәттә, күп кешеләр өсөн дөйөм билдәле, ҙур географик объекттарҙы күрһәтәләр һәм бер ниндәй ҙә өҫтәмә билдәләрһеҙ был объекттарҙың тау йәки бейеклек, ойконим йәки ороним булыуын әйтеп торалар.

Топонимдарҙы өйрәнеүселәрҙең фекеренсә, төрки телдәрендәге топонимдар кешенең исемдәренән алынып барлыҡҡа килә, ә фамилиянан түгел. Әгәр ҙә төрки халыҡтарының тарихына һәм этнографияһына иғтибар иткәндә, бының ни өсөн шулай булыуын аңлауы ҡыйын түгел.

Төрки телле халыҡтар капиталистик мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән дәүергә тиклем фамилия ҡулланғандар һәм был уларға кәрәк тә булмаған. Фамилия урынына «улы», «уғлы», «оғлы» һүҙе йөрөгән.

Тамыр һүҙҙәргә төрлө форманттар, һүҙ яһаусы ялғауҙар, ҡушыуы менән барлыҡҡа килтереүҙә иң продиктив топонимик ялғауҙарҙан – -лө, -лы, -ле, -ло. Формантын күрһәтергә кәрәк. Уларҙың фонетик варианттары –ны, -не, -но, -не. Сөнки м, н, ң сонор тартынҡыларынан һуң «л» өнө «н»ға күсә. Өҫтә һаналған был аффикстар ярҙамында нимәнең дә булһа, мәҫәлән, таштың, ағастың, үләндең, булғанлығын белдергән топонимдар яһала. Мәҫәлән: Имәнлек сабыны һ.б.

2.2. Ҡушма атамалар

Ябай топонимдарҙан айырмалы рәүештә, ер-һыу исемдәренең был төрө ике йәки өс, һирәгерәк унан да күберәк һүҙҙән тора. Ҡушма атамалар йәнәшәлек, изафет, аныҡлаусы һәм унан һуңы аныҡлаусынан торған һүҙбәйләнеш, башҡарыу, ярашыу юлы менән барлыҡҡа килә.

Бындай атамаларҙа һүҙҙәр араһындағы бәйләнеш синтаксик юл менән яһала. Топонимдар һәр ваҡыт ниндәй ҙә географик объекттың айырым бер үҙенсәлеген сағылдыралар. Был үҙенсәлекле һәм предметтың үҙен атаған һүҙҙәр араһында атрибутив мөғәләмә булдыра. Ул йәнле һөйләү телендә һәм яҙма рәүештә аныҡлаусы һүҙһөйләм формаһында килә.

Изафет бәйләнешле топонимдар: бындай топонимдарҙа тәүге ябай йәки ҡушма, һүҙ төп килештә тора, ә аныҡланыусы өсөнсө зат берлек йәки күплек формаһында була. Мәҫәлән: Ҡыҙылбай өйрөлгән ҡаяһы, Рәз тауы, Ырыҫҡол тауы, Ҡотҡор үҙәне һ.б.

Ярашыу юлы менән барлыҡҡа килгән топонимдар грамматика күҙлегенән ҡсҡнсҡ зат, берлек, яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем һәм –ан, -ған, ялғаулы ҡылым формаһынан торған һөйләмде хәтерләтәләр: Немец заяраты сабыны һ.б.

Заключение

Башҡортостандың тау һәм далалары – башҡорт халҡының изге тыуған иле, сәңгелдәге ул. Башҡорттар ошо ерҙә халыҡ булып донъяға танылғандар һәм уларҙың мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән героик тарихы ошо Урал тупрағы өҫтөндә үткән. Сал Урал тауҙарының хазиналары икһеҙ-сикһеҙ. Был тауҙарҙың аҫҡайҙары – алтын, өҫтө - шиғыр, үҙе – нур. Ер һәм һыу, тауҙар һәм далалар – бөтмәҫ моң һәм матурлыҡ донъяһы. Ә бит был донъяның, был тауҙар һәм йылғаларҙың, был изге атай-олатайҙар төйәгенең аҫыл таштар һымаҡ аҫыл исемдәре йөҙәр, меңәр йылдар буйы халыҡ телендә, халыҡ күңелендә йәшәй.

Дөрөҫ, географик атамаларҙың төп функцияһы адрес, ориентир булыуҙан тора. Фәҡәт шул мәнфәғәттән сығып ҡына кешеләр тауға, йылғаға, күлгә, ауылға, ҡалаға исем ҡуша. Ләкин был исемдәр донъяһында телдең икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтары ла, балҡып торған матурлыҡтары ла, тапҡырлыҡ һәм зирәклек тә сағылыш тапҡан.

Тел – йәмғиәттә кешеләрҙең аралашыу ҡоралы, ә һүҙ, исем – телдең ынйы һәм гәүһәр бөртөктәре. Топонимия иһә - бына ошо телдең, халыҡ тарихының бик күп серҙәр йыйнаусы тылсымлы донъяһы. Эйе, атамалар – ерҙә кеше эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле ориентирҙары, халыҡ теленең, халыҡ хәтеренең ысын мәғәнәһендә алтын ҡаҙнаһы. Улар йөҙәр, меңәр йылдар буйы йәшәй, быуындан быуынға баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы булып тапшырыла килә. Ҡатлам-ҡатлам ошо тел һәм тарих мираҫына яңылары өҫтәлә, исемдәр донъяһына һәр дәүер һәм һәр халыҡ үҙенең аҫыл ижад өлгөләрен индерә.

Шулай итеп, юғары квалификация эшебемдә, ҡыҙыҡлы ла мауыҡтырғыс та фән тармағы – топонимика ярҙамында Белорет районының ер-һыу атамаларына күҙәтеү яһалды. Яҙма эшебеҙҙә топонимика буйынса төплө шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың ғилми хеҙмәттәре өйрәнелде, оло быуын кешеләренән яҙып алынған ер-һыу атамаларына бағышлап сығарылған хәтирәләр, легендалар, риүәйәттәр ҡулланылды.

Бер өлөштән торған курс эшебеҙҙә Белорет районы тапонимдарына күҙәтеү яһалды. Хеҙмәтебеҙҙең маҡсаты шунан ғибарәт: һәр уҡыусы үҙе тыуып үҫкән, йәшәгән еренең тарихын белһен, уны баһаларға өйрәнһен, ошо ерҙе һаҡлап яу сапҡан атай-олатайҙарҙы хөрмәт итһен. Бына ошоға өлгәшеү өсөн тыуған яҡ топонимикаһын өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә.

Список литературы

1. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкирской АССР. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. – 192 с.

2. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2002. – 254 бит.

Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. – 448 бит.

3. Бикҡужина Т.Ә. Мәктәптә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү: Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2001. – 184 бит.

4. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы / Аҙнағолов Р.Ғ., Исламова Ф.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б./ Аҙнағолов Р.Ғ. редакцияһында. – Өфө: Китап, 1996. – 320 б.

5. Исследования по башкирской диалектологии и ономастике. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986. – 143 с.

6. Камалов А.А., Камалова Ф.Ү. Башҡорт теленең тарихи-этимологик топонимик һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2007. – 332 бит.

7. Камалов А.А., Камалова Ф.У. Атайсал. – Уфа: Китап, 2001. – 544 с.

8. Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. – М.: Наука, 1974. – 572 с.

9. Күсемова Т.Х. Башҡорт исемдәре. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 136 б.

Таулы төйәгебеҙ – Белорет. Иҙел башы хаҡында бәйән / төҙөүселәре: С.Н. Шәрипов, Д.М. Шәрәфетдинов. - Өфө: Китап, 2011. – 208 бит.

15. Усманова М.Ғ., Ғибадулина А.Ғ. Атамалар тарих һөйләй. - Өфө: БДУ нәшриәте, 2003. – 100 бит.

18. Шәкүр Р. Ерҙең хәтер китабы. Фәнни-художестволы очерктар һәм мәҡәләләр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 168 бит.

19. Шакуров Р.З. По следам географических названий: Топонимия бассейна реки Демы. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986. – 181 с.

Шәкүр Р. Һәр ауыл – үҙе бер донъя: [Башҡортостан ауылдары тарихы] / Рәшит Шәкүр // Ватандаш. – 2008. – № 6. – 31–38 б.

20. Шәкүр Р. Исемдәрҙә - ил тарихы. Тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1993. – 256 б.

21. Янгузин Р.З. Происхождение башкирского народа: учебное пособие. – Уфа: РИО БашГУ, 2002. – 88 с.

22. Янғужин Р. Башҡорт ырыуҙары. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1998. – 96 бит.

23. Янғужин Р.З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. – Өфө: Китап, 1995. – 94 бит.

Покупка готовой работы
Тема: «Белорет районыныҢ топонимдары ҺӘм уларҘы дӘрестӘ Ҡулланыу»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 65
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика