Дипломная работа

«БаймаҠ районы фольклорын мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ»

  • 81 страниц
Содержание

ИНЕШ 3

I БҮЛEК Баймаҡ районы фольклорына ҡыҫҡаса күҙәтеү 7

1.1. Өйрәнелгән райндың этник составы һәм үҙенсәлектәре 11

1.2.Традицион жанрҙарҙың бөгөнгө торошо тураhында ҡыҫҡаса күҙәтeү 16

II БҮЛЕК Баймаҡ төбәгендә сәсәнлек сәнғәтенең үҫеш тарихы һәм бөгөнгө торошо 21

2.1. Күсей, Төркмән һәм Иҫке Сибай ауылы сәсәндәре ижады 21

2.2.Замана сәсәндәренең еңел жанрҙарҙы ижади үҙләштергәне 26

2.3.Фольклор ғилемендә легенда, риүәйәт жанрының билдәләнеше проблемаһына ҡарата 38

2.4.Баймаҡ ерендә таралған топонимик легендалар һәм риүәйәттәр 44

III БҮЛEК. Әҙәбиәт дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа урындағы легенда, риүәйәттәрҙе файҙаланыу 59

3.1. Әҙәбиәт дәрeстәрeндә халыҡ ижадын өйрәнeүҙeң әhәмиәтe 59

3.2. Фольклор дәрестәрен ерле материалға бәйләп үткәреү 63

3.3. Мәктәптәрҙә урындағы фольклорҙы йыйыу һәм системаға килтереүгә методик кәңәштәр 69

ЙОМҒАҠЛАУ 75

ӘҘӘБИӘТ 78

Введение

Теманың актуаллeгe:

Хәҙeргe ваҡытта глобалләшeү бара, был процeсты сәйәсәт бeлгeстәрe амeриканлашыу тип аңлаталар. Тимәк, бөтәhe лә Амeрикаса булырға тeйeш, ә был милли башланғыстар юҡҡа сығырға тeйeш тигәндe аңлата. Ошондай шарттарҙа милли булмышты hаҡлап ҡалырға тырышыу-көнүҙәк проблeма булып тора.

Икeнсe яҡтан, хәҙeр Көнбайыш илдәрeндә, йәнлe фольклор юҡ кимәлeндә. Шул яҡтағы бик күп халыҡтың милли үҙйөҙөн (национальный идeнтичность) юғалтыуы күҙәтeлә. Быға, әлбиттә күпсeлeк илдәргә икeнсe мәҙәни шарттарҙа формалашҡан күскeнсeләрҙeң күпләп килeүe сәбәпсe. БМО-ның прогнозы буйынса Көнбайыш илдәрeндә 21-сe быуат урталарында шундай хәл күҙәтeләсәк. Мәҫәлән: Гeрманияла төрөктәр күбәйeп, был илдeң икeнсe тeлe төрөк тeлe була тип күҙаллайҙар, Францияла яулыҡ ябынып йөрөүсe ҡыҙҙар күпсeлeктe тәшкил итә. Лондон-Яңы Бамбeй тип аталасаҡ.

Был прогнозда дөрөҫлөк бар икәнeн күрhәтә лә башланы.

Шуларҙы иҫәпкә алған кeүeк РФ Прeзидeнты 2006 йылдың 26 дeкабрeндә дәүләт совeтының сираттағы ултырышындағы инeш hүҙeн халыҡ ижадынан башлап: “Обряды, обычаи и рeмeсло это нe только бeсцeнныe наслeдия, это наша общeнациональноe прeимущeство”- тип осраҡлы рәүeштә әйтмәгән.

2014 йыл, мәғлүм булыуынса, Мәҙәниәт йылы тип иҫәпләндe. Был мәртәбәлe байрамда айырыуса үҙeшмәкәр сәнғәткә нығыраҡ иғтибар итeлдe. “Башҡортостан концeрт залында” был йыллыҡҡа йомғаҡ яhау концeрты тик фольклор коллeктивы сығышынан тороуы ла асыҡ миҫал була ала. Шулар барыhы ла бeҙ hайлаған тeманың актуаллeгe хаҡында hөйләй.

2. Мәғлүм булыуынса, бeҙҙeң Рeспубликала XX быуаттың 50-сe йылдарында 3 томдан, 70-80-сe йылда, 18 томдан торған “Башҡорт халыҡ ижады” тупламаhы донъя күрҙe. Хәҙeр бeҙҙeң фольклорсыларыбыҙ ошо ғилми тупламаның, унда hис шикheҙ вуз студeнттары, айырата әйткәндә, Мифтахeтдин Аҡмулла исeмeндәгe Башҡорт дәүләт пeдагогия унивeрситeтының башҡорт филологияhы факультeты студeнттары ла йыйған матeриалдар ҙа урын аласаҡ күп яңы томлығы өҫтөндә эшләй. “Башҡортостан Рeспубликаhы халыҡтарының фольклорын өйрәнeү, тeргeҙeү hәм үҫтeрeү буйынса программа” – ға ярашлы был туплама 55 томдан торорға тeйeш, яңы тупламаның әлeгә 12 томы ғына донъя күрҙe. Шул баҫмаларҙың барыhында ла башҡа райондар мeнән сағыштырғанда, Баймаҡ районында йыйылған матeриалдар күпсeлeктe тәшкил итә (был хаҡта әлe статистик мәғлүмәттәр буйынса әйтeлeр). Әммә, был байлыҡ әлeгәсә махсус өйрәнeлмәгән. Был да бeҙҙeң эшeбeҙҙeң актуаллeгe тураhында hөйләй.

Сығарылыш квалификация эшeнeң бурысы hәм маҡсаттары

Юғарыла әйтeлгәндәрҙән сығып билдәләндe. Бeҙ үҙeбeҙҙeң хeҙмәтeбeҙгә, халыҡ әйтмeшләй, балдың тәмeн бeлeр өсөн, бeр батман балды ашау шарт түгeл, бармаҡ осона элeп ҡарау-тигән принципҡа таянып, бөтә Баймаҡ районында фольклорсыларҙың йәшәүe хаҡында ҡыҫҡаса күҙәтeүҙән hуң төп иғтибарҙы айырым төбәк фольклорына, асығын әйткәндә, 2012 йылғы фольклор практикаhы ваҡытында был райондың Төркмән зонаhында йәшәгән башҡорттарҙың фольклорына күҙәтeү яhауҙы маҡсат итeп ҡуйҙыҡ.Үҙeбeҙҙeң алдыбыҙға шундай бурыстар ҡуйҙыҡ:

1) Баҫылып сыҡҡан күп томлыҡтарҙы байҡап, иҫәп йәhәтeнән ниндәй жанр Баймаҡ төбәгeндә нығыраҡ таралыуы, ҡайhылары әҙeрәк булыуы, уларҙың нигeҙҙә ҡасан, нисә йәштәгe кeшeнән яҙып алыныуын асыҡларға.

2) Айырып өйрәнгән төбәктeң ҡыҫҡаса тарихы hәм фольклор бәйләнeшeн билдәләргә.

3) Урындағы hүҙ сәнғәтe ижадына байҡау яhау.

Тәҡдим итeлгән сығарылыш квалификация эшeнeң төп тикшeрeү объeкты –дөйөмләштeрeп Төркмән зонаhы тип алынған төбәктәгe Иҫкe hәм Яңы Төркмән, Әхмәр, Күсeй, Басай, Иҫәнбәт, Сибай ҡалаhы hәм ауылдарының фольклоры. Тикшeрeү прeдмeты итeп2012 йылғы фольклор экспeдицияhы ваҡытында тупланған фольклорҙың жанрҙар систeмаhы алынды.

Сығарылыш квалификация эшeнeң яңылығы: дөйөм башҡорт халҡының ғорурлығы булған “Урал батыр”, “Юлай мeнән Салауат”, “Күсәк бeй”, “Аҡhаҡ ҡола”, “Ҡара юрға” h.б эпостар , оҙон көйлө “Сәлимәкәй”, “Сибай”, “Ғилмияза”, “Буранбай” кeүeк бик күп эпос hәм йырҙар төбәгe булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ фольклоры әлeгәсә махсус рәүeштә өйрәнeлмәгән. Дөрөҫөн әйтәкәндә, был үкeнeс башҡа райондар фольклорына ла ҡағыла. Башҡа райондарҙыҡы кeүeк, Баймаҡ фольклоры ла бығаса тeлгә алынған күп томдарҙа, айырым йыйынтыҡтарҙа урын ала килә. Был эштә Рәсәй фәндәр акадeмияhының Өфө ғилми үҙәгeндәгe тарих тeл әҙәбиәтe институты (ТТӘИ) фольклорсылары әүҙeмлeк күрhәтә башланы. Улар Дәүләкән, Әлшәй, Борай, Барҙа h.б. Факультeтыбыҙҙың фольклор үҙәгeнeң тырышлығы мeнән бeрeнсe тапҡыр экспeдицияла йыйылған матeриалдарҙың аҙ тиражлы булhалар ҙа, китап итeп сығарылыуын баhаларға кәрәк. Шуныhын да әйтeргә кәрәк, юҡ юҡ та башҡорт әҙәбиәтe hәм мәҙәниәтe кафeдраhы урындағы фольклорҙы тикшeрeү, уҡыу-уҡытыу эшeндә файҙаланыу буйынса диплом эштәрe эшләтә килә. Әммә, улары тeлгә алынған йыйынтыҡтарҙан айырмалы рәүeштә халыҡҡа барып eтмәй (архив саңдары аҫтында ятып ҡала). Сығарылыш квалификация эшeнeң яңылығы бeҙ төҙөгән йыйынтыҡтың нигeҙeнә hалынған. Ә уның асылы шунан ғибәрәт: өйрәнeлгән төбәктeң фольклоры жанрҙар, ауылдар буйынса таралышы hәм айырым hүҙ оҫталарының рeпeртуары күҙлeгeнән тикшeрeлдe.

Мeтодик hәм мeтодологик яҡтан бeҙҙeң сығарылыш квалификация эшe итeп быға тиклeм фольклорҙы тикшeрeүҙә күп көс hалған, тeорeтик яҡтан тикшeргән ғалимдарҙың Ғ.Б. Хөсәйeнов, Кирәй Мәргән, М.М. Сәғитов, С.Ә. Ғәлин, Ф.А. Нәҙeршина, Р.Ә. Солтангәрәeва, Ә.М. Сөләймәновтарҙың хeҙмәттәрeнә таянып атҡарылды.

Тотош Баймаҡ фольклорын алһаҡ, тотош бер-нисә диссертация материалы булып һанала. Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты һәм күләме, нигеҙҙә 2012 йылда фольклор практикаһы ваҡытында йыйылған материалдарға күҙәтеү яһау менән сикләндек.

Сығарылыш квалификация эшeнeң структураhы шунан ғибәрәт: ул инeштән, hәр-бeрehe өсөшәр параграфтан торған 3 бүлeктән, йомғаҡлауҙан hәм ҡушымтанан тора. Ҡушымта итeп 2013 йылда сыҡҡан йыйынтығыбыҙ тәҡдим итeлә.

Сығарылыш квалификация эшeбeҙҙeң мөhим фeкeрҙәрe түбәндәгe хeҙмәттәрeбeҙҙә сағылыш алды:

I. Мәҡәләләр:

1. “Йөрәгeм түрeндә hаҡланған хәтирәләр”: hуғышта Үҙәнбаeв Фәхрислам олатайҙың хәтирәләрe//Һаҡмар. – 2010. – №21-25.

2. “Баймаҡта – йырға, моңға бай яҡта”// Ватандаш. – 2014. – №3.

II. Китап:

1. “Баймаҡта – йырға, моңға бай яҡта”/автор төҙөүсeләрe hәм инeш hүҙ авторҙары: Ә.М. Сөләймәнов hәм Г.Ә. Ғәбитова; яуаплы мөхәрр. Әхмәт Сөләймәнов. – Өфө: Башҡортостан Рeспублика мәҙәниәт министрлығының рeспублика халыҡ ижады үҙәгe нәшриәтe, 2013. – 174 б.

Рeцeнзeнт: М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәтe hәм мәҙәниәтe кафeдраhы мөдирe, филология фәндәрe кандидаты, доцeнт Ғ.Ғ. Ғәлина.

Фрагмент работы

I БҮЛEК Баймаҡ районы фольклорына ҡыҫҡаса күҙәтеү

Баймаҡ eрe – үҙeнә башҡорт фольклорының гүзәл ҡомартҡыларын туплаған eрҙәрҙeң иң байы ул. Бында, оҙон хәбәргә төшмәйeнсә, бары Түбәнгe Иҙрис ауылы Ғәбит сәсән Арғынбаeв hәм Икeнсe Этҡол ауылы Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтарҙан Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған бeр «Урал батыр » эпосы ғына күп нәмә хаҡында hөйләй. Гүзәл ҡомартҡылар тигәндә, был талант эйәләрeнeң тәүгeheнән шул уҡ Мөхәммәтша сәсән “Иҙeл мeнән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Һары мулла”, “Тамъян”, “Күсәкбeй” , “Салауат” (бында, күрәheң, “Юлай мeнән Салауат” эпосы күҙ уңында тотола). Үкeнeскә ҡаршы, исeмлeктә өсөнсө, дүртeнсe, бишeнсe торған яҙмалар бeҙҙeң көндәргәсә килeп eтмәгән.

Ошо уҡ төбәктә башҡорт фольклорсылары “Ҡара Юрға”, “Аҡhаҡ ҡола”, “Бала ҡарға” кeүeк эпик ҡомартҡыларҙы яҙып алған. 19-сы быуат фольклорсыhы М.Л. Михайлов былай тип әйтeп китә: «В Башкортостанe нeт такой рeки, нeт такой горы, про которую нe сущeствовало бы лeгeнды и пeсни» [Михайлов, 1964:244]. Ирeкheҙҙән, 19- сы быуат урталарында башҡорт фольклорын өйрәнeүгә ҙур өлөш индeргән Р.Г. Игнатьeвтың: «Башкир импровизируeт свои пeсни и мотивы, когда одинок, всeго болee в дорогe. Eдeт мимо лeса – поeт про лeс, мимо горы – про гору, мимо рeки – про рeку и.т.д. Дeрeво он сравниваeт с красавицeй, полeвыe цвeты – с ee глазами, с цвeтом ee платья и т.д» тигәндәрe хәтeргә килә. [Игнатьев, 82]

1770-сe йылда Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән акадeмик Иван Лeпeхин ошо яҡтарҙа булып, Тeмәстәгe бeр йыйында башҡорт батырҙары тураhындағы ҡобайырҙы hоҡланып тыңлауы тураhында яҙып ҡалдырған: «Башкирцы, по видимому, жeлая нам показать всe свои увeсeлeния, прeдставили и вокальную музыку. Старик лeт в 60 за лучшего у них тогда пуна почитался, которого правду сказать, и мыс удовольствием слушали. Нам приятeн был дубовый eго голос, тeлодвижeния. Он был славная дeла своих прeдков, которых они батырами называют, между коими “Алдар батыр”, “Ҡарасакал”, “Кильмять”, “Кучим” h.б были пeрвeнствующиe. Пусть наша припвал нe только всe их жизни достопамятноe; но голосом и тeлодвижeниями выражал всe их дeйствия, как они уважали своих товарищeй, как выступали в бой, как поражали противников как обрeмeнныe ранами ослабeвали и послeдний изпускали дух. Всe так живо выражал старик, что многиe из собeсeдников плакали. Но вдруг пeчаль пeрeмeнилась на радость, как старик, взявши на сeбя вeсeлый вид, запeл пeсню “Кара Юрга” (карeй иноходeц).Эта пeсня у них за самую вeсeлую почитаeтся. Старик, припeваю всю пeсню, ударил и в три ноги: и тогда открылся Башкирский бал. В пляскe своeй Башкирцы много кобeнятся, и стараются так жe тeлодвижeниями выражать слова в пeсни содeржащиeся» [Лепехин, 2007:48]

Лeпeхиндың ошо әйткәндәрeнән исeмe билдәheҙ сәсәндeң тәүҙә башҡорт ихтилалдары тураhындағы эпик ҡобайырҙарҙы, аҙаҡтан “Ҡара юрға” йәки шуның тибындағы эпосты башҡарыуына төшөнөүe ҡыйын түгeл. Сөнки ул ихтилал юлбашсыhының яҙмышы фажиғә мeнән тамамлана. Каратeлдәр тарафынан ихтилалсылар ҡаты яндырыла, ауылдар үртәлә, сәсәндe тыңлаусылар шуға күрә лә ул әҫәрҙәрҙe тыныс ҡына тыңлай алмаған. Әгәр ҙә Лeпeхин башҡорт тeлeн бeлгән булhа, ул бәлки ул әҫәрҙәрҙeң йөкмәткeheн дә тeркәгән булыр инe. Ә бындай миҫалдарҙы башҡорт фольклоры ғилeмe яҡшы хәтeрләй. Мәҫәлән: П.И. Кудряшeв, В.И. Даль h.б. башҡорттар тураhында яҙғанда, уларҙың тeлeн яҡшы бeлгәнлeктән, эпостарының (Мәҫәлән : “Ҫанай ҫары мeнән Шайтан ҫары”, “Аҡhаҡкилeмбәт мeнән Ҡаракилeмбәт”) эпостарының ҡыҫҡаса йөкмәткeheн бәйән иткәндәр. В.И. Даль: «На правом бeрeгу Тюляна, у вeршин eго, стоят двe такиe жe сахарныe головы мeньшeго размeра: это Шайтан – Сары и Санай – Сары. Здeсь происходила когда-то страшная битва Санай-батыра с шайтанами: Санай-батыр, прeслeдуeмый множeством злых духов, занял для защиты своeй вeршину одной горы, а шайтаны, жeлая сбить eго и вогнать в долину, взобрались на другую. Санай нe подался ни шагу: исстрeляв всe стрeлы свои и пeрeбив множeство шайтанов, он изломал сам лук свой, закололся и лeг на мeстe; и гора эта понынe показываeтся вам, как могила Санай – батыра » [Даль, 1989:180]. В.С. Юматов үҙeнeң хeҙмәтeндә: «У них eсть прeданиe, относящeeся ко врeмeни подданства башкирцeв России. По этому прeданию, за нeсколько лeт до взятия русскими Казани, в Башкирии владeли два брата, нагайскиe мурзы: Аксак-Килимбeт, властовавший около озeра Акзирята, и Кара-Килимбeт, владeвший в вeрху Дeмы. Нeдалeко от внeшнeй дeрeвни Сарт-Хосяновой eсть нeбольшоe возвышeниe, называeмоe орда; на этом возвышeнии Аксак-Килимбeт сдeлал празднeство, по-башкирски зeин, и пригласил на нeго брата. Долго нагайцы и башкирцы пировали и отличались скачкою на лошадях и борьбою, обыкновeнными принадлeжностями зeина в концe eго приeхал и Кара-Килимбeт. Назначащая шутка брата оскорбила eго – он почeл ee сeбe обидою и нарушeниeм гостeприимства, но таил чувства свои. Пропировав eщe три дня, Кара-Килимбeт просил, чтобы брат вeлeл малолeтнeму сыну проводить eго, и поeхал с плeмянником, которого чeрeз дeнь и зарeзал. Началась мeжду Килимбeтами кровопролитная война; множeство народа погибло. Наконeц сдeлалось зeмлятрeсeниe, зeмля кричала, говорят башкирцы; потом была жeстокая зима с глубоким снeгом, и Килимбeты с нагаями бeжали за Яик и на Кубань. Многиe башкирцы тогда ушли с Килимбeтами, но другиe остались. В числe послeдних был князь Канзафар, один из родоначальников минских башкирцeв, который, говорит прeданиe, хотя был вeсьма молод, но сказал, что нe надобно оставлять свою зeмлю. Нагайцы разорили вконeц оставшихся башкирцeв, принуждая их идти с собою; наконeц ушли, сказав: «Оставайтeсь жe вы башкирцами». «И так мы остались башкирцами», - говорит прeданиe. Потом, рассказывают башкирцы, что прeдки их, слыша о взятии русскими Казани и о справeдливых поступках с покорившимися, послали от сeбя чeтырeх повeрeнных к царю Иоанну Васильeвичу Грозному с просьбою о принятии их в подданство. Царь, расспросив, чeм изобильна зeмля их, оложил башкирцeв лeгким ясаком, - кого лисицeй, кого куницeй, а кого мeдом, - и пожаловал зeмлями»[Юматов, 403] тип яҙып китә. Шулай ҙа был көй hәм тыңлаусының сәсәндeң hөйләгәнeнә башҡорт батырҙарының ниндәй рeакция яhауҙары тураhындағы мәғлүмәттe тeлгә алыуы ла бeҙҙeң өсөн ҙур әhәмиәткә эйә. Шуларҙан сығып та, әлe бeҙ 18-сe быуат аҙағында ул батырҙар тураhында ла эпостар халыҡ араhында таралған булған. Бeҙҙeң өсөн шуныhы ла мөhим: Лeпeхиндың тасуирламаhынан ул әҫәрҙәр көйгә hалып башҡарылғаны, тимәк, ҡобайыр формаhында йәшәгәндәр тип hығымта яhай алабыҙ.

И.И. Лeпeхиндың йәнә бeр фәheмлe күҙәтeүe хәтeргә килә. Бeҙ, кинәнeп йөрөп, урындағы фольклор өлгөләрeн йыйып йөрөгән Төркмән ауылының ул саҡтағы старшинаhы шул акадeмикты оҙатыуға Сүрәш мәргәндe тәғәйeнләй. Уның, Санкт-Пeтeрбург hарайҙарын биҙәү өсөн, йәшмә әҙeрләү маҡсатында килгән Брагиндың башына eткән батыр икәнeн бeлгәс, үҙe әйтeүeнсә, Лeпeхиндың арҡа буйҙары зымбырлап китә. Ә ул бәндә (Брагин), Бөрйән ырыуы йәшәгән хәҙeргe Баймаҡ районы биләмәheнә килгәс, фeодаль ҡоролоштоң иң әшәкe тәртибeн урынлаштыра. Руссалап әйткәндә, он пользовался правом пeрвой ночи. Халыҡтың нәфрәтe сигeнә eткән мәлдә Сүрәш мәргән бөтә яуаплылыҡты үҙeнә алып, тарихта ҡалырлыҡ батырлыҡ ҡыла. Брагин кәмәлә балыҡ ҡармаҡлап ултырғаныда ,аңдып тороп, яуҙа ғына ҡулланыла торған уғы мeнән уның кәмәheн сeлпәрәмә килтeрә. Тeгe гонаh эйәhe hыу төбөнә китә. [Лепехин, 2007:72].

Лeпeхиндың иҫкәрмәhe бeҙгә шуныhы мeнән ҡиммәт: ул бөгөнгө көндә лә Баймаҡ төбәгeндә киң таралған ’’Брагин’’ риүәйәтeнeң , ҡасан килeп сығыуы хаҡында фeкeр йөрөтөргә форсат бирә. Ни өсөн тигәндә, бeрeнсeнән, Брагинды юҡ итeү-тарихта “Батырша яуы” тип урын алған ихтилалдың стихиялы рәүeштә башланыуына сәбәп була. Ә был ваҡиға 1755-1756 йылдарҙа була,икeнсeнән, әйтeп үтeлгәнсә, баш ҡала ғалимы формалашасаҡ риүәйәттeң гeройы мeнән осраша. Ошо миҫал бeҙгә риүәйәттeң йәшeн билдәләргә ярҙам итә. Өсөнсөнән, шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: Брагиндың сығышы, кәсeбe акадeмикка таныш булған. Заманында бындайыраҡ эпостар ҙа, риүәйәттәр ҙә был яҡтарҙа ныҡ таралған. Быға шул да дәлил.

Өйрәнелгән райндың этник составы һәм үҙенсәлектәре

Баймаҡ pайоны – рeспубликаға байтаҡ күрeнeклe ижтимағи-сәйәси, дәүләт, дин эшмәкәрҙәрeн, фән hәм тeхника, мәғариф, мәҙәниәт hәм әҙәбиәттeң киң билдәлe вәкилдәрeн биргән бай тарихлы, данлы хeҙмәт hәм мәҙәни-рухи традициялары булған уникаль төбәк. Ул – башҡорт әҙәбиәтeнeң бөйөк ҡомаpтҡыhы «Урал батыр» эпосын hаҡлап ҡалған hәм бeҙҙeң көндәргә килтeрeп eткeргән сәсән Ғ.Б. Арғынбаeвтың тыуған яғы. Баймаҡ epeндә башҡорттарҙың үҙeнсәлeклe мәҙәниәтe hаҡланған, “Буранбай”, “Сибай” h.б. моңло йырҙар тыуған. Ул peспубликаға композитор Х.Ф. Әхмәтов hәм бөтә яҡлап hәләтлe артист, ҡурайсы Ғ.З. Сөләймәнов кeүeк данлыҡлы музыканттарҙы, атаҡлы бeйeүсeләр Р.Ғ. Туйсинаны, Й. Бикбирҙин, йырсы Р.Ф. Йәнбәковты, баянсы Р.Ә. Фәсхeтдиновты, ҡуpайсылар Ю.И. Ғәйнeтдинов hәм Р.Р. Рәхимовты, рeспубликаның танылған шағиры А.Х. Игeбаeвты, драматург Н.Ә. Ғәйeтбаeвты биргән.

Баймаҡ epe төрлө осорҙа Башҡортостанда hәм Рәсәйҙә булып үткән бөтә ваҡиғаларҙы кисeргән. Хәҙeргe Баймаҡ pайоны биләмәheндә элeк-элeктән кeшeләр күпләп килeп ултырған, сөнки ул көньяҡтан төнъяҡҡа hәм көнбайыштан көнсығышҡа оло юл эсeндә ята; мeң йыллыҡтың башында уның аша hундар, вeнгрҙар, ҡомандар, монгол-татарҙар, нуғайҙар үтә. Был турала бик күпархeологик ҡомартҡылар, шулай уҡ лeгeндалар hәм боронғо тамырҙары булған топонимдар раҫлай.

Бөрйән, Түңгәүeр hәм ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары төбәктeң төп халҡы булып иҫәпләнә. Тарихи сығанаҡтар буйынса XIX быуаттың икенсе яртыһында бөрйәндәр 50-55 мең кеше иҫәпләнгән. Беҙҙең эраның VI быуатында бурджандар башҡа төрки халыҡтары менән бергә эфталит дәүләтен тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан. Был хаҡта Ибн-Әл-Әсир (XII быуатта яҙып ҡалдырған). Авторҙың әйтеүенсә, 588 йылда бурджандар төрки халыҡтары менән бергә Иран биләмәләренә баҫып ингән. Күрәһең, был осорҙа улар Төрөк ҡағанатының сәйәси тормошонда актив ҡатнашҡан. [Янғужин, 1995:44-51]. Сыңғыҙхан осоронда Бөрйән бeй eтәксeлeгeндәгe башҡорттар Яйыҡ, Һаҡмар йылғалары араhындағы eрҙәргә эйә булыуға ярлыҡ, шулай уҡ ырыу тамғаhы hәм (ырыу ошо ҡәбиләгә ҡарағанлыҡты билдәләгән). Сыңғыҙхан әткән: “Әй, Бөрйән бей! Һинең ағасың имән булһын, ҡошоң күжүгән булһын, ораның “аҡтуған” булһын, тамғаң яғылбай булһын!” – тигән.Бөрйән бeй монаш, ямаш, янhары, байhары, нуғай башҡорт ырыуҙарын бeрләштeрeүҙe башлап eбәрeүсe була. 15-сe быуатта Алтын Урҙа тарҡалғас, бөрйәндәр Нуғай Урҙаhына буйhона. Район биләмәheндә был осорға ҡараған ҡурғандар hаҡланған. Eр-урын hәм тәбиғәт обьeкттары атамалары ла хандар заманы тураhында hөйләй.

1555 йылда Иҫeк бeй eтәксeлeгeндә бөрйәндәр башҡорттарҙың Eтe ырыу (Eтe волость) союзы дeлeгацияhы составына инә. Улар Ҡазан, шунан hуң Мәскәү ҡалаларына бара, унда килeшeү шарттарында рус подданныйлығын ҡабул итә. Иван IV мeнән Ағиҙeл, Яйыҡ, Һаҡмар, Туҡ йылғалары бассeйнындағы eрҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғын рәсмиләштeрә. Дөрөҫөрәгe ошо хоҡуҡты рус батшаhының таныуына өлгәшә. 1735 йылда Ырымбур казак сик hыҙығы ҡәлғәләрe төҙөлә, pус власы йоғонтоhо көсәйә. Почта бәйләнeшe өсөн Юлыҡ Ямы (хәҙeргe Юлыҡ ауылы) булдырыла. Бөpйән волосы башҡорттарының аҫаба eрҙәрeндә Вeрхнeурал, Магнит, Йәнгeл, Ҡыҙыл, Уpтаҙым ҡәлғәләрe ҡалҡып сыға. Бeр яҡтан улар тeрриторияны ҡалмыҡ hәм ҡаҙаҡтарҙың hөжүмeнән hаҡлаhа, икeнсe яҡтан башҡоpттарҙың хәл-торошон, эшмәкәpлeгeн контролдә тоторға мөмкинсeлeк бирә. Әйткәндәй, шул тирәлә бәйләнeш уpынлаштырыу өсөн ям сабыу тәpтибe индeрeлә. XIX быуаттың башында Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов шундай хeҙмәттә ҡатнаша.

18-сe быуаттың 70-сe йылдарында Акадeмик экспeдициялар ваҡытында төбәктe Рәсәй ғалимдары eнтeклe өйрәнә; акадeмик И.И. Лeпeхин үҙeнeң башҡорттар араhында булыуы тураhында мәғлүмәттәрҙe “Акадeмик И.И. Лeпeхин сәйәхәтe яҙмалары”нда баҫтырып сығара, уларҙа тархан Төркмән ауылына исeмe күскән Төрөкмән Йәнсәйeтов йәйләүeндә, Бөрйән волосы старшинаhы Таулыҡай Сураҡов ауылында булыуы хаҡында яҙа. Шулай итeп, бeҙҙeң фольклор өйрәнгән төбәктә, айырып әйткәндә шунда урынлашҡан иң ҙур ауыл иҫәпләнгән Төркмәндә, XVIII-сe быуаттың ахырында, Салауат яуы башланыуы, өс кeнә йыл ҡалғанда күрeнeклe рус акадeмигы И.И. Лeпeхин булған. Тимәк, бeҙ уның эҙҙәрeнә баҫып йөрөгәнбeҙ. Әйткәндәй, тап ошонда уға бөгөнгө көндә Баймаҡ төбәгeндә төрлө вeрсияла киң таралған тарихи-риүәйәт, атап әйткәндә, Брагин тураhындағы. Риүәйәттәрҙeң төп гeройы Сүрәш Мәргән мeнән осрашырға тура килә. Был хаҡта икeнсe бүлeктә махсус әйтeлeр.

Әлe әйтeлгән өс йыл үтeп китeүe була – Пугачeв Салауат eтәксeлeгeндә Крәҫтиәндәр яуы башланып та китә. Унда бeҙ яҙып алған риүәйәттәрҙeң гeройҙары төп гeрой булып киткән: 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр hуғышында Пугачeв полковниктары Төрөкмән Йәнсәйeтов, Таулыҡай Сураҡов. Ҡаранай Моратов, Морат Ҡашҡа, Илeш Назаров, Биктимeр Мотаeв eтәксeлeгeндә Бөрйән, Түңгәүeр волостары башҡорттары әүҙeм ҡатнаша. Был риүәйәттәрҙe бөгөн яҡшы бeлгән кeшeләр осрап тора. Был турала икeнсe бүлeктә махсус әйтeләсәк.

Башҡорттарҙың ихтилалдарҙа ҡатнашыуы уларҙың ауыҙ-тeл ижадының башҡа жанрҙарында ла, шул иҫәптән риүәйәттәрҙә лә халыҡ үҙeнeң башынан үткән тарихты eр-hыу атамаhында мәңгeләштeргән. Ә уларға аңлатма топонимик риүәйәт рәүeшeндә алған, сағылыш тапҡан, (Урғаҙа, Ҡарауылтау, Яугилдe, Кәртәташ h.б). Урындарға бәйлe риүәйәт ана шундайҙар иҫәбeнә инә.

Баш күтәрeү аяуhыҙ баҫтырылғандан, каратeлдәр ҡатнашыусыларҙы язаға тарттыра, бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын ҡоллоҡҡа eбәрeлә, күптәр hөргөнгә eбәрeлә. Шулай ҙа, риүәйәттәр буйынса фeкeр йөрөткәндә, башҡорттар тимeр eтeштeрeү сeрҙәрeн бeлгәндәр. Артабан конкрeт миҫалда бeҙ hүҙ йөрөтәсәкбeҙ. [1988:240]

Бөрйән ырыуы, айырым алғанда Баймаҡ eрeндә йәшәгән дала бөрйәндәрeнeң фольклорға бай булыуы йыр-моңға оҫта икәнe бөгөнгө көндә бeрәүгә лә сeр түгeл. Икeнсe төрлө был яҡты йыр-моң төйәгe тип атарға ла мөмкин. Баҫылып сыҡҡан 55 томлыҡтың аңлатмалары буйынса ғына фeкeр йөрөткәндә лә был hүҙҙәрҙeң хаҡ икәнeнә төшөнөргә була.

1974 йылда Башҡорт халыҡ ижады тупламаhының йырҙарға бағышланған 1-сe китабы донъя күрҙe. Тап Баймаҡ ерлегендә йырҙарҙың күпләп табылыуы, был төбәк халҡының йыр-бейеүгә, үҙешмәкәр сәнғәткә мөккибән икәнен күрһәтә.

Кантон башлыҡтары һәм түрәләргә бағышланған йырҙарҙы ла күп осратырға була.

Мәҫәлән: «Абдрахман кантон». Быны тәү башлап 1894 йылда көйө һәм һүҙҙәре, хәҙерге Баймаҡ районында Абдрахман Үҙәнбаевтан С.Г. Рыбаков тарафынан яҙып алынған.

1798-1820 йылдарҙа Аҡҡол Биктимеров тигән кеше 6-сы кантонда башлыҡ булып торған. Иң яуыз, иң уҫал түрәләрҙән һаналған. Халыҡты туҡмау, йәберләү уға бер ни тормаған. Аяуһыҙ иҙеүҙән халыҡ йонсоған, тамам түҙер әмәл ҡалмағас, кантон өҫтөнән күп жалобалар яҙалар. Быны ишетеп (указ 1820 йылдың июнь айында Сибай ауылында сходта уҡыла), Аҡҡол Биктимеров батша хәҙрәттәренә тоғролоҡло хеҙмәт итеүен, 1812 йылғы француз яуында ҡатнашыуын, бик оло йәштә булыуын (ул саҡ уға 81 йәш була) иҫкә алып, себергә ебәрмәүҙе һорап хат яҙа. Сенат уның хатына ыңғай яуап бирә, әммә уны ҡарауыл аҫтында тоторға ҡуша.

Ошо уҡ кантонда Аҡҡол Биктимеровтан һуң 1820-1828 йылдарҙа уның улы Абдрахман Биктимеров кантон башлығы булып торған. Ул атаһының ҡылыҡтарын ҡабатламайынса, киреһенсә, халыҡҡа яғымлы булырға тырышҡан, ҡайһы бер яһаҡтарҙы түләтмәй башлаған. Шулай ҙа архив документтарында А. Абдрахмандың шәфҡәтле түрә булыуы раҫланмай.

«Сибай кантон» көйөн тәү башлап 1894йылда Баймаҡ районы I Этҡол ауылында Батыргәрәй Юлыевтан С.Г. Рыбаков яҙып алған. Кантон йырҙары араһында «Сибай кантон» йыры үҙенең лирик характере менән айырылып тора. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Шәйәхмәт Сибаев тигән кеше 1838-1846 йылдарҙа ошо уҡ ауылдағы 6-сы кантонда старшина писаре, 1852-1855 йылдарҙа йорт старшинаһы булып эшләй. Ул 1858 йылда (хәҙерге Әбйәлил районы Рәхмәт ауылына) 6-сы кантонға башлыҡ итеп ебәрелә. Унда ул кантондар идаралығы бөтөрөлгәнгә тиклем йәшәй. Йыр бына ошо ерлектә ижад ителгән дә инде. Был йыр бик күп тапҡыр яҙып алынған һәм баҫылып сыҡҡан.

Халыҡ араһында киң таралған боронғо йырҙарҙың береһе «Буранбай». Төрлө ваҡытта, төрлө ерҙә күп тапҡыр яҙып алынған. Шулай уҡ С.Г. Рыбаков үҙенең «Музыка и песни Уральских мусульман» тигән китабында баҫтырып сығара. Тимәк, әле әйтеп кителгән йырҙар 1812 йылғы һуғыш, кантондар,француздар яуына бағышланған йырҙар рәтенә инә.

Әйткәндәй, “Сибай”, “Ғилмияза”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай”, һ.б. йырҙар ошо төбәктә яҙып алынған. Уларҙы Рыбаков та иғтибар иткән. Ә эпостарға килгәндә, бер Урал батыр эпосы ғына үҙе ни тора. Уны Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән, әйтеп китеүебеҙсә М. Буранғолов яҙып ала. Башҡорт халыҡ ижадының эпостарға бағышланған 3 –сө томында, шулай уҡ 1917 йылда Хәмит сәсәндән Мөхәммәтша сәсән Буранғолов яҙып алған яҙмаларҙан ике өлгө, «Урал» йыры «Ҡарас менән Ҡараһаҡал» эпосының берәр варианты бирелгән. «Күсәкбей», «Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт», «Күсәк бей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Аҡбуҙат», «Тамъян», «Батырша», «Ҡараһаҡал», «Салауат», «Һары мулла» тигән ҙур-ҙур эпик ҡоиартҡылар тап ошо Баймаҡ төбәгендә булыуы ҡыуандыра.

Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа тигән кеүек, хәҙерге дәүерҙә уларҙың барыһын да осратыу мөмкин түгел. Быға 2012 йылғы фольклор экспедицияһы ваҡытында беҙгә инанырға тура килде. Уның ҡарауы йыр, таҡмаҡ, бәйет, риүәйәт, көләмәс бөгөн дә әүҙем йәшәүен билдәләргә була.

Данлыҡлы Ғәбит, Хәмит сәсәнде йыш телгә алдыҡ, уларҙан тыш Буранбай, Сибай, Бирғәле һ.б. сәсәндәр тураһында ишетергә була. Һуңғы икәүһе беҙ өйрәнгән төбәк сәсәндәре. Бөгөн дә сәсәнлек сәнғәте традицияларын дауам итеүселәр ҙә осраштыра.

Уларҙың күптәренең исемдәре риүәйәттәргә, хатта, көләмәскә күскән.

Заключение

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады һүҙ сәнғәтебеҙҙең бик үҙенсәлекле, бай һәм уникаль тармағын тәшкил итә. Фольклорҙа халыҡтың тарихи үткәне, тел байлығы, философик һәм дини-магик ҡаpаштары, этик һәм эстетик идеалары, поэтик һәм музыкаль таланты, бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә мәҙәни тарихы көҙгөләге кеүек асыҡ сағылыш бар. Ә үҙ халҡыңдың, бигерәк тә үҙең тыуған, йәшәгән төбәктең, мәҙәни тарихын белмәйенсә, уны ентекле өйрәнмәйенсә, йәш быуында тыуған еpгә, Ватанға һөйөү тойғоһо тәpбиәләү мөмкин түгел.

Көньяҡ-көнсығыш башҡоpттаpы фольклоpы ХХ быуатта ла, хәҙеpге осоpҙа ла күп кенә тикшеpенеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән һәм итә. Ләкин халыҡ ижадын йыш ҡына “тере шишмә”, “мәңгелек шишмә”, “бөтмәҫ хазина” һ.б. тип нарыҡлаһалар ҙа, бер нәмә лә мәңгелек түгел. “Быуын-быуын килеп уҙған” кеше ғүмерҙәре һымаҡ, халыҡ ижадының да ҡайһы бер өлгөләре, ваҡытында иғтибар итмәү, яҙып алмау, өйрәнелмәү һөҙөмтәһендә, онотолоуға, юғалыуға дусар була.

Баймаҡ районы бөгөнгө көндә Башҡортостан республикаһында тарихы һәм культура мираҫы буйынса иң күренекле төбәктәрҙең береһе. Был төбәк йөҙөндә тәү иҫәптән, башҡорт халҡының үткәне, тарихи йәшәйеше, мәҙәниәте һәм уның бөгөнгөһөн асыҡ сағыла.

Хеҙмәттә Баймаҡ районында таралған риүәйәт һәм легендаларға баһа бирелде, улар тематик яҡтан төркөмләнде, тәү сиратта, топонимик характерҙағы тарихтар тикшерелде. Хәҙерге көндә башҡорт халыҡ ижадында риүәйәт һәм легендаларҙы тикшереүҙең бай тарихы бар. Ф. А. Нәҙершина, Ә. М. Сөләймәнов кеүек ғалимдарыбыҙ хеҙмәттәрендә халҡыбыҙҙың риүәйәт һәм легенда кеүек эпик жанрҙарҙағы әҫәрҙәре тулыһынса анализланды, уларҙың йөкмәткеһе, тематикаһы, килеп сығышы һәм башҡа мәсьәләләр яҡтыртылды.

Шул уҡ ваҡытта, хәҙерге фольклористика ғилеме өсөн урындағы халыҡ ижады материалдары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Баймаҡ төбәгендәге риүәйәт һәм легендалар урындағы халыҡ ҡына түгел, ә бөтә милләтебеҙ тарихының боролмалы юлдары тураһында бай мәғлүмәт бирә. Төбәктәге топонимик характерҙағы тарихтарҙы йыйыу һәм өйрәнеү урындағы милли-мәҙәни материалды туплау һәм халыҡҡа еткереү йәһәтенән әһәмиәтле. Тик шул осраҡта ғына милләтебеҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм уның тулы картинаһын булдырыу тураһында һөйләй алабыҙ.

Баймаҡ районы риүәйәттәре һәм легендалары бай йөкмәткеле һәм үҙенә генә хас тематикаға эйә. Төбәк эпик ҡомартҡыларында башлыса тарихи һәм тормош-көнкүрешкә ҡараған риүәйәттәр һәм легендалар өҫтөнлөк итә. Хайуандар тураһындағы әҫәрҙәрҙең теркәлмәүе бындай ҡомартҡыларҙың боронғолоғо һәм урындағы халыҡтан яҙып алынмауы менән аңлатыла, күреһең. Тарихи риүәйәттәр араһында шулай уҡ граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытына ҡараған ҡомартҡылар осрай. Тормош-көнкүреш риүәйәттәре араһында ҡатын-ҡыҙ яҙмышын һүрәтләгән тарихтар байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың социаль иҙеүгә дусар булыуы һәм ярлы тормошта яфаланыуы хаҡында риүәйәттәр Баймаҡ ерендә киң таралыуы уларҙың һуңыраҡ дәүерҙә ижад ителеүе менән аңлатыла. Тормош-көнкүреш легендалары һәм риүәйәттәре араһында айырым кеше торомошона арналған, йәшәйеште сағылдырған һәм фажиғәле осраҡтарға бәйле ҡомартҡылар күп.

Баймаҡ төбәгендәге топонимик характерҙағы легендалар һәм риүәйәттәр араһында ер-һыу атамалары тарихына бәйле ҡомартҡылар күпселекте тәшкил итә. Улар, ҡағиҙә булараҡ, айырым шәхес эшмәкәрлегенә бәйле тыуғандар һәм халыҡтың уның тураһында иҫтәлеге булып торалар.

Төбәк тарихын сағылдырыусы риүәйәт һәм легендаларҙы башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыу һәм өйрәнеү балаларҙың белемен арттырырға, уларға рухи-әхлаҡи тәрбиә бирергә ярҙам итә. Төбәк легендаларын һәм риүәйәттәрен өйрәнеү үҙенсәлектәре хеҙмәттең өсөнсө бүлегендә күрһәтелде, унда халыҡ ижадын уҡытыуҙың педагогик асылы ла яҡтыртылды. Риүәйәт һәм легендаларҙы өйрәнеү балаларҙың халыҡ тарихын белеүен, үҙе йәшәгән ерҙең үткәненә яҡшыраҡ төшөнөргә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә лә мөһим сығанаҡ булып тора.

Тимәк, Баймаҡ ерендәге риүәйәт һәм легендалар материалы артабан да фольклористика ғилеме иғтибарынан төшмәҫкә тейеш. Халыҡ тарихын сағылдырыусы был ҡиммәтле ҡомартҡыларҙы милли-мәҙәни рухиәтебеҙҙе һаҡлар өсөн өйрәнеү айырыуса мөһим.

Список литературы

1. Ахмeтшин Б.Г. Горнозаводской фольклор Башкортостана и Урала. – Уфа: Китап, 2001.– 288 c.

2. Башҡорт лeгeндалары. Өфө: 1996. - 89 -90 биттәр.

3. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, лeгeндалар. Икeнсe том. – Өфө: «Китап» нәшриәтe, 1997-сe йыл. 194-195 биттәр.

4. Башҡорт халыҡ риүәйәттәрe hәм лeгeндалары. Автор-төҙөүсehe Ф.А. Нәҙeршина. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәтe, 2001. – 122-123 бит.

5. Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тeл ижады. - Өфө, 2009. – 6-7-сe биттәр.

6. Ғәйнетдинов Ю.И. “XX быуаттың арҙаҡлы ҡурайсылары”//Ватандаш. – 2007. - №10.

7. Даль В.И. Башкирская русалка//Башкирия в русской литeратурe. В шeсти томах. (Прeдисловиe, биографичeскиe справки, коммeнтарии и библиография М.Г. Рахимкулова.) – Том пeрвый. – Уфа: башк. кн.изд-во, 1989. – С. – 180.

8. Игнатьeв Р.Г. Башкир Салават Юлаeв, Пугачeвский бригадир, пeвeц и импровизатор // Башкирия в русской литeратурe. Т. 2 . – С. 82.

9. Йәhүҙин М. Башҡорт халыҡ ижады hәм халыҡ пeдагогикаhы// Башҡортостан уҡытыусыhы. – 1990. - . - №6. – 15-сe бит.

10. Иҙeлбаeв М. Башҡорт әҙәбиәтe дәрeстәрeндә халыҡ пeдагогикаhы элeмeнттары//Башҡортостан уҡытыусыhы. – 2006. - №8. – 59-сы бит.

11. История сeл и дeрeвeнь Башкортостана. – Уфа, 1998. – С. – 214.

12. Кудряшeв П.М. Пeснь башкирца послe сражeния //Башкирия в русской литeратурe. Т. 1. – С. – 319.

13. КудряшовП.М. Прeдрассудки и суeвeрия башкирцeв// Отeчeствeнныe записки. – 1826. - № 78. – С. 140-185.

14. Кузeeв Р.Г. Происхождeниe башкирского народа. – Уфа, 1974. – 570 с.

15. Лeпeхин И.И. «Записки путeшeствия акадeмика И.И. Лeпeхина», Т. 4. СПБ. 1822 г.

16. Лeпeхин И.И. Днeвныe записки путeшeствия по разным провинциям Российского государства. Сeрия «В помощь историку» /сост. и авт. вступ. статьи к.и.н. Э.В. Мигранова. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2007. – С. – 48.

17. Лeпeхин И.И. Днeвныe записки путeшeствия по разным провинциям Российского государства. Сeрия «В помощь историку» / сост. и авт. вступ. статьи к.и.н. Э.В. Мигранова. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2007. – С. – 72.

18. Лeпeхин И.И. Продолжeниe днeвных записок путeшeствия., СПб., 1802, С. 110.

19. НәҙeршинаФ. А. Халыҡ хәтeрe: башҡорт халыҡ риүәйәт, лeгeндаларының тарихи eрлeгe, жанр үҙeнсәлeктәрe / Фәнүзә Нәҙeршина. – Тулыл. 2-сe баҫ. – Өфө : Ғилeм, 2006. – 341 бит.

20. Рыбаков С.Г. Музыка и пeсни уральских мусульман с очeрком их быта. – СПБ, 1897. – С. - 16-22.

21. Сказаниe о зeмлe Баймакской (докумeнтальноe повeствованиe об истории и людях) – Уфа: слово, 1988 – С. - 240 .

22. Сказки, лeгeнды и прeдания Башкирии в новых записях на русском языкe. Под рeдакциeй проф. Л. Г. Барага. Уфа, 1975., С. - 142.

23. Сөләймәнов Ә. Башҡорт халҡының ҡарhүҙe. 2-сe киҫәк. - Өфө, 2011. – 47 бит.

24. Үтәғолов Р.И. Сәсәндәр иленә сәйәхәт [текст] /Үтәғолов, А.Тажетдинов. – Сибай: Сибай ҡала типграфияһы, 2008. – 16-17 биттәр.

25. Үтәғолов Р.И. Сәсәндәр иленә сәйәхәт [текст] /Үтәғолов, А.Тажетдинов. – Сибай: Сибай ҡала типграфияһы, 2008.- 11-12 биттәр.

26. Харисов Ә.И. Мираҫ: Башҡорт фольклоры буйынса күҙәтeүҙәр,

тикшeрeнeүҙәр hәм ауыҙ-тeл ижады өлгөләрe / Төҙ. Зөлфирә Мамаeва, Әхмәт Сөләймәнов; Инeш мәҡәлә hәм аңлатмалар авторы Әхмәт Сөләймәнов. — Өфө: Китап, 2004.

27. Шәрхиeва Н.М. Тәрбиәлә халыҡ пeдагогикаhы алымдары// Башҡортостан уҡытыусыhы. – 2008. - №4. – 89-сы бит.

28. Юматов В.С. Дрeвниe прeдания у башкирцeв Чумбинской волости. //Башкирия в русской литeратурe. Т. 1. С. – 403.

29. Янғужин Р.З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. – 44-51 биттәр.

Мәҡәләләр:

30. Азбелев С.Н. Проблемы международной систематизации преданий и легенд // Русский фольклор. Т.10.-М., Л., 1966.-С. 176-196.

31. Азбелев С.Н. Отражение действительности в преданиях, легендах, сказаниях // Прозаические жанры фольклора народов СССР: Тезисы докладов всесоюзной науч.конференции. "Прозаические жанры фольклора народов СССР".-Минск, 1974.-С.96-109.

32. Азбелев С.Н. Отношение предания, легенды и сказания к действительности// Славянский фольклор и историческая действительность. Сб.ст.-М.,1965.-С. 5-26.

33. Ангархаев А.Л. Взгляд в глубь веков// История и современность.-Улан-Удэ, 1998. – С. 89-94.

34. Аникин В.П. Художественное творчество в жанрах несказочной прозы (к общей постановке проблемы)// Русский фольклор.- Т. 13. -Л.:Наука, 1972.

35. Аникин В.П. Возникновение жанра и его признаков// Русский фольклор. Специфика фольклорных жанров.Т.10.-М.-Л., 1966.-С.28-29.Алексеев В.П. Этногенетические предания, лингвистические данные, антропологический материал // Этническая история и фольклор.-М.: Наука, 1977.

36. Даль В. И. Башкирская русалка//Москвитянин. – 1843. - № 1. - С. 97-119.

37. Емельянов Л.И. Проблемы художественности устного рассказа // Русский фольклор (материалы и исследования).-Т.5.-М.-Л., 1960.- С. 87-93.

38. Юматов В. С. Древние предания башкирцев Чумбинской волости//Оренбургские губернские ведомости. – 1848. - № 7. – С.47-89.

39. Кудряшов П. М. Предрассудки и суеверия башкирцев//Отечественные записки. – 1826. - № 78. – С. 140-185.

40. Лоссиевский М. В. Былое Башкирии по легендам, преданиям и хроникам//Справочная книжка Уфимской губернии. - Уфа, 1883. - С. 368-385.

41. Михайлов М.Л. Письмо к Шелгунову от 25 февраля 1857 г.// Башкирия в русской литературе. Т. 2.- Уфа, 1964. – С. 170.

42. Назаров П. С. К этнографии башкир//Этнографическое обозрение. - М., 1890. - № 1. кн. 1. - С. 166-171.

43. Пропп В.Я. Принципы классификации фольклорных жанров // Фольклор и действительность: Сб. стат. М., 1976. – С.41-76.

44. Пропп В.Я. Жанровый состав русского фольклора и действительность // Избранные статьи.-М., 1976. – С. 74-89.

45. Пропп В.Я. Об историзме фольклора и методах его изучения // Фольклор и действительность.-М., 1976. – С.21-37.

46. Путилов Б.Н. Типология фольклорного историзма // Типолгия народного эпоса.-М., 1975. – С.41-78.

47. Хусаинов Г.Б. Шежере и книга//Литература. Фольклор. Литературное наследие. Кн. 1. - Уфа: БГУ, 1975. С. 177-192.

48. Юматов В. С. Древние предания башкирцев Чумбинской волости//Оренбургские губернские ведомости. – 1848. - № 7. – С.47-89.

Һүҙлектәр:

50.Словарь топонимов башкирской АССР. – Уфа, 1980.

51.Древнетюркский словарь. – Л., 1969.

Покупка готовой работы
Тема: «БаймаҠ районы фольклорын мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 81
Цена: 1900 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Популярные услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

23 задания

за последние сутки

10 минут

среднее время отклика